Дин – йәндең шифаһы
Ғаиләлә бәхетле булыу серенең бер яртыһы – түҙемлелек, икенсеһе – быуындан-быуынға күсә килгән йолаларға һәм дин тәртиптәренә тоғролоҡтан тора, тип әйтелә бер хәҙистә. Ауыр ваҡыттарҙа оло инәйҙәрҙән кәңәш һораһаң, улар, ысынлап та, иң тәүҙә: «Сабыр бул, балам, сабырлыҡтың төбө – һары алтын», – тиҙәр. Шунан үҙҙәренең тәжрибәләренә ата-бабаларҙың да аҡылын ҡушып, кәңәш бирәләр. Йолаларыбыҙға ярашлы ҡот ҡойҙороу, тел-теш ҡырҡыу, тупһа эргәһенә өшкөрөлгән даға ҡағыу һәм башҡа донъя именлеген һаҡларлыҡ ғәмәлдәрҙе атҡаралар. Төрлө ауыр күңел халәтенән ҡотҡарырлыҡ шифалы доғаларын уҡыйҙар. Ислам динендә кешенең һәр бер йән ғазабын еңеләйтер доғалар бар, эс бошҡанда, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн, иреңдең ярһыуын баҫыу һәм башҡа бик күп төрлөләре. Ғаилә именлеге һағында тороусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уларҙы көндәлек тормошта ҡулланыр форсат таба.
Бөгөн был доғаларҙың, ысынлап та, шифалы булыуын фән дә таный. Тикшеренеүҙәр үткәреп, ғалимдар доғаларҙың йышлығы 8 Гц-ҡа тиклем икәнен асыҡлаған. Шуға ла улар күңелде тынысландыра, уйҙарҙы тәртипкә килтерә, зиһенде туплай, тип иҫбат итә Америка ғалимдары. Ә япондар Ҡөрьән һүҙҙәрен, изге кешеләрҙең исемен ҡабатлау һәм нәшидтәр /ислам динендәге көйләп уҡыла торған текстар/ уҡыу һыуҙың төҙөлөшөн, нурланышын үҙгәртеүен тәжрибәләр ярҙамында иҫбат итте. Шәкәр менән тоҙ ҙа, сөрөк һыу һеңдергән һымаҡ, мәғлүмәтте үҙенә тиҙ һеңдерә һәм оҙаҡ һаҡлай. Шуның өсөн дә ағинәйҙәр ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшырта торған доғаларҙы уҡып, йә һыуҙы, йә шәкәр-тоҙҙо өшкөрөп биргән. Аллаһы Тәғәлә ебәргән был ысулдар менән дауаланыу киң таралған булған.
Бағымсыларға һәр ваҡыт оло хөрмәт менән ҡарағандар. Ул тәңгәлдә Мөжәүир хәҙрәтте иҫкә төшөрөп китеү ҙә етә. Ундай дауаларҙың сихыр менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Сихырсыларға, күрәҙәселәргә йөрөү – динебеҙҙәге оло гөнаһтарҙың береһе. Сихыр – шайтандан, сихырсылар ҡара көстәр менән эш итә. Шуның өсөн дә, бигерәк тә сыуаш, мәрйә ҡатындары киң ҡулланған, үҙеңде көсләп яраттырыу, йәки кем дә булһа берәүҙең икенсегә ҡарата хистәрен һүрелтеү өсөн үткәргән төрлө әмәлдәрҙән, әлбиттә, мосолман ҡатын-ҡыҙы алыҫ торорға тейеш. Был, беренсенән, иблескә хеҙмәт итеү булһа, икенсенән, кешене үҙ теләгенән тыш нимәлер эшләргә мәжбүр итеү ислам динендә бөтөнләй хупланмай. Хатта динде лә көсләп таҡмайҙар, һәм уны әлегә ҡабул итмәүселәргә лә хөрмәт менән ҡарарға ҡушалар. Ә бағымсылар, өшкөргәндә, доға ҡуллана. Аҡыллы кешегә сихырсынан бағымсыны айырыуы артыҡ ауыр түгел. Шуға ла ире менән матур мөнәсәбәттәрен һаҡларға теләгән ҡатын-ҡыҙҙың зиннәт һандығында төрлө ваҡытта уҡый торған доғалар йыйынтыҡтары булыуы бер ҙә насар булмаҫ.
«Таш менән атҡанға ла аш менән ат», – ти милләтебеҙҙең аҡыл хазиналарын һаҡлаған мәҡәлдәрҙең береһе. Был һүҙҙәр ғаилә тыныслығы өсөн яуаплы ҡатын-ҡыҙҙарға төбәлгән кеүек. Һәр ҡыҙ һөйгәне менән бәхетле булырға хыялланып тормошҡа сыға. Ләкин, бергә тора башлағас та, икенсе яртыһының етешһеҙлектәрен аңғара башлап, йыш ҡына күңеле төшә. Үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар тыуа, яйлап бер-береңә ҡарата үпкә йыйыла. Был осраҡта донъяла бер китеңке яғы ла булмаған бәндә юҡ икәнен аңларға тырышырға кәрәк. Бер кем дә фәрештә түгел, беҙ – кешеләр. Ә тормош, беҙгә кәртәләр һәм һынауҙар ҡуйып, рухыбыҙҙы сыныҡтыра икәнен ҡабул итергә. Икенсе яртың һиңә оҡшамаған өсөн генә йәшәү ҡиммәттәрен, фиғел-ҡылығын үҙе теләп үҙгәртмәйәсәк. Уның теге йәки был һыҙаттарын асыҡтан-асыҡ тәнҡитләп торғанда бигерәк тә. Ләкин был иреңдең тупаҫлығына, ялҡаулығына йә башҡа үҙеңә оҡшамаған сифаттарына риза булып йәшәргә кәрәк тигәнде аңлатмай. Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә хас һығылмалылыҡ, аҡыллы хәйләкәрлек һәм хистәрҙе йүгәнләй белеү кеүек гүзәл сифаттарҙан үрелә бәхет бетеүе. Был – ҡатын кешенең шәхси сере, ир-егеткә уны белеү мотлаҡ түгел.
Корей халҡында бер ҡыҙыҡ риүәйәт бар. Юн Ок исемле ҡатын аҡһаҡалға кәңәш һорап килгән. «Миңә ирем бик ҡәҙерле. Ул һуңғы өс йылда һуғышта йөрөнө. Унан бик үҙгәреп ҡайтты, мин һөйләгәндәрҙе ишетмәй, бешергәнемде оҡшатмай, тик торғандан ҡысҡырына башлай. Дөгө эшкәртеү урынына, көнө буйы алыҫҡа текәлеп, тау битендә ултыра. Миңә араларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн берәй шифалы сара кәрәк», – тигән. Бабай уға юлбарыҫтың бер мыйығын йолҡоп килтерергә ҡушҡан. Төндә, ире йоҡлағас та, Юн Ок дөгө ҡушып быҡтырылған ит һалынған көршәген тотоп, януар йәшәгән тауға киткән. Алыҫтан ул юлбарыҫтың мәмерйәһенә ҡарап торған да, тауыш биреп ҡараған. Хайуан башын да сығармаған. Һәр төндә ҡатын өңгә бер аҙымға яҡыныраҡ барған. Юлбарыҫ сығырға ашыҡмаһа ла, яйлап ҡатынға күнеккән. Бер мәл Юн Ок мәмерйәгә таш ташларлыҡ яҡынлыҡҡа килергә баҙнат иткән. Был юлы януар сыҡҡан, ай яҡтыһында уларҙың ҡараштары осрашҡан. Киләһе төндә лә шулай ҡабатланған. Был юлы ҡатын уға тынысландырғыс тауыш менән өндәшкән. Икенсе юлы юлбарыҫ ҡатындан күҙҙәрен алмай ғына көршәктәге аҙыҡты ашап ҡуйған. Тағы ла бер тәүлектән Юн Окты юлбарыҫ инде юл сатына сығып көтөп торған. Тауға йөрөй башлауына ярты йыл булды тигәндә, Юн Ок айбар йәнлекте ялынан һыйпап, ни өсөн килеүен аңлатҡан һәм бер мыйығын йолҡоп алған. Уны ҡартҡа алып барған. «Эй, һылыуым, һинең ирең юлбарыҫтан да ажарыраҡмы ни? Изгелегең һәм наҙың менән анауындай януарҙың йөрәген иреткәнеңде яҡын кешеңде яҡшылыҡ менән еңә алмаҫмын тип икеләнмә лә», – тигән.
Хикәйәттән күренеүенсә, ҡурҡыныс юлбарыҫты ла ҡулға эйәләштерер ҡөҙрәт бар ҡатын-ҡыҙҙа. Әле бит юлбарыҫты түгел, бөгөн нәфрәтләнеп ҡараһа ла, ҡасандыр меңдәр араһынан һине генә һайлап алған, йәшәй торғас, инде холҡо ла таныш булып бөткән, эргәңдәге хәләлеңде генә көйләр кәрәк. Эйе, бер тапҡыр ул һинең ашҡа тоҙҙо әҙерәк һалыуыңды оҡшатмаған, икенсе юлы һин уның ойоҡтарын карауат аҫтына ырғытыуына асыуланғанһыңдыр. Шунан ул һинең өйҙә әрпеш йөрөүеңә, ә урамға матурланып сығыуыңа көйгәндер, ә һин уға, аҡса етмәй, тигәнһеңдер. Әҙме ни шунда төрлө сәбәп. Баштан һәр береһен хәл итеп бармағас, шулай өйөлгәндер нәфрәт тауы. Бер ҡуҙҙан ғына ла янғындар сыға бит тәбиғәттә. Ә ул көйләү ысулдарын кем өйрәткән һуң беҙгә? Әсәйҙәр йыш ҡына көндөҙ эштә, кисен өйҙән бушамай. Өләсәйҙәр әйтә лә ул, күп осраҡта улар хәбәрен иҫкелек ҡалдығы тип, етдигә лә алмай йәш-елкенсәк. Беҙҙе, мәҫәлән, йәш саҡта илебеҙ өҫтөнә дауыл булып ябырылған көнбайыш мәҙәниәте, ялтыр журналдар һәм сит ил сериалдары арбаны. Уларҙа күрһәтелгән мөнәсәбәттәр ҡалыбы шул хәтлем алдынғы һәм заманса күренә ине, шулаймы? Ғаиләлә быуындар араһы ныҡ булғандарға былар ҡағылмайҙыр ҙа, шулай ҙа күпселек өсөн уртаҡ был күренеш.
Минең өләсәйем дә кешеләрҙе өшкөрөп дауаланы, сыҡҡан йә кимәлйегән быуындарын да ултырта ине. Ә олатайым ауылдаштарының аяҡ-ҡулдары һынған осраҡтарҙа шына һала торғайны. Өләсәй беҙҙе табынға «бисмилла»һыҙ ултыртманы, «әлхәмдүлиллә»һеҙ торғоҙманы. Уның тағы ла бер ҡыҙыҡ яғы бар ине, бешергән нәмәһе әллә ни уңмаған сағында ла, ризығын өҫтәлгә, шул хәтлем тәмле булған, тип маҡтай-маҡтай ултырта торғайны. Уның был холҡон мәрәкә итеп әле лә хәтерләп алалар. Һәм бына әле мин, ислам диненең ғаилә йылыһын һаҡлау өсөн яҙылған ҡанундарын өйрәнгән саҡта, өләсәйемдең ошо сәйер ҡылығының уның бәхет асҡысы булыуын аңлап, шаңҡып киттем. Ысынлап та, ауыр йылдарҙа йәшәһәләр ҙә, бәхетле ғүмер кисергән ул. Ете балаһын да үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған. Балалары башлы-күҙле булып бөткәс, олатай менән икәү генә торҙолар. Бөтә ауыр эште олатайым үҙе башҡара ине. Эсмәне, тартманы, иң мөһиме – өләсәйгә шул хәтлем йомшаҡ булды, уның һүҙенән сыҡманы. Өләсәйемдең заманы өсөн бик арыу әллә нисә туны, төрлө-төрлө күн итектәре бар ине. Күлдәктәрҙе киң итеп, башҡортса балитәкләп үҙе тегеп кейә торғайны, башынан яулығы бер ҡасан да төшмәне. Мәрхүмә булғанына инде 17 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның ниндәй зирәк аҡыллы, иң мөһиме – бәхетле ҡатын булыуын әле лә онотмайҙар. Олатайым ҡабат өйләнмәне, әле уға, Аллаға шөкөр, 97 йәш. Өләсәйемдең бәхет асҡысына мәҡәлә аҙағында тағы ла бер әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.
Дағстанда сыҡҡан «Ас-Салам» гәзитендә бер осраҡ бәйән ителгән. Ғаиләлә, ағай-эне араһында, мал бүлешеү арҡаһында оло низағ сыҡҡан. Бәхәскә нөктә ҡуйырға дин әһелен саҡырғандар. Халыҡ йыйылғансы ашап алайыҡ, тип уны табынға ултыртҡандар. Өҫтәлдәге тауыҡ боттарын күреп, хәҙрәт: «Үҙегеҙҙең ҡурананмы?» – тип һораған. Хужабикә: « Беҙ ҡош тотмайбыҙ, хәҙер бит магазинда бөтәһе лә бар», – тигән. Имам: «Талаш сығыуҙың бер сәбәбе асыҡланды», – тигән.
Ниңә дин нигеҙҙәренә таянып йәшәгән ғаиләләрҙә бер-береһенә ҡарата ихтирам, үҙ-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә? Сөнки улар аш-һыуҙы әҙерләү һәм ҡабул итеүҙең мосолманса тәртиптәрен ҡаты тота.
Ни өсөн динебеҙ ашарға бешерер алдынан тәһәрәтләнергә ҡуша һуң? Тәһәрәт алған саҡта йыуылған тән өлөштәре баш ярымшарҙары ҡабығындағы үҙәктәрҙе әүҙемләштерә. Улар әүҙем саҡта аң үҙенән-үҙе теләктәрҙе һәм ҡылыҡтарҙы ҡулға ала.Тәһәрәтле кеше уйҙарын иләк аша үткәрергә, улай ғына түгел, улар менән идара итә алыуға һәләтле. Уның тарафынан бешерелгән ризыҡ та бүтәндәргә аң торошон тәртипкә килтерергә булышлыҡ итә.
Динебеҙҙә, ҡатын-ҡыҙға күрем күргән мәлдә ашарға әҙерләргә кәңәш ителмәй, сөнки ул ваҡытта ҡатындар Ҡөрьән уҡымай, тип аңлатыла. Немец биофизиктары, был хәлде тикшереп, күрем күргән саҡта ҡатындарҙа гормондар тигеҙһеҙлеге күҙәтелеүен асыҡлаған. Тән был көндәрҙә зыянлы токсиндарҙан да ҡотола икән. Улар ҡулдағы бармаҡ яҫтыҡтарында урынлашҡан биҙҙәр аша сыға. Шуға ла, күрем булғанда, ул насар матдәләр ҡул аша ризыҡҡа эләгеп, бүтәндәргә насар тәьҫир итмәһен өсөн индерелгән ул тыйыу.
Алдараҡ өләсәйем хаҡында һөйләп үткәйнем. Яраштырған ашы көйөңкөрәп йә башҡаса уңмайыраҡ киткәнендә лә ризыҡты өҫтәлгә маҡтап ултыртыуын әйткәйнем. Шул мәлдәрҙә лә ул кәйефен төшөрөп, ашты хурлап, уны хозурһыҙ итеүҙән тыйыла алған, тимәк. Ул әҙерләгән аҙыҡ һәр саҡ яҡты нур менән һуғарылған бит. Бәхет асҡыстары ла шунан булған.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Теги: