Тимер ЙОСОПОВ: ”Офоҡ – биҙәкле таҫтамал”
Апайҙарым
/Шәлкем/
I
Яңғыҙ булдың,
Һанһыҙ булдың, апай,
Өҙгөләнеп заман елдәренән...
Ғүмерең бит эш өҫтөндә үтте,
Ғәйбәттәрҙең төшмәй телдәренән.
Тыуыр йылдарыңа атланың һин,
Йөҙөң ҡуйып яҙҙың йәшененә.
Яҙмыш туй күлдәген кейҙермәйсә,
Ураны бит бары кәфененә...
Ғүмеремдең көҙҙәренә индем,
Һыйынамын уттай сағандарға.
Теште ҡыҫып ҡына юл үтәмен,
Тел тейҙермәй генә замандарға.
II
Ғүмер буйы туфли кеймәнең һин,
Яҙлы-көҙлө тик резина итек.
Күңелең булды инде гелән китек.
Мәле менән һығылып көлә инең.
Бейей инең, әй, ҡыптайып китеп.
Донъя һиңә һөҙә ҡарай ине,
Һөҙә ҡарап, ҡайғы ура ине.
Елегеңде елдәр һура ине,
Тындарыңды дауыл ҡура ине,
Әйткәндәрең һәр саҡ тура ине.
Ағас әҙерләргә ҡатындарҙы
Ҡыуҙылар бит гелән урмандарға.
Күкрәктәре менән көрттәр ярып,
Йөҙөн терәп асы бурандарға,
Елдәр толомдарын үрҙе инде,
Күрмәгәнен улар күрҙе инде.
Күҙҙәренең генә ағы менән
Заман баҡты һеҙгә гел аҡайып.
Ат урынына екте һеҙҙе заман,
Нисек түҙҙең икән һин, апайым.
– План! – тиеп,
Дәүер тамаҡ ярҙы,
Ҡарамайса һинең ай-вайыңа.
– Ипкә килер! – тинең,
Гелән ҡарап,
Ваҡыт тигән ҡанһыҙ бабайыңа.
Ғүмер буйы һеҙгә һыйындым мин,
Ғүмер буйы һеҙҙе йәнем һөйҙө.
Һеҙҙең хаҡта йырҙар яҙғанымда,
– Уф! – тигәндә инде,
Ҡағыҙ көйҙө.
III
Күҙегеҙгә тишә ҡарай донъя,
Уның өсөн һеҙ, тим, яттармы ни...
Күҙ алдыма килеп баҫаһығыҙ,
Ҡалҡаһығыҙ, еген аттармы ни...
Тауҙай йөктәрҙе, тим,
Тарта торғас,
Ҡалтыранып торҙо теҙҙәрегеҙ.
Ғәзиз ерҙә,
Тыуған еребеҙҙә,
Уйылып та ҡалған эҙҙәрегеҙ.
Уйылып та ҡалған һеҙҙең эҙҙәр,
Һыҙлауҙары үтте үҙәгенә.
Нисә йылдар инде һис баҫылмай,
Йәнгенәмде минең өҙә генә.
IV
Алдарыма килеп баҫаһығыҙ,
Елберҙәп тә торған байраҡтарым.
Һирәк ҡалғанһығыҙ,
Һанағанда
Һыңар ҡулдың етә бармаҡтары.
Уйлай китһәң,
Уйылырлыҡ инде
Өмөт кенә тигән талдарыңдан.
Килеп сығам
Үкереп-үкереп кенә,
Үкһеп-үкһеп кенә таңдарымдан.
Берәм-берәм китә апайҙарым.
Усағыбыҙ һүнеп,
Утһыҙ ҡала.
Кемгә барып морон төртәйем һуң,
Был донъялар ниңә ҡотһоҙ ҡала...
Өнһөҙ генә инде атлайым мин,
Һүҙҙе ниңә оҙаҡ һуҙмаҡҡа.
Теште ҡыҫып, аһты түкмәйем һис
Һеҙҙән ҡалған яҡты һуҡмаҡҡа.
Һеҙҙән ҡалған яҡты һуҡмаҡҡа...
* * *
Тауҙарыма сығам,
Тауҙарыма,
Алдарында офоҡ ҡабынһа.
Йәндәремә имдәр булһын, тинем,
Ауыр һүҙҙәр миңә ҡағылһа.
Тауҙарыма сығам,
Тауҙарыма,
Ағыр һыуҙар әле аҡмаған,
Ауылымда, ана,
Эңер төшкән,
Үрҙәремдә ҡояш батмаған.
Асылыма ҡайтам,
Ҡайнамай һис
Күңелемдә асыу ҡурҙары.
Тау өҫтәрен солғап алған даһа
Ҡояшымдың ҡыҙғылт нурҙары.
Ғаләм киң ул,
Донъя шундай матур,
Донъя һыя минең ҡосаҡҡа.
Күңел күтәрелде,
Һыйынһам да
Батып ҡына барған ҡояшҡа.
* * *
Аяҡтарым талды,
Янып бара,
Тын алайым тиһәм,
Еле юҡ...
Ҡыйығында ҡошсоҡ дер-дер килә,
Зарын һөйләр ине,
Теле юҡ...
Ерҙе быраулап та ҡойон үтә,
Зыр әйләнеп торған орсоҡтай.
Был донъяла ҡыйыҡ тапмайым һис,
Дер-дер киләм теге ҡошсоҡтай...
* * *
Һағыштарҙан һытылырҙай булам,
Түгелерҙәй тулыштым, буғай.
Хыялландым,
Йондоҙҙарға аштым,
Тик юҡ менән булыштым, буғай.
Ғашиҡтарҙың яндарынан уҙһам,
Күрмәмешкә һалыштым инде.
Үҙе юҡта
Йәрҙе көнгә тиңләп,
Һарыларға һабыштым инде.
Бер яңғыҙым булһам, Сулпан йондоҙ
Баш осомда торҙо гел һаҡта.
Беҙ бергәбеҙ тағы, йән һөйгәнем,
Хыял итәйек һуң ни хаҡта.
* * *
Донъя көткән була инәй
Шығырлап ҡына,
Иртә таңда мейес яна
Сытырлап ҡына.
Унда-бында һуғыла ул
Шығырлап ҡына.
Улынан ел сәләм әйтә
Шыбырҙап ҡына.
Күптән ҡапҡаһы асылмай
Шығырлап ҡына.
Ҡай саҡ күҙ йәштәре аға
Сөбөрләп кенә...
Яҡташтар
Яҡташтарым, берүк мине
Киреләнгән, тимәгеҙ.
Ҡупы ғына тунын кейеп,
Эреләнгән, тимәгеҙ.
Ҡай берәүҙәр,
Һүҙҙәр табып,
Аҡланып бөтәләр бит,
Артыҡ эре сирттерәм тип,
Ваҡланып китәләр бит.
Аҡтан аҡмын, тип берәүҙәр
Тапланып бөтәләр бит.
Теге көндәге мин, малай,
Үҙгәргәнменме ҡалай.
Дауыл көсөктәй талай.
Елдәр ярамды ялай.
Ғәзиздәрҙән ғәзиз бит ул
Иң изге тыуған төйәк.
Тауҙарымдай буйым тәпәш,
Эренән түгел һөйәк...
Кәк(е)ре генә ҡайынға ла
Киттеләр мине һөйәп.
Йыш алданғас был донъяла,
Йәнгенәм асынды бит,
Күҙҙәрем асылды бит...
Офоҡ – биҙәкле таҫтамал,
Һөлгө итеп аламын.
Ғүмер буйы яҡташтарҙы
Өлгө итеп аламын.
/Шәлкем/
I
Яңғыҙ булдың,
Һанһыҙ булдың, апай,
Өҙгөләнеп заман елдәренән...
Ғүмерең бит эш өҫтөндә үтте,
Ғәйбәттәрҙең төшмәй телдәренән.
Тыуыр йылдарыңа атланың һин,
Йөҙөң ҡуйып яҙҙың йәшененә.
Яҙмыш туй күлдәген кейҙермәйсә,
Ураны бит бары кәфененә...
Ғүмеремдең көҙҙәренә индем,
Һыйынамын уттай сағандарға.
Теште ҡыҫып ҡына юл үтәмен,
Тел тейҙермәй генә замандарға.
II
Ғүмер буйы туфли кеймәнең һин,
Яҙлы-көҙлө тик резина итек.
Күңелең булды инде гелән китек.
Мәле менән һығылып көлә инең.
Бейей инең, әй, ҡыптайып китеп.
Донъя һиңә һөҙә ҡарай ине,
Һөҙә ҡарап, ҡайғы ура ине.
Елегеңде елдәр һура ине,
Тындарыңды дауыл ҡура ине,
Әйткәндәрең һәр саҡ тура ине.
Ағас әҙерләргә ҡатындарҙы
Ҡыуҙылар бит гелән урмандарға.
Күкрәктәре менән көрттәр ярып,
Йөҙөн терәп асы бурандарға,
Елдәр толомдарын үрҙе инде,
Күрмәгәнен улар күрҙе инде.
Күҙҙәренең генә ағы менән
Заман баҡты һеҙгә гел аҡайып.
Ат урынына екте һеҙҙе заман,
Нисек түҙҙең икән һин, апайым.
– План! – тиеп,
Дәүер тамаҡ ярҙы,
Ҡарамайса һинең ай-вайыңа.
– Ипкә килер! – тинең,
Гелән ҡарап,
Ваҡыт тигән ҡанһыҙ бабайыңа.
Ғүмер буйы һеҙгә һыйындым мин,
Ғүмер буйы һеҙҙе йәнем һөйҙө.
Һеҙҙең хаҡта йырҙар яҙғанымда,
– Уф! – тигәндә инде,
Ҡағыҙ көйҙө.
III
Күҙегеҙгә тишә ҡарай донъя,
Уның өсөн һеҙ, тим, яттармы ни...
Күҙ алдыма килеп баҫаһығыҙ,
Ҡалҡаһығыҙ, еген аттармы ни...
Тауҙай йөктәрҙе, тим,
Тарта торғас,
Ҡалтыранып торҙо теҙҙәрегеҙ.
Ғәзиз ерҙә,
Тыуған еребеҙҙә,
Уйылып та ҡалған эҙҙәрегеҙ.
Уйылып та ҡалған һеҙҙең эҙҙәр,
Һыҙлауҙары үтте үҙәгенә.
Нисә йылдар инде һис баҫылмай,
Йәнгенәмде минең өҙә генә.
IV
Алдарыма килеп баҫаһығыҙ,
Елберҙәп тә торған байраҡтарым.
Һирәк ҡалғанһығыҙ,
Һанағанда
Һыңар ҡулдың етә бармаҡтары.
Уйлай китһәң,
Уйылырлыҡ инде
Өмөт кенә тигән талдарыңдан.
Килеп сығам
Үкереп-үкереп кенә,
Үкһеп-үкһеп кенә таңдарымдан.
Берәм-берәм китә апайҙарым.
Усағыбыҙ һүнеп,
Утһыҙ ҡала.
Кемгә барып морон төртәйем һуң,
Был донъялар ниңә ҡотһоҙ ҡала...
Өнһөҙ генә инде атлайым мин,
Һүҙҙе ниңә оҙаҡ һуҙмаҡҡа.
Теште ҡыҫып, аһты түкмәйем һис
Һеҙҙән ҡалған яҡты һуҡмаҡҡа.
Һеҙҙән ҡалған яҡты һуҡмаҡҡа...
* * *
Тауҙарыма сығам,
Тауҙарыма,
Алдарында офоҡ ҡабынһа.
Йәндәремә имдәр булһын, тинем,
Ауыр һүҙҙәр миңә ҡағылһа.
Тауҙарыма сығам,
Тауҙарыма,
Ағыр һыуҙар әле аҡмаған,
Ауылымда, ана,
Эңер төшкән,
Үрҙәремдә ҡояш батмаған.
Асылыма ҡайтам,
Ҡайнамай һис
Күңелемдә асыу ҡурҙары.
Тау өҫтәрен солғап алған даһа
Ҡояшымдың ҡыҙғылт нурҙары.
Ғаләм киң ул,
Донъя шундай матур,
Донъя һыя минең ҡосаҡҡа.
Күңел күтәрелде,
Һыйынһам да
Батып ҡына барған ҡояшҡа.
* * *
Аяҡтарым талды,
Янып бара,
Тын алайым тиһәм,
Еле юҡ...
Ҡыйығында ҡошсоҡ дер-дер килә,
Зарын һөйләр ине,
Теле юҡ...
Ерҙе быраулап та ҡойон үтә,
Зыр әйләнеп торған орсоҡтай.
Был донъяла ҡыйыҡ тапмайым һис,
Дер-дер киләм теге ҡошсоҡтай...
* * *
Һағыштарҙан һытылырҙай булам,
Түгелерҙәй тулыштым, буғай.
Хыялландым,
Йондоҙҙарға аштым,
Тик юҡ менән булыштым, буғай.
Ғашиҡтарҙың яндарынан уҙһам,
Күрмәмешкә һалыштым инде.
Үҙе юҡта
Йәрҙе көнгә тиңләп,
Һарыларға һабыштым инде.
Бер яңғыҙым булһам, Сулпан йондоҙ
Баш осомда торҙо гел һаҡта.
Беҙ бергәбеҙ тағы, йән һөйгәнем,
Хыял итәйек һуң ни хаҡта.
* * *
Донъя көткән була инәй
Шығырлап ҡына,
Иртә таңда мейес яна
Сытырлап ҡына.
Унда-бында һуғыла ул
Шығырлап ҡына.
Улынан ел сәләм әйтә
Шыбырҙап ҡына.
Күптән ҡапҡаһы асылмай
Шығырлап ҡына.
Ҡай саҡ күҙ йәштәре аға
Сөбөрләп кенә...
Яҡташтар
Яҡташтарым, берүк мине
Киреләнгән, тимәгеҙ.
Ҡупы ғына тунын кейеп,
Эреләнгән, тимәгеҙ.
Ҡай берәүҙәр,
Һүҙҙәр табып,
Аҡланып бөтәләр бит,
Артыҡ эре сирттерәм тип,
Ваҡланып китәләр бит.
Аҡтан аҡмын, тип берәүҙәр
Тапланып бөтәләр бит.
Теге көндәге мин, малай,
Үҙгәргәнменме ҡалай.
Дауыл көсөктәй талай.
Елдәр ярамды ялай.
Ғәзиздәрҙән ғәзиз бит ул
Иң изге тыуған төйәк.
Тауҙарымдай буйым тәпәш,
Эренән түгел һөйәк...
Кәк(е)ре генә ҡайынға ла
Киттеләр мине һөйәп.
Йыш алданғас был донъяла,
Йәнгенәм асынды бит,
Күҙҙәрем асылды бит...
Офоҡ – биҙәкле таҫтамал,
Һөлгө итеп аламын.
Ғүмер буйы яҡташтарҙы
Өлгө итеп аламын.
Теги: