Зәйнәб Биишева (1908-1996)
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның юғары наградалары күп, тик “яратҡан яҙыусыбыҙ” тип кенә әйтеү ҙә уларҙың барыһына бәрәбәр булыр төҫлө. Элгәргерәк быуындар, уның “Яҡтыға” трилогияһын ҡат-ҡат уҡып, Емештең хис-тойғоларын, кисерештәрен үҙе аша үткәреп, әҙибә һүрәтләгән сафлыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа табынып үҫте. Төп образ булған Емеш күптәрҙең яратҡан әҙәби геройына әүерелде. Һәр кемдең күңелен һәм аҡылын яулаған был әҫәр башҡорт халҡының ХХ быуат башындағы һуғыштар, тетрәнеүҙәр, түңкәрелештәр осоронан башлап 30-сы йылдарға тиклемге тарихын һүрәтләй, халҡыбыҙҙың шул дәүерҙәге тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ѓєҙєттєрен, холоҡ-фиғелен әллә ниндәй ғилми хеҙмәттәргә ҡарағанда ла төплөрәк, ентеклерәк итеп тасуирлай. “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарын берләштергән трилогия башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә һәм танытыуға сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе.
Тормоштоң иркәһе түгел ине Зәйнәб апай. Емештең прототибы булараҡ, ошо герой башынан үткән михнәттәрҙән генә лә уға ниндәй ауырлыҡтар кисерергә тура килгәнен төҫмөрләргә мөмкин. Хәйер, автобиографияһында ла Зәйнәб Абдулла ҡыҙының, ата-әсәһенең башынан үткәндәр барлана. Был әҫәр шулай уҡ йығылып ятып уҡырлыҡ итеп яҙылған.
Мәшһүрҙәрҙең талант серен аса алған кеше юҡ әле. Әҙәмдең тәғәйенләнеше ниҙә, йәшәү мәғәнәһе нимәлә? Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре ошондай мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Уларҙа намыҫ һәм нахаҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ һәм хыянат кеүек үлемһеҙ төшөнсәләр айҡаша. Тормош китабын яҙған Зәйнәб Биишева – әҙибә, фәйләсүф, фекер эйәһе булараҡ бөйөк тә, ябай ҙа. Ул матур һүҙҙәр эҙләмәй, ул фекер тәрәнлеге менән әсир итә.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ире Ғәзиз Әминев һуғышта ҡатнаша, орден-миҙалдар менән наградлана, ҡаты яралар, контузия алып, икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Зәйнәб апай байтаҡ йылдар ауырыу ирен, етем апаһын, туғандарының балаларын ҡарай, өс улын аяҡҡа баҫтыра. Бөгөн оло улы Тельман Әминев – химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһында эшләй, уртансыһы Юлай Әминев – шулай уҡ ғалим, тәбиғәт фәндәре кандидаты, әсәһенең әҫәрҙәрен нәҡ ул руссаға тәржемә иткән. Кинйә улы, табип Дарвин Әминев, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булып ҡалған.
Зайнаб Биишева
Великая женщина, незабываемая Зайнаб Биишева – на второй странице обложки нашего журнала. У нее немало наград и званий, но самое главное – народное признание, всеобщая любовь. Все мы в детстве зачитывались ее произведениями. Маленькая Емеш из романа “Униженные” стала, пожалуй, одним из самых известных и колоритных персонажей в башкирской литературе.
Зайнаб Абдулловна прожила непростую жизнь, судьба ее не баловала. Но она никогда не изменяла себе, была честной, справедливой, не боялась говорить правду. В своих произведениях не искала ярких, броских слов, она пленяла глубиной мысли.
Муж Зайнаб Биишевой Газиз Аминев воевал против немецко-фашистских захватчиков, был награжден орденами и медалями, несколько раз был ранен, контужен. Ему дали вторую группу инвалидности. Жена долгие годы ухаживала за ним. На ее попечении были также сестра, дети родственников. Зайнаб Биишева воспитала своих троих детей. Сегодня старший сын ее Тельман Аминев – доктор химических наук, профессор, работает в Академии естественных наук РФ. Средний сын Юлай Аминев – кандидат естественных наук. Он перевел произведения своей матери на русский язык. Младший Дарвин Аминев был врачом, но, к сожалению, он рановато ушел в мир иной.

Теги: