Уңғандарҙың эше уңай
Гөлфирә Фәтих ҡыҙы менән Рәсих Харас улы Бәләбәй педагогия училищеһында уҡып йөрөгәндә таныша. Бер-береһенә ғашиҡ егет менән ҡыҙ уҡыуҙың һуңғы йылында өйләнешә. “Законлы никахлашыу көнөбөҙ 31 декабргә билдәләнгәйне. Ул йылды ҡар күп яуҙы. Ауыл советына, балаҡ буйы көрт кисеп, көскә барып индек. Атайым мине күтәреп алып барҙы. Был – минең иң матур һәм ҡәҙерле иҫтәлегем. Бигерәк тә бөгөн, атайым менән әсәйем юҡ саҡта... Яңы йылдан яңы тормош башланыҡ һәм һәр көндөң ҡәҙерен белеп, бәхетле донъя көттөк. Тормош иптәшемдең холҡо һәйбәт, миңә лә, балаларға ла ҡысҡырғаны, ауыр һүҙ өндәшкәне булманы. Бар нәмәне дуҫтарса хәл итәбеҙ. Йәшләй генә өйләнешһәк тә, ул мине яратты һәм аңланы.
Балаларыбыҙ ҙа, үҙебеҙгә оҡшап, иртә ғаилә ҡорҙо. Айһылыу ҡыҙыбыҙҙың – бер ҡыҙы, Раушан улыбыҙҙың ике улы һәм бер ҡыҙы бар. Йәштәргә хәҙер үҙ аллы аяҡҡа баҫып китеүе ауыр. Балаҡайҙарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Уларҙың ҡунаҡҡа ҡайтыуын һағынып көтәбеҙ. Өҫтәл тултырып ризыҡ әҙерләйем. Ейәндәрем дә, телдәре асылып, үҙ теләктәрен еткерә хәҙер. Ғәҙәттә, ҡамыр аштарын бешереүемде һорайҙар”, – ти уңған хужабикә.
Гөлфирә Фәтих ҡыҙы менән Рәсих Харас улы Ғәликиевтарҙың татыу ғаиләһе – Шишмә районының Йәрми ауылында иң уңғандар иҫәбендә. Улар күпләп мал, ҡош-ҡорт тота. Оҫта баҡсасылар ҙа икән үҙҙәре. Ҡарбуз, ҡауын, йөҙөм ағасы кеүек, ҡырыҫыраҡ тәбиғәтте әллә ни үҙһенмәгән емештәрҙе лә беҙҙең ҡояшҡа яраҡлаштырып алғандар. Йәйен улары ишелеп уңыш бирә икән.
“15 йыл элек тормош иптәшем ярты сутый ергә йылытма (теплица) яһап ҡуйғайны. Йыл да яҡшы уңыш ала торғас, уның биләмәһен арттыра барҙыҡ. Бөгөн йылытма алты сутый ерҙе биләй. Унда төрлө сорттағы помидор, борос, ҡыяр һәм башҡа төрлө бихисап йәшелсә-емеш үҫә. Йылытма арҡаһында йылына ике тапҡыр уңыш алғаныбыҙ бар. Беҙҙән йәшелсә-емеште күмәртәләп һатып алалар. Ошо аҡсаға балаларға туй яһаныҡ, әле лә ярҙам итәбеҙ. Әлбиттә, улар үҙҙәре лә юғалып ҡалғандарҙан түгел – улым менән киленем шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡайнылары менән бергә Шишмә районы Әлкә ауылында йорт һалалар. Ҡыҙым менән кейәүем, Себерҙә эшләп ҡайтып, Өфөнөң Затон биҫтәһенән фатир һатып алды. Беҙҙең тырышлыҡты, итәғәтлекте күреп, үҙҙәре лә матур, тигеҙ донъя көтә. Күҙ теймәһен инде”, – ти Гөлфирә ханым.
Гөлфирә Фәтих ҡыҙы ике тиҫтә йыл башланғыс мәктәптә балаларға белем биргәндән һуң, ун йылдан ашыу Шишмә районы Йәрми ауылы китапханаһында эшләй. Ауыл халҡын нәфис әҙәбиәт менән таныштырып ҡына ҡалмай, ә республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙы даими уҡып, яҡташтарына тәҡдим дә итә. Ауылдаштарына төрлө яҡлап өлгө булған ҡатындың һөйләгән һүҙҙәре лә, бешергән аштары ла балдай татлы.
Ғәликиевтар ғаиләһенә киләсәктә лә уңыш юлдаш булһын!
Лимон ләүеше
Талап ителә: 2 стакан он, 300 грамм маргарин, 2 ҡалаҡ һөт, 2 йомортҡа, 20 грамм ҡоро сүпрә, 1-2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, аш һеркәһе менән һүндерелгән ярты балғалаҡ сода, самалап тоҙ.
Эслек өсөн тышы менән бергә ит турағыс аша үткәрелгән 2 лимон (орлоҡтарынан таҙартылған), стакан ярым шәкәр ҡомо алына. Лимонға алма менән әфлисун да ҡушып ебәрергә мөмкин.
Ҡоро сүпрәгә йылымыс һыу, шәкәр ҡушып, ҡабартырға ҡуябыҙ. Ул арала 2 стакан онға бысаҡ менән телгеләнгән маргарин, 2 ҡалаҡ һөт ҡушып иҙәбеҙ. Туҫтаҡҡа 2 йомортҡа һытып, аш һеркәһе менән һүндерелгән сода, ҡабартылған сүпрә, тәмләп тоҙ һалып болғатабыҙ ҙа, бөтәһен бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. 15–20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ошо ҡамырҙан, тышлыҡтарын нәҙегерәк иткәндә, 2 йәки 3 ләүеш һалырға мөмкин.
Ике йәймә йәйеп, береһен табаға йәйәбеҙ. Тигеҙ ҡатлам итеп эслекте һалғас, икенсеһе менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. Ситтәрен тоташтырабыҙ. Өҫтөн туғылған һәм иләк аша үткәрелгән йомортҡа менән һылайбыҙ. Артабан 20–30 грамм аҡ майға 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, самалап он ҡушып ыуалайбыҙ. Ошо валсыҡтарҙы ҡамыр өҫтөнә һибәбеҙ.
Ләүеште, 200–220 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә ҡуйып, 20 минут самаһы бешерәбеҙ.
Тиҙ бешкән икмәк
Талап ителә: 1 килограмм он, 20 грамм ҡоро сүпрә, ярты стакан ҡатыҡ, 1 ҡалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 700 грамм йылымыс һыу.
Ҡоро сүпрәгә йылымыс һыу, шәкәр ҡушып, ҡабартырға ултыртабыҙ. Иләнгән онға 700 грамм йылымыс һыу, ҡабартылған сүпрә, ҡатыҡ, тоҙ ҡушып баҫабыҙ. Ике сәғәт ярымға йылыраҡ урынға ҡуйып торабыҙ.
Һуңынан түңәрәкләп әүәләйбеҙ ҙә 300 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә урынлаштырабыҙ. Икмәккә бер аҙ төҫ инә башлағас, 200 градусҡа тиклем кәметәбеҙ. Сәғәт ярым эсендә хуш еҫле икмәк бешеп тә сыға.
“Анар беләҙеге” турамаһы
200–300 грамм турағыс аша үткәрелгән һәм һуған, тоҙ, төйөлгән ҡыҙыл борос ҡушып ҡурылған ит, бер бешкән кишер менән ҡыҙыл сөгөлдөр, 50 грамм ҡара емеш, 50 грамм әстерхан сәтләүеге, 50–100 грамм майонез, ярты анар йәки 50 грамм ҡыҙыл ҡарағат алына.
Турама ҡатлам менән эшләнә: тәүҙә ҡурылған ит, ваҡлап туралған кишер, ваҡлап туралған ҡара емеш, онталған сәтләүек, ҡырғыстан үткәрелгән ҡыҙыл сөгөлдөр һалына. Һәр ҡатлам араһына майонез яғыла. Өҫтө анар менән биҙәлә. Анар урынына ҡыҙыл ҡарағат та файҙаланырға була.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Шишмә районы.

Теги: