Ғәмле, моңло ҡыҙы халҡымдың

Ғәмле, моңло ҡыҙы халҡымдыңИсеменә күрә есеме бит инде. Белмәй әйтмәгәндәр. Ҡырмыҫҡалы кешеләре лә, район атамаһын аҡлап, бөтмөрлөгө, саялығы, тәртип һәм теүәллек яратыуы менән айырыла. Башҡортостандың халыҡ артистка­һы, боронғо йырҙарҙы башҡарып, мәшһүр йырсы исемен алған Флүрә апай Ноғоманованың булмышы ха­ҡында уйланғанда, ошо фекерем тағы ла нығынды. Етмеш бишкә саҡлым мөғәллимлек итеүен ташламай, йыр сәнғәтен ҡайғыртып, эшләгән дә эш­ләгән ул. Алама йөрәк сире аяҡтан йығып ҡына уны яратҡан шөғөлөнән айырған. «Ҡыҙымдың, етер инде, әсәй, ял итергә ваҡыт, тигәненә ҡолаҡ һалманым шул, баҡтиһәң, хәлеңде самалап, мәлендә туҡтай ҙа белер кәрәк икән ул. Үҙемде яндырғансы эшләнем дә ҡуйҙым», – тип, ул әлеге торошона көйөнһә лә, уҡыусылары иҫенә төш­төмө, ҡараштары балҡып китә. Улар тураһында сәғәттәр буйы­на ла һөй­ләргә әҙер уҡытыусы. «Һин минең хаҡта әллә ни яҙма, ә бына уҡыусыларымдың исемлеген бир», – тигән була. Исемдәрен генә теҙеп сыҡһаң да, бер бит кенә етмәҫ шул. Ҡазан, Мәскәү консерваторияларын тамамлаусылар тиҫтәнән артыҡ. Ҡайҙа ғы­на эшләмәй, ниндәй сәхнәләрҙе генә яуламай уның үҙ балаһылай яҡын кү­реп тәрбиәләгән моңло ҡошсоҡтары.
Белорет районы ҡыҙы Миңлеямал Шәйхисламова – Краснодар сәнғәт институтында профессор, Сирина Вәхитова – Татарстандың йыр-бейеү ансамблендә, Динара Хафизова менән Елена Ермоленко Ленинградта йырлай, Лариса Морилова – Хабаровск институтында доцент, Илдар Ғабдулхаҡов – Сорғот ҡалаһында. Мәскәүҙә: Станиславский исемендєге театрґа – Елена Гоголева, филармонияла – Вероника Кастрова, Гнесиндар исемендєге Рєсєй музыка академияћында – Константин Николайчук. Тыуған ерҙәрен моңло тауыштары менән биҙәгән Флүрә Килдейәрова, Йәмил Әбделмәнов, Ләйлә Әхмәтйәнова, Зифа Фәйзуллина, Рәүилә Мәсәлимова, Алина Латипова-Хәсәнова, Луиза Зин­нәтуллина-Кәримова, Диана Гәрәева, Резеда Әминева һәм башҡалар – һәр ҡай­һыныһын булдыра алғанса зөбәржәт ташындай итеп балҡытырға тырыштым, ти остаз. Иркен күкрәк­тәрҙән урғылып, донъяны моңло сыңдарға күмеп яңғыраған ул тауыштарҙың йәшәйешебеҙҙе хислерәк, күңелебеҙҙе яҡтыраҡ итеүенә ни тиклем йөрәк көсө һәм аҡыл хеҙмәте лә һалын­ғанын уҡытыусы үҙе генә белә торғандыр. «Мин уларға, спортсылар тәндәрен көн дә күнектергән һымаҡ, бер туҡтауһыҙ тауыш өҫтөндә эшләр­гә кәрәк икәнен аңлатырға тырыштым. Йыр һайлағанда эске һиҙем­ләүгә таянырға, көй тулҡындарына үҙеңде көйләй белергә, моңдо ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән ишетергә кәрәк, тип өйрәттем.Үҙем дә йыбанманым. Яуаплылыҡ алып, уҡыусыны үҙ ҡулдарыңа алғанһың икән, тауыш мөмкинселектәрен тулыһынса аса алһын өсөн үҙеңде йәлләмәй эшләргә тейешһең. Әгәр ҙә аҙағынаса тиклем шымартып бөтөрмәй­һең икән – был инде кеше яҙмышы менән уйнауға, енәйәткә тиң. Ғүмер буйы ошо ҡа­ғиҙәгә тоғро булырға ынтылдым», – ти Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы.
Тоғролоҡ. Был төшөнсә йырсы-мөғәл­лимәнең ғүмер юлы буйлап, үҙенән дә алда ҡыҙыл еп булып һуҙылып килә кеүек. Асылыңа тоғролоҡ. Ғаиләһенә, һөнәренә, ғәҙеллеккә... Атаһы Ғәлимйән Суфиян улы хаҡлыҡ яратҡан, тура һүҙле кеше була. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртам тип, түрәләргә ярамай, нахаҡҡа төр­мәгә лә ултырып сыға шуның өсөн. Ләкин булмышы үҙгәрмәй, улай ғына ла түгел, балаларына күсә. Үткер теллелеге, кеше йәнлелеге менән дә уға оҡшаған Флүрә апай. «Миңлеғәле Шайморатовтар – әсәйем яғынан туғандар. Әсәйҙең ауылы – Иҫке Муса. Мин, Күлдәр ауылында тыуһам да, Иҫке Бәпестә үҫтем. Күрше ауыл­ға урман аша йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Дәрестән ҡайтҡанда, тәбиғәткә һоҡ­ланып, рәхәтләнеп тороп ҡысҡырып йырлай-йырлай, яйлап ҡайта торғайным. Хыялым уҡытыусы булыу ине, йырсылыҡ уйҙа ла юҡ ине ул саҡта». Тик яҙмыш үҙенекен итә, мәктәптән һуң Стәрлетамаҡта мәҙәниәт техникумын тамамлап, Ҡырмыҫҡалыла эш башлай. Аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһында уҡый ул. Ҡазан консервато­рияһына уҡырға инәм тип барғанында, имтихандар ваҡыты бөткән була, шулай ҙа уның «Ашҡаҙар»ын тың­лағас, кире ҡайтармайҙар.
Даланлы йырсыбыҙҙың хеҙмәт юлы, ижады хаҡында матбуғатта күп яҙылған. Ә бына шәхси тормошо хаҡында бер ҙә һөйләп бармай ул. Ә бит уның хәстәрлекле әсәй, өлгөр ҡатын ғына түгел, туған йәнле апай, иғтибарлы һәм мәрхәмәтле еңгәй була белеүе – үҙе бер тарих. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәх­нәһендә ун ике йыл эшләү дәүерендә ул байтаҡ образдар тыуҙырған. Сәнғәт һөйөүселәр уларҙы әле лә һағынып хәтерләй. «Ҡатмарлы хеҙ­мәт барса ваҡытты ала ине, ҡыҙымды уйлап, уға иғтибарымды етерлек бүлә алмауыма эстән әсенеп йөрөнөм. Уҡытыусылыҡ эшенә ҡайтыуымдың иң ҙур сәбәптәренең береһе шул булды. Балама йәш ярымда гастролгә сығып киттек. Ярай әле, Силәбенән Зәкиә Ибраһимова тигән апай тейешле кешем килеп, баланы ҡарап торҙо. Бер мәл Өфөнән Асҡынға барып еткәнсе, өйҙә илап ҡалған сабыйымды йәлләп, буҫлығып барҙым. Ул саҡта бит, бәпесең бәләкәй, тип ҡарап тормай торғайнылар, ҡайҙа ҡушһалар, шунда бараһың инде. Шәүрәгә тиклем ике сабыйымды юғалтып, һуңлап ҡына тапҡан балаҡайым миңә бик ғәзиз булды. Ҡыҙым Өфө сәнғәт институтында гел «бишле»гә генә уҡып, аспирантура тамамланы, хәҙер шул уҡ уҡыу йортонда уҡыта. Ҡасандыр үҙе яратып уҡыған хореография училищеһында ла – концертмейстер. Бер ейәнем бар», – ти билдәле йырсы, ғорурланып.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙын барса халыҡ талантлы йырсы тип белә. Ә бит ул тәүге алған белеме буйынса – бейеүсе. Тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Фәрит Ғәбитов менән дә уларҙы бейеүгә булған һөйөү осраштырған. «Башҡорт дәүләт университетында, бейеү бәйгеһендә таныштыҡ беҙ. Сәхнәгә сығырға сират көтөп торғанда, яныма һылыу бер егет килде. Билбауы өҙөлгән дє, шуны тегеп кенє бир инде, тип һораны. Кешегә ярҙам кәрәккәс, мин инәлтеп торманым. Шул мәлдә үҙ ҡулдарым менән ғүмер ептәребеҙҙе лә ҡуша сермәлтеп ҡуй­ғанмын, ахырыһы... Йомартлығы, ихласлығы менән арбаны ул мине. Фә­рит ағайығыҙ филолог, партия эшен­дә лә эшләне. Минең ижад кешеһе булыуыма ул сабыр аҡыл менән ҡараны, гел уҡырға өндәне, бер эшемә лә ҡаршы төшмәне. Яраттыңмы, тиһеңме, яратмағандар 52 йыл бергә йәшәй аламы һуң? Ҡайным менән ҡәйнәм Белорет районы Аҙналы ауылы кешеләре ине. Ҡәйнәм һигеҙ бала­һын ҡалдырып, йәшләй генә мәрхүмә булып ҡалды. Ирем баш бала булғас, туғандары беҙгә һыйынды.
«Операла иң яратып башҡарған ролем Рәүеф Мортазиндың «Ыр­ғыҙ»ындағы Яланбикә булды. Вокал йәһәтенән ҡатмарлы, кисерештәр яғынан да ныҡ тет­рәндергес ул. Гел шуны йырлап сыҡҡандан һуң үкһеп илай инем», – тип хєтерлєй йырсы. Үҙенең уҡытыусыһы Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина бер юбилей кисәһендә: «Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Флүрә тыуҙырған Көнбикә образы әле лә йырсылар өсөн бер маяҡ, өлгө булып тора», – тигәйне. Шул уҡ ижадсының «Урал илселәре»ндә Флүрә Ғәлим­йән ҡыҙы бәләкәй генә ролде уйнай – Әсә партияһын йырлай. «Әҫәрҙең премьераһында мин ноталарҙы юғарыраҡ алып, ярһыған күңелемдән сыҡҡан хистәрҙе ҡу­шып башҡарҙым да ҡуйҙым. Аҙаҡ Заһир ағай яныма килеп, һин шунда ниндәй нота­лар алдың әле, йөрәкте ярғансы йырланың, тип һораны. Һуңынан композитор көйҙөң шул ерен үҙгәртеп, мин алған тауышты өҫтәп, эшләп ҡуйҙы.
Һәр кем үҙенән һуң вариҫ ҡалдырырға тырышһын ине, шулай иткәндә генә беҙ ата-бабаларыбыҙ васыят иткән рухи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Мин үҙем әҙерлә­гәндәр араһынан ул бурысты, мираҫ дилбегә итеп, Флүрә Килдейәрова менән Йәмил Әбделмәнов ҡабул итеп алыр, тигән өмөттәмен. Үҙемә иһә, халҡыбыҙҙың алтын ынйыларына тоғро шәхестәр – оло йырсыларыбыҙҙың традицияларын түкмәй-сәс­мәй йәш быуынға еткереү мөмкинлеге тейҙе, бының менән мин халҡым алдындағы бәләкәй генә бурысымды үтәнем тип уйлайым һәм шуның менән сикһеҙ бәхетлемен», – тип йылмая халыҡ йырсыһы.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook