Йәйгә алдан ҙерләнәйек!
Оҙайлы, һалҡын ҡыштан һуң йылы, йәмле йәй көндәрен һағынып көтәбеҙ. Сағыу миҙгелдә кейер өсөн зауыҡлы, еңел күлдәк хәстәрләй торһаҡ яҡшы булыр. Уны үҙ ҡулдарыбыҙ менән дә тегеп кейә алабыҙ. Бының өсөн әсәйҙең йәки өләсәйҙең оҙон итәкле күлдәген файҙаланырға мөмкин.
Беҙ ваҡ сәскәләр төшөрөлгән ҡара шифон күлдәкте яңыртып тегергә булдыҡ. Һайлаған әйберебеҙ килешле генә күренә, әммә бер аҙ моданан сыҡҡан. Уға йәштәрсә күркәмлек өҫтәр өсөн өҫкө өлөшөн ҡырҡып, яурынын асыҡ итеп ҡалдырабыҙ. Яурындағы балитәкте һүтеп, еп үткәреп, тарттырабыҙ ҙа, түш тәңгәленә күсереп тегәбеҙ. Ситенән 1–1,5 сантиметр самаһы бөгөп, нәҙек резинка һуҙабыҙ.
Әйткәндәй, яңы миҙгелдә заман модельерҙары балитәктәренә өҫтөнлөк бирмәксе! Әлеге осраҡта улар оҙон итәккә әллә ни тап килмәгән кеүек. Шуға күлдәкте тубыҡҡа хәтлем ҡыҫҡартабыҙ. Күлдәктең бил тәңгәлен самалап, унда ла резинка үткәрәбеҙ. Артып ҡалған туҡыманан билбау тегергә була. Беҙ ҡайыш тағырға мөмкин булған өрфөйә күлдәк һайлағанбыҙ. Ә затлы ҡара ҡайыш ябай ғына күлдәкте лә затландырып ебәрәсәк.
Һоҡландырғыс күлдәк әҙер! Өҫтөнә болеро, ә инде еләҫ һәм ямғырлы көндәрҙә бәйләнгән ҡара кардиган йәки нәҙек ептән бәйләнгән кофта менән кейергә була.
Ваҡ сәскәле йоҡа шифон туҡыманан тегелгән күлдәк менән ул әйберҙәрҙең бөтәһе лә килешле һәм заманса күренәсәк. Йәш ҡыҙға әлеге образ ҡабатланмаҫ һөйкөмлөлөк өҫтәһә, өлкәнерәк гүзәл затты ул наҙлы һәм нәзәкәтле итәсәк. Еңел туҡыманан тегелгән күлдәк һәм итәктәрҙе бөтә дизайнерҙар ҙа тәпәш үксәле туфли йәки итек һәм йөн свитер менән кейергә кәңәш итә.
Бәләкәс ҡупшыҡайҙар өсөн дә нәфис күлдәк әтмәләйбеҙ. Шаянҡайҙар затлы кейемдә тағы ла сағыу һәм һөймәлекле күренһен әйҙә! Эҫе көндәрҙә иң алмаштырғыһыҙ әйбер – еңел сарафан. Һеҙгә ҡатмарлы булмаған кейем бесеү өлгөћө тәҡдим итәбеҙ.
Килешле сарафанды әсәйҙең йәки атайҙың элекке джинса салбарынан үҙгәртеп тегеү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ышҡылған ерҙәрен сигелгән биҙәктәр, сәскә аппликациялары менән ҡапларға мөмкин. Махсус кейем буяуы менән дә файҙалана алаһығыҙ. Күңелле эшкә ҡыҙығыҙҙы ла йәлеп итеп, уның үҙе теләгән һүрәттәрҙе һайлағыҙ. Йәй етеүгә күп тә ҡалмаған, әйҙә, һәр көн ҡыуаныслы һәм файҙалы үтһен!
Йондоҙ СУЛПАНОВА.

Теги: