Танһылыу ҠАРАМЫШЕВА ”Ҡатындарҙы атҡан сәскә менән Тиңләмәйҙәр бер ҙә тиктәҫкә”
Донъя көҙгөһө
Көҙгө кеүек күрһәт мине,
Күрһәт мине үҙ-үҙемә:
Ниндәймен мин? Матур? Ямаҡ?
Ҡара, донъя, йә, йөҙөмә!
Ҡара минең күңелемә!
Күрһәт минең кемлегемде:
Моңһоҙлоғом, моңлолоғом,
Көйһөҙлөгөм, көйлөгөмде.
Күрһәтһәнә, танытһана:
Йәшермәйем кемлегемде.
Пәрәнжәм юҡ һинең алда,
Ҡапламайым мин үҙемде.
Йөҙөм берәү, икәү түгел!
Шул йөҙөмдө килә күрге.
Күрһәтмәһәң, һин, әлбиттә
Бер ниндәй ҙә түгел көҙгө!
Танытмаһаң кемлегемде,
Һин, әлбиттә, донъя түгел!
Көн дә бағам һин – көҙгөмә!
Үҙем өсөн! Данға түгел.
Ҡатын
Өҙөргә тип бер кем килмәһә лә,
Бер асыла сәскә бөткәнсә.
Донъяға бар матурлығын бирә!
Ул булдыра алмай бүтәнсә.
Ҡатындарҙы атҡан сәскә менән
Тиңләмәйҙәр бер ҙә тиктәҫкә.
Сәскә кеүек, гел йылмайып торһа,
Һанамайҙар уны тинтәккә.
Усаҡ яҡһа, ҡаҙан аҫһа ҡатын,
Сәңгелдәктә бала бәпләһә,
Барса тормош байрам төҫөн ала:
Донъя мохтаж һәр саҡ сәскәгә!
Донъя мохтаж һәр саҡ ҡатындарға,
Именлеккә мохтаж булғанға,
Балҡып тора йәне, нурҙар сәсеп,
Сәскә яҡтыһына тулғанға!
Көнбағыш
Көнбағыштың сәскәләре
Көнгә – ҡояшҡа баға.
Сәскә ата алмаҫ ине,
Яҡтыға ҡарамаһа.
Сәскә аттыра мине лә
Йән сырағым, ҡояшым:
Бер Илаһым! Тик ул ғына
Яҡтыға бора башым.
Ҡараңғыға боролмайым –
Булалмайым һағышта.
Болоҡһоған саҡтарымда
Ҡарайым көнбағышҡа.
Һаҙлыҡ
Шарлап аҡҡан шаршынан
Килеп сыҡтым һаҙлыҡҡа.
Барса өн сыҡты юҡҡа,
Тынлыҡ килде барлыҡҡа.
Ғәжәп ҡылып мин баҡтым
Һыуҙың мүкләнеүенә.
Тынсып бөткән урында
Йылан төпләнеүенә.
Ғәжәп ҡылдым йәнемә
Тынлыҡ теләгәнемә.
Яҡын килдем, аһ, ниңә
Үлем күләгәһенә?
Тынлыҡ теләү күңелгә –
Теләү икән үлемде!
Еҫләндереү, һөрһөтөү,
Серетеү ул үҙеңде.
Йүгерҙем мин йәһәтләп
Шаулап аҡҡан шаршыға.
Мәңге хәрәкәттәге
Тормош баҫты ҡаршыға.
Оҙон юл
Эй барамын, барамын,
Арығанмын, талғанмын.
Әйләнеп тә артҡа баҡһам,
Энә буйы барғанмын.
Еттем, тиеп, үҙ-үҙемә
Ышанғанмын юҡҡараҡ.
Үҙеңә юл – оҙайлы юл!
Бүтән юлдар ҡыҫҡараҡ.
Белеп һаман бөтәлмайым
Мөғжизәле “мин”емде.
Сырамытам ғына һаман,
Танымайым үҙемде.
Кем мин? Ҡайҙан? Ҡайҙа юлым?
Төшөнәһе бар ҙаһа!
Йәһәт кенә етеп булмай:
Китеп барам Аллаға.
Көҙгө кеүек күрһәт мине,
Күрһәт мине үҙ-үҙемә:
Ниндәймен мин? Матур? Ямаҡ?
Ҡара, донъя, йә, йөҙөмә!
Ҡара минең күңелемә!
Күрһәт минең кемлегемде:
Моңһоҙлоғом, моңлолоғом,
Көйһөҙлөгөм, көйлөгөмде.
Күрһәтһәнә, танытһана:
Йәшермәйем кемлегемде.
Пәрәнжәм юҡ һинең алда,
Ҡапламайым мин үҙемде.
Йөҙөм берәү, икәү түгел!
Шул йөҙөмдө килә күрге.
Күрһәтмәһәң, һин, әлбиттә
Бер ниндәй ҙә түгел көҙгө!
Танытмаһаң кемлегемде,
Һин, әлбиттә, донъя түгел!
Көн дә бағам һин – көҙгөмә!
Үҙем өсөн! Данға түгел.
Ҡатын
Өҙөргә тип бер кем килмәһә лә,
Бер асыла сәскә бөткәнсә.
Донъяға бар матурлығын бирә!
Ул булдыра алмай бүтәнсә.
Ҡатындарҙы атҡан сәскә менән
Тиңләмәйҙәр бер ҙә тиктәҫкә.
Сәскә кеүек, гел йылмайып торһа,
Һанамайҙар уны тинтәккә.
Усаҡ яҡһа, ҡаҙан аҫһа ҡатын,
Сәңгелдәктә бала бәпләһә,
Барса тормош байрам төҫөн ала:
Донъя мохтаж һәр саҡ сәскәгә!
Донъя мохтаж һәр саҡ ҡатындарға,
Именлеккә мохтаж булғанға,
Балҡып тора йәне, нурҙар сәсеп,
Сәскә яҡтыһына тулғанға!
Көнбағыш
Көнбағыштың сәскәләре
Көнгә – ҡояшҡа баға.
Сәскә ата алмаҫ ине,
Яҡтыға ҡарамаһа.
Сәскә аттыра мине лә
Йән сырағым, ҡояшым:
Бер Илаһым! Тик ул ғына
Яҡтыға бора башым.
Ҡараңғыға боролмайым –
Булалмайым һағышта.
Болоҡһоған саҡтарымда
Ҡарайым көнбағышҡа.
Һаҙлыҡ
Шарлап аҡҡан шаршынан
Килеп сыҡтым һаҙлыҡҡа.
Барса өн сыҡты юҡҡа,
Тынлыҡ килде барлыҡҡа.
Ғәжәп ҡылып мин баҡтым
Һыуҙың мүкләнеүенә.
Тынсып бөткән урында
Йылан төпләнеүенә.
Ғәжәп ҡылдым йәнемә
Тынлыҡ теләгәнемә.
Яҡын килдем, аһ, ниңә
Үлем күләгәһенә?
Тынлыҡ теләү күңелгә –
Теләү икән үлемде!
Еҫләндереү, һөрһөтөү,
Серетеү ул үҙеңде.
Йүгерҙем мин йәһәтләп
Шаулап аҡҡан шаршыға.
Мәңге хәрәкәттәге
Тормош баҫты ҡаршыға.
Оҙон юл
Эй барамын, барамын,
Арығанмын, талғанмын.
Әйләнеп тә артҡа баҡһам,
Энә буйы барғанмын.
Еттем, тиеп, үҙ-үҙемә
Ышанғанмын юҡҡараҡ.
Үҙеңә юл – оҙайлы юл!
Бүтән юлдар ҡыҫҡараҡ.
Белеп һаман бөтәлмайым
Мөғжизәле “мин”емде.
Сырамытам ғына һаман,
Танымайым үҙемде.
Кем мин? Ҡайҙан? Ҡайҙа юлым?
Төшөнәһе бар ҙаһа!
Йәһәт кенә етеп булмай:
Китеп барам Аллаға.
Теги: