Эҫе йәй өсөн уңайлы кейем

Эҫе йәй өсөн уңайлы кейем
Йәйен килешмәгән күлдәкте, йыйылмаған сәсте һалҡын көндәрҙәге кеүек йылы кейем һәм башлыҡ аҫтында йәшереп булмай. Сағыу миҙгел камиллыҡ талап итә. Йәй – мәшәҡәтле мәл: баҡса ултыртыу, өйҙө төҙөкләндереү, балаларҙың ялын ойоштороу, уларҙы юғары уҡыу йортона индереү… Етмәһә, ошо бөтмәҫ мәшәҡәт араһында ҡатын-ҡыҙға нәфис күренеү һәм зауыҡлы итеп кейенеү маҡсаты килеп тыуа. Әмәлгә ҡалғандай, тап ошо ваҡытта кибеттәрҙә кейемгә хаҡ кинәт арта. Хәстәрлекле һәм замандан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан хужабикәгә нимә эшләргә һуң?! Борсолмағыҙ. Уңайлы ла, файҙалы ла кәңәшебеҙ – һеҙҙең өсөн.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, бер тин дә түкмәй, кейемде яңыртыу серен асмаҡсыбыҙ. Әгәр дәртләнеп тотонһаҡ, ҡулдан ғына ла бына тигән әйбер әтмәләй алабыҙ. Беҙҙең рубрика бала тәрбиәләү, йорт-ҡура эштәре менән мәшғүл егәрле хужабикәләргә тәғәйенләнгән. Гүзәл затҡа йыш ҡына килеп тыуған мәсьәләне тиҙ генә хәл итеү юлын эҙләргә һәм табырға тура килә. Ғүмер ағышы нисек кенә ҡатмарлы тойолмаһын, беҙ, һылыу заттар, бирешергә тейеш түгел. Киреһенсә, һәр ваҡыт һөйкөмлө, гүзәл, йәш ҡалыу маҡсаты тормош ҡағиҙәһенә әйләнһен! Аҡсаны һаҡсыл тотоноп та, заманса һәм килешле кейенергә мөмкин!
Яҙын өйҙө йыуғанда, йыйыштырғанда, ғәҙәттә, шкаф эсенән иҫкергән йәки моданан сыҡҡан бер нисә әйбер табыла. Балағы таушала төшкән джинса салбар, бриджи йәки шорты – береһен дә ырғытырға ашыҡмайыҡ. Маҡсатыбыҙ – уларға яңы тормош бүләк итеү! Ыштандарҙың балаҡтарын ҡыҫҡартып, көн дә кейергә мөмкин булған итәк әтмәләйек. Эҫелә кейеү өсөн ҡыҫҡа, эшкә йөрөү өсөн тубыҡты ҡаплаған итәк бара. Ә джинсанан булғаны бала менән тышта йөрөү өсөн уңайлы. Үҙебеҙҙең генә түгел, өлкән балабыҙҙың салбарынан да бәләкәскә ыштан тегергә була.
Эҫе йәй өсөн уңайлы кейем
Итәк тегеү өлгөһөнөң һәр аҙымы һүрәттә күрһәтелгән. Салбарҙың тегелгән урынын һүтәбеҙ, тиҫкәре яғына әйләндерәбеҙ. Үлсәмгә тап килтереп, аҡбур менән билдәләйбеҙ ҙә артығын киҫеп ташлайбыҙ. Ситтәрен ҡул менән тегеп сығабыҙ. Балаҡтарҙың ҡыҫҡартылған урынын бөгөп тегәбеҙ йәки артып ҡалған туҡыманан манжет яһап беркетәбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн манжет ҡулланыуҙы заман модельерҙары ла
хуплай. Ҡалған туҡыманан кеҫә яһайбыҙ – бәләкәс ҡупшыҡайҙар кеҫәле кейем ярата. Итәккә
сигелгән һүрәттәр, аппликациялар, сәйлән ярҙамында биҙәктәр
һалабыҙ.
Үҙебеҙгә лә ошо уҡ ысул менән иҫке джинсанан итәк хәстәрләйбеҙ. Ҡатмарлы булмаған бер нисә хәрәкәт һәм бына киң итәк әҙер!
Моданан сыҡҡан киң балаҡлы салбарҙан ошондой уҡ килешле итәк тегәбеҙ. Уны тәпәш үксәле туфли, кофта йәки топ менән кейгәндә, килешле һәм нәфис образ килеп сыға. Бриджи кеүек ҡыҫҡа салбарҙы ла әсәй йәки өләсәй өсөн зауыҡлы итәк­кә әйләндерергә мөмкин. Өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙға тубыҡты саҡ ҡына ҡап­лап торған итәк килешә. Әгәр ҙә унда кеҫә күп булһа, һүтергә ашыҡмағыҙ. Хәҙер дизайнерҙар сағыу, күркәм, үҙенсәлекле биҙәлешле кейемгә өҫтөнлөк бирә.

Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Альбина ШЄЋРЕТДИНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook