"Еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ!"

"Еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ!"Ер-Әсә. Борон-борондан хал­ҡыбыҙ өсөн ер туйҙырыусы ғына булмаған, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеһе – әсә менән тиңләп, ул уны шулай тип атаған. Йәнләндереп, ололап, хатта илаһилаштырып, уға табынған. Сит-ятҡындан яҡлап көрәшкән, йәнен фиҙа ҡылған. Һәр ҡарышын әсе тире менән генә түгел, ҡаны менән һуғарған.
Былар – сал тарихтан. Ләкин һәр ус тупраҡтың ҡәҙерләп эшкәр­телеүен иҫләр өсөн әле тарих төп­көлөнә инеп китмәгән ваҡытҡа – үҙебеҙ йәшәгән совет осорона күҙ һалыу ҙа етә.
Тик үҙгәреш ҡойоно ҡубып, колхоз-совхоздар тарҡатылғас, дөйөм хужалыҡ итергә күнеккән хал­ҡыбыҙ юғалып ҡалды, ә хужаһыҙ ерҙәр етем бала төҫөн алды. Күмәк табып, күмәк ҡабып йәшәгән крәҫ­тиәнгә шаңҡыуҙан айнып, замандың яңы талап ҡуйға­нын төшөнөр өсөн ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт талап ителде…
Халҡыбыҙҙың яртыһынан күбе­рәге ауылда ғүмер итеүен, ә ауыл хужалығының уның өсөн йәшәү рәүеше булыуын иҫкә төшөрһәк, ҡыйратылған был өлкәне күтәреү­ҙең ни тиклем мөһимлеген һөйләп тороу ҙа артыҡ. Был иҡтисади, социаль мәсьәлә генә түгел, сәйәси – милләттең киләсәген билдәләүсе мәсьәлә лә булып тора.
Ил етәкселеге бөгөн аграр сәйәсәттә яңы йүнәлеш билдәләп, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереүҙе алға ҡуя. “Беҙ был ифрат ҙур мөмкинлеккә тешебеҙ-тырнағыбыҙ менән йәбешергә тейешбеҙ”, – ти Башҡортостан фермерҙары берлеге рәйесе, республика агросәнәғәт берлеге башлығы, ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған иҡтисадсы-ғалим Зифҡәт Сәйетғәлиев. Уның менән әңгәмә тамырҙары ергә береккән, йән­төйәге яҙмышы бөтөнләй өмөтһөҙ тойолған заманда ла уға тоғро ҡалған уҡыусыбыҙҙы ауылға тә­ғәйен дәүләт ярҙамы хаҡында киңерәк мәғлүмәтле итеү ниәтенән ҡоролдо.
– Зифҡәт Исламович, крәҫтиән хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы, атап әйткәндә, эшен саҡ башлап то­роусыларға исемләнгән программа халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйлә­һәгеҙ ине.
– “Үҙ эшен башлаусы фермер” тигән программа илдә быйылдан ғәмәлгә ашырыла башланы. Уға ярашлы рәүештә, ауылда ныҡлап хужалыҡ итергә йыйыныусыларға Рәсәй һәм Башҡортостан бюджетынан 1 миллион 750 меңәр һумға тиклем аҡса бүленә. Миллион ярым һумы – фермер хужалығын үҫтереүгә, 250 меңе – йорт-ихатаһын нығытып, көнкүрешен яҡшыртыуға, донъя көтөүен көйләүгә.
Грантҡа дәғүә итеүселәрҙең ун туғыҙ йәштән илле һигеҙ йәшкә тиклемге Рәсәй гражданы булыуы шарт. Уларға түбәндәге талаптар ҡуйыла:
фермер хужалығы теркәлгән муниципаль берәмектә даими йәшәүе;
фермер хужалығы башлығы итеп теркәлгән мәлдән алып грант билдәләүсе комиссияға ғариза биргәнгә тиклем ун ике ай үтмәүе;
кесе йәки урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бығаса грант алмауы;
махсус урта йә юғары ауыл хужалығы белеме булыуы, һис юғында өҫтәмә курс тамамлауы, йә булмаһа, ауыл хужалығында кәмендә өс йыл стажы булыуы;
үҙ хужалығын булдырыу, киңәйтеү, етештереләсәк тауар күләмен арттырыу хаҡында бизнес-план төҙөү;
кәмендә өс эш урыны булдырыу хаҡында тәҡдим һәм кәмендә утыҙ мең һумға тиклем тауар һатыуға яҡынса килешеү әҙерләү;
муниципаль идара органдарынан йәки йәмәғәт ойошмаларынан, шәхси кешеләрҙән рекомендация-хат килтереү;
күңелендәге пландарын тормошҡа ашырыу өсөн кәм тигәндә йөҙ мең һум аҡсаһы һәм аласаҡ грантты нисек тотонорға йыйыныуҙы тасуирланған план булыуы.
Программала ҡатнашырға теләүселәргә ошоларҙы раҫлаусы документтар һәм ғариза менән һайлап алыу комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Был оло дәүләт ярҙамын республикабыҙҙа нисә фермерға биреү күҙ уңында тотола? Теләүселәр уғата күп булып киткәндә, кемдәргә өҫтөнлөк биреләсәк?
– Грант Башҡортостанда йөҙҙән ашыу фермерға бүленәсәк. Комиссия, әлбиттә, дәғүәсенең бизнес-планы һөҙөмтәлелеген, үҙенең мәғлүмәтлелеген, эшлекле абруйын, ауыл хужалығы ерҙәре, тоҡомло малдары булыуын, тормош шарттары кимәлен, халыҡ араһында яҡшы исемен, социаль яуаплылығын, йәмәғәт әүҙемлеген иҫәпкә аласаҡ. Республика программаларына ярашлы үҫтереү ҡаралған Урал аръяғы, төньяҡ-көнсығыш райондары фермерҙарына өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр, күберәк кешене эш менән тәьмин итергә ынтылыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
– Ауылға ярҙамдың тағы бер төрөнә – мал үрсетеүсе ғаилә фермер хужалыҡтарын үҫтереү буйынса 2012-2014 йылдарға иҫәпләнгән программаға ла туҡталып үтһәгеҙсе.
– Бөтә ғаилә йәки туғандар менән башҡарылған эш оло ышанысҡа, яуаплылыҡҡа нигеҙләнгә күрә, ырамлы бара. Шуға ла был хужалыҡтарҙың киләсәге ҙур. Програм­ма тап уларға – бер йылдан артыҡ хужалыҡ итеп, эшмә­кәрлеген киңәйтергә теләүсе фермерҙарға иҫәпләнгән. Әлбиттә, уларға бүленәсәк аҡса эштәрен башлап тороусы­ларға күрһәтелгән ярҙамдан байтаҡҡа күберәк – егерме бер миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин. Ләкин ҡуйылған талаптар ҙа ҙур. Шуларҙың береһе – үҙенең уңышлы эшләп, аяҡҡа баҫырға ынтылыуын раҫлау. Мәҫә­лән, алты миллион һум ярҙамға иҫәп тотҡан фермерҙың үҙенең дүрт миллион һумы булырға тейеш. Әммә ул хәтлем маяһы булмаған хәлдә, беҙҙең ассоциация ҡулай процент менән банкынан өс миллион һумға тиклем кредит алып бирешергә әҙер. Маҡсатыбыҙ шул – тәғәйен ярҙам барып етһен, үҫешкә булышлыҡ итһен.
Даны бөтә донъяға таралған шифалы башҡорт балы менән ҡымыҙ етештереү, һөт малсылығын үҫтереү буйынса махсус республика программалары булыуын да билдәләп үткем килә. Программаларға инеү өсөн документтар әҙерләү хаҡында тулыраҡ белешмәне урындарҙа мәғлүмәт-консультация үҙәктәрендә, район фермер хужалыҡтары берлектәрендә алырға мөмкин.
– Республикала гүзәл зат етәкләгән фермер хужалыҡтары ла байтаҡ…
– Эйе, крәҫтиән хужалыҡтарының ун проценты – ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Был үтә ҡатмарлы, ауыр тармаҡта гүзәл заттың ирҙәргә ҡарағанда күпкә теүәл иҫәп, һалҡын аҡыл менән, хатта фиҙакәр идара итеүенә һоҡланам. Ҡатын-ҡыҙ бурысҡа йәшәмәй, кредитҡа батмай. Эшенә, балаһын бәпләп үҫтергәндәй, бөтә көсөн, күңелен һала. Ул хужа булған ерҙә – тәртип. Дәүләт ярҙамын бәрәкәтле тотонасағы асыҡ. Шуға күрә грант бүлгәндә фермер ҡатын-ҡыҙҙар иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Киләсәктә беҙҙең берлектә уларҙың айырым ҡорон төҙөргә уй­лайбыҙ.
Яңыраҡ беҙҙә Күгәрсен районында йәшәүсе Альбина Вәлиева булып китте. Уҡытыусы булып эшләүсе ханым күпләп һарыҡ үрсетергә ҡарар иткән. Әле утыҙ һарығы бар. Ташландыҡ ҡураны арендаға алырға, тоҡомло мал һатып алырға теләй. Ҡулдары һарыҡ ҡарауҙан ярылып бөткән ҡатын рәхәтлектән тотонмаған бит был эшкә – тормош үҙе мәжбүр иткән, балаларының киләсәген уйлау тәүәккәл аҙымға этәргән!
– Яҙмышығыҙ ауыл менән бәйле кеше булараҡ, бөгөнгө ауыл хаҡында уйҙарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
– Бер нисә быуын көсө менән ҡоролған ауыл хужалығының бөгөн, Мамай хан үткәндәй, емерек хәлдә ҡалыуына, заводтай итеп үҙебеҙ төҙөгән ҙур ҡураларҙың түбәһеҙ-ишекһеҙ, ташландыҡ булып ултырыуына йөрәк һыҙлай. Ләкин тарихты ҡайтарып булмай, алға ҡарап йәшәргә, барыһын да яңынан тергеҙергә кәрәк.
Бөгөн ил хакимдарының ауылға йөҙ менән боролоуы яҡты өмөт сатҡыһы уята. Файҙаланыуҙағы ерҙәрҙе хосусилаштырған өсөн сығымдарҙы ҡаплау, табышҡа һалынған һалымдан арындырыу, бер нисә өй берләшеп алған техниканың (йәки дөйөм ҡулланыу өсөн алынған башҡа тауарҙың) ярты хаҡын ҡайтарыу – ошо һәм башҡа бихисап ярҙам төрҙәре – крәҫтиән баш күтәрһен тип күрелгән саралар. Ләкин, барыһынан бигерәк, кешеләрҙең үҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡты бөтә йөрәге менән тойоп, яңыса фекерләүе, үҙҙәрендә яңы сифаттар асыуы, тормоштарын яҡшыртырға ынтылыуы мөһим. Шунһыҙ әллә ниндәй алтын программаларҙан да фәтеүә булмаясаҡ. Республика крәҫтиәненә бүленгән аҡсалата ярҙам тиненә тиклем уға барып етеп, ауылды нығытыуға хеҙмәт итергә тейеш. Халыҡтың, урындағы етәкселәрҙең үтә уяу булыуы ла зарур: һарыҡ тиреһе кейгән бүреләр һымаҡ килеп, аҫабалар аңын-тоңон төшөнгәнсе уңдырышлы биләмә­ләрҙең елеген һурып алырға көҫәүсе сит кешеләр күбәйеүе хафа уята.
“Тыуған ерҙән туйған ер ҡәҙерле”, тигән иҫке бер әйтем бар. Боронораҡ балтаһын аҫып, ғаиләһен туйҙы­рырлыҡ аҡса эшләү өсөн ситкә киткән крәҫтиән ауыҙынан сыҡҡан был һүҙҙәр. Уның иртәгә, иртәгә булмаһа, иртәгә һуңға: “Тыуған ерем – туйған ерем, ҡәҙерле ерем”, – тип әйтеренә ышанам.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Официальный сайт женского журнала "Башкортостан кызы" на башкирском языке
Copyright © БАШКОРТОСТАН КЫЗЫ 2012-2022