Выждан-намыҫ була табынғаны

Выждан-намыҫ була табынғаныЗәйнәп апай 1927 йылдың 10 апрелендә Куйбышев (Һамар) өлкәһе Ҡамышлы районында тыуа. 1945 йылда Ҡамышлы ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном булып эш башлай. Тырыш ҡыҙҙы 26 йәшендә партком секретары итеп һайлап ҡуялар. 50-се йылдар урталарында, ирен хәрби хеҙмәткә алғас, уның менән Приморье крайына күсеп китә. Йәшелсә үҫтереүсе агроном булып эшләй. 1960 йылдан башлап Зәйнәп Миңлеәхмәт ҡыҙының тормошо Башҡортостандың Шаран районы менән айырылғыһыҙ бәйле. Ул “Мичурин” совхозының Мишәр бүлексәһендә агроном, унан етәксе булып эшләй, бүлексәне алға сығара. 1966 йылда Зәйнәп Сәләхетдинованы “Правда” колхозы рәйесе итеп һайлайҙар. Егәрле ханым колхозды райондың алдынғы хужалыҡтарының береһенә әйләндереп, 1985 йылға тиклем етәкләй. Зәйнәп Миңлеәхмәт ҡыҙы бер нисә саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Ҙур хеҙмәт уңыштары өсөн Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендарына, башҡа юғары наградаларға лайыҡ була.
Ебәк яулыҡ, мамыҡ шәл, затлы тундар ғына һалып йөрөрлөк нескә иңдәрендә ил-йорт хәстәрлеген күтәреүсе өләсәй-әсәйҙәребеҙ араһында һоҡланды­рыусы, ғә­жәпләндереүсе, сикһеҙ ихтирам уятыусы шәхестәр бар. Ил инәһе тигән төшөнсәнең тәрәнлегенә күп инәйҙәребеҙ миҫалында төшөнһәм дә, исеменә үк “ныҡлыҡ”, “күркәмлек”, “биҙәк” тигән мәғәнәләр һалынған Зәйнәп апай менән осрашыу был тәғбирҙең асылын тағы ла нығыраҡ аңларға булышлыҡ итте.
Уның, үҙе руль артына ултырып, нисек партияның район комитеты биләгән бина алдына кәңәшмәгә килеп туҡтауын, резина итеген туфлиға алмаштыра һалып, башындағы яулығын йәһәтләп сисеп, йүгереп инеп китеүҙәрен йәки ауыл урамы буйлап кырандас егелгән атта аяғүрә елдергәндә, урамда бер-бер эскән ирҙе осратһа, сыбыртҡы осо менән уға эләктереп үтеүҙәрен, ғөмү­мән, сая, егәрле, ғәҙел һәм фиҙакәр, шул уҡ ваҡытта ғәжәйеп халыҡсан булмышын бер легенда итеп һөйләү­ҙәрен ишетеп үҫтем, әммә ошоға тиклем уны күрергә тура килмәне. Ул минең аңымда әкиәти зат булып күҙаллана ине.
… Бына ишек ҡыңғырауына баҫам – ә ишекте төҙ, оҙонса кәүҙәле, асыҡ йөҙлө ханым аса. Зәйнәп апай, ти­һәм?.. Уға 85 йәштәр самаһы булырға тейешлеген беләм белеүен. Тик мине ихлас йылмайып ҡаршы алған сибәр апай менән 85 йәш бер нисек тә бәйләнмәй һымаҡ.
“Беҙҙең заман геройы”н эҙләү, уға ҡытлыҡ кисереү, ғөмүмән, был исемгә лайыҡ кеше бөгөн ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге аңлашылып та бөтмәгән буталсыҡ заманда тормошо үҙе роман яҙырлыҡ Зәйнәп апай менән хәтирәләр иленә юл тотабыҙ. Үткәндәрҙән бөгөнгө көнгә, унан ҡабат – баштан кискән­дәргә.
– Беҙҙе, мине һәм ике ҡустымды, олатайым һәм йәш өләсәй ҡарап үҫ­терҙе. Үҙ өләсәйебеҙ алтынсы балаһын тапҡанда үлә, алтынсы тип тапҡан балалар игеҙәк була. Ете сабый менән яңғыҙ ҡалған олатайыбыҙ, бер нисә йыл уларҙы үҙе тәрбиәлә­гәндән һуң, йәш кенә бер ҡыҙға өй­ләнә. Ул олатайым сабыйҙарын да, уртаҡ балаларын да, беҙҙе лә ситкә типмәйенсә, матур итеп үҫтерҙе.
Әсәй менән атай был донъянан бик иртә киттеләр: башта – әсәй, унан – атай. Миңә ул саҡта ун йәш ине. Әсәйем Ырымбурҙа ҡыҫҡа курстарҙа белем алып, уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнгән, ликбезда өлкәндәрҙе лә уҡырға-яҙырға өйрәт­кән. Миндә лә уҡыуға ынтылыш көс­лө ине, – тип һөйләй ул.
Мәктәпте тамамлағас, Зәйнәп Ҡа­мышлы ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Ауыр һуғыш йылдары. Кейем-һалым да етешмәй, ләкин иң ауыры – аслыҡ. Бер көндө, дөйөм ятаҡ алдында Валерий исемле егетте күреп, туҡтап ҡалалар. Йөҙө һап-һары, башы эйелгән. Хәлен һорағас, биш көн инде бер ризыҡ ҡапмағанын көс-хәл менән әйтеп бирә ала. Зәй­нәп, кемдә нәмә бар, шуны йыйып, аш бешерә. Ләкин аш сүлмәген күтәреп барған ҡыҙҙар өлгөрмәй­ҙәр – егет үлгән була. “Бер сәғәт алдан күргән булһам, иҫән ҡала ине...” – 70 йылға яҡын үтһә лә, Зәйнәп апай шул ваҡытһыҙ үлем өсөн үҙен яуаплы тоя, һаман һыҙлана. Был ваҡиғанан һуң ҡыҙға “ашығыс ярҙам” ойоштороуҙы йөкмәтәләр. Кешеләргә ярҙам итеү, күптәрҙең көсө етмәҫ йөктө күтәреү һәләте шул мәлдә асылғандыр. Был сифаты йылдан-йыл үҫә бара.
Зәйнәп апай һөйләгән хәл-ваҡиғалар араһында ҡыҙыҡлылары ла, фажиғәлеләре лә, ғибрәт алырҙа­йы ла, һоҡландырырҙайы ла бар. Ул – партия ағзаһы, партия ҡушыуы буйынса эшләргә һәм йәшәргә күнек­кән. Әммә уның төп Аллаһы булып намыҫ ҡала. Һәм ул бер ҡасан да “ә” тигәнгә “йә” тип тормай, халыҡ мән­фәғәтен барыһынан өҫтөн ҡуя.
70-се йылдарҙың бер йәйе бик ҡоро килә. Бар нәмә тиерлек янып-көйөп бара. Берҙән-бер көндө аҙа­шып тигәндәй килеп сыҡҡан болот “Правда” колхозы ерҙәренең бер өлөшөнә зарығып көткән ямғырҙы ҡойоп китә. Ҙур баҫыуға эләгә ул ямғыр. Шул баҫыуҙа ғүмергә күрмә­гән мул уңыш өлгөрә. Ашлыҡты түк­мәй-сәсмәй ике көндә йыйып алалар һәм ырҙын табағына ташыйҙар. Ҡо­ролоҡ булғас, хөкүмәт планын үтәү тураһында һүҙ бармай инде, шулай ҙа һәр хужалыҡҡа йөкләмә бирелә. Был ваҡытҡа колхоз йөкләмәне үтә­гән була. Уңыш үҙебеҙгә лә ҡала, тип ҡыуанып йөрөгәндә, район етәкселеге килеп төшә. Ашлыҡты тапшырырға ҡушалар. Бер колонна машина ебәрәләр. Зәйнәп апай өс-дүрт маши­на тейәтә лә ҡалған игенде иртәнге бишкә тиклем бураларға ташытып, ырҙын табағын йыуып ҡуйғандай, һеперттереп-таҙарттырып ҡуя. Ир­тәнге биштәр тирәһендә район етәкселәре ҡабат килә. Килһәләр, ашлыҡ юҡ. “Ҡайҙа?” – тигәнгә: “Тапшырҙым”, – тип яуап бирә Зәйнәп апай. “Хәҙер ҡыш буйы икмәк эҙләрһең инде”, – тиҙәр. Баҡһаң, шул төнгө сәғәт икелә партияның өлкә комитеты колхоздарҙан ашлыҡ сығарыуҙы туҡтатҡан була. Был хәбәрҙе хужалыҡтарға еткерергә ашығалар, ә бында һуңланыҡ, тип уйлайҙар. Үҙенең тәүәккәллеге һәм һуңлап булһа ла килеп еткән ҡарар ярҙамында һаҡлап ҡалған игендән Зәйнәп апай бер нисә колхозға өлөш сығара, үҙҙәренә лә яҡшы орлоҡ һалалар. Халыҡ та икмәкле була. Малсылыҡты ла һаҡлап ҡалырға ярҙам итә бәрәкәтле уңыш – өйөп ҡуйылған һаламы һәйбәт була. Ҡышты юғалтыуһыҙ сығалар.
Халыҡ өсөн дә, хужалыҡ өсөн дә ил алдында, етәкселәр алдында һәр даим яуаплылыҡ тойған Зәйнәп Миңлеәхмәт ҡыҙы барыһын да йөрә­ге аша үткәрә. Йөрәк һыҙлауына тү­ҙеп-түҙеп йөрөгән ханымдың хәле насарайып киткәс, дауаханаға илтә­ләр – инфаркт. Бер нисә көндән, аҙ ғына хәл инеү менән, ул дауахана алдына сыға. Шул мәл ул сүп үләне ба­ҫып киткән сәскә түтәлдәренә иғтибар итә. Һәм көн дә иртәнге алтыла түтәлдәрҙе утарға сыға башлай. Кеше йөрөй башлағас, инеп китә. Табип күреп ҡалғас, эләгә үҙенә, тик сәскә­ләр сүптән арына, күҙҙе ҡыуандырып, балҡып ултыралар.
– Өйгә ҡайтып ингәс тә, беренсе эшем гөлдәрем менән һөйләшә-һөйләшә уларға һыу һибеү була торғайны. Башҡа эштәргә унан һуң ғына тотонам. Донъя мәшәҡәте колхоз эше менән генә бөтмәй. Бер үҙемә дүрт баланы күтәрергә тура килде. Бөгөн балаларым, уларҙың ғаиләләре – минең ғорурлығым, – тип уртаҡлаша Зәйнәп апай. Улы Ренат – техник фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт авиация университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты. Уның ҡыҙы Рилә – социология фәндәре докторы. Зәйнәп апайҙың ҡыҙҙары ла юғары белемле: кесеһе Гөлназ Нефтекама ҡалаһында техникумда уҡыта, Гүзәл – дәүләт ойошмаһында белгес, өлкәне Дания хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның ҡыҙы Александра аграр университетта агрономға уҡыған, әле шул йүнәлештә Германияла белемен арттыра. Өләсәһе “бәлки, ул минең юлымды дауам итер”, тип өмөтләнә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Зәйнәп Миңлеәхмәт ҡыҙы бер нисә йыл персональ пенсия ала. 1999 йылда пенсия килеүҙән туҡтай. Ул бының сәбәбен белешеп, һорашып йөрөргә ҡыйын­һына ла, кәмһенә лә. Баҡсаһында кишер, сөгөлдөр үҫтереп, шуны район дауаханаһына тапшырып һәм балалары ярҙамы менән көн итә. Байтаҡ ваҡыттан һуң ғына хата киткәне асыҡланып, ул пенсияһын ҡабат ала башлай. Сая, тура һүҙле, ғәҙел Зәйнәп апай халҡын яҡлар өсөн яулашырға әҙер, ә үҙенә хаҡлы рәүештә тейеште лә даулашып йөрөмәй. Был миҫалда уның ғорур ҙа, сәмсел дә булмышы сағыла. Бар тормошон ошо илде күтәреүгә биргән кеше ни өсөн һоранып йөрөргә тейеш, тип уйлағандыр, моғайын.
Йөрәк сире арҡаһында инвалидлыҡ биргәс тә, ул ғәрләнә, ҡағыҙҙы атып бәрҙем, ти. Табип, инвалидлыҡ төркөмө менән ҡәнәғәт түгелдер, тип уйлап: “Зәйнәп Миңлеәхмәтовна, әлегә беренсе төркөмдө бирә алмайбыҙ бит”, – тип аҡлана башлай. Инвалидлыҡты төрлө юлдар менән юллаусыларҙы байтаҡ күргән табиптың башына бүтән уй инмәгәндер, күрә­һең. Ә ғүмер буйы халҡын әйҙәп алда барған батыр ҡатындың был турала ишеткеһе лә килмәй.
Зәйнәп апай хаҡлы ялға йәше еткәс тә, рәйес булып өс йылға яҡын эшләй әле. Ул етәкселек иткән ун туғыҙ йыл эсендә өс мәктәп, мәҙәниәт йорттары, МТМ, участка дауаханаһы, ашханалар, бихисап йортттар, кибеттәр, әллә күпме хужалыҡ биналары төҙөлә. Һыу үткәргестәр, юлдар һалына.
– Кешеләргә рәхмәтем сикһеҙ: мине яҡын иттеләр, уңған булдылар. Бергәләшеп, хөкүмәт ярҙамына таянып, хужалыҡты нығыттыҡ. Колхозды тапшырғанда, меңдән артыҡ һыйыр, 200 баш йылљы малы, 12 мең тауыҡ, башҡа мал-тыуар ҡалдырҙым, – ти Зәйнәп Миңлеәхмәт ҡыҙы, ул йылдарға ҡайтып. – Бөгөн унда өс ат, 47 баш һыйыр бар, тиҙәр. Йоҡоһоҙ төндәрем, тынғыһыҙ көндәрем емеше булған, гөрләп торған хужалыҡтың ошо хәлгә ҡалыуын күреү аяныс.
Колхоз күҙ алдында таралып барған ваҡытта кибет янында элек үҙем менән бергә эшләгән уңған механизаторҙарымды осраттым. Мине күргәс, илап ебәрҙеләр. Аҙ ғына төшөрөп алғандар. Шулай булмаһа, иламаҫтар ине, ир-егеттәр бит! “Үҙегеҙ ҙә, беҙ ҙә алһыҙ-ялһыҙ сабып ҡорған донъя бер тин тормай икән, ни тип йәшәнек, ни тип эшләнек беҙ?! Күмәк эшләргә өйрәнгән бит беҙҙең халыҡ, айырым-айырым эш­ләп, ил туйҙырып булырмы икән? Балаларҙы ни көтә?!” – тиҙәр. Күҙ йә­шемде күрһәтмәһәм дә, күңелем ме­нән мин дә иланым…
Зәйнәп апайҙы тыңлайым һәм уның бөтә тормош юлы күҙ алдымдан үткән кеүек. Уның кешеләрҙе яратыуы, үҙен ерҙең, илдең хужаһы итеп тойоуы үҙ өҫтөнә оло яуаплылыҡ алырға мәжбүр иткән. Халыҡтың тормошо ла, рухы ла нығынһын, тип йә­шәгән ул. Саҡматаштай ныҡ холоҡ, зирәк аҡыл, тәрбиә менән һалынған намыҫлылыҡ, ғәм уны был донъяны үҙ ҡулдары менән төҙөүселәр рәтенә ҡуя. Ул әле лә бөгөнгө көн геройы булараҡ ҡабул ителә һәм уның менән ваҡытташ-замандаш булыу ғорурлыҡ хисе уята. Ер-әсә лә Зәйнәп апай кеүек кешеләр көсө менән йәшәй, тигән уй тыуа.
Лилиә СӘҒИҘУЛЛИНА.
Шаран районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook