Марcель Сәлим: "Шаярып-көлөп кенә"
Телефонсы Гөлнара
(Мөхәббәт йырҙарына оҡшатып)
Көнгә сыҡһам, телем тала:
– Алло, алло, Гөлнара!
Яуап бирһә, һә тигәнсе
Яҡыная юл-ара.
Теле үткер – һүҙе үтер,
Көр тауышлы Гөлнара.
Телефонға бер ҡысҡырһа,
Трубкаһы ҡыҙара.
Ир-аттар шатлана ғына,
Ҡысҡырһа ла Гөлнара.
Ул шылтыратҡанды көтөп,
Минең сәстәр ағара.
Эштә йоҡлап киттем иһә,
Төшкә керә Гөлнара...
Беҙҙең өҙөлмәҫ мөхәббәт
Шулай уңышлы бара.
Һаман да
(Ҡартая белмәҫ шағир көндәлегенән)
Һөйөклөм, һин минең бергенәм!
Ә бит үҙең минеке лә түгел,
Тик барыбер һаман элеккесә
Һине теләй минең мут күңел.
Төн ауышҡас, ҡапыл уяндым...
Хистәр таша йылы урында.
Ҡайҙа ятһам да – һин уйымда,
Үҙең генә юҡһың ҡуйында.
Яратманыммы ни мин һине?
Дөрөҫ, яратам, тип әйтмәнем.
Мин ғүмергә һинекемен, тип
Күкрәк һуғып ант та итмәнем.
Үтте инде йәшлек йылдары,
Айырым да үтте, бергә лә...
Ҡалһаң да һин яттар ҡулына,
Күңелемдә – һаман эргәлә.
Бында мине көтә икенсе...
Нимә кәрәк икән тағы ла?!
Һине һөйөп шиғыр яҙам да
Барып ятам уның янына.
Ни етмәй?
«Был кешегә ифрат күп етмәй...»
Әнғәм Атнабаев.
Ир-аттарға һәр саҡ ниҙер етмәй:
Йылы булһа, һалҡыны кәрәк.
Төтөн сыҡһа, ялҡыны кәрәк.
Фатир алһа, дачаһын даулай,
Дача булһа, машина аулай.
Малы етһә, даны етмәй уға –
Дан артынан ҡыуа ул шуға...
Ир-аттарға бик күп нәмә етмәй.
Уйлап торһаң, иҫең китерлек!
Ә бит ҡай ваҡытта бына шундай
Нәфселәре аҙып ҡоторған
Ир-аттарҙы тыйып тоторға
Ҡатындарҙың ҡаты бер һүҙе –
Тик бер һүҙе генә етерлек!
Теги: