Һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәр

Һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәр
Бишенсе хата: гүзәл заттың ирҙәргә һуҡырҙарса буйһоноуы
Күптәребеҙ өсөн “ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәргә буйһоноуын” асыҡлау артыҡ тойолор. Әйтеп үтеүебеҙсә, кешелектең бөтә оҙайлы тарихы дауамында ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа буйһоноп килгән – был яманһыу ысынбарлыҡ. Әммә үҙ тормош тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: ир-атҡа буйһоноу сәбәптәрен асыҡлап, быға ҡаршы тороу юлдарын билдәләү – сәләмәт, эскерһеҙ, йылы мөнәсәбәттәргә аҙым тигән һүҙ.
Ир-егеттең һөйөүенә лайыҡ булырға өмөтләнеп, уға буйһоноусыларҙы мөхәббәт өсөн ыҙа сигеүселәр тип атар инем. Был осраҡта улар үҙ-үҙҙәренә ихтирамды, үҙ-үҙҙәрен баһалауҙарын, үҙ дәрәжәләрен ҡорбанға килтерә.
Һеҙ һөйөү ҡоло түгелме? Түбәндәге ун һорауға мөмкин тиклем ихлас, үҙегеҙҙе алдамайынса яуап бирһәгеҙ, һеҙ быны асыҡлай алырһығыҙ. “Бик йыш” тигән яуапҡа – 0 балл, “йыш” тигәненә – 4, “ҡайһы берҙә” тип яуаплаһағыҙ – 8 балл ҡуйығыҙ, “һирәк йәки бер ҡасан да” тигән яуабығыҙ 10 балға торош.
1. Йәрегеҙҙе асыуландырмаҫ, уның кәйефен ҡырмаҫ өсөн аяҡ осонда ғына йөрөргә тейешһегеҙ, тип иҫәпләйһегеҙ.
2. Тормош юлдашығыҙҙың ҡайһы берҙә һеҙгә тейешле ихтирамһыҙ булыуын тояһығыҙ.
3. Эштә йәки дуҫтарығыҙ янында уның менән булған саҡтағынан үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ, көслөрәк тояһығыҙ.
4. Уға ҡарата ҡәнәғәтһеҙлегеҙҙе белдергәндә һеҙгә уңайһыҙ.
5. Берәй нәмә тураһында һорағанда “артыҡ талапсан түгелменме икән” тип икеләнәһегеҙ.
6. Йәрегеҙҙең һеҙгә мөнәсәбәте һеҙҙең уға булған мөнәсәбәттән насарыраҡ.
7. Ул һеҙгә һалҡыныраҡ булған һайын, күңелен яулар өсөн ҙурыраҡ хәстәрлек менән солғайһығыҙ.
8. Һөйөүгә, наҙға лайыҡ булыуығыҙҙы, азат, тиң икәнлегегеҙҙе уға раҫлау кәрәк, тип һанайһығыҙ.
9. Уны гел яҡлайһығыҙ, үҙегеҙ алдында ла, башҡалар алдында ла уның тотошон аҡлайһығыҙ.
10. Уға ярарға тырышыуығыҙ өсөн йәнегеҙ көйә. Ләкин уның һеҙгә илтифатһыҙ мөнәсәбәте менән килешеп йәшәүегеҙҙе дауам итәһегеҙ.
Хәҙер балдарҙы һанағыҙ.
80-100 йыйғанһығыҙ икән, ҡотлайбыҙ! Һеҙ көслө зат менән мөнәсәбәттәрҙә үҙ дәрәжәгеҙҙе һаҡлап ҡалаһығыҙ, уның һөйөүен һаҡлайым тип, үҙегеҙҙе ҡорбан килтер­мәйһегеҙ.
60-79 балл. Һеҙ мөхәббәт хаҡына ғазап сигеүсе түгел. Ләкин ҡайһы бер мәсьәләләрҙә йыш ҡына уйлап тормай ирегеҙгә буйһонаһығыҙ. Уны юғалтыуҙан ҡурҡыу үҙегеҙ лайыҡ иғтибарҙы талап итергә ҡамасаулай.
40-59 балл. Танырға теләйһегеҙме, юҡмы: һеҙ – мөхәббәт ҡоло. Ир-аттың һеҙҙең менән насар мөғәмә­ләһенә, һөйөү хаҡына ҡорбан булыуығыҙға шул тиклем өйрәнгәнһегеҙ, хатта ки ир-ат янында үҙегеҙҙе бер ҡасан да тәбиғи, иркен тотмайһығыҙ. Был бүлектә бирелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ һәм ирегеҙгә биргән ҙур һөйөүҙең бер өлөшөн булһа ла үҙегеҙгә йүнәлтегеҙ.
0-39 балл. Һеҙ башкөллө һөйөү ҡорбаны. Ир-аттың күрәләтә ихтирамһыҙ ҡарашын беләһегеҙ, шунлыҡтан үҙегеҙгә хөрмәтте лә юғалтҡанһығыҙ. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ ярата башламай тороп, һеҙҙе ысын мөхәббәт урап үтәсәк. Кисекмәҫтән, ошо мәлдән аңлауығыҙ мөһим: һеҙ – барыһы ла аяҡ һөрткән иҙән сепрәге түгел, ә гүзәл зат.
Ҡатын-ҡыҙ булараҡ дәрәжәһе кәмһетелеп йәшәүсе­ләрҙең үҙ-үҙен баһалауҙары түбәнәйә. Быны түбәндәгесә һүрәтләргә мөмкин. Һеҙ ирегеҙҙең ихтирамһыҙ булыуына, белә тороп, ирек ҡуяһығыҙ. Мәҫәлән, мыҫҡыллы һүҙ ташлаһа, арыған, ауырыған сағығыҙҙа һеҙҙе бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырһа, араларҙы асыҡларға тырышыуығыҙға асыуланһа, үҙегеҙҙе бер нисек тә яҡламайһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта йәнегеҙгә урын тапмайһығыҙ, төшөнкөлөк­кә биреләһегеҙ, һөҙөмтәлә үҙ-үҙегеҙҙе баһалау кәмей. Гүзәл зат үҙ ҡәҙерен белмәй икән, йәберләнгәндә ҡаршылыҡ күрһәтер батырлығы самалы. Был һис сығып булмаҫтай күренгән ҡулсанан ҡотолоу юлы бер генә: бар ҡыйыулығыңды туплап, үҙеңде яҡлауға баҫыу. Тик шул осраҡта ғына үҙегеҙгә хөрмәт, көсөгөҙгә ышаныс артасаҡ. Артабанғы һөжүмдәрҙе кире ҡағырлыҡ ғәйрәт ҡалҡасаҡ.
Әҙәми затҡа үҙе йәшәгән шарттарға күнегеү хас. Яңы автомобилгә ултырғас ҡына иҫке машинағыҙҙың уңайһыҙ икәнлеген аңлайһығыҙ. Иркен йортҡа күсмәйенсә, бәләкәй фатирығыҙҙың ни тиклем тар булғанлығын төшөнөүе мөмкин түгелдер. Яңы уңайлы аяҡ кейеме һатып алғас, “ошоғаса яйһыҙ, ҡыҫыҡ аяҡ кейемендә йөрөгәнмен бит” тигәнегеҙ бармы? Бына шулай аяҡ кейеме, фатир, машина араһындағы айырманы күргән кеүек, мөнәсәбәттәр ара­һындағы айырманы тойғас ҡына бығаса ни ҡәҙәр көсөр­гәнештә йәшәгәнебеҙҙе төшөнәбеҙ.
Был хатаны ҡат-ҡат ҡабатлауҙан арыныр өсөн бер нисә кәңәш.
1. Ирегеҙҙең һеҙгә ихтирамһыҙ ҡарашын хуп­лауҙан туҡтағыҙ. Таныштарым менән булған хәлде бәйән итһәм, бәлки, уларҙа үҙегеҙҙе танырһығыҙ. Вероника менән Денис бер кистә ныҡ итеп әрләшә. Бөтәһе лә шунан башлана: Вероника иренең кухня өсөн обой ҡарашыуын үтенә. Ире иғтибар итмәй. Ҡатыны нығыраҡ үтенгән һайын, ул нығыраҡ тиҫкәреләнә. Тора-бара Денис ҡыҙып китә лә, бик яман ҡысҡырып, ишекте шапылдатып ябып сығып китә. Күҙ йәштәрен ҡойоп ҡалған ханымдың башында бер уй: нисек өйҙәге тыныслыҡты ҡайтарырға? Карауатында илап ятҡан сибәркәй, иренең ишек асыуын ишетеү менән, йүгереп барып, муйынына һарыла: “Көтә-көтә көтөк булдым. Һағындым… Бүтән әрләшмәй генә йәшәйек әле”, – ти, үбеп. “Ярай һуң”, – ти ире. Улар ҡалған кисте бик бәхетле үткәрә. Тик һеҙҙә был ваҡиғаның аҙағы бәхетле тигән тойғо ҡаламы һуң? Верониканың тотошо дөрөҫ, ул сабыр һәм наҙлы, тип уйлайһағыҙ, тәрән яңылышаһығыҙ – ҡатын иренең уны һанға һуҡмауын ҡеүәтләй. Уның тотошо: “Миңә ҡарата нисек булһаң да, һине яратасаҡмын. Ни тиклем тупаҫыраҡ өндәшһәң, шул тиклем наҙлыраҡ һәм яғымлыраҡ буласаҡмын”, – тигәнде аңлата. Ошоға рәүеш хәл килеп сыҡҡанда, ҡатын-ҡыҙға ни эшләргә һуң? Үҙегеҙҙең үпкәгеҙҙе һәм асыуығыҙҙы белдерегеҙ. Һеҙҙе рәнйетеүен аңлауын, холоҡһоҙлоғо өсөн выждан ғазабы кисереүе күрһәтеүен көтөгөҙ. Был осраҡта нимә эшләргә мөмкин ине – икәүләшеп бер фекергә килегеҙ. Шунан һуң инде уны үбә лә алаһығыҙ.
2.“Мин ҡайһы мәлдә иремә буйһонам?”, “Мин нисек мөхәббәт ҡоло ролен уйнайым?” тигән ике исемлек төҙөгөҙ. Хаталарығыҙҙы ҡағыҙға яҙыу һеҙҙе бәхетһеҙ иткән холоҡ-ғәҙәттән арыныуға, бәлки, беренсе аҙым булыр.
3. Көслө зат менән аралашҡанда, үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен төҙөгөҙ.
4. Үҙ дәрәжәгеҙҙе һаҡлағыҙ! Ир-ат менән мөнә­сәбәттә дәрәжәңде төшөрмәү – уны баҫыу түгел, ә үҙеңде яратыу һәм хөрмәт итеү. Был унда мотлаҡ һеҙгә ҡарата шундай уҡ ҡараш уятасаҡ.
Алтынсы хата: ҡатын-ҡыҙ, берәй нәмәгә өлгәшергә теләһә, ир-ат менән үҙен бәләкәй ҡыҙҙар һымаҡ тота
Бәләкәй ҡыҙ бала үҙенең тәбиғилеге, самимилеге, яҡлауһыҙ булыуы менән әсир итә. Күбебеҙ ир-ат менән, бигерәк тә бәрәй нәмә алырға теләһәк, һаман кескәй ҡыҙ һымаҡ тотоуыбыҙҙы һиҙмәйбеҙ ҙә. Ҡатын-ҡыҙҙың ундай “ау” ҡороуын күреү күңелһеҙ. Ир-егеттең ул “ау”ға эләгеүен күреү икеләтә күңелһеҙерәк. Был нимәлә сағыла?
Хәлде бик яҡшы аңлаһаҡ та, беҙ уны аңламағанға һалышабыҙ һәм үҙебеҙҙе үтә бер ҡатлы тотабыҙ. Ир-ат иһә был осраҡта үҙен белдекле, тәжрибәле итеп тоя башлай. Ҡатын-ҡыҙҙың ошолай тотошо ирҙең үҙ баһаһын яһалма рәүештә күтәрә һәм икәү мөнәсәбәттәрен йылыта, нығыта төшкән һымаҡ. Ләкин бының нигеҙендә ирегеҙҙең һеҙҙе хөрмәт итеүе түгел, һеҙҙән үҙен өҫтөн тойоуы ята. Ныҡ асыуланған саҡта беҙ, был тойғоно ауыҙлыҡлап, бары үпкә белдереү менән сикләнәбеҙ. Йәрегеҙ кәмһеткәндә, һеҙ күҙ йәшенә быуылаһығыҙмы? “Хайуан кеүек ҡыланаһың, һинең был тотошоңдан ғарҡ булдым”, – тип әйтәһе урынға, турһайып ҡына ултыраһығыҙмы? Тороп сығып ҡына китәһе ерҙә йәнегеҙ көйөүен генә белдерәһегеҙме?
Бала саҡтан күбебеҙгә “ҡыҙҙар асыуланһа, йәмһеҙ” тип һеңдергәнгә күрә, беҙ асыуыбыҙ ҡайнап, ташып сығырға торһа ла, уны баҫабыҙ, гүзәл затҡа хас хистәр – ҡурҡыу, һағыш, ғәйеп тойғоһо сағылдырыу яҡшыраҡ, тип уйлайбыҙ.
Беҙ йыш ҡына үҙебеҙҙе аптырап, юғалып ҡалған кеүек тотабыҙ, ғәмәлдә иһә һис улай түгел. Был – ҡатын-ҡыҙҙың айырыуса насар ғәҙәттәренең береһе. Беҙ ни теләгәнебеҙҙе, ни эшләгәнебеҙҙе белмәгән булып ҡыланабыҙ, йә хистәребеҙҙе аңламағанға һалышабыҙ. Бөтә ҡиәфәтебеҙ: “Ярҙам ит!” тип тора, һәм шул саҡ ир заты килеп сыға ла беҙҙе “ҡотҡара”. Ул үҙен шул тиклем һәләтле, аҡыллы, хәстәрлекле итеп тоя.
Бәғзе бер бисәләрҙән: “Арабыҙҙың нилектән ҡатмарлашыуын башыма ла килтерә алмайым”, – тигәнен ишетергә тура килә. Һораша башлағас, ике йыл инде ире менән айырым түшәктә йоҡлауҙары, үҙен уға кәрәкһеҙ итеп тойоуы асыҡлана. Әлбиттә, ҡатын барыһын да бик яҡшы аңлай. Ләкин аптырап ҡалған булып ҡыланыуы үҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡтан, ҡарар ҡабул итеүҙән сит­ләшеү мөмкинлеген бирә.
Ирҙәр бәләкәй ҡыҙҙы нисек ҡабул итә? Бер нисек тә. Улар үҙҙәрен яуаплы, көслө, әһәмиәтле итеп тоясаҡ, әлбиттә. Һеҙ ҡорған уйын менән әүрәп китеүҙәре лә бар. Хатта был уйындан ҡәнәғәтлек алыуҙары ла ихтимал. Ләкин улар һеҙҙе ҡатын-ҡыҙ итеп түгел, бәләкәй ҡыҙ итеп күрә башлаясаҡ. Ә был иһә арағыҙҙағы ялҡындың һүрәнләнеүе, ысын һөйөүҙең кәмеүе менән ҡурҡыныс.
Ҡатын-ҡыҙҙың алты хатаһы тураһында бәйән итеп, һеҙгә ир-ат менән мөнәсәбәтегеҙҙе тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам иткәнмендер, тип уйлайым. Уларҙы мин психология нескәлектәрен төшөндөргән китап-журналдар уҡып, һорау-тикшеренеүҙәр үткәреп түгел, үҙ тәжрибәмдә асыҡланым. Алты хатаның һәр береһен ҡат-ҡат үҙем яһай-яһай, тәрән тетрәнеүҙәр кисерҙем. Күп ҡатын-ҡыҙ кеүек үк, быларҙың барыһын мин ир-аттың һөйөүен яулар өсөн эшләнем. Бәлки, артабан һеҙгә еңелерәк булыр, сөнки һыу аҫты ҡаяларына юлығып селпәрәмә килмәҫ өсөн хәҙер ни ҡылырға кәрәклеген беләһегеҙ.
Барбара де АНДЖЕЛИС.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook