Майҙың дауалы үләндәре

Кесерткән

Кесерткәнде сәс ҡойолғанда, тән бешкәндә, асыҡ яраны һәм тире ауырыуҙарын дауалауҙа файҙаланалар.
Һигеҙ балғалаҡ үләнде бер стакан ҡайнар һыуҙа тоталар. Боҫламаны бешкән урынға һалалар. Йәш япраҡтарын сәй урынына ла эсергә мөмкин. Кесерткән ҡурылдай астмаһы, туберкулез, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән ярҙам итә.
Ике ҡалаҡ кесерткәнгә ике стакан һыу ҡойоп, боҫ өҫтөндә 15 минут ҡайнаталар. Һөҙәләр һәм һыуыталар. Дауаны көнөнә 3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Бәпембә

Матдәләр алмашыныуын яйға һала, үт һыуы бүленеүен көсәйтә. Бәпембә халыҡ медицинаһында онкологик сирҙәрҙе дауалауҙа киң ҡулланыла. Бауырҙың яман шешендә япрағы менән тамырынан төнәтмә яһайҙар. Яртышар балғалаҡ киптереп ваҡланған бәпембә тамыры менән япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа бер сәғәт төнәтергә. Һөҙөргә. Дауаны көнөнә 4 тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, 50 миллиграмм эсергә.
Рим Әхмәдов бәпембәнән яңы шифа тәҡдим итә. 700 миллиграмм бәпембә һутына 150 миллиграмм араҡы ҡушырға ла һалҡын урынға ҡуйырға. Һут әҙ генә әсеһә лә ҡурҡыныс түгел. Әсегәндән бүленгән һөт кислотаһы һуттың шифаһын ғына арттыра. Файҙалы һут аш үҙләштереүҙе көйләй һәм организмдағы сереткес бактериялар менән көрәшә.

Аҡ ҡайын япрағы

Япрағын май аҙағында йыялар. Ҡайын япрағы бәүелде, үт һыуын ҡыуыу, организмда ауырыу уятҡан паразиттарҙы үлтереү, ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙө бөтөрөү сифатына эйә. Ҡан әйләнешен яйға һала.
Бер ҡалаҡ ҡайын япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа ярты сәғәт самаһы төнәтәләр. Һөҙәләр. Төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр 100 грамм эсергә.

Ынйы сәскә

Уның япрағы ла, сәскәһе лә, тамыры ла файҙалы. Ынйыла йөрәк тибешен яйлатҡан матдәләр – гликозидтар бар. Был үҫемлек нервыларҙы тынысландырыу, бәүелде ҡыуыу, йоҡоһоҙлоҡто дауалау, баш ауыртыуын баҫыу көсөнә эйә.
Бер өлөш ынйы үләненә ун өлөш 70 процентлы спирт ҡушалар. Көнөнә 2-3 тапҡыр 15–20 тамсы эсергә. Ике аҙна дауаланырға.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook