Бармы ул теге донъя?

Тормошта мөғжизәле, ғәҙәттән тыш хәлдәр йыш осрап тора. Күрәҙәселәр, имселәр, алдан күреүселәр күбәйгән­дән-күбәйә. Дин теге йәки был хәлгә үҙенсә баһа бирһә, фән әһелдәре үҙҙә­ренсә аңлата.
Башҡорттар араһында ла теге йәки был имеш-мимешкә ышаныусылар ҙа, уны һанға һуҡмаусылар бар. Кешенең йән бире­үен, теге донъяға китте, тиҙәр. Теге донъя, параллель донъя ысынында бармы ул? Ниңә кемдер йәннәткә эләгә, икенсе берәү - тамуҡ­ҡа? Хатта кешене ер ҡуйынына тапшырғас та, уның йәне 40 көн буйы өйҙә йөрөй, тиҙәр.
Ғалимдар Антарктидала магнит аноманиялары күҙәтелеүе тураһында хәбәрҙәр еткерә башланы, йәнәһе лә ундағы Көнсығыш күле янында ер аҫты батшалығына инеү юлы бар. Ер шары­ның бер бөтөн булыуы тураһындағы тәғлимәтте берәү ҙә кире ҡаҡмай, әммә уның полюстарынан ер аҫтына инеү урындары бар икән. Әммә улар бер ниндәй ҙә мәмерйә, юл, уйылған ер тү­гел. Бары ниндәйҙер энергетик көс, уны ҡул менән тотоп ҡарап булмай, ул – “параллель” донъя.
Теге донъя барлығын иҫбатлаусы миҫалдар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Дана Форсайт исемле Британия ҡатыны теге донъяға күсеү юлын табыуын хәбәр итеп, йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырҙы. Уның асышы теге тормоштоң әлеге беҙҙеке менән оҡшаш йәки уның күсер­мәһе булыуын ғына иҫбатлауға ҡайтып ҡала. Ләкин унда бер ниндәй ҙә ауырыу, көсөргәнеш, һуғыш сығыу ҡурҡынысы юҡ. Иҫ китмәле тыныслыҡ хөкөм һөрә.
Форсайттың был тикшеренеүгә тотоноуына 1998 йылда Кант ҡалаһының көлкө ҡаласығы аттракционынан дүрт үҫмерҙең ғәжәп рәүештә юғалыуы сә­бәпсе була. Өс йылдан – тағы ла икәү. Аҙаҡ – тағын. Полиция, балаларҙың юғалыу ваҡиғаһын тикшергәндә, бер ниндәй енәйәт эҙҙәре тапмай. Асыҡланыуынса, был үҫмерҙәр бер-береһе ме­нән таныш, ә юғалған ваҡыттары айҙың һуңғы кесе йомаһына тап килә. Эҙлә­неүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләр бир­мәй. Аттракционды япҡас ҡына юға­лыуҙар туҡталып тора.
Форсайт: “Бының сере ундағы бер кәкре көҙгөлә,”– ти. Үҫмерҙәрҙең бере­һе яңылыш ҡына шул көҙгөнө асып, “ҡапҡанға” эләгә лә инде. Артынан уға ҡыҙыҡҡан иптәштәрен дә саҡырып ала.
Беҙҙең яҡташыбыҙ, профессор Эрнст Мулдашев та Тибеттағы пирами­да­ларҙы тикшергән ваҡытта кәкре көҙ­гөләргә тап була. Сәйәхәтсе билдәлә­үенсә, пирамидалар – дүрт бү­лемле па­раллель донъяның ҡапҡаһы. Өс мө­йөшлө пирамидаларҙы юҡҡа ғына дүрт яҡлы йәки дүрт мөйөшлө нигеҙ тотоп тормай. Шуға ла беҙгә күренмәгән дүрт бүлемле теге тормошта биш бү­лемлеһе лә булыуы мөмкин, уның нигеҙен биш мөйөшлө донъя тәшкил итәлер, ти ғалим. Мулдашев Мысыр пи­рамидаларын теге донъянан беҙҙең өсмөйөшлө донъяға килгән кешеләр төҙөгәнлегенә ышандыра. Нефертитиҙы алайыҡ: уның бу­йы – 3,6 метр һәм артҡа сығып торған ҙур башы булыуы билдәле. Мысырҙың боронғо башлығы Эхнатондың иһә буй оҙонлоғо – 4,5, ә та­ғы ла борон­ғораҡ дәүләт етәкселәре Хаторҙарҙың 18 метрға тиклем еткән­леге асыҡлан­ған.
Ошо әлеге пирамидалар эсендә Мулдашев экспедицияһы күп һанлы ярымтүңәрәк, тулҡын рәүешендәге таштарға юлыға. Уларҙын өҫкө йөҙ­ҙәре шыма булғанға ла көҙгө тип атайҙар. Тикшеренеүселәр бында үҙ­ҙәрен иркен тота, еңел хис итә. Көҙ­гөләр янында кемдер бала сағын күрә, кемдер билдәле булмаған урындарға бар­ғандай була. Ғалим иҫәпләүенсә: “Көҙгөләр янында ваҡытты үҙгәртеп, тирә-йүн менән идара итергә була. Боронғо риүәйәттәрҙә яҙылыуынса, ошо көҙгөләр ярҙамында теге донъяға сығырға мөмкин.”
Тағы ла бер ҡараш йәшәй. Беҙҙең ғаләм өс түгел, ун бер бүлемле. Тимәк, өсәр ҡатлы өс донъя, шуның икәүһе – ике өҫтәлмә бүлем. Бөтә донъялар ҙа өй-планеталарға бүленгән. Берәүһендә беҙ йәшәһәк, ҡалғанында – сит планета кешеләре. Шулай тиһәк тә, ниңә һуң һаман­ға тиклем иң көслө, заманса радиотелескоптар осоусы тәр­илкә­ләр, беҙгә килгән сит донъя ҡунаҡ­тарын күрмәй һуң? Эйе, билдәһеҙ осоу­сы объекттарҙы кемдер күреп ҡалыуы, фотоға, видеоға төшөрөүе ихтимал. Ун­дай ерҙәр­ҙе “телепортацион урындар” тип атайҙар. Телепортация миҫалдары ла күп. Мәҫә­лән, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Америкала булған бер хәл. Томас Механ исемле адвокат, ғәҙәт­тәгесә, эш көнөнән һуң ҡайтырға сыға. Ләкин ошо сығы­уынан һуң уны бер кем дә, бер ҡасан да күрмәй, ул ғәжәп шарттарҙа эҙһеҙ юғала, тип әйтергә булыр ине, тик... Калифорния штатындағы бер дауахананың ҡабул итеү бүлеге шәфҡәт туташы Мариса Кледванс медицина яр­ҙамы һорап килеүсе ҡара костюмдағы иргә иғтибар итә. “Томас Механ, адво­кат” – тип таныштыра ул үҙен. Ул дауа­ханаға ниңә килеүен, маши­нала китеп барғанда көслө ауыртыу тойо­уын, үлгән кеше кеүек булыуын әйтә. Медицина картаһын, ҡабул итеү ваҡытын тултырып шәфҡәт туташы бер секундҡа ғы­на карталар ятҡан кәштәләргә ынтылып, ауырыуға боролһа – ул урынынан юҡҡа сыҡҡан була.
Шул уҡ көндө кискеһен бер йылға буйында Механдың машинаһы табыла. Унда ҡан таптары ла 50 метр самаһы һуҙылып барып, бер урында өҙөлөп ҡа­ла. Адвокаттың кәүҙәһен аҙаҡтан ғына 30 саҡрым алыҫлыҡта табалар. Мәйеттең башында ҙур яра эҙе булһа ла, үлеменең сәбәбе – һыуға батыу. Ныҡлы тикшере­неүҙәрҙең һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: Механдың һыуға осҡан мәле уның дауа­ханаға мөрәжәғәт итеүе ме­нән тап килә.
Донъя илдәренең архивтарында ошондай һәм башҡа тағы ла сәйерерәк күренештәр тулып ята. Ләкин, ҡағиҙә булараҡ, йомғаҡ хәлдәр фән күҙлегенән ситтәрәк ҡала, ғалимдар өсөн бик ҡатмарлы өлкә, уны сисеү мөмкин дә түгел кимәлдә. Шулай ҙа белгестәрҙең күпселеге параллель тормоштоң ысынлап та булыуын таный.
Параллель тормош менән мөнәсә­бәттә йәшәүҙең иң ябай осрағы – төш күреү. Төштә булған ваҡиғаларҙы беҙ ысынбарлыҡтағы һымаҡ хис итәбеҙ. Ә уянып китһәк – ул төш кенә булған икән. Беҙҙең аңыбыҙ төштәрҙән мәғлү­мәт кенә һөҙөп ала. Төшөбөҙҙә алған мәғлүмәт­тәрҙең тиҙлеге шул тиклем шәп, 8 сәғәт йоҡо эсендә бер аҙналыҡ, айлыҡ ваҡи­ғаны баштан үткәрергә мөм­кинбеҙ һәм бер минут серем мәлендә лә тулы сериалды “ҡарап сығырға” өл­гөрәбеҙ.
Һуңғы күргән төштө иҫебеҙгә төшө­рәйек әле. Улар беҙҙе уратып алған донъя, туғандар, синыфташтар... Күңеллеләре лә, ҡурҡыныстары ла, үлгән кешеләре лә осрай, шулаймы? Ҡайҙан ки­леп сыға һуң улар? Ниңә тормошта ла күрмәйбеҙ уларҙы? Сикһеҙ даръя киң­лектәре бәләкәй генә атомдарҙан тора. Улар шундай эске энергияға эйә, туҡ­тауһыҙ хәрәкәттә булалар. Беҙ уларҙы ябай күҙ менән күрә алмайбыҙ. Кеше тәне лә атомдарҙан тора. Бөтә атомдар ҙа төрҙәренә, төҙөлөштәренә ҡарап төр­лө йышлыҡтарҙа, тиҙлектә һәм йү­нәлештә хәрәкәт итергә мөмкин.
Шул айырмалыҡтар өсөн дә беҙ йә­шәйбеҙ инде, сөнки әгәр беҙ төштә күр­гән тиҙлек менән хәрәкәт итә башлаһаҡ, нимә булырын да күҙ алдына килтереүе ауыр. Был осраҡта ситтә торған икенсе кеше беҙҙе бөтөнләй күрә алмаҫ ине.
Үҙебеҙҙең тәнебеҙгә радиотулҡындар тиҙлеген биреп ҡарайыҡ, тип күҙ алдына килтерәйек. Улай булғанда, беҙ­гә ер шарын әйләнеп сығыу өсөн бер секундтан да кәмерәк ваҡыт етәсәк. Ошо “осош” ваҡыты эсендә юлда осра­ған материктар, тауҙарҙы, океан-диң­геҙҙәрҙе лә күреп өлгөрөр инек. Хәҙер күҙ алдына килтерәйек: беҙҙең яныбыҙҙа шундай тиҙлекле донъя бар икән тип. Беҙ уның барлығын һиҙер инекме? Юҡ, әлбиттә. Ә бына аңыбыҙ менән беҙ секунд эсендә Америкала, йәки башҡа урында булып ҡайтабыҙ. Шуға ла беҙҙә сәйер хәлдәр булып тора, мәҫәлән: мин был урында булдыммы, юҡмы? Был кешене ҡайҙа ғына күргәйнем әле? Күпме тырышһағыҙ ҙа, иҫегеҙгә төшөрә алмаҫ­ҡа мөмкинһегеҙ: был аңлата алмаҫлыҡ хәл­дәрҙең барыһы ла параллель донъя ме­нән киҫешкән урында була ла инде...
Америка ғалимдарының 70 проценты, үлгәндән һуң тормош бар, тип иҫәп­ләй. Төрлө дин әһелдәренең ҡараштары ла шулай. Хьюстон университеты ға­лимдары ике меңгә яҡын респонденттан, улар араһында гуманитар, төп фән­дәр менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар, һо­рау алыуҙар үткәргән. Һөҙөмтәләр аптыратырлыҡ, күпселек теге донъя барлығына ышана.
Бөтә кеше лә теге донъяға ышанмай, әлбиттә. Кембридж университеты ғалимы Петер Уодхемс та бындай тикшере­неүҙәрҙе ҡурҡыныс тип иҫәпләй. Ә проблемаға мөрәжәғәт итеүселәрҙе “алдаҡ­сылар” тип атай.
Ендәрҙе күреү, полтергейстар феномены ла бар бит әле. Уларҙы тикше­ренеүҙәр ҙә ун һигеҙенсе быуатта, фән­ни-техник революция үҫеш алған ва­ҡытта башлана. Күҙгә күренеүсе шайтандар – үлгән кешеләрҙең йәндәре иҫәпләнгән. Был феноменды асыҡлау уларҙы күреүсе шаһиттарҙың һөйләүҙә­ренә, яҙмаларына ғына ҡайтып ҡала.
Мәҫәлән, 1848 йылда Нью-Йорк штаты янындағы ағас йорттарҙың береһендә йәшәүсе апалы-һеңлеле ҡыҙ­ҙар өйҙәрендә ниндәйҙер йән эйәһенең булыуын, ул туҡылдатыуҙар менән һөйләшеүен хәбәр итә. Йәнәһе лә ул был өйҙә ҡасандыр йәшәгән бер тимерсенең йәне. Тик ҡыҙҙарҙы шарлатанлыҡта ғәйепләп, ҡыуып ебәрәләр. Ә бер нисә йылдан йорт аҫтында күмелеп ҡуйылған кеше кәүҙәһе табыла...

Ә шулай ҙа...

Бер ваҡыт Мөшриктәр (мәжүсиҙәр) Рәсүллуллабыҙҙан мөғжизә таптырып бер иткәндәр. Быға яуап итеп, Аллаһы Тә­ғәлә гөнаһтары өсөн ер йөҙөнән юғалған халыҡтарҙы миҫалға килтерә. Мөғжизә күрһәтелеп торһа ла, улар ышанмаған. Үҙеңә ҡара, тәнеңдә күпме мөғжизә, тиелгән Ҡөрьәндә. Ысынлап та, беҙ һәр беребеҙ бер бөтөн хасил ит­һәк тә, ҡасандыр ике өлөш булғанбыҙ – атайыбыҙ һәм әсәйебеҙ тәнендә йө­рөгәнбеҙ. Ул сағыбыҙҙы беҙ хәтерлә­мәй­беҙ – әммә булғанбыҙ. Унан әсәйебеҙ йөрәге аҫтында туғыҙ айға яҡын ғүмер ки­сергәнбеҙ. Әгәр беҙ шунда оҙаҡҡа ҡа­ла торған булһаҡ, икенсе, әле йәшә­гән донъябыҙ барлығын белмәҫ тә инек. Ер йөҙөндә ғүмер кисереп, уның менән хушлашҡас, йәнә икегә бүленәсәкбеҙ: тәнебеҙ – ерҙә ҡаласаҡ, йәнебеҙ Хаҡ Тәғәлә хөкөмөнә күсәсәк. Икенән бер булғанды, берҙән ике булыу мөғжизә­һенә нисек ышанмаҫҡа мөмкин?
Күҙгә күренмәҫ һәр күҙәнәгебеҙ ке­ше хаҡында бар нәмәне белә, шуға ла унан клон яһарға мөмкин. Кеше тәнендә бер ниндәй шарттарҙа ла юҡҡа сыҡмай торған бер күҙәнәк барлығын ғалимдар иҫбатланы ла инде. Шул күҙәнәктән тереләсәкбеҙ беҙ Ҡиәмәт көнөндә.
Теге донъя барлығына ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙенән тора. Был өлкәләге тикшеренеүҙәр әле лә бара, киләсәктә лә дауам итәсәк. Дин тәғли­мәттәре асылда фәнни ҡараштар менән тап килеүе мәңгелек донъяның барлы­ғына шик ҡалдырмай.
Ғәбдерәүеф Хәйруллин, Туҡай мә­сете имам-хәҙрәте:
“Был донъяға беҙ бушҡа килмәгән­беҙ. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе нисек бар шулай яратҡан. Кемдер дөрөҫ юлдан ба­ра, Аллаһы ҡушҡандарҙы үтәй. Ҡай­һы бе­рәүҙәр инде шайтан юлын тапай, на­сар ҡылыҡтар эшләй. Изге кеше ме­нән алама йән эйәһе араһында айырма­лыҡ­тар бармы? Әлбиттә. Юҡҡа ғына беҙ теге йәки был әҙәм йәннәткә эләгә, ҡай­һы берҙәрҙе тамуҡ алыр, тип әйтмәйбеҙ бит. Ҡиәмәт көнөндә лә беҙҙән һорауҙар аласаҡтар, йәнебеҙ ожмахҡа эләгәме, тамуҡта янасаҡмы, шунда билдәле була ла инде. Шуға ла үлгәндәрҙең тәне ерҙә ятһа ла, уларҙың йәндәре теге донъяла осоп йөрөй. Улар мең йылдар үткәс тә әйләнеп ҡайтырға мөмкин”.

Булат ХӘЙРЕТДИНОВ әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook