“Башҡортостан ҡыҙы” – журналистар һабантуйында

Журналистар союзы юбилей уңайынан алдынғы хәбәрселәргә РФ һәм БР Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. «Еңеп сығыу» («Преодоление») тигән Бөтә Рәсәй конкурсының дипломы һәм дәртләндереү премияһы менән “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһының бүлек мөхәррире Альмира Кирәева бүләкләнде.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәттәштәребеҙ, журналыбыҙҙың бүлек мөхәррирҙәре Альмира Кирәева менән Артур Василов “2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалдарын алып ҡыуанды.
Сараға күптәр коллектив менән йыйылғайны. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре лә бергәләшеп күңелле ял итте. Хәбәрселәр күркәм тамаша ҡарап та, спорт бәйгеләрендә, төрлө ярыштарҙа көс һынашып та өлгөрҙө. Волейбол, көрәш, дартс, шахмат буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, тоҡ кейеп уҙышты, арҡан тартышты. Күптәр Инйәрҙә һыу инеп кинәнде, ҡояшта ҡыҙынды. Байрамдан һәр кем матур тәьҫораттар менән таралышты.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова хеҙмәттәштәребеҙ Альмира Кирәева менән Артур Василовҡа “2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалдарын тапшырҙы.
Теги: