«Һөйгәнемдең күңеленә ниндәй асҡыс табайым?..»
“Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция! Һеҙгә “Башҡортостан ҡыҙы” менән ҡыҙыҡһынып танышып барыусы 15 йәшлек уҡыусығыҙ яҙа. Журнал бик оҡшай, сөнки йөкмәткеһе бай, яҙмалары уҡымлы. Минең иһә кеше менән аралашырға, уртаҡ тел табырға өйрәтеүсе мәҡәләләрегеҙ айырыуса күңелемә ята. Шуға ла үҙемде борсолдорған бер мәсьәлә буйынса кәңәш һорарға йөрьәт иттем дә. Мин бик оялсанмын, эс серемде кемгәлер әйтһәм, аңламаҫтар кеүек.
Күптән инде үҙем менән бер мәктәптә уҡыған егетте оҡшатам. Ул минән бер йәшкә өлкәнерәк. Үҙе бик тәртипле лә, теремек тә, үткер ҙә, бөтәһе менән дә һәйбәт аралаша алған кеше. Уны күрһәм, бөтөнләй баҙап ҡалам, үҙемде нисек тоторға, нимә тураһында һөйләшергә белмәй ҡаңғырам. Үҙем былай төҫкә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан түгел, һәр хәлдә, кешеләрҙән маҡтау һүҙҙәре ишетеп торам. Күңелемде биләп алған егеттең иғтибарын нисек яуларға ғына белмәйем шул. Бәлки, мин үҙемде башҡасараҡ тоторға тейешмендер. Шул турала журнал биттәрендә яҙһағыҙ, башҡа тиҫтерҙәремә лә яҡшы кәңәш булыр ине, тип уйлайым. Әҙме ни минең кеүек егеттәр менән аралашырға ҡыймаған ҡыҙҙар?..
Һорауымды яуапһыҙ ҡалдырмаҫһығыҙ, тип өмөтләнәм.
Егет кешегә нисек оҡшау серҙәрен белергә теләү – Айгизә һеңлекәште генә түгел, күп ҡыҙҙарҙы борсолдорған һорау. Ә бит һәр һылыу, күңеленә оҡшаған егетте бер күреүҙән ғашиҡ иттереүгә үк ирешмәһә лә, үҙенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, артабанғы йылы мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала ала. Быға ирешер өсөн үҙеңә ҡарата ыңғай фекер уята белергә өйрәнеү зарур, ти ҡаршы енестәр психологияһын өйрәнеүсе белгестәр һәм ошондайыраҡ кәңәштәр бирә.
Ниҙән башларға?
Иң беренсе, әлбиттә, тышҡы ҡиәфәтеңде барлап сыҡ. Ниндәй кейем кейгәнһең, сәстәрең матур итеп ҡуйылғанмы, тырнаҡтарың ҡараулымы һ.б. Ни тиһәң дә, көслө зат вәкилдәре иң беренсе һылыу йөҙ-ҡиәфәткә күҙ һала бит, был инде күптән асыҡланған хәҡиҡәт. Аралар ялғанып киткәс кенә улар ҡатын-ҡыҙҙың башҡа сифаттарына, маңлай күҙе менән генә күреп-аңлап булмаҫ һыҙаттарына ҡыҙыға башлай. Тубыҡтан байтаҡ өҫтәге итәк, үтә күренмәле блузка кейеп кенә ҡыҙыҡтырам, тип яңылышма. Иң мөһиме – кейемеңдең төҫө, рәүеше үҙеңә килешеп, һоҡландырып торһон, һине серле лә итһен. Салбар урынына заманса тегелгән күлдәк кейеү – иң отошлоһо. Ҡайһы заман ир-егеттәре өсөн дә ҡатын-ҡыҙ өҫтөндәге кейем араһынан иң оҡшағаны нәфис затты нәфис иткән күлдәк икәнлеге лә билдәле.
Йылмайырға онотма. Һүренке ҡиәфәткә ҡарағанда йылмайыуҙан асылып киткән йөҙҙөң башҡаларға ла шифалы йоғонтоһо барлығы шикһеҙ. Ҡарап тороуға күрекһеҙ генә йөҙҙө лә йылмайыу нисек балҡытып, матурлап ебәрә! Былай ҙа сибәрҙәр тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.
Үҙеңде ярат!
Үҙеңдең ниндәй шәп зат икәнлегеңде еткереүгә өлгәш. Әммә иң башта бының шулай икәнлегенә үҙең ышанырға тейешһең. Шуны аңла: донъяла һинең ише ҡыҙ берәү генә, һиндә башҡа берәүҙә лә осрамаған ҡабатланмаҫ һыҙаттар бар, улар тик һинеке генә. Был һин егеттәрҙе ауыҙына ҡаратып тотҡан ҡайһы бер ҡыҙҙар шикелле бер туҡтауһыҙ ҡысҡырып көлөргә, юҡ-бар һөйләргә, гел алдынғы булырға ынтылырға тейеш, тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Киреһенсә, һиңә үҙең, нәҡ үҙең булып ҡалыу оҡшарға тейеш. Һөйкөмлө, алсаҡ, кешеләргә мөләйем зат бул. Аҡыллы, етди, ышаныслы егеттәргә үҙ аллы, тимәк, башҡаларҙы ҡабатларға тырышмаған, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, ҡыҙыҡлы фекерләгән гүзәлдәр оҡшай. Мыжыҡ, үтә ҡылансыҡ, үҙен башҡаларҙан өҫтөн күргән ҡыҙҙарҙы үҙ иткән егеттәр иһә үҙҙәре лә улар менән бер ҡалыптан, ундайҙарҙан бер ҡасан да ысын ир-егет сыҡмаясаҡ, тигән һүҙ. Шуға күрә күңелең түренә инеп оялаған егеттең ниндәй ҡыҙҙар менән аралашыуына ла диҡҡәт ит: һиңә лайыҡлымы ул?..
Уның иғтибарын яула
Үҙеңдә иғтибарын туҡтатыуға өлгәш. Егеттең ҡарашын аула. Күҙҙәрегеҙ осрашҡас, керпектәреңде оялсан ғына елпеп, ҡарашыңды аҫҡа төбәй һал. Был уны шунда уҡ ниндәйҙер уйға һаласаҡ. Мәктәпкә килә ятҡанда йә ҡайтып барғанда, юлдарығыҙ киҫешәме? Тыйнаҡ ҡына сәләм биреп үт. Боролоп ҡараны икән, тимәк, һин үҙеңә иғтибар иттерҙең. Һөйләшеп кит. Ҡыҙыҡһыныу белдереп, ҡайҙа китеп барыуын һораштыр, үҙең хаҡында ла бер-ике кәлимә әйт. Әммә артыҡ һүҙ ҡуйыртма, һин бәйләнсек булып күренергә тейеш түгел. Бер ауыҙ һүҙҙән дә кешенең иғтибарыңа торош итәме-юҡмы икәнлеген асыҡларға мөмкин. Тағы ла: һөйләшкәндә уның күҙҙәренә тура ҡара. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
Шаярт
Шаян кеше лә һөйкөмлөрәк күренә. Әлбиттә, юҡ-барҙан да хихылдап, етмәһә, башҡаларҙан көлөп йөрөү маҡтаулы эш түгел. Ә бына берәй ҡыҙыҡлы хәлде һөйләп, уны ла көлдөрә, кәйефен күтәрә алһаң, был – һәйбәт билдә.
Уртаҡ мауығыуҙар
Уның нимә менән айырыуса мауығыуын асыҡла ла үҙең дә шул турала күберәкте белергә, өйрәнергә тырыш. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ ҙа барҙыр, моғайын. Шулай икән, йөрәгеңде әсир итеүсене үҙ донъяңа, аралашыу даирәһенә ылыҡтырырға тырыш. Мәҫәлән, музыкала айырым бер йүнәлешкә өҫтөнлөк бирәһең, ти. Егеттең теге йә был башҡарыусы тураһында фекерен белеш, көйөн тыңлап алырға тәҡдим ит. Ниндәйҙер дөйөм шөғөл менән мауыҡһағыҙ, бигерәк яҡшы. Был араларығыҙҙы яйларға, егеттең һиңә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Түҙемле бул
Өҫтә әйтелгәндәргә өлгәшер өсөн ваҡыт талап ителә. Ҡабаланма, юҡһа егетте өркөтөрһөң, тырышыуҙарың бушҡа сарыф ителер. Уның “шәхси биләмәһе”нә инергә тырышма, маҙаһыҙлама. Бөтәһе лә үҙ яйы менән аҡһын. Һинең менән ҡыҙыҡһына башланы иһә, был турала белмәй ҡалмаҫһың, уңайын табып, егет иғтибарын үҙе белгертер. Белгертмәһә инде, ҡайғырма, тыныс ҡына йәшәүеңде дауам ит. Кеше күңеле – ҡара урман, ти беҙҙең халыҡ. Уның битараф ҡыланыуының сәбәбе һиндә лә булмауы ихтимал. Бәлки, ул етди, оҙайлы мөнәсәбәттәрҙән ҡаса, үҙен әҙер тип иҫәпләмәйҙер. Ни тиһәң дә, үтә йәшһегеҙ бит әле. Оҡшатҡан егетеңдә мөхәббәт хистәре уята алмау ғына донъя бөтөүҙе аңлатмай. Һин йәш, матур, үҙеңдең баһаңды беләһең, тимәк, тирә-яғыңдағы бихисап егеттәрҙең башын әйләндерәсәгең, ысын мөхәббәтеңде табырың да алда әле!
Тағы ҡайһы бер кәңәштәр
Йөрәгеңде йыш-йыш тибергә мәжбүр иткән егет менән икегеҙҙең арағыҙҙа, ниһайәт, күпер барлыҡҡа килде, ти. Был саҡта һин үҙеңде мөхәббәттән иҫереп, күктәргә ашырҙай итеп тойорһоң. Шунда ла һүҙеңде үлсәп һөйләргә, үҙеңде тотошоңа ифрат иғтибарлы, тотанаҡлы булырға онотма. Ситен-митен һүҙҙәр, йәшерен ым-ишаралар ярҙамында ҡыҙыҡһыныуын арттырам тип уйлап, яңылыша күрмә. Быны ул бөтөнләй тиҫкәре мәғәнәлә аңлауы мөмкин.
Хистәреңә иҫереп, башыңды юғалтма. Һалҡын ҡанлылығыңды эшкә егеп, йөрәгең түрен биләгән кешенең сифаттарын барларға онотма.
Әхирәттәрең өсөн һиңә кем оҡшауы сер булып ҡалһын. Юҡһа, егетеңде күргән һайын, уға ҡырын-мырын ҡараған булып, сырҡ-сырҡ килеп көлөшә, бер-береһенә ишаралап үтә башларҙар. Унан да яманы – араларығыҙ нығынып та етмәгән, ә бәлки, әлегә тик дуҫтарса мөнәсәбәттәргә генә ҡоролған булып та, әхирәттәреңдең егеткә ялҡытҡыс һорауҙар биреп йөҙәтә башлауы. Улар барыһы ла бер генә нәмәгә ҡоролған: ул һинең турала ни уйлай? Был егетте, әлбиттә, уңайһыҙландырасаҡ, унан да бигерәк, һинән биҙҙертеүе лә бик мөмкин! Ул сағында инде: “Һау бул, хыял!” – тиергә генә ҡала…
Әгәр ҙә егеткә дуҫтарың тарафынан әйтелгән ниндәйҙер һүҙҙәр шулай ҙа килеп ишетелде икән, үҙеңде, улар әле бала ғына, ә һин күпкә етдиерәк, тип тоторға, илтифат иттермәҫкә тырыш. Уға һинең етдилегең, сәбәләнмәүең оҡшар ғына.
Бөтә әйтелгәндәр яҡшы һөҙөмтә бирә һәм хыялыңдағы егет һиңә яҡынайғандан-яҡыная икән, шунда ла аттарҙы ашыҡтырма. Серле булып ҡала бел. Унда йәки үҙеңдә уңайһыҙлыҡ тойғоһо уятыусы бер ни ҙә эшләмә.
Тағы шуныһы: егеттең ихтирамлы мөнәсәбәтен ғашиҡлыҡ менән бутама. Был ике хисте бер-береһенән айырыу башта ҡыйыныраҡ булһа ла, тора-бара һин уларҙы аныҡлай алырһың.

Айгизә, Стәрлебаш районы”.

Белгес кәңәштәрен
Р. МӨХӘМӘТЙӘРОВА еткерҙе.
Р. МӨХӘМӘТЙӘРОВА еткерҙе.
Теги: