Көтөп алған ҡунаҡ – бәхет ваҡытында килһен

Бәхет... Ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла төшөнсә. Ябай – сөнки уны һәр кем үҙенсә аңлай, ҡатмарлы – сөнки бәндә тормоштан күпте көтә. Шуныһы көн кеүек асыҡ: һәр кемдең бәхетле булғыһы килә. Миңә төрлө яҙмышлы, төрлө йәштәге кешеләрҙән (башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан) хаттар килә. Һәр ҡайһыныһы үҙе өсөн сете­рекле һорауҙарға яуап эҙләй, ярҙам һорай. Мин шул хаттарҙың бер нисә­һенә үҙебеҙҙең яратҡан журналыбыҙ аша яуап бирергә булдым. Һәр кемдең яҙмышы ҡабатланмаҫ күренеш булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙы борсоған һорауҙарҙың сәбәптәре бер төрлөрәк. “Кеше бәхет өсөн яралған, тип, бөйөк күрәҙәсе алдаған”, – тип тә яҙалар. Шулай ҙа...

Беренсе хат

“Әле йәшәп ятҡан тормош ип­тә­шем менән яратышып өйләнеш­тек. Бер-бер артлы өс бала тыуҙы. Балалар бәләкәй саҡта иғтибар итмәнем­ме, әллә инде баштан уҡ шулай булдымы икән – ирем ми­не эш аты һымаҡ күргән кеүек. Ауылда йәшәгәс, әлбиттә, эш тә күп. Уныһы аңлашыла инде ул. Лә­кин күңел тигән нәмә лә бар бит! Осрашып йөрөгән саҡтарҙа, нисек бушамаһа ла, сәскә бәйләмен ҡапҡа­ға булһа ла ҡыҫтырып китергә онотмай ине. Хәҙер сәскә түгел, “хәлең нисек” тигән һүҙ ҙә юҡ...
Белмәйем, бәлки, үҙем ғәйеплелер. Ҡырҡты үткәс, уйландыра башланы. Яҙыусыларҙы “кеше күңеленең инженеры” тиҙәр бит, бәлки, һеҙ миңә беҙ­ҙең хәлде аңларға ярҙам итерһегеҙ? Әллә иремдең ситтә бе­рәй кеме бармы икән? Башыма ундай уйҙар ҙа килә ...”

Хатта авторҙың исем-шәрифе ҡу­йылһа ла, мин уны үҙемсә Гөлзифа тип атарға булдым. Шулай яҡшыраҡ. “Бәхет һәр саҡ көтөп алған ҡунаҡ, килеп керә табын таралғас”, – тигән шиғыр юлдары күптән инде ҡанатлы фразаға әйләнде. Эйе, Гөлзифа һең­лем, һин дә һөйгәнең менән ҡауыш­ҡанһың, артабан да гел шулай булыр, тип өмөт иткәнһең. “Бер-бер артлы өс бала тыуҙы”, тип яҙаһың. Өс бала, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт эш­тәре... Сәскәнән-сәскәгә осоп-ҡунып ҡына йөрөгән күбәләктәй нәфис ҡы­ҙы­ҡай ирен, балаларын хәс­тәрләү­ҙән арыған, талсыҡҡан ҡатын­ға, балалар әсәһенә әүерелә. Йоҡоһоҙ төндәр, са­бый­ҙар сирләгән саҡтарҙа йонсоуҙар, аҡса яғын ҡайғыртыу, ирең­дең һәм үҙеңдең туғандарыңа ярар­ға тырышыу... Ярай ҙа ҡатындың бөтмәҫ-тө­кәнмәҫ эштәрен ир кеше лә иңенә ал­һа! Йыш ҡына бит уның киреһе була. Күп ирҙәр ҡатындарының йөктө төп тәртәгә егелеп тартҡанын ярата.
Аҙаҡ, гүзәл йән йәмен юғалта баш­лағас, күҙ-йүгерек икенсегә ҡарай баш­лай, йәғни, ҡатынына уның мөнәсә­бәте әсәһенә ҡараған кеүегерәккә әй­ләнә: йыуамы – йыуа, ашарға әҙерләйме – әҙерләй, аҡса табамы – таба. Ҡатын балалар, ире, көткән донъяһы хаҡына бөтәһен, иң беренсе сиратта, үҙен онота. Был онотоу әкренләп башлана, аҙаҡ, йылдар үтеү менән, ағасҡа төшкән бәшмәк кеүек, бар булмышың­ды биләп ала. Гөлзифа һеңлем, үткән ғүмереңә күҙ һалғанда шуны иҫеңә тө­шөр әле: ҡасан ирең һинең тыуған кө­нөңдө иҫтән сығарҙы, ҡасан 8 Мартта буш ҡул менән ҡайтып инде, ҡасан өҫтөңдәге яңы күлдәкте иғ­тибарһыҙ ҡалдырҙы һәм һин шул миҙ­гелдәрҙе нисек үткәрҙең... Һин хәтер­ләргә тейешһең. Әгәр хәтерләмәһәң, артабан да быларға юл ҡуйҙың тигән һүҙ. Әгәр ҙә һинең (ҡырҡ йәштәрҙәге ҡатындың) буй етеп килгән ҡыҙы ла бар икән, был хәтерләү бигерәк тә мө­һим, сөнки ҡыҙың һинең хатаңды ҡа­батлауы бар. Мин хатта һыйға (кеше араһына) кейеп сығырға берҙән-бер күлдәк тектереп, шуны кейеп ҡайҙа булһа ла барырға форсат тапмай ҡартайған ҡатындарҙы беләм.
Тағы бер апайҙы ла белдем: яңы кейем алһа, табын йыя, күршеләрен ашҡа ала, шул кейемдә көҙгө алдында өйөрөлә-сөйөрөлә, күршеләренән маҡ­тау яуҙырта, әлбиттә, ире лә шунда ултыра. Күҙе бар – күрә, ҡолағы бар – ишетә, тигәндәй, сынъяһау ҡа­тынын ҡултыҡлап киноға, йә мәж­лескә барыуҙан, һараныраҡ булһа ла берәй комплимент әйтеп ҡуйыуҙан ул да баш тартмай. Ҡатынын маҡтай­ҙар икән – ул ҡәнәғәт. Ғаилә шатлана икән – уға ла рәхәт. Бәләкәй генә нәмәнән дә шатлыҡ, йәм табып йә­шәй белгән ҡатынға нисек итеп яҡ­шылыҡ эшләмәй түҙәһең?
Гөлзифа һеңлем, бәлки, һин үҙең ваҡытында ирең тарафынан күрһә­телгән бәләкәй булһа ла иғтибарҙы, хәстәрҙән арына алмайынса, күрмәй, һанламай үткәреп ебәргәнһеңдер?
Әлбиттә, хәҙер замана ла ҡырҡа үҙгәрҙе. Бар шундай ҡатындар, бахыр ирҙәр, бисәһенең ихтирамын яулайым тип, тиреһенән сығырға әҙерҙәр: тун ғына ярамай, уның тотош ти­ре­нән те­гелгәне булһын, алтын муйынса булыу ғына аҙ, ҡалынлығы теге кем­сә­нең ҡатыныныҡындай булһын... Мин ундайҙар хаҡында яҙмайым. Байҙыҡы – фарман менән, ярлыныҡы – дарман ме­нән, ти. Үтә болоноп китергә лә яра­май, шулай ҙа күпселек халыҡ бер самараҡ йәшәй, һәм минең яҙмаларым үҙебеҙ ишеләр хаҡында. Әгәр шундай иғтибарһыҙ ҡалған иғтибар­ҙар күбә­йеп китһә, тәғәйен, иреңдең дә кәйефе үҙ­гәреш кисергәндер. Ғәфү үтенергә һәм үҙгәрергә һуң түгел. Мө­хәббәт булғас, әллә ҡайҙа китмәгән инде ул – бар. Тик һеҙ уны алыҫҡараҡ, мөйөш­кәрәк ҡыуғанһығыҙ. Ялҡын өҫтәмәһәң, ут та һүнә. Үҙең үҙгәрмәй тороп, баш­ҡаларҙың үҙгәреүен өмөт итеп булмай, һеңлем. Үрҙә әйткәнем­сә, көтөп алған ҡунаҡтың (бәхеттең) табын таралмаҫ элек килгәне хәйерле...

Икенсе хат

“Ҡатын-ҡыҙҙы нескә зат, ти­ҙәр. Йәш ваҡытта мөхәббәт, көслө той­ғолар өмөт итеп йәшәгән бер саҡта, ирең байрамдарҙа көнкүреш әйбер­ҙәре бүләк итһә, нисектер яманһыу булып китә һәм быны нисек баһалар­ға ла белмәйһең. Риза­һыҙлыҡ белдер­һәм, бөтөнләй иғтибарҙан мәхрүм итер, тип тә ҡур­ҡам. Нәҡиә”.
Был юлдар яҙылған ҡағыҙҙы миңә китап уҡыусылар менән осрашыу үт­кән залда бирҙеләр. Ҡапылғара ни тип яуап бирергә лә белмәнем. “Бәл­ки, үҙең иреңә салғы йә балта бүләк иткәнһеңдер”, – тип көлкөгә борорға тырыштым. Эйе, яҙмыштар төрлө бул­ған кеүек, бәндәнең холҡо ла төрлө­сә. Кемдер ғәзизенә сәскә йә биҙәнеү, хушбуй һымаҡ әйберҙәр бүләк итә. Шу­ның менән ҡатын-ҡыҙҙың нескә зат икәнен онотмауын, был нес­кәлекте баһалауын белдерә. Ә бына, хаттан күренеүенсә, кемдер һәр нәмә­лә, хатта байрамда ла тормоштоң ғә­мәли яғы­на өҫтөнлөк бирә. Ҡатын-ҡыҙ икән­һең, урыныңды бел, йәнәһе. Һиңә тә­ғәйен әйбер – кәстрүл, таба, уҡлау, ижау. Йәмгә, матурлыҡҡа битараф бул­маған ҡатын-ҡыҙҙың йәне өҙгөлә­нә, үрһәләнә. Ҡатын-ҡыҙ күңе­лен аң­лауға һәләтле ир бер ҡасан да былай ҡы­ланмай ҙа бит, тик ни эшләй­һең: тулаһаң, тәртәне һындырыуың бар.
Әгәр Нәҡиә менән ҡабат осрашырға тура килһә, иреңдән һора әле, уның атаһы ҡатынына байрамдарҙа ни бүләк итте икән, тиер инем. Иманым камил: уның атаһы ла әсәһенә тормош кәрәк-ярағы бүләк иткән булырға тейеш. Юҡсыллыҡ ваҡытында бындай ҡылыҡ ярап та ҡалғандыр ул, ә беҙҙең бит заман башҡа, тимәк, заң, зауыҡ башҡа. Ирҙәргә эш, кәсеп, һу­нар, һуғыш ҡоралдары бүләк итеү, әлбиттә, халҡыбыҙҙың үҙаңына һа­лынған (Һомай Уралға Аҡбуҙ менән ҡылыс бүләк итә), бына нескә затҡа… Нескә зат бит үҙен баһалауҙы, уның ырыҫын һанлауҙы, башлыса, биҙәнеү-төҙәнеү, ҡупшыланыу әйберҙәрен бү­ләккә алыуҙа күрә. Был беҙҙең асылдан килә. Ә бына асылыңды күп ваҡыт үҙең асҡың килмәй, ул асылға асҡыс яратыуҙы икенсе яртыңдан көтәһең. Ә, көтөп тә, булмаһа? Нәҡиә туған хәлендә ни эшләргә? Минеңсә, байрам, тыуған көн алдынан һүҙҙе уратып булһа ла үҙеңә башларға кәрәк­тер. Бүләкте бергәләп алған булып, шул мәлдә үҙеңдең зау­ҡыңды ла уға еткерергә мөмкин бит.
Һәр кем дә әҙер ир, әҙер атай булып тыумайҙыр ул. Йәшәй-йәшәй атайға, иргә әйләнә улар заты. Ҡа­тын-ҡыҙ үҙ күңел көсө, йомшаҡлыҡ менән әүәләй ир һәм атайҙы. Сигенергә, хәл-ваҡиғаларҙы үҙағышына ғына ҡу­йырға ярамай, минеңсә. Сирҙе өҙлө­гөүгә килтермәҫ элек дауалау хәйерле булған кеүек, үҙ-ара мөнәсә­бәттәрҙең дә ғаилә ҡорғандың берен­се көндә­ренән үк сәләмәт юҫыҡтан киткәне хәйерле.

Өсөнсө хат

“… Ҡайһы саҡ үҙемдәге үҙгәреш­тән ҡурҡып китәм: иремдең ту­паҫлы­ғы мине лә тупаҫландыра. Элек әҙәм­гә бер ауыҙ бер яман һүҙ әйтмәгән кеше инем. Ирем дә минең үҙгәрешкә аптырай. Ә бит ҡатын-ҡыҙ улай булырға тейеш түгел. Гөлсибәр”.
Хатты ҡыҫҡартып алдым. Ул әрне­гән күңелдең ярһыуын баҫыр өсөн яҙылған кеүек тойолдо миңә. Гөлси­бәр үҙендәге үҙгәрештән ҡурҡа, хә­ҙерге Гөлсибәр менән элеккеһе ара­һындағы айырманың ҡапма-ҡаршы булыуынан яфалана. Әммә үҫкән ғаи­ләң тыныслыҡ, тәр­тип, бер-береңде хөрмәтләү, бер-береңдең йөҙөн йыртмау кеүек ҡиммәттәрҙән ҡорол­ған булһа, был йәш ҡатындың күңел болоҡһоуҙарын аң­лау ҡыйын түгел.
Ҡөрьәндә лә балалар алдында ир һәм ҡатындың ыҙғышыуы иң ҙур гµ­наһтарҙан һанала. Ғаиләләге ыҙғышты ун ҡолаҡ ишетеп, ун күҙ күреп үҫкән булһа, барлыҡҡа киләсәк биш ғаилә нигеҙенә шартлатљыс һалынды тигән һүҙ! Һәм тағы ғаиләләге мөнә­сәбәт­тәрҙең ниндәй булыуы күберәк ир кешенең тәртибенә бәйле: ул эс­мәгән ғаиләлә эсмәгән балалар үҫә, атай тәмәке тартмаһа, уландар ҙа тартмай. Ир йомшаҡ күңелле, ихлас йәнле ке­ше булһа, ҡатындың йөҙөнән йылма­йыу китмәй. Яҡшы кәйеф кешене сә­ләмәтләндерә, рухын күтәренке итә һәм, башлыса, бындай ғаилә­ләрҙә ата-әсә лә, балалар ҙа йыш ауырымай, сир­ләп китһәләр ҙә, тиҙ генә һауығалар.
Йылы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы, тип халыҡ белмәй әйт­мәгән дә. Ғаилә мөхитен башлыса ир кеше тыуҙыра. Хоҙайҙың иң алда яралтҡан бәндәһе ир заты булыу үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Ҡатын кеше – икенсел, ул Тәүге ирҙең ҡа­бырғаһынан һәм уға күңелһеҙ булмаһын өсөн яратылған. Изге китаптарға тиң эпостарҙа ла ул шулай: Һо­май Урал батырҙың ҡулы тейгәндән генә кешегә әүерелгән.
Ғаиләне лә ир заты ҡора. Нәҫелде дауам иттереүсе лә – ул. Быуындан быуынға күскән шәжәрәләр ҙә шуны раҫлай. Ләкин быларҙың береһе лә ҡа­тын-ҡыҙҙың ғаиләләге әһәмиәтен кәмһетмәй. Кешелек тарихы шуны күрһәтә: әсәһен тыуҙырыусы, ашатыу­сы һәм тәрбиәләүсе генә түгел, шәхес итеп күргән кешеләр тормош­та уңыш­ҡа өлгәшеүсән.Тимәк, бәхетле ғаилә­нең нигеҙ таштары ҡатын-ҡыҙға ихтирамдан һалына. Ҡатын-ҡыҙ – ирҙең көҙгөләге сағылышы. Һөйөүҙән – һө­йөү, көйөүҙән үкенес ярала.
Үкенестәр аҙыраҡ булһын өсөн ир-егеттең затын, үҫкән ғаиләһен белеп барырға тейеш тә бит ҡатын-ҡыҙ. Боронғораҡ осорҙа шулай бул­ған да. Хәҙер күп осраҡта никахтар уҡыу йорттарында танышыуҙан барлыҡҡа килә. Ә уҡыу йорттары, белем бирһә лә, яҡшы холоҡ бирә алмай. Нигеҙендә ни күрһә, осҡанда – шул, ти бит халыҡ мәҡәле. Ир-аттың Хо­ҙай биргән асылына үрсеү һалынһа, ҡатын-ҡыҙға үрсемдең сифатын хәс­тәрләү һалынған. Юҡҡамы ни халҡы­быҙҙың ауыҙ-тел ижадында ҡыҙ-ҡыр­ҡын уҙағын майҙан тотоп, батырҙар йыйып һайлай. Батырҙан – батыр, матурҙан матур тыуырын бик борон­дан, тимәк, белгәндәр.
Изге китап: “Ожмах – ҡатын-ҡыҙҙың аяҡ аҫтында”, – тиһә лә, үҙ баһабыҙҙы белеп еткермәйбеҙ. Үҙе­беҙҙе үҙебеҙ яратмайбыҙ. Ғәзиздәребеҙҙән матур бүләктәр алырға ла, сәс­кәгә-наҙға ла һәр ҡайһыбыҙҙың хоҡуғы бар, тик үҙ дәрәжәбеҙҙе тө­шөрмәйек.

Таңсулпан ҒАРИПОВА, яҙыусы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook