Исемдәре Әҡлимә

Исемдәре Әҡлимә Оло байрамыбыҙ – 9 Май алдынан мин Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ал-ял белмәй эшләүселәрҙең береһе Әҡлимә Ғилван ҡыҙы Ғилванова хаҡында мотлаҡ һөйләргә тейешмен, тип уйлайым. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бөтә кеше лә алғы һыҙыҡта алышмаһа ла, һәр кемдең күңеле дошманды ҡыйратыусылар янында булған. Һәр кем еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә ынтылған. Беҙ үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ ҙә уның ниндәй хаҡ менән яуланыуын хәтерҙә тоторға тейешбеҙ.
Һуғыш башланғанда, уға егерме йәш була. 1942 йылда Арбаш ауылы мәктәбе директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләп йөрөүсе ҡыҙҙы комсомолдың Асҡын район комитетының беренсе урынбаҫары итеп һайлайҙар. Ҡарап тороуға нескә күренһә лә, тәүәккәл һәм саҡматаштай ныҡ Әҡлимә 1946 йылдың ғинуарына тиклем был яуаплы ла, ауыр ҙа вазифаны башҡара. Ошо йылдар эсендә ул күпме саҡрым араны йәйәүләп үтте икән?! Күпмеһен велосипедта, һыбай уҙғандыр?! Бер мәл яҙын, юлдар өҙөңкө саҡта, аты менән йылғаға сумғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Осраҡлы ғына юлаусылар күреп ҡалып, боҙло һыуҙан тартып сығаралар. Шулай еүеш көйө тағы ун биш саҡрым араны үтергә тура килә.
Ике ағаһы фронтҡа киткән була. Өлкәне хәбәрһеҙ юғала. Уға ла, уның артынса киткән икенсе улына ла атаһы менән әсәһе ике йыл рәттән “Быныһы – Мөбәрәккә, быныһы – Хәнифкә” тип атап, ойоҡбаш, толоп, быйма ебәрә. Фронтҡа йылы әй­берҙәр талап ителә. Биш айҙа район комсомолдары танк колоннаһы һәм авиация эскадрильяһы өсөн ике ылау ҡышҡы кейем оҙата. Был эштәрҙе Әҡлимә Ғилван ҡыҙы ойоштора.
Ә сәсеүҙе ниндәй ҡыйынлыҡ менән үткәрәләр! Ун-ун ике ҡатын егелеп һабан тартҡанда, Әҡлимә лә ситтә ҡалмай, урталарында була. Һигеҙ йәштән арышын да, бойҙайын да урып үҫкән һылыу бер эштән дә ҡурҡып тормай. Сеүәтә тотоп, әсәләре артынан баҫыуға килгән сабыйҙарҙы ул һаман да онота алмай. Төш алдынан уларҙың иң етеҙе бейек ағасҡа эленгән тоҡсайҙы менеп ала. Ҡатындарҙың береһе ундағы ярманы ҡайнап торған һыуға бушата. Сабыйҙар, үҙҙәре өрөп бешерерҙәй булып, шул боламыҡты көтөп ултыралар. Ләкин барыбер аслыҡтан шешенеүселәр күп була.
Исемдәре Әҡлимә
Был ауыр заманда туғандарҙың бер-береһен ҡайғыртыуы һөҙөм­тәһендә күп ғүмерҙәр өҙөлмәй ҡала. Әҡлимәнең оло апаһының ут эсенән иҫән ҡайтҡан ире һуғыштан һуң вафат була. Ҡайғынан, ауыр эштән бөтөрөнгән апаһы биш балаһын ашата алмай башлағас, атаһы нәҫелен йыя ла сабыйҙарҙы туғандарына таратып бирә. Һуңынан апаһы балаларын яңынан үҙ ҡосағына ала, ләкин инде ҡаты ауырыуҙан мандый алмай. Уның ҡыҙын да Әҡлимә ҡарап үҫтерә. Дәһшәтле йылдарҙа кешеләрҙә изгелек, намыҫ, миһырбанлыҡ айырыу­са нығыраҡ сағыла һәм бөтәһе лә, сабырлыҡ туплап, һуғыш бөтөүен көтә.
Һәм бына ул бөйөк мәл – дүрт йыл буйы хыялланған көн етә. Баҫыу­ға һыбай сабып килгән Йыһангиров ҡарт Әҡлимәгә бышылдап ҡына: “Һу­ғыш бөткән!” – ти. Һуғыш бөткән… Ә бабай ҡулында өс “ҡара” ҡағыҙ. Был көндә уның ҡайғы хаттарын тапшырырға йөрәге етмәй. “Һуғыш бөткән!” – Әҡлимә был һүҙҙәрҙе үҙен уратып алған ҡатындар һәм балаларҙың һәр береһе ишетерлек асыҡ итеп, ҡат-ҡат ҡабатлай. Һөйөнөс оранын бар донъя ишетерлек итеп ҡыс­ҡырырға тулҡынланыуҙан бар тәнен ялмаған ҡалтыраныу ҡамасаулай. Берәүҙәр уны ҡосаҡлап ала (әйтерһең, еңеүҙе ғәжәйеп етди ҡарашлы ҡаҡса ошо ҡыҙ килтергән), икенселәр шатлығынан һикерә, сәбәкәй итә, өсөнсөләр күҙ йәштәрен тыя алмай…
Еңеүҙән һуң юғалтыуҙар бигерәк ныҡ беленә: 1920-1924 йылдарҙа тыуған быуындың тотош тиерлек ҡыйралыуы әсендерә. Әҡлимә Ғилван ҡыҙының бер апаһының ире яуҙа башын һалған, икенсеһенеке ғәрип­ләнеп ҡайтҡан. Бер ағаһына ғына имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип була. Ҡайғы ишек шаҡымаған бер ғаилә ҡалмай.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы аслыҡ һәм яланғаслыҡ – үҙе бер тетрәнеү. Халыҡ кесерткән ашай, имән сәтләүеге йыя. Балалар, ба­ҫыуҙа ҡышлаған картуфты ҡаҙып ашап, ағыулана. Район дауаханалары септик ангинанан яфаланыусылар менән тула – был сир олоһон да, кесеһен дә аямай. Картуф ҡаҙыуҙы тыйыу өсөн хатта милиционер ҙа ҡуялар – кешеләр барыбер ҡаҙый. Үҫер тип, картуф­тың ҡабығын сәсәләр. Сүллектә һыуһыҙ интеккәндәр генә шулай өмөтләнә алалыр.
Ләкин, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, халыҡ тыныс тормошҡа ҡыуанып, көнитмешебеҙ яҡшырыр, тип, оло күтәренкелек менән йәшәй башлай. Әҡлимә Ғилван ҡыҙы картуфты киң рәтле ысул менән ултыртыусы утыҙ алты комсомол звеноһын ойоштора. Звенолар республикала беренсе урынды яулай. Әљлимә тырышлығы өсөн исемле сәғәт менән бү­ләкләнә. “Хеҙмәт батырлығы”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғы­шы йылдарында батыр хеҙмәт өсөн” миҙалдары ла – уның егәрлелегенә дәлил.
Исемдәре Әҡлимә
КПСС-тың Байҡыбаш район комитетында пропаганда һәм агита­ция бүлеге башлыѓы вазифаһында ла ул ялҡынланып, фиҙакәр эшләй. Һайлауҙар алдынан Әҡлимә йыш ҡына ире, элекке фронтовик Нәфис Хәмитовтың баянда уйнауына ҡушылып, йыр һуҙа. Был йырҙар урындағы радио аша бөтә районға яңғырай. Ҡыҙ бигерәк тә ағаһы Мөбәрәк яуҙан яҙып ебәргән йырҙарҙы моңланып башҡара.
… Йылдар уҙа. Әҡлимә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡулынан Почет грамотаһы ала. Мәскәүгә СССР ҡатын-ҡыҙҙар съезына делегат булып бара. Унда беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкова менән күрешә, йыһан гиҙеүсе ханым съезд ҡунаҡтары хөрмәтенә ойошторолған осрашыуға үҙе саҡыра.
1956 йылдан Әҡлимә Ғилван ҡыҙы Стәрлетамаҡта йәшәй. Етәксе урындарҙа эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡансы – 1977 йылға тиклем ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаћын биләй. Быйыл уға 92 йәш тула. Уның рух ныҡлығына һоҡланмайынса мөмкин түгел!
Ринат ҒИЛВАНОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook