Рәссам күңеленең фәрештәһе
Ижадсының күңелен ике илһам ҡошо елкендерә: береһе тәбиғәт булһа, икенсеһе – ҡатын-ҡыҙ. Икеһенең дә төп бурысы – тереклекте дауам итеү, гүзәллекте һаҡлау. Әхмәт Лотфуллиндың картиналарында ла яһалма матурлыҡҡа урын юҡ. Һүрәттәрендә ҡатын-ҡыҙҙар зиннәтле кейемдәр кейеп, биҙәүестәргә күмелеп ултырмай. Рәссам төшөргән йөҙҙәрҙән өркәк сафлыҡ, нескә нәфислек бөркөлә.
Ҡыҙыл кофта кейгән, тулҡынланыбыраҡ торған сәсле, ҡая таштан ана ырғыйым, бына һикерәм тип торған ҡоралайҙай һаҡ һәм һынсыл ҡарашлы ҡатын һүрәте арбаны мине. Сабыйының донъяға килеүен көтөп йөрөгән һылыуҙың күҙҙәрендә саҡ-саҡ ҡына тойомланған, бер йылмайһа, тоҡанып китерҙәй бәхет осҡондары төҫмөрләнә. Йөрәге билдәһеҙлек алдында лерт-лерт килһә лә, ул үҙенең әлеге хәленән шундай ҡәнәғәт. Һөйөклө икәнлеген тойған ҡатындарҙа ғына була шундай тәбиғи сырай. Йәшәү кинәнесе һәм үҙ-үҙенә ышаныс тантана итә булмышында.
Шулай булмай ни, был һүрәттә оҫтаның берҙән-бере, ышаныслы һәм тоғро йәре, уның һәләтенә һәм мөмкинлектәренә иренең үҙенән дә нығыраҡ инанып, ғүмер буйы рәссамдың ижади көмбәҙен ҡурсалап йәшәгән күңел фәрештәһе – Луиза Мөжәүир ҡыҙы төшөрөлгән бит.
Һылыуҙарҙы күргәнем бар, тырыштарҙы, көслө холоҡлоларҙы ла... Әммә, Луиза апай һымаҡ, мөхәббәттә бәхетле була белгәндәрҙе күргәнем юҡ ине. Америкала замандаш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң шәп китап тигән дан алған, бөтә донъяла миллионлаған тираждар менән сыҡҡан Хелен Анделиндың «Нәфислектең һоҡландырғыс ҡөҙрәте» исемле йыйынтығында шәхси тормошта бәхетле булыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәклеге хаҡында уҡығаным ғына бар. Беҙҙең арала ла шулай бәхетле була белгәндәр барҙыр бит инде, мин генә белмәйемдер, тип уйланып йөрөгәндә таныштым мин Луиза апай менән. Ул миңә шул китап биттәренән төшкән өлгө һымаҡ күренде.
Луиза апай – халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының береһе Мөхәммәтша Буранғоловтың ейәнсәре. Ул бәләкәйҙән өләсәһенең олатаһына булған хөрмәтле мөнәсәбәтен күреп үҫә. Өләсәһе Зәйнәп, олатаһы ижад итә алһын өсөн, хәленән килгәнсә шарттар тыуҙырырға тырыша, унан донъя малы таптырмай, булғанына шөкөр итеп йәшәй. Атаһы, Учалы егете Мөжәүир Фазылов, ҡайныһы «халыҡ дошманы» тип иғлан ителгәнгә хәтлем, Өфөнөң беренсе һанлы педагогия училищеһында директор вазифаһын биләй. Әсәһе Нәкәр Мөхәммәтша ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар ошо уҡыу йортонда математиканан уҡыта. «Һуғыштан һуң атайым Учалы районы Поляковка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнде, ғаиләбеҙ менән ауылға күстек. Ул йылдар бик бәхетле булып иҫтә ҡалған. Иртән балалар баҡсаһына илтәләр, ә мин ҡасып сығып китәм дә, ат һарайына барам, көнө буйы аттар менән булышам. Унда атайымдың күсере эшләй ине, ул минең баҡсала булмауымды «һатмай», өйгә тиклем алып ҡайтып ҡуя ине. Шунан, ашап алам да, тау битенә йүгерәм. Үләндәр, бөжәктәрҙе күҙәтәм. Иҫем китеп аттарҙы, тәбиғәтте яраттым. Баш ҡалаға кире күскәс, толҡа тапмағанда, баҡсанан ҡасып ҡараным, юғалған тип, дау күтәрҙеләр. Шунан бүтән балалар баҡсаһына йөрөмәнем, көндәремде өләсәй менән олатай янында үткәрҙем. Унан өсөнсө һанлы мәктәпкә уҡырға төштөм. Ауылдағы иркенлектән һуң йәм тапмай ыҙаландым. Йомоҡҡа әйләндем, үҙемде йыуатыр өсөн китаптар донъяһына сумдым. Шул хәтлем күп уҡый торғайным, үҫкәс, мотлаҡ китапханасы булырға хыялландым. Шулай ҙа, әсәйемдең кәңәшен тотоп, Мәскәү ҡалаһының финанс һәм иҡтисад институтының Өфө филиалында, аҙаҡ шул йүнәлештә аспирантурала ла уҡыным. Ләкин күңелемдә әҙәбиәткә, сәнғәткә булған һөйөү уты бер ҡасан да һүнмәне», – тип хәтерләй Луиза апай.
Әхмәт Лотфулла улы менән улар осраҡлы ғына, тәҙрә аша таныша. Шаярып ҡына, өйөнә яҡын Туҡай мәсете янында осрашырға һүҙ ҡуйышалар. «Ҡыҙыҡ өсөн, ысынлап та, килер микән, тип, ситтән ҡарарға ғына барғайным, тотолдом да ҡуйҙым. Шунан Әхмәт, Матросов паркына барайыҡ, миңә бер концерт тыңларға кәрәк, тигәс, радио ҡуйылған бағана эргәһендәге эскәмйәгә барып ултырҙыҡ. Ярты сәғәт тын да алмай башҡорт халыҡ йырҙарын тыңланыҡ та, ул мине өйөмә оҙатып ҡуйҙы. Икенсе күрешкәндә, минең уға ниндәй ҡарашта булыуымды ла белешмәйенсә, атайыңдар һине миңә бирергә ризалашыр микән, тип һораны. Аптырағас, әллә, тинем. Шәмбе көн дуҫым менән һөйләшергә киләм, тип ҡайтып китте. Әсәйемә әйттем. Табын әҙерләнек. Ул кисте Әхмәт кенә һөйләне, бүтәндәр тыңлап ҡына ултырҙы.
Тиҙҙән ул ғаиләбеҙҙе Заһир Исмәғилевтың «Шәүрә» операһының премьераһына саҡырҙы. Уның беҙҙе театрҙа ҡаршы алғаны хәтергә уйылып ҡалған, ҡара күк төҫтәге бик матур костюмда ине, бөтәһе лә уның менән күрешәләр, һүҙ ҡушалар, Әхмәткә тәүге тапҡыр шунда иҫем китеп һоҡланып ҡараным», – тип йылмая Луиза Мөжәүир ҡыҙы. Тиҙҙән улар яҙылыша һәм Әхмәт Фәтҡулла улы ҡайныларына йәшәргә күсә. Бер йорт эсендә өс быуын бик матур йәшәй, Луиза апайҙың олатаһы менән өләсәһе лә кейәүҙәрен бик үҙ итә.
«Атайым да, Әхмәт тә ашҡаҙан сирле булдылар, шуға әсәйем көн һайын бутҡалар бешерҙе, улар мейестә, көршәктәрҙә йылынып ҡына ултыра торғайны. Нисектер, Әхмәт менән әсәйем ғүмерҙәрендә бер тапҡыр һүҙгә килеште, кейәүе бик ҡаты әйткәс, әсәй ныҡ үпкәләгәндер инде. «Ҡыҙым, ирең бик ҡаты кеше, улыңды нисек тә күтәрербеҙ, айырыл да ҡуй, етмәһә, карьераңа ла ҡаршы, уҡыуыңды ташлама»,– тине. Мин аптырап ҡалманым, ултырып тороп уйланым. Үҙем эшләгән ерҙә күберәге ҡатын-ҡыҙ, улар йә айырылған, йә бөтөнләй кейәүгә сыҡмай яңғыҙ ҡартайып барыусылар. Ирҙәрһеҙ ҙә шәп йәшәйбеҙ, тигән булалар, үҙҙәренең һөйләгәне – гел ир-егеттәр. Юҡ, миңә бындай бәхет кәрәкмәй, тигән фекергә килдем.
Ул саҡта мин СССР Фәндәр Академияһының Өфө филиалында кесе фәнни хеҙмәткәр булып эшләй, аспирантурала ла уҡый инем, Петербургта бик шәп ғалим фәнни етәксем ине. Әхмәт: «Һин фән менән шөғөлләнә башлаһаң, мине, балаларҙы кем ҡараясаҡ һуң? Бер өй эсендә ике бөйөк кешегә бик ҡыйын буласаҡ бит», – тине. Өйләнешкән саҡта уҡ әйтеп ҡуйғайны ул миңә, Луиза, һин минең менән бәхәсләшмә, мин белгәнде генә һөйләйем, белмәгәнем тураһында ауыҙ ҙа асмайым, тип. Әсәйемә, айырылырға уйламайым да, тинем, аспирантураны ташланым һәм алты йыл бала ҡарап, Әхмәтте хәстәрләп, өйҙә ултырҙым. Иремдең ғаиләне ҡарарына бер ҡасан да, бер тамсы ла шикләнмәнем, аҡса бөтөп киткән саҡтарҙа ла, килеме булмай торған мәлдәрҙә лә, бөгөн булмаһа, иртәгә алып ҡайтырына ышандым, ул хаҡта уйланып ултырманым. Рәсем төшөргән сағында, янына ултырып, рәссамдар хаҡында китаптарҙы ҡысҡырып уҡый башланым. Ул тыңлай, мин уҡыйым, ҡылҡәләм оҫталары, уларҙың ижады, һынлы сәнғәт ғилемендәге төрлө йүнәлештәр хаҡындағы ҡалын-ҡалын йыйынтыҡтарҙың береһен дә ҡалдырманыҡ.
Әхмәт янып эшләне, ижады уға бер-бер артлы танылыу, уңыш килтерҙе. Ул көн һайын, бер туҡтауһыҙ төшөрҙө, илһам килгәнен көтөп ултырһаң, булмай ул, ти торғайны. Йәйҙәрҙе ғаилә менән гел ауылда үткәрҙек: Амангилделә, Асҡарҙа, Рауилдә. Биш йыллап Исҡужала йәшәнек, иң шәп эштәрен шунда яҙҙы. Ауылда миңә лә бик оҡшай торғайны. Әхмәт яҡташтарын, тыуған яҡ күренештәрен һынландырырға яратты, уларҙың ҡиәфәтен өйрәнде, тышҡы һыҙаттары аша холоҡтарын күрһәтергә ынтылды. «Донъя халыҡтарына милләтемдең ни тиклем бәҫле, дәрәжәле, һоҡланыуға лайыҡлы икәнен күрһәткем килә. Минең һүрәт төшөрөү оҫталығымдан башҡа бер нәмәм дә юҡ бит», – ти торғайны. Уның әҫәрҙәре аша бүтәндәрҙең башҡорттар тураһында мәғлүмәт алыуын, ошо яуаплылыҡтың үҙенә йөкмәтелеүен дә тойоп, үҙен ҡаты йүгәндә тотоп йәшәне. Миңә булған тойғоларын бер ваҡытта ла кеше алдында белдермәне. Тыуған көн, һигеҙенсе мартҡа ла бүләктәр алманы. Уның ҡарауы, билдәлелек яулап, сит илдәргә йөрөй башлағас, барған еренән сумаҙан-сумаҙан итеп миңә һәм балаларға кейем-һалым тейәп ҡайта торғайны, ә үҙенә бер нәмә лә алманы. Йырларға яратты ул, тауышы бик матур була торғайны. Классик көйҙәргә мөкиббән ине. Бер ваҡыт үҫмер сағында, ауылда, урамда китеп барғанында бағаналағы радионан «Карменды» ишетеп ҡалған, шуны тыңлап тик торған, опера тамамланып, иҫенә килгәндә, тирә-йүнен көрт баҫып киткән». Бөйөк ижадсының юлдашы шулай бер-бер артлы түгелгән хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты.
Әхмәт Лотфуллин бөтә нәмәне лә уйлап, тәфсирләп эшләргә яратҡан. Нимәләрҙе, кемдәрҙе төшөрөргә йыйыныуын махсус исемлеккә яҙған. Буласаҡ картиналарындағы мотивтарҙы алдан самалап, оҙаҡ уйлап йөрөгән, ҡайһы берәүҙәренең бишәр-алтышар эскизы һаҡланған хатта. Рус һынлы сәнғәтен бик яратҡан. Тәүге йылдарҙағы эштәрендә ун туғыҙынсы быуаттағы урыҫ рәссамдарына хас ҡуйы төҫтәр өҫтөнлөк иткән. Шунан ул үҙенең донъяны ҡабул итеү, төшөрөү ысулын тулыһынса үҙгәртеп, яҡты палитраларға күскән. Белгестәр әйтеүенсә, улайтып үҙҙәрен бер ҡалыптан ҡотолдора, тулыһынса үҙгәртә алған рәссамдар бик һирәк, был бик ҙур ихтыяр көсө һәм тынғыһыҙ хеҙмәт талап итә. Эргәһендә һәр ваҡыт ни әйтһә, шуны хәҡиҡәт тип таныған, уны эскерһеҙ яратҡан, сәнғәткә үҙенсә хеҙмәт иткән күңел фәрештәһе, Луизаһы булмаһа, беҙ ул тыуҙырған камил донъя менән һоҡлана ла алмаҫ инек, бәлки.
Балалары Фәрхәт менән Мансур үҫә төшкәс, Луиза Мөжәүир ҡыҙы һөнәре буйынса ла, башҡа урындарҙа ла эшләй, ләкин һөйгәненә ярҙам кәрәккән осорҙарҙа ул гел, барыһын ташлап, уға булыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәрхәт мәрхүм инде. Был хәл – ғаиләнең оло ғазабы. Мансур ғаиләһе менән Петербургта йәшәй. Уның улы Радмир бала сағынан эпостар, риүәйәттәр менән ҡыҙыҡһына. Европа халыҡтарының сагалары менән бик мауыҡҡан осоронда Шотландияға барып, риүәйәттәрҙә һөйләнгән ерҙәр буйлап сәйәхәт тә ҡылған. Үҙе лә батырҙар тормошон һүрәтләгән әҫәрҙәр яҙа икән. «Быйыл мәктәпте тамамларға йыйынған ейәнемдә ҡарт олатаһы Мөхәммәтшаның рухын тоям», – ти өләсәһе.
Луиза апай тормош юлдашына гел һоҡланып йәшәгән. «Ысынлап та, бер тапҡыр ҡаршы әйткәнегеҙ булманымы?» – тип аптырайым. «Ул хаҡлы булмаҫҡа мөмкин икән, тип уйлап та ҡарағаным булманы. Өйҙән тыштағы төрлө мәсьәләләрҙе сисеүгә, аҡса табыуға һәм башҡа нәмәләргә уның ғына яуаплы булыуы уңайлы ла ине, бер яҡтан. Миңә йортто йәмле тоторға һәм күңелдәре тыныс һәм күтәренке булһын өсөн тырышырға ғына ҡала ине», – ти ул.
Ғәзиз кешеһе инде биш йыл янында булмаһа ла, һаман уның хәстәрҙәре менән йәшәй. Рауилдәге йорттарын, мәсет итеп эшләтеп, ауыл халҡына бүләк иткән. Рәссамдың әсәһе яҡлап олатаһы Хәләф заманында ошо ауылда мәҙрәсә тотҡан, атаҡлы мулла булған. Изге йорт хәҙер уның яҡты иҫтәлеге булып ултыра. Абҙаҡта бишенсе йыл инде яҙғы каникулдарҙа Әхмәт Лотфуллин көндәре үтә. Баш ҡаланан рәссамдар төркөмө бара. Луиза Мөжәүир ҡыҙы йыл һайын шунда сығыш яһай. Үткән йыл Башҡортостан Рәссамдар союзы менән берлектә ун ике рәссамды Әхмәт Лотфуллинды илһамландырған ерҙәр буйлап йөрөткән. Ул һыу ингән йылғаға сумғандар, ул һоҡланған тауҙарға ҡарап һөйөнгәндәр. Хатта Мөхәммәт ауылы эргәһендәге Йәдкәр ташына Әхмәт Лотфуллин 1948 йылда яҙып ҡалдырған яҙыуҙы ла алып барып күрһәткән. Был мәҡәлә яҙылған көндәрҙә, Луиза апай тағы ла Абҙаҡҡа, рәссам көндәрен үткәрешергә китергә йыйына ине. Ҡасандыр һөйгәне йөрөгән юлдарҙы һыуытҡыһы килмәй, ул яратҡан тауҙарҙы, урмандарҙы, үҙе, Әхмәте күҙҙәре менән ҡарап, һоҡланыулы ҡарашы менән иркәләп ҡайтҡыһы килә. Даһи ҡараштарын һағынған донъя етемһерәмәһен тип!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Ангел души художника
Творческую личность вдохновляют природа и женщина. Предназначение обеих – продолжение рода, сохранение красоты. В картинах Ахмата Лутфуллина нет места искусственности. На его рисунках нет женщин в дорогих одеждах и драгоценностях. Лица, написанные живописцем, излучают светлую чистоту и внутреннее благородство.
Меня очаровал портрет женщины в красной кофте, с волнистыми черными волосами, с осторожным и испытывающим взглядом косули, стоящей на краю скалы. Во взгляде красавицы, ожидающей ребенка, есть еле заметные искорки счастья, и кажется, что, если она улыбнется, они так и вспыхнут, озаряя все окружающее пространство. Несмотря на то, что сердце ее волнуется перед неизвестностью, она очень довольна сегодняшним своим состоянием. Столь очаровательная естественность бывает только у тех женщин, которые купаются в любви. В ее сущности торжествуют радость жизни и внутренняя уверенность.
Это не удивительно, ибо на картине изображена единственная любовь мастера, верная и надежная жена, которая верила в его таланты и возможности даже больше, чем он сам, и всю жизнь оберегала творческий мир художника, Луиза Мужавировна.
Немало я видела красивых женщин, и трудолюбивых, и сильных… Однако еще не приходилось мне встречать женщин, умеющих быть счастливыми в любви, как Луиза-апай. Довелось мне лишь по книжке узнать о том, какими чертами надо обладать, чтобы быть счастливыми в личной жизни – об этом есть книжка Хелен Анделин «Очарование женственности». «Наверняка, среди нас тоже есть счастливые, только я не знаю их», – думала я после прочтения этой книги. Именно в этот момент мне довелось познакомиться с Луизой-апай. Она мне показалась женщиной, сошедшей сос страниц этой книги.
Луиза-апай – внучка одного из великих сыновей нашего народа Мухаматши Бурангулова. Сызмальства она видела уважительное отношение бабушки к деду. Бабушка Зайнап всеми силами старалась создать условия для того, чтобы дедушка мог заниматься творчеством, не требовала у него денег и умела довольствоваться тем, что имели. Отец ее, Мужавир Фазылов из Учалов, был директором педучилища №1 в Уфе до того времени, пока не объявили тестя «врагом народа». Мать его долгие годы преподавала в этом училище математику. «После войны мой отец был назначен директором Поляковской школы Учалинского района. Всей семьей мы переехали в деревню. Те годы остались в памяти как самые счастливые. Утром отводили меня в детский садик, а я убегаю, иду в конный двор, целый день вожусь с лошадьми. Там работал кучер моего отца, он меня не выдавал, а потом провожал меня до дома. Поужинав, я бегу к горе. Наблюдаю за растениями, насекомыми. Безумно любил природу, лошадей. Когда снова переехали в столицу, и становилось невмоготу, пробовал сбежать из садика, но из-за этого подняли ужасный шум. После этого события я больше не пошел в садик, дни проводил у бабушки с дедушкой. Потом отдали меня в 3-ю школу. После деревенской свободы мы было очень трудно привыкать к условиям города. Замкнулся в себе, чтобы как-то утешить себя, погрузился в чтение книг. Читал очень много, мечтал стать библиотекарем. Все же по совету матери учился в Уфимском филиале Московского финансово-экономического института, затем в соответствующей аспирантуре. Но в душе никогда не погас огонь любви к литературе, искусству», – рассказывает Луиза-апай.
С Ахметом Лутфуллиным она познакомилась случайно, через окошко. Шутя условились встретиться у мечети на Тукаева. О дальнейших событиях она рассказала следующее: «Пошла я просто из интереса, чтобы со стороны понаблюдать и узнать – придет он или нет. Но была разоблачена. Далее Ахмет сказал, что ему надо послушать один концерт, для этого мы пошли в сад Матросова и сели на скамейку у столба с тарелкой. Полчаса мы, затаив дыхание, слушали башкирские народные песни, и он проводил меня до дома. На втором свидании, даже не спросив моего мнения на счет замужества, спросил, согласятся ли мои родители выдать меня за него. Я удивилась и ответила, что не знаю. Он сказал, что придет в субботу с другом. Я сказала матери. Мы занялись приготовлениями. В тот вечер говорил только Ахмет, все остальные слушали.
Скоро он пригласил нашу семью на премьеру оперы Загира Исмагилова «Шаура». В памяти осталось, как он встретил нас: он был в очень красивом костюме темно-синего цвета, все с ним здоровались, останавливались обменяться несколькими словами. Я тогда первый раз смотрела на Ахмета с восхищением».
Скоро они расписываются, и Ахмет Фаткуллович переезжает жить в дом тестя. Все три поколения живут вместе очень дружно, зять пришелся по душе и дедушке с бабушкой Луизы.
«И отец мой, и Ахмет страдали желудком, поэтому мама каждый день варила каши, горшки стояли тепленькие в печке, – рассказывает Луиза-апай. – Как-то мама с Ахметом поссорились, это случилось один раз в жизни, но мама, наверное, очень обиделась. «Дочка, – молвила она, – муж твой чересчур строгий, разведись, сына твоего как-нибудь поставим на ноги. К тому же он против твоей карьеры, ты не бросай учебу», – сказала она. Я не растерялась, села и задумалась крепко. Там, где я работала, в основном женщины, многие из них или разведены, или старые девы. Говорили они, что и без мужей прекрасно живут, а у самих на языке была одна тема – мужчины. Я решила, что мне не нужно такого счастья.
Тогда я работала младшим научным сотрудником в Уфимском филиале Академии наук СССР, училась в аспирантуре, очень известный ленинградский ученый был моим руководителем. Ахмет сказал: «Если ты начнешь заниматься наукой, то кто будет воспитывать детей? Неуютно будет в одном доме двум великим личностям». Уже при женитьбе он предупредил меня, что не надо с ним спорить, что он имеет привычку говорить только о том, что хорошо знает, а если о чем-то не владеет информацией, то слова про то не скажет. Матери я сказала, что и не подумаю развестись, бросила аспирантуру и шесть лет сидела дома. Я никогда не сомневалась в том, что мой муж оставит нас не прокормит, даже когда оставались без копейки, я верила, что не сегодня, так завтра он все равно заработает. Когда он рисовал, я обрела привычку читать ему вслух книги о художниках. Он слушает, я читаю, толстые книги о художниках, их творчестве, о направлениях и течениях в живописи, науке рисования – ничего не осталось без внимания, все мы прочитали с ним.
Ахмет вдохновенно работал, творчество ему принесло признание и славу. Он рисовал каждый день, без остановки, он предпочитал постоянно работать, чем прозябать в ожидании вдохновения. Каждое лето мы проводили в деревне: в Амангильдино, Аскарово, Равилево. Около пяти лет жили в Искужино. Мне всегда нравилось жить в деревне. Ахмет любил писать картины с земляками, изучал их внешность, внутренний мир. Он говорил: «Народам мира хочу показать, насколько моя нация достойна признания, уважения и восхищения. Я ведь никакой возможности, кроме рисования, для этого не имею». Он всегда держал себя в узде, чувствовал большую ответственность за передачу человечеству информации о башкирах. Он никогда не демонстрировал свои чувства ко мне перед другими людьми. Не покупал подарки ко дню рождения или к 8 Марта. Зато, когда получил признание и стал ездить по миру, то чемоданами привозил мне и детям разную одежду, нужные нам вещи, а себе не покупал ничего. Любил петь, у него голос был приятный. Безумно любил классическую музыку. Однажды, еще подростком, шел по улице и, услышав по радио на столбе музыку «Кармен», застыл на месте, слушал оперу, а когда спектакль закончился, он обнаружил, что его уже снегом замело – в тот день был сильный снегопад». Жена великого художника, не останавливаясь, рассказывала нахлынувшие воспоминания.
Ахмет Лутфуллин имел привычку делать все основательно. У него был список тех, с кого он собирался писать портреты, долго обдумывал мотивы будущих картин, для некоторых работ создавал по пять-шесть эскизов. Любил русскую живопись. В работах первых лет у него преобладали темные сочные краски, как у русских художников 19 века. Затем он изменил полностью восприятие мира, манеру рисования и перешел на светлые палитры. По мнению специалистов, очень редко встречаются художники, которые полностью могут отказаться от каких-то усвоенных шаблонов и перейти к абсолютно новому. Если бы рядом с ним не было бы Ангела по имени Луиза, которая беззаветно его любила, воспринимала каждое его слово за веру и по-своему служила искусству, то нам, возможно, не пришлось бы любоваться совершенным миром, созданным кистью великого художника.
Когда подросли дети Фархат и Мансур, Луиза Мужавировна заступает на работу. Трудилась она и по специальности, и на других работах, но когда требовалась помощь мужу, то она бросала все и помогала ему. К сожалению, сегодня нет в живых Фархата. Это – огромная боль семьи. Мансур с семьей живет в Петербурге. Его сын Радмир с детства интересуется эпосами, легендами. Когда был увлечен сагами европейских народов, съездил в Шотландию, путешествовал по местам, описанным в этих произведениях. Сочиняет произведения о доблестных героях. «Во внуке, который в этом году окончит школу, замечаю дух его прадеда Мухаматши Бурангулова», – говорит бабушка.
Луиза-апай всю жизнь восхищалась мужем. Не могу скрыть своего удивления: «Неужели ни разу не возразили ему?» Она отвечает: «Мне даже в голову не приходило то, что он может оказаться не прав. С одной стороны, было удобно то, что за все внешние проблемы, за добычу денег отвечал только он. Мне оставалось лишь содержать дом в порядке и стараться, чтобы у всех душа была спокойна, и ничего не испортило настроения».
Пять лет как любимый муж покинул этот мир, но Луиза-апай продолжает жить его заботами. Дом в Равилево переделала в мечеть и подарила населению деревни. Дед художника со стороны матери Халяф в свое время держал в этой деревне медресе, был известным муллой. Священный дом сейчас посвящен его светлой памяти. В Абзаково уже пятый год в весенние каникулы проводятся дни Ахмета Лутфуллина. Приезжает сюда группа художников из столицы. Там выступает Луиза Мужавировна. В прошлом году совместно с Союзом художников Башкортостана организовала путешествие по местам, вдохновившим в свое время Ахмета Лутфуллина. Купались там, где он купался, радовались, глядя на горы и скалы, его восхищавшие. Даже посмотрели запись, вырезанную Ахметом Лутфуллиным на камне Ядкар в 1989 году. На днях Луиза-апай опять съездила на состоявшиеся дни художника в Абзаково. Она не хочет, чтобы осиротел мир, скучающий по взгляду гения.
Гульнара ХАЛЬФИТДИНОВА.

Теги: