Күңелле йәйге образдар
Һағынып көткән сағыу йәй етте. Ғәҙәттә, йыл буйына көтөп алынған ял һиҙелмәй үтә лә китә. Күптәребеҙгә эҫе миҙгелдә эшләргә тура килә. Әгәр баштан уҡ үҙеңде яҡшы кәйефкә көйләһәң, тынсыу көндәрҙә лә эшкә йөрөү шатлыҡҡа әйләнергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙың кәйефенә кейемдең уңайлы, еңел, килешле булыуы ла тәьҫир итә.
Күңелеңә ятышлы, кәүҙәңә ярашлы ғына кейем табыуы еңел түгел. Хәҙер кибеттәге әйберҙәрҙең күбеһе сифат йәһәтенән ышаныс уятмай. Эшлекле костюмдар тығыҙ туҡыманан тегелә һәм тәнде тын алдырмай. Ә ҡыҫҡа еңле ебәк күлдәктәрҙең хаҡы юғары. Бөтәһенең дә уны һатып алырҙай мөмкинлеге юҡ. Унан тыш, һатыуҙағы баҙыҡ төҫтәге, асыҡ яурынлы йәки ҡыҫҡа итәкле күлдәктәр эш өсөн тап килмәй.
Офис һәм эшлекле осрашыу өсөн гүзәл ханымдарға уңайлы һәм зауыҡлы күлдәк тәҡдим итәбеҙ. Бындай кейем үҙегеҙҙе ҡайҙа ла ышаныслы тойорға ярҙам итәсәк. Өҫтәүенә, туҡыма эҙләп, уны үлсәп, бесеп, машинкала тегеп мәшәҡәтләнергә кәрәкмәй.
Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең йәки әсәйегеҙҙең һандығынан моданан артта ҡалған, әммә үҙ сифатын юғалтмаған әйбер эҙләп ҡарайыҡ. Беҙ өҫтән аҫҡа тиклем төймә менән эләктерелә торған киң итәкле күлдәкте яңыртып тегергә булдыҡ. Уның ниндәй төҫтә булыуы мөһим түгел: ҡыҙыл, йәшел, ҡара, көрән, ваҡ сәскәле, төрткөлө – барыһы ла тура килә. Мәғлүм булыуынса, әлеге миҙгелдә буйлы һәм аҡһыл төҫтәр модала. Шуға беҙ аҡһыл күлдәк һайланыҡ.
Күлдәкте кейеп ҡарап, бил тәңгәлен билдәләйбеҙ. Итәген тубыҡтан саҡ ҡына күтәртеп, ҡыҫҡартабыҙ. Маҡсатыбыҙ – киң күлдәкте тар итәкле итеп үҙгәртеү. Сит йөйҙәрен һүтеп, итәк осона тиклем, кәүҙә үлсәменә тап килтереп, тура һыҙыҡ һыҙабыҙ. Артығын ҡырҡып ташлайбыҙ, ситтәрен тигеҙләп тоташтырабыҙ. Һәм бына эшлекле гүзәл зат өсөн килешле кейем әҙер!
Образға камиллыҡ өҫтәр өсөн йәмле генә ҡайыш һайлайбыҙ. Мәҫәлән, 60-сы йылдарҙы хәтерләткән үҙенсәлекле образ өсөн нәзәкәтле ҡайыш килешһә, хисле, шул ук ваҡытта етди образ барлыҡҡа килтереү өсөн биҙәкле ҡаптырмалы яҫы ҡара ҡайыш ҡулланыу урынлы.
Кемдең балаһы бар, улар бәләкәстәрен дә яңы әйбер менән ҡыуандыра ала. Һәр ата-әсә бер йәшкә тиклемге балаға өҫтө менән аҫты тотошлай тегелгән уңайлы кейем (боди) һатып ала. Сағыу һүрәтле һәм тәнгә уңайлы боди сабый өсөн алмаштырғыһыҙ, әлбиттә. Әммә тиҙ бәләкәсәйеп, яраҡһыҙға әйләнә. Ундай матур, сифатлы әйберҙе ташлауы йәл. Аҫҡы өлөшөн ҡырҡып, улығыҙ өсөн футболка әтмәләй алаһығыҙ. Бары ситтәрен тигеҙләп, тегеп сығырға ғына тура киләсәк. Ә инде ҡыҙ бала өсөн үҙгәртеп теккәндә, төрлө биҙәү ысулын файҙаланырға мөмкин. Кескәй ҡупшыҡайға барыһы ла килешәсәк. Унан туника яһарға һәм аҫҡы өлөшөнә селтәрҙән, шифон туҡыманан балитәк өҫтәп тегергә була. Егәрле хужабикәгә артып ҡалған киҫәктәрҙән туникаға еңдәр һәм ыштан әтмәләү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Бил өҫтөнән үк ҡыҫҡартып, иҫке йоҡа күлдәк туҡымаһынан өрфөйә итәк яһап, ҡыҙығыҙҙы шатландыра алаһығыҙ.
Бәләкәсегеҙгә шулай уҡ күңелле йоҡа куртка тегеү ысулын тәҡдим итәбеҙ. Ул һүрәттәге һыҙма буйынса эшләнә. Был килешле һәм уңайлы әйбер сабыйығыҙҙы ел-ямғырҙан һаҡлар.
Беҙҙең тәҡдимдәребеҙ күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ. Һеҙгә ҡояшлы яҡты кәйеф теләйбеҙ!
Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Альбина ШӘҺРЕТДИНОВА.

Теги: