“Бала биреп һынармын”

Хәҙер йәштәр балаларында тәрбиә­гә һәм белем биреүгә ҡағылышлы нин­дәй генә заманса йүнәлештәрҙе һынап ҡарамай. Берәүҙәре, япондарҙың милли педагогикаһына яраҡлы, биш йәшкә тиклем бер нәмәне лә тыймайбыҙ, ти­һә, бәғзеләр шул уҡ илдең билдәле ға­лимы, “Сони” корпорацияһы президенты Масару Ибуканың: “Өс йәшенә тиклем баланың мейеһенә дөрөҫ йүнә­леш биреп ҡалырға”, – тигән фекеренә таяна. Америка ғалимы Глен Домандың физик күнекмәләр һәм баланың зиһен үҫешен тәьмин итеүсе күнегеүҙәрҙе үҙ эсенә алған тәрбиәгә ҡағылышлы талаптары танылыу яулай бара. Уны хуп­лаусылар ҙа, ҡаршы сығыусылар ҙа бер­ҙәй күп. Тағы ла бары тик уйындар аша тәрбиәләргә өйрәткән Никитин алымы, Зайцев, Дьенеш, Кюзинер мәктәптә­ре... Һәр кемдең ҡул аҫтында интернет булыуы ла был өлкәләге яңылыҡтар менән танышып барырға мөмкинселек бирә, әлбиттә. Ата-әсәләр үҙ ҡарашта­ры һәм инаныуҙарынан сығып, төрлө виртуаль төркөмдәргә берләшеп, фекер һәм тәжрибә уртаҡлаша, бәхәсләшә, үҙ­ҙәрен борсоған һорауҙарға яуап эҙләй. Бала үҫтергәндә, һәр кем яҡындары, дуҫтарының кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ата-әсәһенең тәжрибәһенә таянып, хал­ҡының йолаларына тоғролоҡ һаҡларға тырышһа ла, күберәген үҙ һиҙемләүенә ышанып эш итә. Әлеге мәғлүмәткә мул заманда ла меңәр йылдар дауамында һыналған, ата-бабаларыбыҙ хаҡ дин­дәре тип ҡабул иткән һәм инанған Исламдағы балаларға мөнәсәбәт һәм улар­ҙың хоҡуҡтарына ҡағылышлы ябай ҙа, шул ваҡытта бөйөк тә, ҡаҡшамаҫ нигеҙле ҡанундар һәм ҡағиҙәләр, уларҙы иҫбатлап килтерелгән миҫалдар айырым иғтибарға лайыҡ.
Шәриғәт ҡанундары Аллаһы Тә­ғәләнең китабы Ҡөрьән Кәрим һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошонда булған хәл-ваҡиғалар миҫалындағы төр­лө хәҙистәргә таяна. Ҡөрьән Кәримдең бөйөк маҡсаттарының береһе – кеше­ләр тормошон ҡанундар һәм ҡағиҙәләр ярҙамында бер тәртипкә килтереп һәм яйға һалып, уның ҡоролошон мөмкин тиклем ғәҙелерәк һәм тынысыраҡ итеү.
Бала – ир менән ҡатындың мөхәб­бәт емеше. Атай-әсәйҙең балаларына булған тойғолары иң изге хистәр иҫә­бендә, улар Аллаһы Тәғәлә тарафынан һәр кешенең күңеленә тыумыштан, тәбиғи асыл итеп һалына. Ата-әсәләр­ҙең балаһына булған һөйөүе – бер ниндәй ҙә иҫбатлау талап итмәгән, һис бер үлсәмдәр менән дә үлсәп булмаған төшөнсә. Ул – Аллаһы Тәғәләнең барлығының, сикһеҙ мәрхәмәтлегенең кире ҡаҡҡыһыҙ бер дәлиле, билдәһе, уның булмышының бер сағылышы.
Ислам динендә ғаилә эсендәге бөтә балалар ҙа тиң, уларҙың ҡайһыһылыр өҫтөнлөклө хәлдә була алмай. Раббыбыҙ, ҡыҙ балалар һәм ир балалар ара­һында бер ниндәй ҙә хоҡуҡи айырма юҡ, ти. Сөнки бөтә кешеләр ҙә бер-береһенән бары тик йәмғиәт алдында үҙҙәре ҡаҙанған хөрмәт күләме менән генә айырыла. Ҡөрьән Кәримдә: “Ысын­лап та, Мин бер кемдең дә ҡылған эшен күҙ уңынан ысҡындырмаҫмын, һәм уны ҡылыусыларҙы, ир кешеме, йәки ҡа­тынмы булыуына ҡарап тормайынса, язаһыҙ йәки бүләкһеҙ ҡалдырмаҫмын, сөнки һеҙҙең берәүҙәрегеҙ икенселәре ярҙамында тыуҙырылған,”– тип әйтелә.
Был тигеҙлекте һанға һуҡмау динебеҙҙә ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк юлынан ситкә тайпылыуҙы аңлатыр ине. Сөнки, әйтеп үтелгәнсә, Ислам нисә балаң булһа, һәр ҡайһыһына ҡарата ла бер иш мөнәсәбәттә булырға ҡуша. Тимәк, ул ҡанун балаға әрнеү килтермәҫ, уның тойғоларын рәнйетмәҫ, бер-береһенә ҡарата йөрәктәрендә асыу һәм кенә тыуҙырып, үҙ-ара күрә алмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн мөһим.
Ислам – тормошсан дин. Унда, кеше тормошонда ниндәй генә хәлдәр булмаһын, бөтәһен дә яйларлыҡ ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡыҙҙың уңмай айырылып, ата йортона ҡайтыу осрағын ғына алайыҡ. Атаһы ҡулында башҡа күп балалары булып та һәм ул үҙе лә мохтажлыҡ кисереп ауыр йәшәгән хәлдә лә, ти динебеҙ, ҡанаты ҡайырылып ҡайт­ҡан балағыҙҙы ситкә тибәрмәгеҙ. “Атай кешенең айырылып ҡайтҡан ҡыҙын ҡарауға киткән сығымдары саҙаҡаның иң яҡшы бер төрөлөр һәм Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыуҙың да һәйбәт бер сараһылыр”, – тип яҙа Әл-Бохари үҙенең “Әл-Әҙәб-Әл-Муфрад” тигән китабында.
Ислам ғаиләне, бигерәк тә балаларҙы төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡларға ҡуша. Мөхәммәт пәйғәмбәр: “Тағун (чума) – Аллаһы Тәғәләнең ҡолдарына ебәргән яза билдәһе, әгәр ҙә һеҙ ул турала ишетһәгеҙ, ауырыу ҡоторған яҡтарға йөрөмәгеҙ, ә инде ул һеҙ йәшәгән урында сыҡһа, бүтән яҡтарға ҡасмағыҙ,”– тигән бер хәҙи­сендә. Замандашыбыҙ, дин ғалимы Әл-Хөсәйен-Әбд-әл-Мәжит уны ошолай тип аңлата: “Эпидемия булған ерҙәр­ҙән арыраҡ йөрөргә, ә үҙең булған ерҙә башланһа – ситкә китмәҫкә”. Был хәҙис – һәр кемдең башҡалар һаулығы өсөн дә яуаплы булыуы хаҡында. Ошо­ға бәйле яңыраҡ Өфөлә булған бер эс бошорғос хәл иҫкә килеп төштө. Ҡала бала табыу йорттарының береһендә һуңғы дүрт ай эсендә тыуған барлыҡ сабыйҙарҙы кире саҡырып алып Манту реакцияларын тикшерҙеләр. Сәбәбе: баҡтиһәң, был дауаханала бәпестәргә донъяға килергә ярҙам итеүсе табип туберкулез менән сирле икәнен белгән килеш эшкә килеп урынлашып, арыу ғына зыян яһаған икән. Был ваҡиға тап ошо хәҙис ҡуйған ҡағиҙәләргә ҡаршы килеүе менән аяныслы.
Диндең балаға ул әле яралмаҫ борон күрһәткән ҡурсалауы буйынса, бәпес һау-сәләмәт булып тыуырға тейеш. Шуның өсөн дә Ислам дине ауырлы ҡатындың, бәләкәстең һәм уның әсә­һенең туҡланыу мәсьәләһен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай.
“Мәрйәм” тигән сүрәлә Хоҙай тул­ғаҡтан ҡотолған Мәрйәмгә хәлен еңе­ләйтеү өсөн ожмах емеше (финик) ашарға ҡушҡан. Шулай уҡ изге китабыбыҙҙа анар (гранат) һәм бал айырып әйтеп кителгән. Хәҙерге фән күҙлегенән ҡарағанда, финиктың еңел үҙ­ләштерелеүсе матдәләргә бай, туҡлыҡ­лы булыуын, һаулыҡты нығытыуын беләбеҙ. Анарҙа ла тимер күплеге, ҡандағы гемоглобинды күтәрергә һәләтлеге билдәле. Ә балдың мөғжизәле үҙен­сәлектәре арҡаһында изге китапҡа инеүенә беҙ, борондан солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән халыҡ вәкилдәре булараҡ, бер ҙә аптырамайбыҙ.
Яҡты донъяға килгән һәр баланың Алла тарафынан бүләк ителгән ғүмерен бәхетле итеп йәшәргә хоҡуғы бар. Шуға ла ата-әсә иң беренсе сиратта баланың һаулығын ҡайғыртырға бурыслы. Сөнки сәләмәт кеше генә Ислам­дың бөтә ҡанундарын да үтәй ала. Ҡиә­мәт көнөндә Хоҙай иң тәүҙә кешелєр­ҙән һаулыҡтары хаҡында һораясаҡ, тигән пәйғәмбәребеҙ. Һәр ата-әсә балаһының тән һәм йән сәләмәтлеге өсөн хәленән килгәнсә шарттар тыуҙы­рырға тейеш. Беҙҙең балабыҙҙы спорт түңәрәктәренә йөрөтөүебеҙ ҙә, шахмат йә шашкала уйнарға өйрәтеүебеҙ ҙә, бергәләп һырғалаҡҡа сығыуыбыҙ ҙа, бәләкәстең күҙе боҙолмаһын тип телевизорҙы оҙаҡ ҡаратмауыбыҙ ҙа, бүтәнсә үҙебеҙ артыҡ мөһим тип тә белмәгән, бала хаҡына эшләгән һанап бөткөһөҙ көндәлек ваҡ мәшәҡәттәребеҙ ҙә, бисмилла итеп башҡарылһа, Аллаһы Тәғәлә алдында бер сауаптыр.
Ата-әсәләргә балаларын тәрбиәләү өлкәһендә кәңәштәр биреп, балаға йомшаҡ мөѓәмәләлә бул, тигәнендә, хаҡ динебеҙ баланың ихтыярын һәм үҙаллылыҡҡа ынтылыуын баҫып, тормошон яйлы итәм тип, уның өсөн уйларға һәм эшләргә өйрәтмәй. Ул саҡта бала атай-әсәй елкәһенә бөтөнләй менеп ултырыр ине. Динебеҙҙең тәрбиәгә ҡағы­лышлы маҡсаты бары тик баланың үҙе­нә һиҙҙермәй генә, ул төрлө яңылышлыҡтар ҡылмаһын һәм уның йөрәге был оло донъяла ваҡытынан алда төрлө кә­рәкмәгән тетрәнеүҙәр кисермәһен, тура юлдан тайпылып китмәһен өсөн тәр­тибен күҙәтеүҙә тотоуҙан һәм үҫмерҙе дөрөҫ аңлауҙан ғибарәт. Шулай уҡ Ис­лам баланы бәләкәйҙән үҙ фекерен дө­рөҫ һәм асыҡ итеп әйтергә өйрәтеүгә ҙур әһәмиәт бирә. Шуның өсөн дә ғаилә эсендә төрлө ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә, нисек кенә етдигә иҫәп­ләй алмаған хәлдә лә, бәләкәй баланан да фекерен әйттереп, әгәр ҙә ул төптө яңылыш­һа, ваҡытында төҙәтеп, ни өсөн улай итеүегеҙҙе аңлатып барыу кәрәк, тип иҫәпләнә. Беҙҙең халыҡта ла элек-электән балаларға кеселекле мөнәсә­бәт күрһәткәндәр. Иҫкә төшөрәйек әле, бөйөк Зәки Вәлидиҙең “Хәтирә­ләр”ендә уның менән атаһына ҡунаҡҡа килгән төрлө ҙур кешеләрҙең уны тиң күреп, әңгәмә ҡороп ултырыуҙары хаҡындағы иҫтәлектәр йыш осрай бит.
Пәйғәмбәрҙең балаларҙы үҙ аллы итеп тәрбиәләүгә ынтылыуына һәм үҙенең артынан эйәрткән йәш быуынға үҙ фекерен асыҡ итеп әйтергә өйрә­тергә тырышыуына миҫал итеп Абуллаһ-бин-Аббас менән булған хәлде килтерергә мөмкин. Бер ваҡыт Алла илсеһе: “Динле кешене Аллаһы Тәғәлә япраҡтары ҡойолмай торған ағас һы­маҡ ныҡлы, иманлы иткән. Ул ниндәй ағас тип уйлайһығыҙ?” – тигән. Барса тыңлап ултырыусылар шымып ҡалған, шунан Алла илсеһе: “Ул – пальма”,– тигән. Абдуллаһ-бин-Аббас та үҙенең атаһы менән шул кешеләр араһында булған. Аҙаҡ улар өйҙәренә ҡайтып барғанда, Абдуллаһ атаһына: “Мин пәйғәмбәрҙең һорауына яуапты белә инем дә ул, тик уның шәкерттәре алдында ауыҙ асып торорға оялдым”, – тигән. Атаһы уға: “Әгәр ҙә һин шул саҡта белгәнеңде әйтеп ҡалһаң, был минең өсөн ҡыҙыл дөйәләрҙән дә ҡиммәтерәк бүләк булыр ине”, – тигән. Ислам тәрбиәһе иң элек белем биреүгә йүнәлтелгән, ул белемгә ынтылыуҙы һәр мосолман кешеһе өсөн бурыс итеп ҡуя. Хаҡ динебеҙ күҙлегенән ҡарағанда, белем биреү ниндәйҙер бер тар өлкә менән генә сикләнмәйенсә, донъялыҡтың барлыҡ яҡтарын да үҙ эсенә алырға тейеш.
Динебеҙ, балаларығыҙҙың ихтыяж­дарына иғтибар итегеҙ һәм аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ, тип өйрәтә. Ғаилә бик мохтажлыҡ кисергән саҡ­тарҙа ла иң тәү сиратта уларҙың тамағын һәм өҫ-башын ҡарағыҙ, ти.
Бер ваҡыт Умм-Салама пәйғәмбә­ребеҙҙән: “Эй, Алла илсеһе, мин ҡыҙҙа­рымды, улдарымды ҡараған өсөн Хоҙай рәхмәтенә иҫәп тота аламмы?” – тип һораған. Пәйғәмбәр: “Эйе, үҙеңдән айырып алып балаларың өсөн тотонған бөтә сығымдарың өсөн дә һине сауап көтә”, – тигән. Аллаһы Тәғәләнең илсеһе тағы ла бер хәҙисендә: “Алла юлында бер динар түкһәң, ҡолдарыңа һәм мохтажға берәр динар түкһәң һәм дә ғаиләңә бер динар түкһәң, шулар араһынан иң ҙур сауап ғаиләң хаҡына киткәненә булыр”, – тип аңлатҡан.
Ысын мосолман үҙе иҫән-һау бул­ған көйө бер ниндәй сәбәптәр арҡаһын­да ла балаларынан баш тарта, уларҙы ҡарауһыҙ урамда ҡалдыра алмай. Шулай уљ, айырылған ир кеше, балалары менән бергә йәшәмәһә лә, уларҙың ихтыяждарын ҡайғыртырға бурыслы. Ә инде сабыйҙарын үҙҙәре ҡарамай балалар йорто йә приютҡа тапшырған ата-әсәләрҙең ниндәй оло гөнаһҡа батыуҙары хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Ислам динен ихлас тотҡан халыҡтарҙың дәүләттәрендә балалар йорто, ҡарттар йорто тигән төшөнсә лә юҡ хатта.
Мосолмандар күпләп бала табыуҙан ҡурҡмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә: “Һәр бала был донъяға үҙ ризығы менән ты­уа”, – тигән. Шуның өсөн дә бала тыуыуы – мөслим кеше өсөн иң ҙур бәхет, Хоҙай бүләге. Балалар беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләүсе, уны мәғәнәле итеү­се, тиелә Ҡөрьәндә. Мөхәммәт пәйғәм­бәр: “Бала саҡ ожмахты хәтерләтә”, – тигән. Бала үҙе – иң ҡәҙерле, изге йән. “Бала” сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә ант иткәндә лә балалыҡ менән ант итә. Был үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй.
Изге китабыбыҙ Ҡөрьәндә : “Бала биреп һынармын”, – тигән һүҙҙәр бар. Иң яуаплы ла, изге лә был һынауҙы уңышлы үтер өсөн оло йөрәк, нескә күңел, тәрән аҡыл ғына түгел, донъяның үтә ябай икәнлеген аңлау ҙа мөһимдер.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА әҙерләне.


“Испытаю ребенком”

Разные методы воспитания детей распространены в мире среди разных народов. Наши предки воспитывали детей по правилам ислама.
Статья знакомит читателей некоторыми положениями из Корана, в ней даются комментарии и разъяснения на некоторые суры, посвященные отношениям между детьми и родителями.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook