Байрам менән!

Байрам менән!Яҙҙың тәүге һәм иң оло байрамы – 8 Март айҡанлы, талантлы ҡурайсы Роберт Юлдашев менән танылған йырсы Ғәзим Ильясовҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Һеҙҙең тормошоғоҙҙағы ҡатын-ҡыҙ иң тәү сиратта кем ул?
– Остазым миңә ҡатын-ҡыҙға, сәс­кәгә ҡағылғандай, изгелек һәм һаҡлыҡ менән ҡарарға өйрәтте. Шуның өсөн дә мин уларҙы Аллаһы Тәғәлә бүләге – илһам сығанағы итеп күрәм. Төркө­мөбөҙ иң яратып башҡарған әҫәрҙәр­ҙең береһе «Илһам» тип атала. Унда беҙ һөйөклөләребеҙгә лә дан йырлай­быҙ тип уйлайым, һәр хәлдә уны тамашасыға тап шулай итеп алып барып еткерергә тырышабыҙ.
Яҡындарыма килгәндә, әсәйем ме­нән кәләшемдең сабырлығына һоҡланып бөтә алмайым һәм улар алдында күркәм холоҡтары өсөн баш эйәм. Ҡатын кешегә бит бик йыш ҡына үҙенең мин-минлеген төпкәрәк йәшереп, ир-егеттәрҙең мәнфәғәттәрен алға ҡуйырға, уның бәҫен һәм үҙенә ышанысын күтәреү өсөн тырышырға тура килә. Һәр хәлдә минең әсәйем гел шулай булды. Аллаға шөкөр, әсә­йемдең ошо аҫыл һыҙаттарын кәлә­шемдә лә күрәм.
– Генерал булып киткән һәр һалдат артында зирәк аҡыллы ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр...
– Әлбиттә. Сөнки өйҙә балалары ҡараулы, ә өҫтәлдә үҙен ҡайнар аш көткәнен белеп йөрөгән ир-атты бер ниндәй ҙә тышҡы ауырлыҡтар бөгә алмай ул.
– Ҡатынығыҙ – талантлы бейеүсе. Әгәр ҙә ваҡытында ул үҙенең ижади үҫешен алға ҡуйһа, һеҙ уны бөгөнгө­ләй яратыр инегеҙме икән?
– Беләһегеҙме, яратҡандар ара­һында үҙенән-үҙе ниндәйҙер бер аң­лашыу барлыҡҡа киләлер ул. Заманында мин уға, Фәйзи Ғәскәров исемендәге мәшһүр бейеү ансамбленең иң сағыу башҡарыусыларының бере­һенә, етер, туҡта, балаларға һәм миңә һинең иғтибарың етмәй бит, тинем, һәм ул ризалашты. Барыһын да ташлап, үҙен ғаиләгә арнаны. Кәләшемдең был аҙымына күптәр таң ҡалды, тиһәм дә була. Нисек инде улай, тип ғәжәпһенде ҡайһы берәүҙәр. Мин, тынысланып, ҡолас ташлап ижадҡа сумдым, Гүзәл балалар менән шөғөл­ләнде. Һәм, беләһегеҙме, уның йондоҙло мәлдәрен, яулаясаҡ уңыштарын беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итеүе хәҙер беҙ­ҙең рәхмәтебеҙ булып кире үҙенә ҡайта, тиһәк тә була. Минең, ҡәҙерлем ярҙамында арҡа нығытып алып, ниһайәт, уның тыуған көнөнә шәхси бейеү студияһы бүләк итергә мөмкинлегем килеп тыуҙы. Хәҙер ҡатыным­дың «Гүзәл-данс» тип аталған коллективы бар. Үҙе теләгән ваҡытта сит илдәргә гастролдәргә сығып китә. Бы­на әле йыш ҡына Испанияға, оҫталыҡ дәрестәренә осоп ҡына барып ҡайта.
– Тимәк, әле күңелегеҙҙә, ҡатынымдың сәхнәгә юлын быуҙым, тигән тойғонан ҡотолдоғоҙ инде?
– Ю-у-уҡ, мин һәр ваҡыт уның мөхәббәтен тойҙом, улай ғәйеп той­ғолары менән ыҙаланманым, бер көн килеп Хоҙай ярҙамында уға изгелек­тәре өсөн яуап бирә алырмын, тип уйлап йөрөнөм. Һәм, Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты.
– Улай булғас, һеҙ йәшләй үҙҙәрен эшкә мөкиббән иткән ҡатын-ҡыҙҙы аҡламайһығыҙ инде?
– Мин былай тип әйтер инем: ҡа­тын кешенең дә, ир кешенең дә төп вазифаһы – ғаиләлә. Ҡатын-ҡыҙ телә­гән ерендә уҡып һөнәр алып сығып, тормошҡа сыҡҡандан һуң иң тәүҙә нигеҙен нығытып алһын ул, шунан инде хыялдарын тормошҡа ашыра башлаһа ла була, тип уйлайым. Балалар тыныслығы, уларҙың бәхете бар маҡсаттарҙан да бөйөгөрәк. Әммә кеше үҙенә тәбиғәт биргән талант, аҡыл, уңғанлыҡ, алған белеме менән шул уҡ ғаиләһенә, иленә, халҡына хеҙмәт итергә лә бурыслы. Икенсе яртың был донъяла үҙен раҫлай алмаһа, быны тойоу ир-егеткә ауырҙыр. Шуға ла ниндәйҙер бер алтын урталыҡты тоторға тырышҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итәм.

Байрам менән!

– Гүзәл зат – йәшәү йәме, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Был донъяны бер нисек тә ҡатын-ҡыҙһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һөйөклө әсәйем, яратҡан ҡыҙҙарым, һәр эшемдә лә терәк-таянысым булған ҡәҙерле тормош иптәшем – барыһы ла минең көнкүрешемде мәғәнәле итеүсе, уға йәм өҫтәүсе ғәзиз кешеләр. Мин һәр ваҡыт уларҙың тик яҡшы йоғонтоһон ғына тоям, һәм һәр саҡ, нисек шулай урынлы итеп күңелгә дауа булырлыҡ йылы һүҙҙәр әйтеп, кәңәштәр бирә алалар икән, тип һоҡланам.
– Башҡарған йырҙарығыҙ ҙа ҡәҙерлеләрегеҙгә бағышланалыр?
– Ҡатын-ҡыҙҙың ижадыма ла тєьҫире көслө, хатта күп осраҡта тап улар үҙҙәренең серле һәм яҡты булмыштары менән этәргес көс булып тора, тиер инем. Шағирҙар әйтмешләй, яндырып-көйҙөрөүсе лә, утҡа, уттан алып һыуға һалыусы ла шул нескә заттарыбыҙ бит инде. Ир-егетте ҡыйыу аҙымдарға, уңыштарға һәм көндәлек фиҙакәрлеккә лә бары тик ҡатын-ҡыҙҙар, уларҙың иғтибарын йә ихтирамын яулау теләге әйҙәйҙер ул.


С праздником!
По случаю праздника всех женщин – 8 Марта мы попросили поделиться мыслями о прекрасной половине человечества таланливого кураиста Роберта Юлдашева и известного певца Газима Ильясова.
Роберта Юлдашева его Учитель научил относиться к женщине нежно и бережно. Поэтому он воспринимает их Божьим подарком – источником вдохновения. Одна из любимейших произведений, исполняемых музыкальной группой Роберта Юлдашева, так и называется – “Вдохновение”. Оно посвящено любимым.
Роберт Юлдашев преклоняет голову перед добротой матери и жены, восхищается ими. Жена его когда-то по предложению мужа оставила работу в ансамбле танца имени Файзи Гаскарова и некоторое время сидела дома, воспитывая детей. Это помогло и Роберту полностью окунуться в творчество, найти свое место в искусстве. Недавно благодарный муж подарил жене танцевальную студию, где она создала группу “Гузель-данс”.
Газим Ильясов также счастливый муж своей жены, отец милых дочерей, благодарный сын мудрой матери. Эти женщины наполняют смыслом его жизнь, вдохновляют на творчество.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook