Табип ғаиләһенән тәмлекәстәр

Табип ғаиләһенән тәмлекәстәрИнира Ғәзим ҡыҙы менән Хәйҙәрйән Фәйзрахман улы Әхмәҙуллиндарҙың бергә донъя көтөүенә оҙаҡламай 45 йыл тула. Йәш сырайлы, яғымлы һүҙле, зәп-зәңгәр күҙле мөләйем ханымға 74 йәш икәненә тәүҙә ышанғы ла килмәне. “Этҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советының иң әүҙем ағзаларының береһе. Үҙе эшкә етеҙ, ярҙамсыл, аш-һыуға маһир, оҫта ойоштороусы ла. “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан киләләр, тигәс, уйлап та тормай, уға мөрәжәғәт иттек. Инира апай “Файҙалы ризыҡтар” рубрикаһы өсөн аш-һыу сере менән бүлешергә ҡыуанып ризалашты. Бына шундай ихлас, дәртле, тормош һөйөүсән, миһырбанлы кешеләр йәшәй беҙҙең яҡта”, – тип ауылдаштарын маҡтай Этҡол ауыл хакимиәте эштәр идарасыһы Нәсимә Әйүпова.

Табип ғаиләһенән тәмлекәстәр
Әхмәҙуллиндарҙың яҡты, күркәм, бөхтә донъялары һүнмәҫ изгелек, йылылыҡ менән солғай. Инира Ғәзим ҡыҙының 98 йәшлек әсәһе Хәнифә Ҡотләхмәт ҡыҙы ла улар менән йәшәй. “Хәлең нисек, Хәнифә инәй?”, – тип һорауыбыҙға: “Ҡыҙым янында бәхетлемен инде!” – тип көр генә яуап бирә йөҙйәшәр инәй. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, яҙмыштың әсе елдәренә бирешмәй, йәшәү дәртен һәм күңел сафлығын юғалтмай, татыулыҡта донъя көтә улар.
Ишембай районы Этҡол ауылы дауаханаһында 40 йылдан ашыу хеҙмәт иткән Хәйҙәрйән Фәйзрахман улы менән Инира Ғәзим ҡыҙының башҡаларға ҡылған изгелеге оло тормош китабына ла һыймаҫ ине буғай. Хәйҙәрйән ағай әле лә ауылдың табиплыҡ амбулаторияһында эшләй. Ул “Почет Билдәһе” орденына, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ.
Ғаилә башлығы айлы кистәрҙә гармун тартып, тирә-яҡты моңло ла, ҡайһы саҡ һағышлы ла, шаян да көйҙәргә күмә. Ә ҡатыны матур итеп йырлай. Улар 8 Март байрамында ауыл клубында сәхнәләштергән тамаша ҡуйып, яҡташтарын һөйөн­дөргән.
Әхмәҙуллиндарҙың балалары ла, атаһы менән әсәһе юлын дауам итеп, табип һөнәрен һайлаған. Ҡыҙҙары Гөлнур Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта. Ул – дауалау факультетында декан урынбаҫары. Улдары Азамат – Ишембай республика балалар пульмонология шифаханаһының баш табибы. Хатта килендәре Гүзәл дә юғары белемле шәфҡәт туташы икән.
Балалары ғаиләһе менән ҡунаҡҡа ҡайтһа, Инира апай менән Хәйҙәрйән ағай ейәндәре – 5 йәшлек Арслан менән 3 йәшлек Ренатты һөйөп туя алмай. Ҡыҙы менән улының тормошта бәхетле булыуына, яратҡан эштәре менән шөғөлләнеүенә сикһеҙ шат улар. Үҙҙәре асыҡ күңелле, ярҙамсыл, миһырбанлы булғанға ла, яҙмыш уларҙы хәсрәттәрҙән ҡурсалап, ҡөҙ­рәтле яҙмыш бүләк иткәндер. Уларҙы бәхет ҡошо киләсәктә лә ҡалдырмаһын ине!

Еләк ләүеше
Табип ғаиләһенән тәмлекәстәр
Бер стакан һөт, 2 стакан һыу, 1 стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 200 грамм аҡ май, самалап он, тоҙ алына.
Эслек өсөн 2-3 стакан туңдырылған еләк йәки сейә ҡулла­ныла.
Бер стакан һөт, 2 стакан һыу, 1 стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә – ошоларҙы бергә ҡушып болғатырға ла ҡабартырға ҡуйырға. Һуңынан аҡ май, он, тоҙ ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Сәғәт ярымға йылы урынға ҡуйып торорға. Ул арала иретелгән сейәгә ярты йәки бер стакан шәкәр ҡомо һалып бутарға. Ә еләккә ярты стакан шәкәр ҡомо менән бергә 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ та ҡушырға.
Ҡамыр ҡабарғас, ике йәймә әҙер­ләп, береһен табаға йәйеп һалырға.
Еләк йәки сейә эслеген тигеҙләп яғырға ла, икенсе йәймә менән өҫтөн ҡаплап, ситтәрен тоташтырырға. Лә­үеште 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә урынлаштырырға. Ярты сәғәттән ләүеш бешеп сыға.

Балалар өсөн печенье
Табип ғаиләһенән тәмлекәстәр

3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 200 грамм аҡ май, 1-2 стакан он, ҡалаҡ осондай ғына тоҙ, аш һеркәһе менән һүндерелгән ярты балғалаҡ сода кәрәк.
Һытылған йомортҡаға шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Һуңынан май, тоҙ, он, аш һеркәһе менән һүндерелгән сода ҡушып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Ҡул менән бәләкәс кенә түңәрәктәр әүәләп, махсус яҫы табаға һалып сығабыҙ. 200-220 градус эҫелектә 7–10 минутта бешә.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Ишембай районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook