Фәнебеҙҙең күрке Фәнүзә

Фәнебеҙҙең күрке ФәнүзәТарих, тел һәм әҙәбиәт инсти­тутында 2011 йылдың 1 нояб­рендә уҙғарылған Ғилми совет күренекле башҡорт фольклорсыһы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның тормош һәм фәнни хеҙмәт юлына арналғайны. Ғалимә хаҡында бик ихлас һүҙҙәр һөйлә­неләр. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы үҙе лә бай йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны. Бик етди башланған был ғилми йыйын матур байрамға әйләнде. Ошо институттың иң гөрләп йә­шәгән саҡтарында уның менән утыҙ йыл буйы бергә эшләгән хөрмәтле хеҙмәттәшемде ҡотлап, мин дә һүҙ әйттем, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаттарының ҡайнар сә­ләмдәрен тапшырҙым, үҙемдең ихлас теләктә­ремде еткерҙем.
Ошо осрашыуға йыйылған көндө ваҡыт иҫәбен билдәләүсе һандар ғәжәп рәт булып теҙелгәйне: 1.11.11. Көнө лә, айы ла, йылы ла тик бер һандарынан тора. Шунда уйлап ҡуй­ҙым: беренсе тигән һүҙ Фәнүзә Нә­ҙершинаның хеҙмәт юлына, уның фән донъяһындағы яҙмышына бик тап килә бит.
Иғтибар итегеҙ: Фәнүзә Айытбай ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе фольклорсы, беренсе фән кандидаты, фән докторы, халыҡ ижадын өйрәнеүсе гүзәл заттарыбыҙҙан беренсе булып Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған ғалимәбеҙ. Бындай беренселектәрҙе тағы ла байтаҡ һанарға мөм­кин. Фольклорсының хеҙмәттәре менән таныш кешеләр был хаҡта яҡ­шы белә. Ләкин был беренселек йән-фарманға сабып килеп еткән алдын­ғылыҡ түгел, йылдар буйына туҡ­тауһыҙ эҙләнеүҙәр, ғүмерлек эҙмә-эҙлекле хеҙмәт менән, зирәк зиһен һәм тоғро күңел менән яулап алынған ҡаҙаныш.
Фәнүзә Нәҙершинаның ғилми тикшеренеүҙәре башҡорт мәҡәлдә­рен өйрәнеүҙән башланды. Йәш ғали­мә йүнәлеште бик белеп һайлаған. Әгәр фольклор халыҡтың меңәр йылдар буйына донъя менән бәйләнешендәге һынауҙарҙа тупланған образлы тормош фәлсәфәһе икән, был аҡылды мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һы­маҡ үҙенә шул тиклем тапҡыр һәм тығыҙ тупланған башҡа жанрҙы атауы мөмкин түгел.
Фәнебеҙҙең күрке Фәнүзә
Тимәк, Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ғилми хеҙмәт юлын башлағанда иң элек афористик жанрҙарҙы тикшереп, халыҡ ижадының үҙәгенә, йөрә­генә үтеп ингән. Халыҡ һүҙ сәнғәтен­дәге иң тос берәмектәрҙең асылына төшөнөү ғалимәгә башҡа жанрҙар­ҙың серҙәрен сисер өсөн тылсымлы асҡыс булған.
Мин ғүмерем буйы әҙәбиәт донъя­һында шағир булараҡ та, ғалим булараҡ та хеҙмәт иттем һәм ошо ике йүнәлештә эшләй алыуым менән бә­хетлемен. Әҙәбиәтте өйрәнеү һине күпме матурлыҡтарға юлыҡтыра, таланттарҙың һүҙ тылсымына ғашиҡ итә. Бындай мәлдәр тормошома нур-яҡтылыҡ өҫтәй.
Шулай ҙа мин фольклорсыларҙың яҙмышына бер ни тиклем көнләшебе­рәк ҡарайым. Нисек көнләшмәҫһең? Халыҡ ижадын йыйыусылар һәм өйрә­неүселәр ғүмерҙәре буйынса камиллыҡ донъяһында йәшәй. Йырҙың йыртығы юҡ, тигән хәҡиҡәт фольклорҙың һәр жанрына тап килә. Халыҡ ижадындағы әҫәрҙәрҙә һәр һүҙ – үҙ урынында, улар быуаттар буйына күпме быуындарҙың иң ҡаты талапта­рына яуап бирерлек сифат һынауҙа­рын үткән.
Яҙма әҙәбиәттә иһә хәлдәр башҡа­сараҡ. Фольклорҙа, ысынлап та, йыр­ҙың йыртығы юҡ. Ә бына шағирҙар һәм композиторҙар сығарған йыртыҡ йырҙар, зауыҡһыҙ әҫәрҙәр йылдан-йыл күбәйә бара. Әҙәбиәттең барлыҡ өлкәләрендә лә аҫыл үрнәктәр менән бергә сүп-сар ҙа етерлек. Ысын гәү­һәрҙәрҙе табыр өсөн шул сүп-сарҙар­ҙы ла йырып үтергә тура килә.
Әлбиттә, фольклорҙағы персонаждарҙың барыһы ла ал да гөл түгел. Унда яҡшылар менән яуыздар, тоғролар менән хыянатсылар, дөрөҫлөк менән ялған көрәшә. Ләкин яҙма әҙә­биәттә әҫәрҙәге авторҙың да кәмселектәре, мәкер-үсләшеүҙәре, яман ниәттәре инеп китә. Халыҡ ижады иһә бындай бысраҡлыҡтарҙан азат.
Фольклор тигән камиллыҡ, сафлыҡ һәм матурлыҡ донъяһы менән һәр саҡ айырылғыһыҙ бәйләнештә йәшәүе, шул хазинаға хеҙмәт итеүе менән бәхетле Фәнүзә Айытбай ҡы­ҙы. Уны оло маҡсаттар саҡыра, алға яңынан-яңы тикшеренеүҙәргә, донъя­ның төрлө тарафтарындағы оло-оло ғилми форумдарға әйҙәй һәм фән донъяһындағы уңыштары ла шул юға­ры ынтылыштарға бәрәбәр.
Фәнебеҙҙең күрке Фәнүзә
“Урал батыр” һымаҡ бөйөк әҫәр­ҙәргә инаныу кешенең үҙен бейеклектәргә саҡыра. Ошондай аҫыл өл­гөләрҙе беренсе булып башҡа тел­дәргә тәржемә итеп баҫтырыуҙы ойоштороуы менән Фәнүзә Нәҙершина айырыуса һауаплы, изге эштәр эшләй.
Бынан байтаҡ йылдар элек “Киң донъяға һыймай ваҡ кешеләр, киң күңелгә һыймай ваҡ тойғолар” тигән юлдарҙы яҙғанда, мин халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ йәшәү ҡағиҙәләре тура­һында ла, киң күңелле дуҫтарым тура­һында ла уйлағайным. Фәнүзә Нәҙершина – нәҡ бына шундай шәхестәр­ҙән. Ул ығы-зығыларҙан юғары, ваҡ­ланырға уның ваҡыты юҡ. Мораҙым ауылында тыуып үҫкән ғалимә һәр саҡ мораҙына ирешеп йәшәй.
Ваҡыт тигәндән, Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙҙәре хәтергә килә. Бөйөк аҡыл эйәһе бына нимә ти: “Яҡуттар табылалыр ваҡыт менән, ваҡыттар табылмайҙыр яҡут менән”. Халыҡ ижады әҫәрҙәре – милләтебеҙҙең гәүһәр-алмастары, ҡиммәтле яҡуттары улар. Ошо байлыҡты йыйыу, һаҡлап ҡалыу өсөн күпме ҡаһарман шәхестәребеҙ күпме көсөн һәм ваҡытын сарыф иткән, шул ҡаһарман эшкә бөтә ғүмерен арнаған. Ошондай изге маҡсаттар менән Фәнүзә Нәҙершина ла башҡорттар йәшәгән төрлө тарафтарҙа оҙон-оҙон юлдар үтте, бик күп экспедицияларҙа ҡатнашты.
Эйе, ваҡытты бер ниндәй яҡуттар менән дә табып, юғалтҡан ваҡытты бер нисек тә кире тергеҙеп булмай.
Ләкин Аҡмулланың һүҙҙәре шул турала ла уйландыра: әгәр хәстәрләмә­һәк, халыҡ ижадындағы яҡуттар ваҡыт менән дә табылмаҫҡа, ваҡыт ағышында юғалып ҡалырға ла мөмкин бит әле. Бының өсөн яуаплылыҡ иң элек фольк­лорсылар иңенә төшһә лә, был мәсьә­ләләр барыбыҙҙы ла борсорға тейеш.
Милләтебеҙ донъяла тиңдәше аҙ булған халыҡ ижады ҡалдырған. Ошо нур һәм матурлыҡ, моң һәм аҡыл донъяһында киләсәктә лә беҙҙе яңы хеҙмәттәре менән ҡыуандырыр әле фәнебеҙҙең күрке Фәнүзә.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



О докторе филологических наук, лауреате премии имени Салавата Юлаева Фанузе Надршиной пишет доктор филологических наук, народный писатель Башкортостана Равиль Бикбаев.
Путь в науку ученая начала с изучения башкирских пословиц и поговорок. Автор очерка-портрета сочными, точными мазками рисует творческий путь Фанузы Аитбаевны.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook