Кәтибә Кинйәбулатова менән хушлашыу
92 йәшендә “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге баш мөхәррире, күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова арабыҙҙан китте. Ул 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында тыуған.
18 июндә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына дәүләт эшмәкәрҙәре һәм яҙыусылар әҙибә менән хушлашыу сараһына йыйылды. “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының почетлы гражданы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле башҡорт шағирәһе, прозаик Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова үҙенең тыуған ауылында ерләнде.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова етәкселегендә Башҡортостан йәмәғәтселеге мәрхүмәне Арғаяшҡа тиклем оҙата барҙы.
Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова “Рәсәй” телеканалына биргән интервьюһында халҡыбыҙҙың ауыр юғалтыу кисереүе хаҡында белдерҙе.
Теги: