Әбеш ҡыҙы Гөлфирә
Хөрмәтле “Башҡортостан ҡыҙы” хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙгә тәүге тапҡыр хат яҙыуым. Журналды яратып уҡып барам, йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле мәҡәләләрегеҙ өсөн рәхмәт! Минең дә ошо яҙмамды журналға баҫырһығыҙ, тип өмөт итәм.
1975 йылда Хәйбулла районы Әбеш ауылында Ислам менән Гөлниса Әминевтарҙың мөхәббәт емештәре булып, ике игеҙәк ҡыҙ бала донъяға тыуа. Уларға бик матур исем ҡушалар – Әлфирә менән Гөлфирә. Һүҙем шул игеҙәктәрҙең береһе Гөлфирә хаҡында.
Гөлфирә бәләкәстән эшкә әрһеҙ булып үҫә. Әсәһе, Гөлниса апай, фермала һауынсы булғас, өйҙәге бөтә эш ҡыҙҙар иңенә төшә. Гөлфирә икенсе синыфта уҡығанда уҡ һыйыр һауырға өйрәнә. Ә алтынсыны тамамлағас, йәйге каникулда әсәһен ял иттереп, колхоз һыйырҙарын һауа.
11-се синыфтан һуң Әбеш урта мәктәбенә йыйыштырыусы булып эшкә инә. 1996 йылда ҡыҙ, үҙенең мөхәббәтен осратып, Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылына килен булып төшә. Сәхиуллаһы менән матур тормош ҡоралар. Үгәй ҡәйнә ҡулына эләкһә лә, бергәләшеп татыу тормош көттөләр. Ҡәйнәһе мәрхүм булғас, ҡайныһы Ҡыҙылхаҡ ағай оҙаҡ йылдар улар менән йәшәне.
Гөлфирә – балалары өсөн сабыр, хәстәрлекле, изге күңелле әсә, тормош иптәше өсөн егәрле, тыйнаҡ, тоғро ҡатын. Сәхиуллаһы байтаҡ йылдар ситтә вахта ысулы менән эшләне. Ә Гөлфирә биш йыллап түшәктә ятҡан ҡайныһы менән тыумыштан зәғиф улдары Иҙелде, һис зарланмай, ҡараны. Үткән йыл ҡайныһы вафат булып ҡалды.
Әле тормош иптәше колхозда малсы булып эшләй. Икенсе улдары Илгиз менән төпсөктәре Гөлзифа ла, ҡул аҫтына инеп, атай-әсәһенә ярҙамлаша.
Тормошта төрлө саҡтар була. Етешмәгән ерен дә, донъяның ғәҙелһеҙлеген дә сабыр ғына кисерә Гөлфирә килен. Өйө һәр саҡ таҙа, бөхтә, йөҙө яғымлы уның. Күрше-күләне менән дә татыу мөнәсәбәт тє.
Баҫалҡы, уңған, сабыр Гөлфирә – Ишмырҙа ауылында иң өлгөлө килендәрҙең береһе. Ире ситтә эшләп, донъя көтөүҙең бөтә мәшәҡәте яңғыҙының иңенә төшкәндә лә һыр бирмәне ул. Саф башҡорт ҡатынының, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, зарланмайынса, үҙен лайыҡлы тотоуы һоҡландыра. Уға бәхет, сәләмәтлек, балаларының уңышын теләйем! Шундай саф күңелле, көслө рухлы, уңған килендәр күберәк булһын ине!
Зөлфиә СОЛТАНЃОЛОВА.
Хәйбулла районы.

Теги: