Гүзәлдәргә йырлайым дан
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
Мах бирмәүсе Мәғфирә
Халыҡ йырсыһы
Мәғфирә Ғәлиеваға
Мәскәүҙәрҙә һынау тотҡан саҡта,
Көтмәгәндә, күптәр мах бирә.
Урыҫса тик бер һүҙ генә белеп,
Мах бирмәгән беҙҙең Мәғфирә.
Үҫкән саҡта урыҫ күрмәһә лә,
Мәскәүҙә ул була бик зирәк.
Уҡығанда бер кем алдында ла
Мах бирмәгән беҙҙең Мәғфирә.
Урыҫ егетенә ғашиҡ булғас,
Аптыраған саҡта бар тирә,
Урыҫ ирҙән башҡорт ул, ҡыҙ табып,
Мах бирмәгән беҙҙең Мәғфирә.
Ул, сәхнәгә сыҡһа, күкрәктәрен
Тыуған тауҙарына тиң кирә.
Ҡайҙа ғына сығып баҫҡанда ла
Мах бирмәне беҙҙең Мәғфирә.
Алтмыш милләт һүрәтенә кереп,
Йырлаусылар әле бик һирәк.
Үҙҙәренән артыҡ килештереп,
Мах бирмәне беҙҙең Мәғфирә.
Уның юлын ҡыуа сәмле йәштәр,
Тик сәмһеҙҙәр генә мах бирә.
Йырың – мираҫ килер быуындарға,
Халҡым ҡыҙы, маһир Мәғфирә!
Күктә йондоҙ былай ҙа күп
Рәсәй Дәүләт Думаһы
депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаға
Йыһандағы йондоҙҙарҙың
Иҫәбе юҡ, һаны юҡ.
Күбеһенең исемен дә
Белеү ҙә юҡ, таныу юҡ.
Ҡушылғандар исемдәре
Нисә мең йыл элгәре.
Атылып та төшөп тора,
Йыһан тора елгәреп.
Ләкин әле ерҙә лә бар
Йондоҙға тиң кешеләр.
Улар беҙҙең эргәбеҙҙә
Ярһыу йондоҙ ишеләр.
Алдыбыҙҙа балҡып торған –
Һин шуларҙың береһе.
Йәмлеһе лә, йәнлеһе лә,
Йондоҙҙарҙың тереһе.
Хатта тура килеп тора
Есемеңә исемең.
Өмөт сатҡыһылай яҡты
Исемең һәм есемең.
Төнгө йондоҙ көндөҙ һүнә,
Һис һүнмәҫлек бер ҙә һин.
Күктә йондоҙ былай ҙа күп,
Әлдә, Зөһрә, ерҙә һин.
Кеше үҙен таба һүҙендә
С. Юлаев премияһы лауреаты, шағирә Факиһа Туғыҙбаеваға
Дан яуларға түгел, иҫбатларға
Йөрәгеңде астың ғаләмгә.
Хоҙай тарафынан фатихалы
Тотоноу ҙа һинең ҡәләмгә.
Инде күпме ваҡыт һин яҙғанды
Ҡат-ҡат уҡып, уйға батабыҙ.
Нисә уҡыһаң да, сере бөтмәй,
Шул бер уйға ҡабат ҡайтабыҙ.
Һәр юлында мин бит, беҙ бит, тибеҙ,
Уны ҡайҙан белеп яҙаһың?
Унда – беҙҙең барлыҡ булмышыбыҙ,
Яҙмыштарҙың барлыҡ маҙаһы.
Был бит – минең һүҙҙәр, минең уйҙар,
Минең һөйөү, минең нәфрәтем.
Унда ята минең өмөттәрем,
Унда ята бөтөн хәсрәтем.
Унда – минең телем, минең илем,
Улар өсөн һыҙлау, яныуым.
Өмөт аҡлап тыуыр ейәндәрҙе
Мең йыллыҡтар аша таныуым.
Йырҙарыңда һәр кем үҙен күрә,
Үҙен таба шиғри һүҙеңдә.
Ғәжәйеп бит, тотош милләтеңдең
Йөрәк моңо йәшәй үҙеңдә.
Башҡорт орсоғо
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан
Республикаһының халыҡ артисткаһы, С.Юлаев премияһы лауреаты,
балерина Гүзәл Сөләймәноваға
Һине орсоҡ менән сағыштырғас,
Ҡуймаҫһыңмы икән үпкәләп.
Күҙ эйәрмәҫ орсоҡ һымаҡһың бит,
Үпкәләһәң, булмаҫ күпкә лә.
Ул орсоҡто өйөрөлтә берәү,
Әллә нисек тотоп ҡалалар.
Нур ебенә тамам уралғанда,
Әллә ҡалай һүтеп алалар.
Һин орсоҡҡа кемдәр ҡалмай хайран,
Сәхнәләргә сыҡҡан арала.
Күпме йылдар һәр бер сығышыңдан
Нисә мең йән һүнмәҫ нур ала.
Өфө балетында күреү өсөн
Зар булалар һине һағынып.
Алыҫ сәхнәләрҙә осаһыңдыр,
Ҡайтыр өсөн ҡанат ҡағынып.
Ҡайһы ҡитғала ла танһыҡһыңдыр,
Тиҙ ҡайт, тиеп, килмәй борсоғо.
Донъя мөхәббәтен урай-урай,
Өйөрөлә башҡорт орсоғо.
Йәш сағыңдай ярһып...
Шағирә Әнисә Таһироваға
Бөтәһе лә яраталар, тиһәм,
Төптө дөрөҫ булмаҫ, булыр хата,
Егәрлелегеңде яратмаған
Көнсөлдәр ҙә, беләм, тулып ята.
Ләкин тотош тормош көнсөлдәрҙән,
Хөсөттәрҙән генә тормай әле.
Зыр әйләнгән донъя ҡуласаһын
Гелән улар ғына бормай әле.
Ә һин илһамлыһың, ҡарап тормай,
Кемдер ҡоторғанға, аҙғанына.
Көндәштәрең ярылырҙай була,
Йәш сағыңдай ярһып яҙғаныңа.
Эйе, ул йылдарҙа ҡоралайға
Ағайҙарың ихлас тиңләй ине.
Үҙең инде бәхет туғайҙарын
Өмөт-хыялдарҙа иңләй инең.
Әммә ожмах тигәндәре генә
Һирәк күргән төштәр булып ҡалды.
Һис тә көтмәгәндә ер өҫтөндә
Тамуҡ һымаҡ эштәр булып алды.
Был тормоштоң шулай булыуҙары
Һине бары сәмләндерә генә.
Көндәреңде йәмләндерә генә,
Ҡәләмеңде ғәмләндерә генә.
Ниндәй теләк теләп торорға
Һоҡланғыс йәш скрипкасы Айһылыу Сәйфуллинаға
Ҡайһы әкиәттән килеп сыҡтың,
Ҡайһы офоҡ, ҡайһы тарафтан?
Йыр-моң даръяларын төйәк иткән
Илһам ҡошоң ҡайһы карапта?
Мең йыллыҡтар ҡанындағы моңдар
Нисек итеп һиндә уянды?
Серем иткән донъя, гүйә, тертләп,
Аяғүрә баҫып ҡыуанды.
Һүҙ теймәҫен беләм изге йәнгә,
Күҙ теймәһен сихри ҡулыңа.
Ниндәй теләк теләп торорғалыр,
Һәр саҡ уңһын өсөн, юлыңа.
Скрипка тотһаң, олпат ерем-күгем
Берсә тертләй, берсә иҙерәй.
Тынһаң сәхнәләр ҙә, сәхрәләр ҙә
Уйнауыңды көтөп биҙерәй.
Нисек мөғжизәләр тыуҙыралыр
Фәрештәгә тиңләр был ҡулдар.
Таштар ғына сыҙар моң-зарҙарға
Нисек сыҙай икән ул ҡылдар.
Һин өҙҙөрөп уйнар йылдар килә,
Өҙөлмәһен сыңлы ҡылдарың.
Уятырлыҡ, уйлатырлыҡ итеп
Заман ҡыҙын, заман улдарын.
Бер илатып,
бер көлдөрөп беҙҙе
М.Кәрим исемендәге Милли
йәштәр театры актрисаһы
Гөлшат Ғайсинаға
Сәхнәләге кеше гел шат булмай,
Һин беләһең уны күптән, Гөлшат.
Бер илатып, бер көлдөрөп беҙҙе,
Беҙ күрмәгән саҡта бул һин гел шат.
Беҙ көлөрбөҙ, беҙ иларбыҙ инде,
Ҡулдарыңдан килгәс уйнап туйма.
Тормош нисек кенә уйнатмаһын,
Беҙ күрмәгән саҡта илап ҡуйма.
Алда ғүмер саҡ башлана һымаҡ,
Булыр уның төрлө миҙгелдәре.
Бер-бер артлы тауҙар тороп баҫыр,
Ташып торор кисер Иҙелдәрең.
Сәхнәлә гел үҙең булып ҡалдың,
Инһәң дә һин кемдең тиреһенә.
Кешеләргә ҡылған изгелегең
Тағы артып ҡайтһын кире һиңә.
Гөл исемле йәнгә гөлдәй тормош
Насиптыр ул, Хоҙай яҡлағанда.
Гөлдө – ҡыштан, изге йәнде һәр саҡ
Яман ҡараштарҙан һаҡлағанда.
Яҙҙың башы ғына, яҡшы ғына,
Һәр миҙгелгә һәммәбеҙ ҙә гел шат.
Һәр күңелдең боҙон иретерлек
Һинең йөрәк ялҡындарың, Гөлшат!
Танһыҡ моң
Йәш йырсы Айгөл Һағынбаеваға
Күк түгелеп илағандай,
Иңрәгәндәй ерҙәрем.
Алла ғына аңлай микән
Һинең йөрәк серҙәрен.
Нисек һиңә күсте икән
Моңһоулығы йылғамдың.
Болоҡһоуы тауҙарымдың,
Хәсрәттәре ҡылғандың.
Йөрәктәрҙең ярһыуҙары,
Күңелдәрҙе күкрәтеп,
Эстәреңә һыймайынса
Йыртыр булып күкрәкте,
Һандуғастың өҙҙөрөүе,
Үртәлеүе кәкүктең...
Барыһынан йыйған моңдо
Йәлләмәнең, әй, түктең.
Әйҙә талпын, әйҙә ҡалҡын,
Күптән танһыҡ моң аға.
Тыуған ерҙән алған моңоң
Һыйыр оло донъяға.
Мах бирмәүсе Мәғфирә
Халыҡ йырсыһы
Мәғфирә Ғәлиеваға
Мәскәүҙәрҙә һынау тотҡан саҡта,
Көтмәгәндә, күптәр мах бирә.
Урыҫса тик бер һүҙ генә белеп,
Мах бирмәгән беҙҙең Мәғфирә.
Үҫкән саҡта урыҫ күрмәһә лә,
Мәскәүҙә ул була бик зирәк.
Уҡығанда бер кем алдында ла
Мах бирмәгән беҙҙең Мәғфирә.
Урыҫ егетенә ғашиҡ булғас,
Аптыраған саҡта бар тирә,
Урыҫ ирҙән башҡорт ул, ҡыҙ табып,
Мах бирмәгән беҙҙең Мәғфирә.
Ул, сәхнәгә сыҡһа, күкрәктәрен
Тыуған тауҙарына тиң кирә.
Ҡайҙа ғына сығып баҫҡанда ла
Мах бирмәне беҙҙең Мәғфирә.
Алтмыш милләт һүрәтенә кереп,
Йырлаусылар әле бик һирәк.
Үҙҙәренән артыҡ килештереп,
Мах бирмәне беҙҙең Мәғфирә.
Уның юлын ҡыуа сәмле йәштәр,
Тик сәмһеҙҙәр генә мах бирә.
Йырың – мираҫ килер быуындарға,
Халҡым ҡыҙы, маһир Мәғфирә!
Күктә йондоҙ былай ҙа күп
Рәсәй Дәүләт Думаһы
депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаға
Йыһандағы йондоҙҙарҙың
Иҫәбе юҡ, һаны юҡ.
Күбеһенең исемен дә
Белеү ҙә юҡ, таныу юҡ.
Ҡушылғандар исемдәре
Нисә мең йыл элгәре.
Атылып та төшөп тора,
Йыһан тора елгәреп.
Ләкин әле ерҙә лә бар
Йондоҙға тиң кешеләр.
Улар беҙҙең эргәбеҙҙә
Ярһыу йондоҙ ишеләр.
Алдыбыҙҙа балҡып торған –
Һин шуларҙың береһе.
Йәмлеһе лә, йәнлеһе лә,
Йондоҙҙарҙың тереһе.
Хатта тура килеп тора
Есемеңә исемең.
Өмөт сатҡыһылай яҡты
Исемең һәм есемең.
Төнгө йондоҙ көндөҙ һүнә,
Һис һүнмәҫлек бер ҙә һин.
Күктә йондоҙ былай ҙа күп,
Әлдә, Зөһрә, ерҙә һин.
Кеше үҙен таба һүҙендә
С. Юлаев премияһы лауреаты, шағирә Факиһа Туғыҙбаеваға
Дан яуларға түгел, иҫбатларға
Йөрәгеңде астың ғаләмгә.
Хоҙай тарафынан фатихалы
Тотоноу ҙа һинең ҡәләмгә.
Инде күпме ваҡыт һин яҙғанды
Ҡат-ҡат уҡып, уйға батабыҙ.
Нисә уҡыһаң да, сере бөтмәй,
Шул бер уйға ҡабат ҡайтабыҙ.
Һәр юлында мин бит, беҙ бит, тибеҙ,
Уны ҡайҙан белеп яҙаһың?
Унда – беҙҙең барлыҡ булмышыбыҙ,
Яҙмыштарҙың барлыҡ маҙаһы.
Был бит – минең һүҙҙәр, минең уйҙар,
Минең һөйөү, минең нәфрәтем.
Унда ята минең өмөттәрем,
Унда ята бөтөн хәсрәтем.
Унда – минең телем, минең илем,
Улар өсөн һыҙлау, яныуым.
Өмөт аҡлап тыуыр ейәндәрҙе
Мең йыллыҡтар аша таныуым.
Йырҙарыңда һәр кем үҙен күрә,
Үҙен таба шиғри һүҙеңдә.
Ғәжәйеп бит, тотош милләтеңдең
Йөрәк моңо йәшәй үҙеңдә.
Башҡорт орсоғо
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан
Республикаһының халыҡ артисткаһы, С.Юлаев премияһы лауреаты,
балерина Гүзәл Сөләймәноваға
Һине орсоҡ менән сағыштырғас,
Ҡуймаҫһыңмы икән үпкәләп.
Күҙ эйәрмәҫ орсоҡ һымаҡһың бит,
Үпкәләһәң, булмаҫ күпкә лә.
Ул орсоҡто өйөрөлтә берәү,
Әллә нисек тотоп ҡалалар.
Нур ебенә тамам уралғанда,
Әллә ҡалай һүтеп алалар.
Һин орсоҡҡа кемдәр ҡалмай хайран,
Сәхнәләргә сыҡҡан арала.
Күпме йылдар һәр бер сығышыңдан
Нисә мең йән һүнмәҫ нур ала.
Өфө балетында күреү өсөн
Зар булалар һине һағынып.
Алыҫ сәхнәләрҙә осаһыңдыр,
Ҡайтыр өсөн ҡанат ҡағынып.
Ҡайһы ҡитғала ла танһыҡһыңдыр,
Тиҙ ҡайт, тиеп, килмәй борсоғо.
Донъя мөхәббәтен урай-урай,
Өйөрөлә башҡорт орсоғо.
Йәш сағыңдай ярһып...
Шағирә Әнисә Таһироваға
Бөтәһе лә яраталар, тиһәм,
Төптө дөрөҫ булмаҫ, булыр хата,
Егәрлелегеңде яратмаған
Көнсөлдәр ҙә, беләм, тулып ята.
Ләкин тотош тормош көнсөлдәрҙән,
Хөсөттәрҙән генә тормай әле.
Зыр әйләнгән донъя ҡуласаһын
Гелән улар ғына бормай әле.
Ә һин илһамлыһың, ҡарап тормай,
Кемдер ҡоторғанға, аҙғанына.
Көндәштәрең ярылырҙай була,
Йәш сағыңдай ярһып яҙғаныңа.
Эйе, ул йылдарҙа ҡоралайға
Ағайҙарың ихлас тиңләй ине.
Үҙең инде бәхет туғайҙарын
Өмөт-хыялдарҙа иңләй инең.
Әммә ожмах тигәндәре генә
Һирәк күргән төштәр булып ҡалды.
Һис тә көтмәгәндә ер өҫтөндә
Тамуҡ һымаҡ эштәр булып алды.
Был тормоштоң шулай булыуҙары
Һине бары сәмләндерә генә.
Көндәреңде йәмләндерә генә,
Ҡәләмеңде ғәмләндерә генә.
Ниндәй теләк теләп торорға
Һоҡланғыс йәш скрипкасы Айһылыу Сәйфуллинаға
Ҡайһы әкиәттән килеп сыҡтың,
Ҡайһы офоҡ, ҡайһы тарафтан?
Йыр-моң даръяларын төйәк иткән
Илһам ҡошоң ҡайһы карапта?
Мең йыллыҡтар ҡанындағы моңдар
Нисек итеп һиндә уянды?
Серем иткән донъя, гүйә, тертләп,
Аяғүрә баҫып ҡыуанды.
Һүҙ теймәҫен беләм изге йәнгә,
Күҙ теймәһен сихри ҡулыңа.
Ниндәй теләк теләп торорғалыр,
Һәр саҡ уңһын өсөн, юлыңа.
Скрипка тотһаң, олпат ерем-күгем
Берсә тертләй, берсә иҙерәй.
Тынһаң сәхнәләр ҙә, сәхрәләр ҙә
Уйнауыңды көтөп биҙерәй.
Нисек мөғжизәләр тыуҙыралыр
Фәрештәгә тиңләр был ҡулдар.
Таштар ғына сыҙар моң-зарҙарға
Нисек сыҙай икән ул ҡылдар.
Һин өҙҙөрөп уйнар йылдар килә,
Өҙөлмәһен сыңлы ҡылдарың.
Уятырлыҡ, уйлатырлыҡ итеп
Заман ҡыҙын, заман улдарын.
Бер илатып,
бер көлдөрөп беҙҙе
М.Кәрим исемендәге Милли
йәштәр театры актрисаһы
Гөлшат Ғайсинаға
Сәхнәләге кеше гел шат булмай,
Һин беләһең уны күптән, Гөлшат.
Бер илатып, бер көлдөрөп беҙҙе,
Беҙ күрмәгән саҡта бул һин гел шат.
Беҙ көлөрбөҙ, беҙ иларбыҙ инде,
Ҡулдарыңдан килгәс уйнап туйма.
Тормош нисек кенә уйнатмаһын,
Беҙ күрмәгән саҡта илап ҡуйма.
Алда ғүмер саҡ башлана һымаҡ,
Булыр уның төрлө миҙгелдәре.
Бер-бер артлы тауҙар тороп баҫыр,
Ташып торор кисер Иҙелдәрең.
Сәхнәлә гел үҙең булып ҡалдың,
Инһәң дә һин кемдең тиреһенә.
Кешеләргә ҡылған изгелегең
Тағы артып ҡайтһын кире һиңә.
Гөл исемле йәнгә гөлдәй тормош
Насиптыр ул, Хоҙай яҡлағанда.
Гөлдө – ҡыштан, изге йәнде һәр саҡ
Яман ҡараштарҙан һаҡлағанда.
Яҙҙың башы ғына, яҡшы ғына,
Һәр миҙгелгә һәммәбеҙ ҙә гел шат.
Һәр күңелдең боҙон иретерлек
Һинең йөрәк ялҡындарың, Гөлшат!
Танһыҡ моң
Йәш йырсы Айгөл Һағынбаеваға
Күк түгелеп илағандай,
Иңрәгәндәй ерҙәрем.
Алла ғына аңлай микән
Һинең йөрәк серҙәрен.
Нисек һиңә күсте икән
Моңһоулығы йылғамдың.
Болоҡһоуы тауҙарымдың,
Хәсрәттәре ҡылғандың.
Йөрәктәрҙең ярһыуҙары,
Күңелдәрҙе күкрәтеп,
Эстәреңә һыймайынса
Йыртыр булып күкрәкте,
Һандуғастың өҙҙөрөүе,
Үртәлеүе кәкүктең...
Барыһынан йыйған моңдо
Йәлләмәнең, әй, түктең.
Әйҙә талпын, әйҙә ҡалҡын,
Күптән танһыҡ моң аға.
Тыуған ерҙән алған моңоң
Һыйыр оло донъяға.
Теги: