“Башҡортостан ҡыҙы” йәшәһен, сәскә атһын!

Һаумыһығыҙ ҡәҙерле ре­дакция!
Һеҙгә Ейәнсура районы Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгән Факия апайығыҙ яҙа. Миңә – 72 йәш. Ғүмерем буйы “Башҡортостан ҡыҙы” журналын алдырҙым. Журналда яҙылған Башҡортостан ҡыҙҙары менән ғорурланып, уларға һоҡланып йәшәнем. Матур журнал сығараһығыҙ. Афарин!
Беҙ тормош иптәшем менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек.
Ауылыбыҙ йәмле ерҙә урынлашҡан, ҡаршыла ғына ап-аҡ ҡайынлыҡ теҙелгән. Ишек алдыбыҙҙан ҙур булмаған йылға аға. Һыуы шифалы, татлы, уны тәмләп ҡараған кеше ошо ергә ғашиҡ була, тиҙәр.
Беҙҙең ауылда ла уңған ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. Үҙем, өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, шартлата баҫып, йүгереп йөрөйөм. Хоҙайға рәхмәт инде. Сәләмәтлектән айырмаһын. Яратып баҡса үҫтерәм, сәскәләр сәсәм. Ҡош-ҡорт тотам. Йәйен, болон-ҡырҙарҙа еләк-емеш йыйып, ҡайнатмалар яһайым. Факия апайығыҙ маҡтана икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Маҡсатым – бары ҡыуаныстарым менән уртаҡ­лашыу.
Беҙҙең матур тәбиғәтле, хозур Ҡыҙылъяр ауылына ла ҡунаҡҡа килегеҙ! “Башҡортостан ҡыҙы” йәшәһен, сәскә атһын, тигән теләктәмен!
Ҡайнар сәләм менән,
Факия БИКБАЕВА.
Ейәнсура районы,
Ҡыҙылъяр ауылы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook