Изгелек һабаҡтары

Изгелек һабаҡтары“Лиза Ҡыям ҡыҙы – бөйөк уҡытыусы, сөнки ул балаларҙы уҡырға өйрәтә”, – Мәскәү дәүләт университетының химия факультеты деканы, академик Валерий Луниндың был һүҙҙәрендә һис бер арттырыу юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө мәктәп программалары балаларға нигеҙҙә мәғлүмәт туп­ланмалары тәҡдим итә, фекер­ләргә өйрәтеү урынына Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләй. Был яңылыҡтың элекке совет мәктәбендәге уҡытыу алымдарынан күпкә ҡайтыш булыуын инҡар итеүселәр күп түгелдер, моғайын. Мәғарифҡа индерелгән һуңғы яңылыҡтарҙан өлкән синыфтарҙа төп предметтар буйынса белем биреү программаларының ҡыҫҡартылыуы үҫмерҙәрҙең зыялылыҡ кимәленә зыян килтерә. Төплөрәк белем алырға теләһәң, уҡытыусыларҙы репетитор итеп ялларға рөхсәт бар. Тик теләгең һәм һәләтең булып та, ата-әсәңдең кеҫәһе таҡыр булһа, ни эшләргә? Лиза Әғәҙуллина кеүек фиҙакәр уҡытыусылар һирәк хәҙер. Уны хатта “һуңғы могикан” тип атарға ла мөмкиндер.

Беренсе һанлы уҡытыусы

Бәхетле балалар Лиза Ҡыям ҡы­ҙының синыфына эләгә. Өфөнөң 42-се урта мәктәбендә эшләй ул. Илле йыллап ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған. Уҡытыуға ғына түгел, ысынлап, тәрбиәләүгә. Лиза Әғәҙуллина һәр балаға оло хөрмәт менән, тиң итеп ҡарай. “Баланы химияға өйрәтеү анһат ул, унда изгелеклек тәрбиәләү ауыр”, – тигәндә, уҡытыусының был бурысты ни тиклем өҫтөн ҡуйғаны аңлашыла. Хаҡлы булмағанда, балалар алдында ғәфү үтенеүҙе һис бер кәмһенеү тип һанамаған уҡытыусы балаларға бына шулай итеп ғәҙеллек дәресе бирә.
Иң мөһиме – Лиза Ҡыям ҡыҙы уҡыусыларының аңына был донъяла бөтә нәмәнең дә аҡса менән үлсән­мәүен, рухи ҡиммәттәрҙең, күңелдең матди хазиналарҙан күпкә өҫтөн тороуын һеңдерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтте әхлаҡһыҙлыҡ яулап алды. Йәш быуын вәхшилек, бәғерһеҙлек, башҡаларҙы һанға һуҡмау, табыш хаҡына енәйәткә барыу, урлау, үлтереү, хисһеҙлек, үҙ-үҙеңде генә уйлау кеүек сифаттар хөкөм һөргән мө­хиттә көн күрә, ошо һыҙаттарҙы үҙ­ләштерә. Ләкин, Лиза Ҡыям ҡыҙы фекеренсә, изге күңелле балалар бик күп. Мәҫәлән, уның кластарында­ғылар. Уҡытыусы: “Шулай булығыҙ, былай булығыҙ”, – тип өгөтләп тормай, үҙе фиҙакәрлек, эскерһеҙлек, ябайлыҡ өлгөһө күрһәтә.
Әйтәйек, кемдәргәлер өҫтәмә күнекмәләр үткәрергә, ентекләберәк аңлатырға кәрәк, ти. Уҡытыусы уларҙы дәрестән һуң алып ҡалырға ла, иртүк килеп һабаҡ бирергә лә иренмәй. Ысын уҡытыусы балалар менән өҫтәмә шөғөлләнгән өсөн аҡса алырға тейеш түгел, тип һанай ул. Һуңғы йылдарҙа киң таралған репетиторлыҡҡа, айырыуса үҙ класыңдағы уҡыусылар менән түләп шөғөллә­неүгә, һөнәрҙе кәсепкә әйләндереүгә кире ҡарашта. Мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә X – XI синыфтарҙа химияға берәр сәғәт кенә ҡалдырылған. Төплө белем биреү өсөн был етмәй. Лиза Ҡыям ҡыҙы уҡыусыларға нуль дәресе үткәрергә тәҡдим итә. Теләге булғандар өсөн генә. Был дәрестәр 7 сәғәт 15 минутта башлана. Уҡыусылар иһә тотош бөтәһе килеп ултыра. Бындай өҫтәмә дәрестәр өсөн Әғәҙуллинаға түләү юҡ, әлбиттә. Уҡытыусыларҙың эш хаҡы бәләкәй, улар өсөн түләүле өҫтәмә эштәр был мәсьәләне хәл итеүҙең насармы-яҡшымы бер юлы булып тора. Бәғзе берәүҙәр юғары исемдәре булған уҡытыусыны, бәлки, ҙур аҡсалар алып эшләйҙер, шуға репетиторлыҡҡа ҡаршылыр, тип уйлауы ла ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел. Лиза Ҡыям ҡыҙы ла шул уҡ эш хаҡына, юғары исеме өсөн бәләкәс кенә өҫтә­мәгә хеҙмәт итә. Ул бары тик балаларҙы изге күңелле тәрбиәләү ихтыяжының ни тиклем мөһим икәнлеген аңлаған, киләсәк быуындың, тимәк, үҙенең балаларының, ейәндә­ренең, артабанғы тоҡомдарының да ниндәй шарттарҙа йәшәйәсәген хәс­тәрләгән кеше булараҡ шулай уйлай һәм дәүләтте уҡытыусыны матди яҡ­тан ауыр хәлгә ҡалдырыуын ҙур хата тип иҫәпләй.
“Яуыз күңелле әҙәмдәрҙе мәктәп­кә яҡын да килтерергә ярамай”, – Лиза Ҡыям ҡыҙының был фекере лә буш урында яралмаған. Төрлө кешене күргән ул, ғәҙелһеҙлек, үсләшеү шаһиты ла булған. Мәҫәлән, аҡыллы, белемле ҡыҙыҡайға, алтын миҙал алмаһын өсөн, бер уҡытыусы юрамал “икеле” ҡуя. Ҡыҙыҡай институтҡа миҙалһыҙ, имтихандар биреп тә инә, ләкин уның күңеленә ниндәй эҙҙәр һалғандыр был хәл. Ғәҙеллектең барлығында ҙур шик яралмай ҡалмағандыр. Һәр хәлдә Лиза Ҡыям ҡыҙы әле булһа ул бала өсөн әрней.
Уҡыусылар халыҡ уҡытыусыһы­нан изгелек һабаҡтарына ихлас өй­рәнә. Быны ул үҙенә ҡарата булған мөнәсәбәттә лә күреп ҡыуана.
Ҡан баҫымы күтәрелеп, һуңғы ҡыңғырауға бара алмағанында уҡыу­сылары тотош синыф менән ул йәшә­гән йорт алдына килә һәм, телмәрҙәр, шиғырҙар һөйләп, уның фатир тәҙрә­һе алдында тотош бер тантана ойоштора. Күрше-күлән әбейҙәр күңеле тулып тамаша ҡыла был ҡәҙер-хөр­мәтте. Иң ҡыҙығы шунда: был ул етәкселек иткән түгел, ә бары тик химия дәресен алып барған ғына синыф була. “Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы” тигән юғары исемде алып ҡайтҡан көндө лә яҡшы хәтер­ләй Лиза Ҡыям ҡыҙы. Химия кабинетында үткәрергә тейешле дәресенә килеп инһә, ни күрһен: балалар һәм­мәһе парта артында, ә өҫтәлдә – сәскә гөлләмәләре һәм торт. Яратҡан уҡы­тыусының танылыу яулауы уның уҡыусыларын да ҡыуандыра.

Ул бер ваҡытта ла исем-наградаларға ынтылманы

Изгелек һабаҡтары
Лиза Әғәҙуллина бер ҡасан да юғары исем алайым, награда яулайым тип янмай. Юғары исемдәр һуңлабыраҡ, яйлабыраҡ булһа ла уны үҙҙәре килеп таба. Уның наградалары һәм бүләктәре араһында БР-ҙың һәм РФ-тың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ уҡытыу­сыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре тигән исемдәр, ике Сорос гранты, Сухомлинский миҙалы бар. Шулай булмауы мөмкин дә түгел – йыл һайын уның әллә нисәшәр уҡыусыһы республика, зона һәм Рәсәй химия олимпиадаларында еңә, юғары уҡыу йорттарының химия факультеттарына, медицина институттарына, техник вуздарға имтиханһыҙ алына һәм бюджет иҫәбенә белем ала. Бер йылды, мәҫәлән, ун уҡыусыһы химия олимпиадаһының йомғаҡтары буйынса Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына имтиханһыҙ ҡабул ителә, икенсе бер йылы Мәскәү дәүләт университетының химия факультетына өс уҡыусыһы инә. Йыл да шулай.
“Юғары исемдәр йөрөткәс, иң һәләтле балаларҙы һайлап алалыр инде”, – тип уйлаусылар булыр. Улай түгел шул, сөнки химия фәне 8-се синыфта ғына инә башлай, был ва­ҡытҡа бөтә һәләтлеләр башҡа предметтарҙы уҡытҡан остаздар тарафынан фәнде тәрән өйрәнеү төркөмдә­ренә бүлеп алып бөтөлгән була. Ти­мәк, Лиза Ҡыям ҡыҙына иләк өҫтөндә ҡалған урта ҡулдар ғына эләгә. Хәйер, ошо уҡытыусыға килеп эләк­кәс тә, химияға мөкиббән бирелеп, ил олимпиадаларында еңеүҙәр яула­ған, һуңы­нан иң абруйлы уҡыу йорттарына инеп, танылған белгес йә ғалим булып киткәндәрҙе нисек итеп урта ҡул һанайһың инде? Һәр бала һәләт­ле, бары тик һәләттәрҙе аса белергә генә кәрәк, тигән раҫлауға Лиза Ҡыям ҡыҙының уҡыусылары шәп дәлил бу­ла ала. Бына ни өсөн уларҙы һис ике­ләнмәй бәхетлеләр иҫәбенә индерергә кәрәктер.
Фєнде белеп, аңлап йә зиһе­ненә индереп бөтә алмағандар бармы Лиза Ҡыям ҡыҙының дәрестәрендә? Бар, әлбиттә. Бөтә бала ла химик була алмай. Әгәр ул мәсьәлә сисә алмай йә имтихан яуабын иҫенә төшөрә алмай яфаланһа, күсерергә мөмкинме? Мөмкин. Был да – Лиза Ҡыям ҡыҙының тәрбиәләү алымдарыныњ береће. Ул балала иң элек изгелек, мәрхәмәтлелек тәрбиәләргә тырыша. Ҡурҡып, көсөргәнеш кисергәнсе, әйҙә, күсереп яуап бир­һен, асыу, әрнеү кеүек кире хистәр уның күңеленә ҡорт булып төш­мәһен. Уҡытыусы барыбер уның күсереп яуап биргәнен белә бит. Күсерткән балала ла ярҙамсыллыҡ, киң күңеллелек орлоҡтары шыта, тип иҫәпләй ул.
Лиза Ҡыям ҡыҙының фекеренсә, мәктәпте, уҡытыусыларҙы баһалағанда, шалтырауыҡлы һәм ялтырауыҡлы күрһәткестәрҙән баш тартыу, тормош­сан һәм донъяуи билдәләр табыу зарур. Ул ошо тәңгәлдә Швецияға һәм Финляндияға сәфәрен иҫкә ала. Ул илдәрҙә, баҡһаң, ярыштар еңеүсеһе, призерҙар тәрбиәләйек, тип тырышмайҙар, ә кешенең йәшәүе, уҡыуы, артабан үҫешеүе өсөн һәйбәт, уңайлы шарттар тыуҙыралар. “Беҙҙәге шарттарҙы күреп, һеҙҙең призерҙарығыҙ беҙгә йүгерешеп килә”, – тиҙәр был илдәрҙә. Ысынлап та, шулай. Өмөт­лөләр көтөү-көтөү булып сит илдәргә китә.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй

Лиза Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында мулла Ҡыям Мөхә­мәт улы менән акушерка Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙының ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Атаһы заманын­да Ырымбур губернаһындағы данлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған, Ҡөрьәнде яттан белә, ғәрәп телен төплө үҙләштергән. Граждандар һу­ғышы осоронда ул ҡыҙылармеец булып китә, яңы тормошҡа яңы өмөттәр бағлап, үҙгәреш­тәрҙе ҡабул итә.
Кескәй Лиза бик һәләтле бала бу­ла. Арыҫлан урта мәктәбендә һуғыш ваҡытында Ленинградтан эвакуацияланған көслө уҡытыусылар була. Химиянан уҡытҡан Изида Алексеевнаны Лиза Ҡыям ҡыҙы оло хөрмәт менән иҫкә ала. Көслө коллектив балаларға төплө белем бирә, төрлө яҡлап үҫешкә юлдар аса. Лиза шиғыр яҙа, мандоли­нала уйнай. Ул, моғайын, әҙәби ижад даирәһенә юлланыр, тип көтәләр. Әммә ул Бөрө педагогия институты­ның химия-биология факультетына инә, уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм 1959 йылдан бирле мәк­тәптә эшләй.
Буласаҡ ире менән ул шифаханала таныша. 1971 йылда Кисловодскиға дауаланып, ял итеп ҡайтырға тип путевка ала ла, ниңәлер уны кире тапшы­рып, “Йоматау” шифаханаһына барырға була. Фәнил Ғабдулла улы ла тап шулай иткән икән. Яҙмыштыр инде, күрәһең. Йәштәр танышып ки­тә, бына ҡырҡ йылдан ашыу инде улар бергә. Фәнил Ғабдулла улы – һөнәре буйынса иҡтисадсы, оҙаҡ йылдар банкта эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Татыу ғаиләлә ҡыҙ менән малай үҫә. Улдары Наил хәҙер утыҙ ике йәштә. Ул Мәскәү дәүләт университе­тын ҡыҙыл диплом менән тамамлаған, президент стипендиаты булған, кандидатлыҡ диссертацияһын етәксеһеҙ яҡлаған. Тәүҙә Өфөлә авиация техник университетында эшләгән, дүрт йыл элек Мәскәүгә киткән.
Әғәҙуллиндарҙың ҡыҙы Гүзәл Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлаған. Медицина ҡо­рамалы һатыусы немец фирмаһының вәкиле булып эшләй. “Ҡыҙыбыҙ ны­ғыраҡ атаһына оҡшаған, холоҡ-фи­­­ғеле был заманға нығыраҡ тап килә, донъя көтөргә әүәҫ”, – ти әсә.
...Алсаҡ, асыҡ күңелле, терегөмөш кеүек тиктормаҫ Лиза Әғәҙуллина быйыл етмешен тултырҙы. Юбилейын ул һәр ваҡыттағыса дәрестә ҡаршыланы. Ә ҡотлауҙарҙың иҫәбе-һаны булманы. Бөтә донъяға таралған элекке уҡыусылары ла, әле уҡып йөрөгәндәре лә ихлас ҡотланы уны һәм һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм шатлыҡтар теләне.

Әлфиә АҠБУТИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook