Жанна Засеева: «Милләт күркәмлеге – әсәнән»

Жанна Засеева: «Милләт күркәмлеге – әсәнән»Өфөлә әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумында уның ялҡынлы сығышын барса халыҡ тетрәнеп, күҙ йәштәре аша тыңланы. Көньяҡ Осетиянан килгән был ханымдың һәр һүҙе йөрәк­тәргә уйылды. Жанна Виссарионовна Засеева – Көньяҡ Осетия Президентының дәүләт советнигы, “Әсәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Көньяҡ Осетия халҡы геноцидҡа ҡаршы” йәмәғәт берекмәһе башлығы. 2008 йылдың авгусында грузин хәрбиҙәре осетиндарҙың бойондороҡһоҙ­лоғона сираттағы тапҡыр ҡул һуҙғанда төҙөлгән был берекмәне етәкләргә ризалашыуына уның егерме өс йәшлек улының баҫҡынсылар тарафынан үлтерелеүе лә сәбәпсе булып торғандыр…
Был яҙмала мәшһүр осетин ҡыҙының быуаттар дауамында нисә ҡат ҡыйратылып, нисә ҡат терелгән ғорур халҡы менән бер бөтөнлөгө, тыуған ере тарихын сикһеҙ ҡәҙерләүе һәм һөйөүе, уның яҡты киләсә­генә оло ышанысы сағыла. Шиғри моң сыңлап торған һөйләмдәренән Ҡаф тауының бейеклеге күҙалланғандай, тауҙарҙағы башты әйләндерерлек саф һауа бөркөлгәндәй…
Оҙаҡ йылдар йәмғиәттә: “Кавказ ҡатын-ҡыҙына күндәм­лек, тыйнаҡлыҡ тигән һүҙҙәр аһәңдәш, уның донъяһы быуаттар дауамында йорт һәм ғаилә менән генә сикләнгән”,– тигән фекер йә­шәп килде. “Ирҙәр ҡулы менән яҙыл­ған тарихта ҡатын-ҡыҙҙың ҡатнашы юҡ, йәғни, һуғыш, солох хаҡында, башҡа ҙур тарихи ваҡиғаларға ҡағы­лышлы ҡарар­ҙар ҡабул иткәндә, гүзәл зат ситтє љалѓан”, – тигән һүҙҙәрҙе башҡа халыҡтарҙа ла ишетергә мөм­кин. Ләкин күндәмлек һәм тулыһынса ир-атҡа буйһоноу бөтә замандарҙа ла тәү әсәләребеҙҙең төп сифаты булғанмы ни?
Осетиндарҙың боронғо ата-бабалары – скифтар, сарматтар, аландар­ҙыњ донъя тарихында тәрән эҙ ҡалды­рыуы билдәле. Грек, рим һәм башҡа халыҡтар тарихсылары уларҙың сағыу тамашалы бай мәҙәниәтенә тањ ҡал­ған. Ә барыһынан бигерәк бер үҙен­сәлек – йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың юғары дєрєжєће хайран иткән.
Боронғо скифтарҙа ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың яуҙа ҡатнашыуы, шулай уҡ уларҙың Пантеоны башында ла илаһи гүзәл зат вәкиле – бар тереклектең тәү әсәһе булған Табити алиһә торо­уы ла был турала асыҡ һөйләй. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәте боронғо сармат йәмғиәтендә тағы ла нығыраҡ са­ғыла: бында ул ир-ат менән тиң урын биләй. Сарматтарҙың йәмғиәт тормошо үҙенсәлектәре һуғышсан рухлы һәм ҡуш йөрәкле амазонкалар хаҡында бихисап риүәйәттәр тыуҙырған.
Ҡәбиләлә ҡанбаба бурысын баш­ҡарыусы, еңелеү белмәҫ ҡаһарман яугирә, ырыу башлығы булған ҡатын-ҡыҙҙар боронғо аҡыл эйәләренең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмаған. Шуларҙың береһе – беҙҙең эраға тиклем V быуатта йәшәүсе Гиппократ сарматтар хаҡында былай тип яҙып ҡалдырған: “…Европала Миатида күле тирәләй башҡа халыҡ­тарҙан айырылып тороусы скифтар йәшәй. Улар савраматтар тип атала. Ҡатын-ҡыҙҙары һыбай йөрөй, уҡ ата, атта сабып барышлай, ҡыҫҡа һөңгө ташлай, хатта дошман менән алышља сыѓа”. Кейәүгә сығырлыҡ тип һаналыр өсөн, сармат ҡыҙы өс дошманды үлтерергә тейеш була. Быны эшләй алмаған һылыуҙы ҡарт ҡыҙ яҙмышы көтә.
Тыныс ваҡытта сармат ҡатын-ҡыҙ­ҙары, малсылыҡ менән көн итеүсе боронғо халыҡтарҙағы гүзәл заттар кеүек, йорт хужалығын алып бара, кейем-һалым, аяҡ кейеме тегә.
Сарматтарҙа эйәр булмаһа ла, һәр һылыуҙан оҫта һыбайлы булыу талап ителгән. Ҡыҙҙарҙы бала саҡтан һыбай йөрөү һәм ҡорал менән эш итә белеү сәнғәтенә өйрәткәндәр. Геродот ул хаҡта: “Бәләкәй ҡыҙҙар уҡ атыу, һыбай елеү буйынса күнекмәләрҙә ҡатнашырға тейеш булһа, олораҡтарына иһә дошманды ҡыйратыу талабы ҡуйыла. Бер дошманды ла үлтермәү уларҙа енәйәт һанала…” – тип бәйән итә. Быны иһә шулай тип аңларға кәрәк: күсмә тормош алып барыусы халыҡтарҙа ҡатындар ир-ат ситтә саҡта ырыуын яҡлай алмаһа, юҡҡа сығыуға дусар булыр ине.
Аҡрынлап гүзәл зат йәмғиәт тормошонда ла, яу яланында ла йоғонтоһон юғалта.
Алан дәүерендә ҡатын-ҡыҙҙың абруйы шулай уҡ юғары ҡала, єммє яугирєнє рухты ысын љатын-љыҙ асылы алмаштыра. Быны археологик табыштар: бихисап ҡиммәтле би­ҙәүестәр, затлы туҡымалар – фарсы һәм ҡытай ебәктәре бик сағыу дәлилләй.
Ваҡыт үтеү менән аландар ултыраҡ тормошҡа күсә. Ә унынсы быуатта уларҙың дәүләте барлыҡҡа килә. Алан ҡатын-ҡыҙҙары башлыса үҙҙәрен ғаилә усағын һаҡлауға арнап, ғәскәри бурыстан ситләшһә лә, уларҙың үҙ илдәрен татар-монгол баҫҡынсыларынан һаҡлап, фиҙакәр көрәшеүе тураһында мәғ­лүмәттәр бар. Әммә баҫҡынсылар тарихты ҡырҡа үҙгәртеүгә өлгәшә.
Афәт булып ябырылған татар-монгол һөжүмдәренән Алан иле тар-мар ителә, бик аҙҙар тауҙарға ҡасып ҡотола ала. Шулай итеп, ун бишенсе быуатта алан (хәҙер – осетин) йәмғи­әте ҙур юғалтыуҙар кисерә. Тормош шарттары насарайыу ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусын кинәт төшөрә. Тау­ҙарҙағы үтә ҡырыҫ шарттарҙа йәшәү өсөн көрәш ҡатын-ҡыҙға бик ауыр бирелә, үлеү­селәр ҙә күп була. Ир-ат төп туйҙырыусыға әйләнә, ғаилә бәхете һәм именлеге инде уѓа бєйле. Ун алтынсы быуатҡа аяҡ баҫҡанда, осетиндарҙың социаль ҡоролошо көслө патриархат менән билдәләнә.
Кавказда тыуып, унда үҫкән кеше булараҡ, бала саҡтан шуны беләм: ыҙғышып киткән ирҙәрҙең аяҡ аҫтына яулыҡ ташлаған тау ҡыҙы теләһә ниндәй ҡан ҡойошто туҡтата ала. Шуны белгәнгә күрә лә ярайһы уҡ таралған башҡа фекергә: “Кавказ ҡатын-ҡыҙҙарының күпселеге бер љаршылыљћыҙ ирҙәр љуйѓан ҡағиҙә­ләр буйынса йәшәй”,– тиеүгә бер ҡасан да ышанманым.
Эйе, Кавказ ир-ат күҙе менән баға, ҡатын-ҡыҙ уның күләгәһендә ҡалған кеүек. Гүзәл заттарыбыҙ донъяһы тышҡы тыйнаҡлыҡ, эске әхлаҡи дәрәжә, балаларға сикһеҙ һөйөүҙән һәм һәр береһенә генә хас үҙен­сәлектәрҙән ғибәрәт. Берәүҙә ул – мут наянлыҡ, икенсеһендә – серле иплелек, өсөнсөһөндә ялҡынлы дәрт йә ирен ситенє ҡунған йылмайыу булып сағыла ћәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың дөйөм йөҙөн күҙ алдына баҫтыра.
Ҡыҙ балалар, йәш ҡатындар, өләсәйҙәр… Милләттәр күплеге (Кавказда ике йөҙҙән ашыу милләт йәшәй) һәм милли кейемдәр төрлөлөгө. Абазин һылыуҙарының бейек баш кейемдәре хикмәтлеге менән таң ҡалдырһа, хевсур гүзәлдәренеке лє уларҙыҡынан һис ҡалышмай. Яулыҡтарын казак ҡатындары һымаҡ бәйләгәне – осетин сибәрҙәре, түбә­тәй кейгәне – әрмән һәм грек ҡыҙ­ҙары. Шәлен күҙенә үк төшөрөп ябынғаны – татар һылыуҙары. Ҡо­йоп-семәрләп эш­ләнгән ҡабатланмаҫ көмөш, еҙ ҡушаҡтар, ғәжәйеп һырға-сулпылар, муйынсалар, буйлы күл­дәктәр, сәскәле итәктәр… Шағирә Фазу Алиева: “Кавказ ҡатын-ҡыҙ­ҙары, бәлки, кейемдәре менән айырылалыр. Ләкин беҙҙең уртаҡлығы­быҙ ир­ҙәрҙекенән байтаҡҡа күберәк. Беҙҙе әсә булыуыбыҙ берләштерә”, – тигәйне. Эйе, милләт йәне – ҡатын-ҡыҙ, һәм милли тәбиғәтте бары тик уның күңеле аша ғына аңларға мөмкин.
Донъя Беслан фажиғәһе хаҡында ҡатын-ҡыҙ күңеле аша, уның йән асырғанып ауаз һалыуынан белде. Тағы дүрт йылдан бөтә Рәсәй Цхинвал әсәләренә ҡушылып һыҡтаны … Осетия әсәләре ҡайғынан күтәренерлек көс тапты. Сөнки беҙҙе яҡлап, бөйөк Рәсәйҙең йәше лә, ҡарты ла ҡалҡандай баҫты. Һәм Цхинвал ҡатындары, ҡан­һыраған йөрәк яраларын устары менән ҡаплап, яуызлыҡ һәм нәфрәттән азат, һөйөү һәм өмөт тантана итер киләсәк хаҡына йәшәй башланы.
Цхинвал һәр ваҡыт гүзәлдәр ҡалаһы булды. Тышҡы сибәрлек кенә түгел, тәрән эске матурлыҡ менән әсир итеүсе, үҙҙәренең һөйөүҙәре, өмөт-ышаныстары менән көслө ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй бында. Улар – нескә иңдәренә ауыр донъя йөгөн йөкмәгән әсәйҙәр, инәйҙәр, ир ҡатындары, апайҙар-һеңлеләр, тормошобоҙҙо йылмайыуҙары менән яҡтыртып, наҙҙары менән йылытып йәшәй. Ҡатын-ҡыҙ был хәтлем дә күп эшләгән, иң ауыр шарттарҙа ла көслө булып ҡалырға мөмкин икәнен күрһәтеп, ғаилә ҡотон һаҡлау, һөнәри оҫталығын раҫлау өсөн ул шул тиклем көс һалған ерҙәр аҙҙыр, моғайын.
Сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли үҙенсәлеге булып тора. Осетин ҡатындарына төшкән һынауҙарҙың йөҙҙән бер өлөшө лә күптәрҙең рухын һәм ихтыярын һындырыр ине. Ләкин улар бөгөлөп төшмәү генә түгел, ирҙәр менән иңгә-иң килеп, емерелгән республиканы тергеҙә.
Аҫыл ҡыҙҙарыбыҙҙың исемдәре бөтә донъяға билдәле. Моңо менән күңелдәрҙе арбаған Инга Джиоева, Злата Чочиева, тауҙарҙы буйһондорған Тамара Шавлохова үҙҙәре үк нәфислек һәм күркәмлек, яҡты ышаныс өлгөһө булып тора.
Атаҡлы фәйләсүф Николай Бердяев бер заман: “ Ҡатын-ҡыҙ – ул кеше түгел. Кеше ул – ир-ат. Ә ҡатын-ҡыҙ шул кешене хасил иткән тәби­ғәт”, – тигән. Бөгөн ошо тәбиғәттә Яҙ тантана итә. Яҙҙарығыҙ изге һәм аман, сәскә­ләргә күмелеп килһен. Бер ҡатын-ҡыҙҙың да матурлығы һәм сихрилеге юғалмаһын. Ил-йортоғоҙ­ға тыныслыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем.
Яҙмамдағы һәр юл аҡ ҡағыҙға бөтә Рәсәй ҡатындарына, Башҡортостан әсәләренә рәхмәт тойғолары менән һуғарылып төштө.
Өфөлә үткән әсәләр форумынан һаман әҫәрләнеп, бик күп аһәңле шиғри һүҙҙәр тапҡым килә. Тик, күрәһең, 2008 йылдың ҡанлы авгусы йөрәгемдең илһам шишмәһен ҡоротҡандыр… Шуға күрә күңе­лемдән урғылып сыҡҡан хистәремде ябай һүҙҙәр менән еткерәм: бөтә Башҡортостан күп балалы ғаиләләр, тимәк, бәхетле әсәләр иленә әй­ләнһен!


Жанна ЗАСЕЕВА:
“Все прекрасное в нации – от матери”


Ее проникновенную речь на пятом Всероссийском форуме матерей, состоявшемся в Уфе, слушали со слезами на глазах. Каждое слово гостьи с Кавказа, словно звонкое эхо, отзывалось в сердцах матерей, собравшихся со всей страны. Жанна Виссарионовна ЗАСЕЕВА – государственный советник Президента Южной Осетии, председатель общественной организации «Матери», руководитель общественной организации «Жители Южной Осетии против геноцида». Это народное движение возникло в августе 2008 года, во время очередного посягательства грузинских военных на независимость осетин. Жанна Виссарионовна согласилась возглавить его и потому, что руками налетчиков был жестоко убит ее двадцатитрехлетний сын…
В рассказе славной дочери гор отражается огромная любовь к родной земле и бесконечная вера в ее светлое будущее. В строках, наполненных поэтической мелодией, чувствуется кристальная чистота воздуха и рек этого удивительного края.

Еще совсем недавно в обществе бытовало мнение, согласно которому женщина на Кавказе ассоциировалась с такими качествами как покорность, немногословность, что сфера ее жизнедеятельности испокон веков ограничивалась домом и семьей.
Среди многих народов бытует мнение, в соответствии с которым женщина отсутствует в мужской истории, в том смысле, что женщины, как правило, редко участвуют в приеме решений о войне, мире и других событиях большой истории.
Всегда ли покорность и полная зависимость от мужчины являлись главными чертами наших прародительниц?..
Как известно, далекие предки осетин – скифы, сарматы, аланы – оставили глубокий след в мировой истории. Греческие, римские и другие историки – мыслители были впечатлены их яркой, зрелищной культурой, но они обращали внимание на одну особенность, а именно на высокое социальное положение женщины в их обществе.
У ранних скифов это подтверждалось участием скифских женщин в войне, а также тем, что во главе их Пантеона стояло божество женского пола – богиня Табити, олицетворявшая мать – прародительницу всего живого. Но еще явственнее социальная значимость женщины проявилась в ранне-сарматском обществе, здесь женщина занимала равное с мужчиной положение.
Особенности общественной жизни сарматов породили многочисленные легенды о воинственных и своенравных амазонках.
Жрица племени, мужественная и бесстрашная воительница, глава рода и предводительница, не могла не привлечь внимание древних авторов, один из которых – Гиппократ, живший в 5 в. до н.э., писал о сарматах: «…В Европе есть скифский народ, живущий вокруг озера Миатиды, отличающийся от других народов. Название его – савроматы, их женщины ездят верхом, стреляют из луков, мечут дротики на конях и сражаются с врагами, пока они в девушках…» Для того, чтобы считаться годной для замужества, каждая сарматка должна убить трех неприятелей, та, которой это не удалось, остается в девицах.
В мирное время сарматки, как и все женщины древних скотоводческих народов, вели домашнее хозяйство, занимались шитьем одежды и обуви.
Несмотря на то, что у сарматов не было седел, каждая сарматка должна была быть хорошей наездницей. Девочек с детства обучали верховой езде и искусству владения оружием.
Геродот пишет об этом следующее: «Девочки у них были обязаны упражняться в стрельбе из луков, верховой езде, а от взрослых девиц требовалось, чтобы они поражали врагов. Так, чтобы никого не убить – считалось преступлением для них...». Это объясняется тем, что женщины кочевников должны были уметь защищаться во время отсутствия их мужчин.
Постепенно женщина теряет сферу влияния и в качестве жрицы, и на военном поприще.
В Аланскую эпоху статус женщины изменился. Статус их был высоким, но уже не воинственным. Об этом говорят и археологические находки, а это огромное количество дорогих украшений, в том числе и импортных (персидские и китайские шелковые ткани).
Со временем аланы становятся оседлыми, а в 10 в. складывается их государство. Однако, несмотря на то, что аланки в основной своей массе отошли от военных дел в пользу домашнего хозяйства, есть сведения о том, что аланские женщины принимали активное участие в защите своей родины от татаро-монгольских захватчиков, однако последним удалось круто изменить историю.
В результате разрушительных татаро-монгольских набегов Аланское государство было разбито, и лишь немногим удалось укрыться в горах.
Таким образом, с 15 в. аланское, теперь уже – осетинское общество, претерпевает существенные изменения, связанные с ухудшением условий жизни, что способствует резкому спаду социального статуса женщины. Ведь в борьбе с суровой действительностью гор женщина была абсолютно бессильна, а порой и погибала. Теперь мужчина стал основным кормильцем, от него зависло счастье и благополучие семьи. Все это привело к тому, что к 16 в. социальный строй осетин представлял собой ярко выраженный патриархат.
Родившись на Кавказе, я уже с детства знала, что женщина-горянка, бросившая свой платок под ноги ссорящихся мужчин, остановит любое кровопролитие. И знание это никогда не дало бы мне поверить в другое бытующее мнение, что многие кавказские женщины беспрекословно живут по созданным для них мужчинами правилам.
Да, Кавказ имеет яркое мужское лицо, а женское как бы в тени. Мир женщин – это внешняя сдержанность, внутреннее достоинство, высокая нравственность, любовь к детям и то, что присуще каждой в отдельности: лукавство, застенчивость, задорность, смешливость, притаившаяся на уголках губ – это собирательный женский образ из кристалликов отдельных лиц.
Девочки, молодые женщины, пожилые горянки… Изобилие национальностей (на Кавказе их около 200) и национальных костюмов. Высокие замысловатые головные уборы абазинок, своеобразные, не менее сложные – у хевсурок.
Осетинки покрыты платками по-казачьи. Молодые армянки и гречанки в тюбетейках. Закутанные в шали до глаз крымские татарки. Еврейская, чеченская матери… Кованые, необыкновенной работы наборные пояса, удивительные серьги – подвески, мониста, полосатые платья, цветастые юбки… Поэтесса Фазу Алиева сказала: «Женщины Кавказа, может, отличаются одеждой. Но у нас, женщин, много больше общего, чем у мужчин. Нас объединяет наше материнство». Да, душой нации является женщина, и природу национальную можно познавать через женскую душу.
Через женскую душу, через ее крик мир почувствовал весь ужас Беслана…
А еще через 4 года вся Россия заголосила со всеми матерями Цхинвала… Но матери Осетии выстояли. Выстояли потому, что за нами как щит, встал и стар и млад великой России… Прикрыв зияющие раны сердец, женщины Цхинвала стали жить во имя будущего, будущего, где не должно быть места злобе и ненависти, будущего, где будут царить вера, надежда, любовь.
Цхинвал всегда был городом прекрасных женщин. Женщин, красивых не только внешне, но и обладательниц глубокой внутренней красоты, сильных своей любовью, верой, надеждой. Они – мамы, бабушки, жены, сестры, несут нашу нелегкую жизнь на хрупких плечах, освящая ее своими улыбками, своей нежностью. Наверное, мало где женщины столько много работают, с таким трудом отстаивают и семейный уют, и профессионализм, доказывая, что можно быть сильнее самых трудных обстоятельств.
Еще раз хочу подчеркнуть национальную особенность наших женщин – это выдержка, мужество. Жизнь послала осетинкам испытания в таком количества и такого качества, что сотой доли которых хватило бы, чтобы сломить дух и волю очень многих людей. Но наши женщины не только не сломлены, они стоят рядом с мужчинами, созидая и обустраивая искалеченную республику. Имена наших женщин известны во всем мире. Разве не пленяют красотой своего голоса Инга Джиоева, Злата Чочиева, разве не покоряет горы Тамара Шавлохова? При этом они не потеряли ни своей женственности, ни привлекательности, ни оптимизма, они даже чуть-чуть черствее не стали, хотя кто бы их мог обвинить…
Великий Николай Бердяев когда-то сказал, что женщина – не человек. Человек – это мужчина. А женщина – природа, дающая этого человека. У этой природы сегодня – Весна… Я хочу, чтобы ваши весны были благополучными, цветущими и добрыми. Пусть красота и очарование не покидают ни одну женщину. Мира вам и вашим семьям! Благополучия и добра!
Р.S. Каждая строчка в этой статье писалась в благодарность всем женщинам России, матерям Башкортостана.
Оставаясь под впечатлением от форума матерей в Уфе, хотелось найти много поэтических и звучных слов, но, видимо, август 2008 иссушил поэтический дар моего сердца… и все же хочу пожелать вам всем, чтобы весь Башкортостан стал территорией многодетных семей – значит, землей счастливых Матерей!
С искренним уважением,
ЗАСЕЕВА Ж.В.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook