Ҡояштай балҡытып донъяны

Ҡояштай балҡытып донъяныБашҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзы апрелдә 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ул – республикабыҙҙың мәҙәни, ижтимағи, сәйәси тормошона ҙур йоғонто яһаусы йәмәғәт ойошмаларының береһе, төйәгебеҙҙәге бер мөһим ваҡиға ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ҡала һәм райондарҙа – 70, ауылдарҙа – 946, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа – 585, йәшәү урындары буйынса (мәҫәлән, йорттар идаралығында) 183 ҡатын-ҡыҙҙар советтарын берләштерә ул. Шулай уҡ төрлө милләт ҡатындарын дөйөм маҡсатҡа туплаусы ла булып тора: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, татар ҡатын-ҡыҙҙарының “Сәхипьямал” йәмғиәте, украин ҡатын-ҡыҙҙарының “Берегиня” ойошмаһы кеүек, үҙ аллы эшмәкәрлек алып барыусы йәмғеһе ете берекмә уға ҡарай. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен бына оҙаҡ йылдар инде республикабыҙҙа, унан ситтә киң билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы, үҙе лә, һүҙе лә ялҡын Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова етәкләй. Ойошманың юбилейы айҡанлы уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Әлбиттә, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тарихы сирек быуат менән генә иҫәпләнмәй, 1987 йылдың яҙында был хәрәкәттең яңы осоро башланды, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр, моғайын. Ғәмәлдә тарихыбыҙ XX быуат башынан юл ала. 1907 йылда Өфө ҡала мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының хәйриә йәмғиәте төҙөлә, уның рәйесе итеп Мәрйәм Солтанова һайлана.
1917 йылдың июнендә Ырымбурҙа Бөтә башҡорт ҡоролтайында ирҙәр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ деле­гат, Һарытауҙан килгән 17 йәшлек Рабиға Йомағолова (Ҡушаева) һәммә­һенең иғтибарын ҡатын-ҡыҙҙың аяныслы хәленә йүнәлтә. Һөҙөмтәлә ҡор, ҡатын-ҡыҙҙың тиң хоҡуҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, был мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул итә. Аҙаҡ Рабиға Башҡорт АССР-ы өлкә комитетының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеген етәкләп, әсә­ләрҙең, балаларҙың хә­лен еңеләйтеү буйынса ҙур эштәр башҡарасаҡ. Батыр башҡорт һылыуының ғүмере Мәс­кәүҙә, Мәғариф буйынса халыҡ комитетында эшләп йөрөгән сағында, билдәһеҙ кешеләр тарафынан өҙөлә. Союздың 25 йыллығы уңайынан, Рабиға Ҡушаеваға халҡыбыҙҙың оло ихтирамын белдереп, мемориаль таҡта ҡуйырға йыйынабыҙ.
– Бөгөн ойошма алдында торған мөһим эштәр хаҡында һөйләп үт­һәгеҙсе.
– Урындарҙа советтарыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙың йән таянысы, кәңәшсеһе, яҡ­лаусыһы, уны үҫешкә, заман һулышын тойоп йәшәргә әйҙәүсе булып ҡына ҡалмай, ғаиләне, уның ҡиммәттәрен нығы­тыуға, әхлаҡи бағаналарыбыҙҙы һаҡлау­ға әйтеп бөткөһөҙ ҙур тырышлыҡ һала. Ойошмабыҙ республикала бик күп матур эштәр башында тора. Бары береһен атап үтеү менән сиклә­нәм: халҡыбыҙҙы эскелектән арындырыу, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында беҙ иғлан иткән айыҡ ауылдар бәйгеһен бөтә республика күтәреп алды, был акцияға тиҫтәләрсә ауылдар ҡушылды.
Бер аҡыл эйәһе былай тигән: “Ир-атҡа даланлы булыу өсөн өс тапҡыр уңыу фарыз: әсәнән, бисәнән, мөғәл­лимәнән”. Был әйтем әҙәми зат бәхете, ғөмүмән, йәшәйешебеҙҙең ни тиклем ҡатын-ҡыҙға бәйле икәнлеге хаҡында һөйләй. Илебеҙ яҙмышы ла донъя тот­ҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ ҡулында.
Әле беҙ гражданлыҡ йәмғиәте тө­ҙөү юлындабыҙ. Радио-телевидениенан көн дә ишетелгән был һүҙҙәр күп­тәр тарафынан бик рәсми, ят ҡабул ителәлер, бәлки. Ләкин беҙ тормошобоҙҙа барған үҙгәрештән – заман үҫешенән ситтә ҡала алмайбыҙ. Урындарҙа ҡа­тын-ҡыҙҙар советтарының, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙарының власть менән берлектә эшләүенә өлгә­шергә ынтылабыҙ. Битарафлыҡтан арыныу, ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдереү, йәнтөйәгебеҙ, илебеҙ, киләсә­гебеҙ өсөн яуап­лылыҡ күрһәтеү – ҡа­тын-ҡыҙҙарыбыҙҙа ошо сифаттарҙы үҫтереп, ижтимағи, социаль ынтылы­шын күтәрергә тырышабыҙ.
– Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙың 57 проценты юғары йәки махсус урта белемле, ирҙәрҙең – 35 проценты ғына. Әммә ҙур сәйәсәттә лә, юғары власть органдарында ла гүзәл зат бармаҡ ме­нән һанарлыҡ. Һеҙҙең был кү­ренешкә фекерегеҙ нисек булыр?
– Ҡатын-ҡыҙҙың белемгә ынтылы­шы иҫ китмәле ҙур. Сөнки ул булмышы менән камиллыҡҡа ынтыла: һөнәри өл­кәлә лә, донъя көткәндә лә. Ләкин ул ир өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе маҡсат итмәй. Аҡылы, һөнәри әҙерлеге өҫтөн хәлдә лә, урынбаҫар вазифаһында ҡа­лыусан. Ир-аттың баш булырға ынтылыуы, ҡатын-ҡыҙҙың уға юл биреүе, моғайын, быуаттар буйы һалынған генетик хәтерҙән киләлер.
Ә кешелектең үҫеш тарихынан күренеүенсә, иң һәләкәтле осорҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙың идараны үҙ ҡулына алыуы арҡаһында әҙәм балаһы иҫән ҡалған бит. Донъялар көйләнеп кит­кәс, теҙген йәнә ир-ат ҡулына күскән. Башҡорт халҡы тарихында ла тотош ырыуҙар менән етәкселек иткән ил инәләре – бейбисәләр билдәле. Матриархат – миһырбанлы зирәклек хакимлыҡ иткән дәүер. Бөгөн ил, халыҡ яҙмышын хәл иткәндә ҡатын-ҡыҙҙың әсәләрсә хәстәрлеге, мәрхәмәтле аҡы­лы ни тиклем кәрәк бу­лыуын һөйләп тороу ҙа артыҡ. Былтыр Башҡортостандан Рәсәй Федераль Йыйылышы­ның Дәүләт Думаһына һайланған ун алты депутаттың өсөһө гүзәл зат булыуы күңелгә аҙ булһа йылылыҡ өҫтәй. Ҡатын-ҡыҙ шәфҡәте менән һуғарыл­ған камил ҡанундар күберәк булыр көн дә етер, тигән ышаныс уята.
– Ойошмағыҙ йыш ҡына “Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!” тигән саралар ҙа үткәрә. Көслө зат, киреһенсә, үҙе ҡатын-ҡыҙҙы һаҡларға тейеш түгелме һуң?
– Һүҙ ирҙәргә өфөлдәтеп өрөп тороу тураһында түгел, икенсе нәмә ха­ҡында. Мәғлүмәттәр буйынса, бер иргә бала табыу йәшендәге дүрт ярым ҡатын тура килә. Был ир-аттың зат булараҡ кәмеүгә табан барыуы тураһында һөйләй ҙә баһа. Ҡатын-ҡыҙ һаулығы хаҡында күп һүҙ алып барабыҙ, ирҙәр сәләмәтлеге бөтөнләй иғ­тибарҙан ситтә ҡалды. Ә һау бала табыу өсөн уларҙың икеһенең дә сәлә­мәт булыуы шарт. Бөгөн иһә һалдатҡа саҡырылыусыларҙың яртыһы ауырыу. Ирҙәр – беҙҙең улдарыбыҙ, балалары­быҙҙың атайҙары. Беҙ, әсәйҙәре һәм ҡатындары, ҡайғыртмаһаҡ, уларҙы кем ҡайғыртыр. Ғаиләләр имен булһын, тормош алға барһын, ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә лә йәшәүе рәхәт булһын өсөн ир-аттың бар яҡлап һау булыуы кәрәк. Милләт сәләмәтлеге лә шуға бәйле.
– Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа иң һоҡ­ландырғаны…
– Сабырлыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бер заманда ла йәшәү еңел булмаған. Бөгөнгө ҡатмарлы тарихи осорҙа улар сабырлыҡ ҡына түгел, сәйәси аҡыл да күрһәтә. Яңы ғына үткән Рәсәй Президентын һайлауҙа комиссия ағзалары ла, һайлаусыларҙың күбеһе лә ҡатын-ҡыҙ булды. Путин өсөн тауыш биреү­селәрҙең дә башлыса гүзәл зат булыуына иманым камил. Сөнки ил хәстәрен йөрәге аша үткәреүсе ҡатын-ҡыҙға түңкәрелештәр кәрәкмәй, ул тотороҡ­лолоҡ яҡлы.
Үҙе, балаһы хаҡында бәләкәй генә хәстәрлеккә лә ниндәй ҙур рәхмәт ме­нән яуап бирә белә әсәләребеҙ! Әсәлек капиталы бирелә башлағас, илдә тыуым артты. Ә бит уға тиклем үлем тыуымдан күп булып, халыҡ һаны кәмеүгә табан киткәйне.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа мине көйөн­дөргән сифат та бар – ғаилә мөнәсә­бәттәре ҡороу, әсә булыу белеме етеш­мәүе. Ҡыҙ балаға ул ғилем мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла бирелмәй. Абына-һөрлөгә, хаталар аша уға эйә булғансы, күпме күңелдәр ҡыйрала, ғаиләләр тарҡала. Беҙ республикала хаҡлы ялдағылар өсөн уңышлы эшләү­се халыҡ университеты тәжрибәһенә таянып, әсәлек университеты булдырырға ниәт­ләнек. “Әсә­лек бәхете буйынса ҡыҫҡа курс”ты Рєсєй дєүлєт социаль университетыныњ Өфө филиалы һәм Башҡортостан Республикаћы Президенты љарамаѓындаѓы дєү­лєт хеҙмәте һәм идараһы академияһы белгестәре менән берлектә алып барасаҡбыҙ. Әсәләргә ғаилә, бала психо­логияһы буйынса ғына түгел, хоҡуҡи белем дә бирергә уйлайбыҙ. Юғиһә, хоҡуҡи белемдәре юҡлыҡтан, күп ҡа­тын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәрен, балаларын яҡлай алмайынса, күҙҙәре бәйләнгән­дәй йәшәй.
– Тантаналы ваҡиға айҡанлы нин­дәй саралар үткәреү күҙҙә тотола икән?
– Шаулап байрам итергә йыйынмайбыҙ, көндәлек эш менән мәшғүл буласаҡбыҙ. Бөтә сараларыбыҙ республикабыҙҙа иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡ­лау йылы рухына ауаздаш. Ойошмабыҙҙың юбилейы уңайынан ҡатын-ҡыҙҙар советтары араһында конкурс иғлан иттек. Уның маҡсаты – гүзәл затты ижтимағи, мәҙәни тормошҡа, эшҡыуарлыҡ, хужа­лыҡ эшмәкәрлегенә ылыҡтырған, ғаи­ләләрҙең, бигерәк тә ауылда йәшәү­селәрҙең хәлен яҡшыртыуға тырышлыҡ һалған ҡатын-ҡыҙ­ҙар советтарын асыҡлау, улар эшенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү.
25 йыл ваҡыт арауығы, бер ҡара­һаң, ҙур ҙа, бәләкәй ҙә кеүек. Эшләп өлгөрмәгән эштәребеҙҙе лә, өлгөргән­дәрен дә барлайбыҙ. Сафтарыбыҙға йәштәрҙе йәлеп итеү зарур. Һалҡын иҫәпкә ҡо­ролған заманда эскерһеҙ, бушлай, хатта рәхмәт көтмә­йенсә халыҡ өсөн хеҙмәт итергә әҙер йәштәр булыуы ҡыуандыра.
– Йөрәк көсө талап иткән эштә таяныс булыр кешеләр кәрәк…
– Баймаҡтан Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина, Нуримандан Елена Леонардовна Курбанова, Кушнарендан Минзәлә Тәлғәт ҡыҙы Вәлиева, Стәр­летамаҡтан Люциә Файыҡ ҡыҙы Шә­йәхмәтова, Баҡалынан Фәимә Сәлих ҡыҙы Бүләкова ћәм башҡа күптәр, үҙҙәре һымаҡ ялҡынлы йөрәклеләрҙе туплап, ғаи­ләләребеҙҙең рух ҡалҡаны булып торалар. Тиҫтәләрсә йылдар буйы ҡа­тын-ҡыҙҙар советын етәкләп, был эш­те лайыҡлы вариҫтарына тапшырған ханымдарға, мәҫәлән, Әбйәлил райо­нынан Таңһылыу Шакирйән ҡыҙы Ирғәлинаға, Асҡындан Мәүлиә Ғәлим­йән ҡыҙы Мөғтәбәроваға ихтирамыбыҙ сикһеҙ. Ябай ҡатындарҙың ышаны­сы, яҡын күреүе, хаҡ баһаһы беҙҙе та­ғы ла матурыраҡ эштәргә дәртләндерә.
– Моғайын, журналыбыҙҙы уҡыу­сы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға әйтер һүҙе­геҙ барҙыр?
– Ил-йортобоҙҙо бәлә-ҡазалар урап үтһен, иртәгәһе көн яҡшыраҡ булыр, тигән өмөт күңелегеҙҙән кит­мәһен. Ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән ҡә-ҙер-хөрмәт күрергә яҙһын. Тәби­ғәттең беҙҙе тап үҙе кеүек – бөтмәҫ ҡеүәткә эйә итеп яралтыуын һәм, донъя мәшә­ҡәте ни тиклем ауыр булһа ла, матурлыҡ һибер­гә тыуыуыбыҙҙы хәтеребеҙҙә тотайыҡ. Эстән дә, тыштан да нур сәсеп торған ҡатын бер ыңғайҙан өс ҡуянды ата: үҙен ҡыуан­дыра, ир-атты һоҡландыра, әхирәт­тәрен матур булырға өндәй йә көнсөл­дәрҙе көнләштерә. Күңеле кү­тәренке булғас, һүҙе үтемле, эше ырамлы. Иң йоғонтоло ҡоралы – йылмайыуы ме­нән әсир итә ул. Бейек үксәле туфлиҙарҙы кейегеҙ ҙә, ҡояш кеүек бөтә донъяны балҡытып, алға!
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook