Яҡты һиллек уның күңелендә

Яҡты һиллек уның күңелендәҠайһы берәүҙәр бала сағынан уҡ киләсәктә кем булырын белә. Ундай кешеләр, тормош шырлыҡтарында аҙашмай, бәрелмәй-һуғылмай, алдында сағыу йондоҙ кеүек балҡыған маҡсатына табан бара ла бара. Әйтерһең дә, шул йондоҙ уларҙың бараһы юлын яҡтыртып тора. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Алия Мөхәмәдйәнова ла үҙен белә-белгәндән бирле табип булырға хыялланған һәм ниәтенә өлгәшкән.
Йәш, матур, ҙур ойошмала яуаплы вазифа биләй, күңе­ленә ятҡан эштә эшләй. Алия Шамил ҡыҙының тормош юлы яҡты, бәхетле, тигеҙ. Уны ентек­ләберәк өйрәнһәң, бәхетле булыуҙың серен дә асырһың кеүек тойола.
Алияның атаһы – сығышы менән Ейәнсура районынан, белеме буйынса физик-математик, әсәһе – Көйөр­гәҙенән, немец теле уҡытыусыһы. Отрада ауылында эшләп йөрөгәндә, уларҙы Өфөгә эшкә саҡыралар. Был саҡта Алияға биш йәш була.
Шунан алып Өфө менән Күмертау араһын поезда бик йыш үтергә тура килә уға. Ялға ла йыш ҡайталар, каникулдар ҙа тик ауылда үтә. Ҡы­ҙыҡай поезд тәҙрәһенән тыуған тә­биғәтте күҙәтеп барырға ярата, уның төрлө миҙгелдәге матурлығын кү­рергә өйрәнә, һәр сәйәхәттә үҙенә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ аса. Ауылда тәмле аштары менән өләсәһе һағы­нып көтөп тора, ә табип олатаһы уны йыш ҡына үҙе менән эшенә лә алып бара. Кешеләргә ярҙам итеү ти­гән төшөнсәне шул саҡтарҙа аңлай башлай ҡыҙыҡай – яҡшылығың, белемең башҡаларҙы ауырыуҙан, һыҙланыуҙан ҡотҡара, ҡайһы берәүҙәргә хатта ғүмер бүләк итә. Табиптың юғары тәғәйенләнешен һиҙемләү баланың аң-зиһененә тиҙ һеңә. Шунлыҡтан ул үҙен тик ошо һөнәргә ба­ғышларға ҡарар итә. Әхирәттәре ме­нән дә һәр ваҡыт табип булып уйнай.
Мәктәптә уҡығанда, биология ме­нән химия уның иң яратҡан дәрестә­ренә әйләнә. Ғөмүмән, Алия бөтә фәндәрҙән дә “бишле”гә генә уҡый. Белемгә ынтылыш – нәҫелдән килгән һыҙат. Атаһы менән әсәһе икеһе лә, Өфөгә күсеп килгәс, тағы берәр юға­ры белем ала, диссертация яҡлай, атаһы – иҡтисад, әсәһе – педагогика фәндәре кандидаты. Шундай ғаиләлә үҫкән бала, әлбиттә, уҡыуға бик ҙур әһәмиәт бирә.
Атай-әсәй ҡыҙҙарында матурлыҡ, зауыҡлылыҡ, камиллыҡ тәрбиәләү тураһында ла онотмай. Алия музыка мәктәбендә фортепьяно класында уҡый, бейеү түңәрәгенә йөрөй. 136-сы башҡорт лицейында уҡыған ҡыҙ байрамдарҙа, мәктәп концерттарында ҡатнаша, оҫта бейей. 1998 йылда “Һылыуҡай” конкурсында икенсе урынды яулай. Медицина университетына ингәс тә, йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнаша ул.
Тәүге өс курста уҡыу, әлбиттә, ауыр була. Тик Алия күңел төшөнкө­лөгөнә бирелә торғандарҙан түгел. Уҡыу йорто, курсташтар тураһында иң яҡты хәтирәләр һаҡлай Алия Шамил ҡыҙы. Әле лә йыш осрашалар, бер-береһенең уңыштары, һөйөнөс­тәре, көйөнөстәре тураһында хәбәр­ләшеп торалар.
Аныҡлыҡ яратҡан ҡыҙ билдәһеҙ­лектә оҙаҡ йөрөүҙе һөйһөнмәй. Бөтә эше һәр йәһәттән теүәл бара, тормоштағы һәр аҙымы үлсәнгән, күңел даръяһы ел-дауылдарға бирешмәй – унда яҡты һиллек хөкөм һөрә.
Университетта уҡығанда уҡ ул Өфө күҙ ауырыуҙары институтына практикаға йөрөй, бында интернатура үтә, табип-офтальмолог булып эшкә килә, хирургия бүлексәһендә хеҙмәт итә. Өс йыл эсендә “Күҙ төбө ауырыуҙары” тигән темаға диссерта­ция яҡлай. Шунан һуң һәләтле белгесте клиника-эксперт эше буйынса баш табип урынбаҫары итеп тәғәйен­ләйҙәр. Был вазифала уға ауырыуҙар менән табиптар араһындағы мөнәсә­бәттәрҙе көйләү, документтарҙы, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙ­ҙарын тикшереү, дауалау алымдары буйынса тәҡдимдәр төҙөү менән шө­ғөлләнергә тура килә.
Фәнни эшмәкәрлектән дә ситтә ҡалмай медицина фәндәре кандидаты Мөхәмәдйәнова. Күҙ ауырыуҙарын дауалау ысулдарын раҫлаған патенттары, авторлыҡ танытмалары бар. Ул Өфөлә һәм башҡа төбәктәрҙә, сит илдәрҙә үткән конференцияларҙа сығыш яһау, институттың ҡаҙаныштарын күрһәтеү-танытыу кеүек бурыстарҙы ла яратып башҡара.
Яҡты һиллек уның күңелендәАлия Шамил ҡыҙы яңы вазифала үҙендә яңы һыҙаттарҙы аса: уға ойоштороу, идара итеү эше менән булыу ҙа бик оҡшай икән. Махсус белем етеңкерәмәгәнен һиҙгәс, был етеш­һеҙлекте лә тиҙ арала төҙәтергә тотона ул – Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акаде­мияһына уҡырға инә. Академияла бирелә торған белемдәр, уҡытылған фәндәр бик оҡшай уға. Үҙенең хеҙмәт даирәһендә кәрәк булған мәғлүмәт­тәрҙең бирелеүенә шатлана, сөнки уның вазифа эшмәкәрлегендә юридик белемгә лә ихтыяж бар.
Сит төбәктәргә, сит илдәргә бар­ғанда, Алия Мөхәмәдйәнова яңынан-яңы медицина ҡаҙаныштарын, фәнни табыштарҙы өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу менән генә сикләнмәй, ундағы тормош-көн­күреш, ғөрөф-ғә­ҙәттәр менән дә ҡыҙыҡһына. Һиндостан унда айырыуса көслө тәь­ҫораттар ҡалдырған. Был илгә Өфө күҙ ауырыуҙары институты белгес­тәре стажировкаға барған.
– Боронғо һиндтар байтаҡ төр күҙ ауырыуҙарын дауалай белгән, – тип һөйләй Алия Шамил ҡыҙы. – Љара ҡылауға тәү башлап операцияны нәҡ улар яһаған. Бөгөн дә был илдә медицина алға кит­кән, шунлыҡтан миңә унда барыу фәнни яҡтан бик ҡы­ҙыҡлы булды. Бынан тыш, Һиндостандың үҙенсә­лекле тәбиғәте, кеше­ләре, уларҙың фиғеле, тормош-көнкүреше лә битараф ҡалдыра алманы. Һиндтар яңы тыу­ған һәр көнгә ҡыуана, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ябайлыҡ, юғары әхлаҡ, тәртип хас. Унда күңел тотороҡлоғона, тотанаҡ­лыҡҡа өҫтөнлөк бирелә.
Белешмә. Боронғо санскрит телендәге “Аюр-Веда” китабында беҙ­ҙең эраға тиклемге 400 – 250 йылдар тирәһендә йәшәгән һинд табипта­ры Сушрута менән Харакиҙың күҙ ауырыуҙары тураһындағы хеҙмәт­тәре бар. Уларҙа 76 төр күҙ ауыры­уы һүрәтләнә. Боронғо һинд ғалимдарының фекеренсә, күҙҙе барлыҡҡа килтереүҙә “йыһан өлөшсә­ләренең” бишеһе лә – йылан, ут, ел, һыу, эфир – ҡатнаша. Күреү ағза­һының ауырыуҙарына кәүҙәләге ел, үт, лай, ҡан кеүек һуттарҙың боҙолоуы сә­бәпсе. Был боҙоҡ һуттар тамырҙар буйлап башҡа һәм күҙгә үрләй ҙә сырхауҙарға дусар итә, тип иҫәп­ләгән боронғо һинд табиптары.
Делегация Һиндостандың Ченнай (Мадрас), Бангалор, Панджшер ҡалаларында булған. Ченнай менән Бангалор Һиндостандың иң ҙур биш ҡалаһы иҫәбенә инә. Уларҙа 5-6-шар миллион кеше йәшәй. Был ҡалалар сәнәғәт, сауҙа һәм фән үҙәктәре булараҡ та билдәле. Бындай сәфәрҙәр, ғилем һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙар институтта фәндең үҫешенә, табиптарҙың, ғалимдарҙың ҡараштарын киңәйтеүгә, белемдәрен камиллаштырыуға хеҙмәт итә.
Алия Мөхәмәдйәнова тик эштән һәм уҡыуҙан бушамаған ханым икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Буш ваҡыттары ла була уның. Көсөргәнешле аҡыл хеҙмәтенән һуң дөрөҫ ял итеү кәйефте күтәрә, йәшәү көсөн арттыра. Алия Шамил ҡыҙы паркта, Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында йөрөргә, киноға, башҡорт йырҙары концерттарына барырға, ҡала ситенә сығып, тәбиғәт ҡосағына сумырға ярата. Ауыл күңе­ленә бик яҡын. Өләсәй аштары, һөт, ҡымыҙ, бәлеш, йәй – һыу инеү, тауға менеү оҡшай. Яландарына сығып, сәскәләр, шифалы үләндәр йыйыу ҙа үҙе бер байрам кеүек.
Йомшаҡ күңелле, тыныс холоҡло атай, изгелекле, хәстәрлекле әсәй Алияны ҡурсалап-һөйөп кенә үҫтер­гән. Шуның менән бергә уға ихтыяр көсө, эске ныҡлыҡ кеүек мөһим сифаттар ҙа бирә алғандар. Алия Шамил ҡыҙының бөтә тырышлығы ҡуй­ған маҡсаттарына барыуға һалына. Холоҡ-фиғеленең ошондай теүәллегендә, бөтөнлөгөндәлер әле, моға­йын, Алия Шамил ҡыҙының бәхет сере.
Әлфиә АҠБУТИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook