Һомай һылыулығы
Мөһабәт матурлығы менән дә, мәғрур серлелеге менән дә әсир итеүсе ил ул Бөрйән. Мәңгелектең үҙе кеүек был серлелек. Ул һис ҡасан да асылып бөтмәҫ булғанға тарталыр ҙа. Ырыу-заты менән ғүмер баҡый ошо ерҙәрҙә көн итеүсе бөрйәндәрҙең өлкәне генә түгел, балалар ҙа йәнтөйәктәренең Хоҙай Тәғәлә тарафынан яралтылған изге урын икәнлеген белә. Район үҙәге Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендә уҡыусы ике ҡыҙ – Розалия Зарипова менән Розалия Сәғитова әкиәттәр иле Бөрйән хаҡында бар донъяға һөйләргә хыяллана. “Урал батыр рухы, Һомай һылыулығы күскән”, – тиҙәр был гүзәлдәр хаҡында.
Ҡыҙҙарға иһә үҙҙәре бәләкәйҙән тыңлап үҫкән данлыҡлы “Урал батыр” эпосы, халыҡ ижадының ошо ерлектә тыуған башҡа өлгөләре генә түгел, ғәзиз яҡтарына ҡағылышлы һәр тарих ҡәҙерле. Шуға ла улар мәктәптәге “Ынйыҡай” фольклор түңәрәгенә бик яратып йөрөй. Быйыл иптәштәре менән “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында, үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында йәшәүсе билдәле мәғрифәтсе – Мөхәмәтшәриф хәҙрәт тураһында сәхнәләштерелгән күренеш әҙерләп, өсөнсө дәрәжә диплом алғандар. Утыҙ минутлыҡ тамашала ике Розалия, белемгә ынтылыусы ҡыҙҙарҙы уйнап, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булған.
– Тамашаны ҡуйыр алдынан ике йыл дауамында ғилми-тикшеренеү эше алып барып, хәҙрәттең яҙмышын өйрәндек, – ти һылыуҙар. – Былтыр уның бала сағын сағылдырһаҡ, быйыл иһә уның нисек мәҙрәсә асып, халыҡ араһында аң-белем таратыуын, нахаҡҡа ҡулға алынып, төрмәгә оҙатылыуын сәхнәләштерҙек.
Элек ҡыҙҙарға уҡырға рөхсәт ителмәгән бит. Ике әхирәт – Әсмә менән Ғәшүрә иҫ китмәле ныҡ уҡырға теләй. Улар, мәҙрәсәгә бөтәһенән алда таңдан килеп, урындыҡ аҫтына ҡасып, Мөхәмәтшәриф хәҙрәт һабаҡтарын тыңлай. Розалияларҙың бәхетенә, был инәйҙәрҙең туғандары иҫән, улар ваҡиғаларҙы нисек булған, шулай күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
Бер быуат элек тиерлек, күккә талпынған ҡыйғыр ҡоштай, белемгә ынтылыусы Әсмә менән Ғәшүрәнең кисерештәре ҡыҙҙарға шул тиклем яҡын. Хыялдарҙы бары ныҡлы белем ярҙамында ғына ысын итә аласаҡтарын улар яҡшы аңлай. Розалия Зарипова халыҡ-ара кимәлдәрҙә Башҡортостан мәнфәғәтен яҡлаусы юрист булырға теләй. Шуға күрә ижтимағи фәндәрҙе, инглиз телен тәрән өйрәнә. Ә дүртенсе синыфтан бирле мәҡәләләр, ҡойоп ҡуйған әкиәттәр, хикәйәләр яҙыусы икенсе љыҙыбыҙ яҙмышын журналистикаға, әҙәби ижадҡа арнарға йыйына. Бөтә фәндәрҙән дә берҙәй яҡшы өлгәшеүсе һылыу әҙәбиәт һәм телгә баҫым яһай. Үҙҙәрен ҙур киләсәккә әҙерләүсе ҡыҙҙар һәр яҡлап та үҫергә тырыша. Спорт менән дә дуҫтар. Тәбиғәттең илаһилығын һеңдергәнгәлер, тормоштарында сәнғәт айырым урын биләй. “Ынйыҡай” түңәрәге етәксеһе Йәғәфәр Сәфәрғәли улы Нәҙершин, башҡорт теле уҡытыусылары – уларҙың күңел талпыныштарына ҡанат ҡуйыусы кешеләр. Башланғыс кластарҙа уҡытҡан Айһылыу Мозафар ҡыҙы Вәлиәхмәтова иһә ҡыҙҙарҙа өлгәшелгән менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, гел яңы үрҙәр яулау теләге уятҡан. Еңеүселәр өсөн бик мөһим сифатҡа эйә һылыуҙар бәләкәйҙән уңыштың татлы тәмен татығанға, бәйгеләргә әҙерләнеүҙе бер кинәнес күрә. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр ярышымы, “Байыҡ” бейеү бәйгеһеме, фән олимпиадаларымы – уларҙың һәр һынауҙан, һис шикһеҙ, уңыш менән ҡайтасағын белеп торалар.
Республикабыҙға Исмәғил Ғәбитов, Мөхтәр Сәғитов кеүек билдәле дәүләт эшмәкәрҙәрен, күп күренекле ғалимдар, табиптар, сәхнә оҫталарын биргән Иҫке Собханғол мәктәбе бөгөн дә Башҡортостаныбыҙ мәртәбәһен арттырырҙай аҫыл улдар һәм ҡыҙҙар үҫтерә. Заман талаптарынан алыҫ шарттарҙа, күптән ремонт күрмәгән бинала балаларға ил кимәлендә юғалып ҡалмаҫлыҡ тәрбиә, белем биреүсе уҡытыусыларҙың, ысынлап та, хеҙмәте ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Яҙмала һүҙ барған һылыуҙар ҙа ғорурланырлыҡ шәхестәр булып китер. Күңелдәрендә йөрөткән хыялдары оло ғына түгел, изге лә. Ҙур ҡалаларҙың емерткес шауҡымын тоймаған, үҙҙәрен уратып алған тәбиғәт кеүек саф балалар ғәзиз төйәктәрен ололау, данлау ғына түгел, уны яман күҙҙән ҡурсалау, бөтә хозурлығында һаҡлау теләге менән дә яна.

Альмира КИРӘЕВА.
Флүр ҒАЗИН фотолары.
Бөрйән районы.
Флүр ҒАЗИН фотолары.
Бөрйән районы.
Теги: