Тормош йәмле, донъя матур

Тормош йәмле, донъя матурТән һәм нервы ауырыуҙарының сә­бәбе – самаһыҙ көсөргәнеш, тип һанар­ға күнеккәнбеҙ. Ләкин, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙерге заман тормошон ағыулаусы көсөргәнештән дауа бар.
Ҙур көсөргәнеш тураһында һүҙ алып барғанда, беҙ, ғәҙәттә, һыу-һауа бысра­ныуын да, ығы-зығылы ҡала тормошон да, тынғыһыҙ йәмғиәт талаптарын да, бик дуҫтарса булмаған мөхитте лә, тағы әллә күпме сәбәптәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Ғәмәлдә иһә ул кешенең бик мөһим сифаты – үҙгәреш­тәргә яраҡлашыу һәләте менән тығыҙ бәйле. Тормош үтә тыныс аҡҡанда, организм йә­шәүгә һәләтһеҙгә әйләнә.
Көсөргәнештең төрлөһө булыуын билдәләргә кәрәк. Киҫкен көсөргәнеш­кә, мәҫәлән, яҡын кешеңдең үлеме, тә-биғәт бәлә-ҡазаһы, һуғыш сығыуы килтерергә мөмкин. Даими (хроник) көсөр­гәнешкә инде йыш ҡына эштәге ҡатмарлы хәл, ғаиләлєге ауырлыҡтар, шәхси тормош менән ҡәнәғәтһеҙлек сәбәпсе. Ҡапыл керештєй тартылыу беҙҙең эске көс-ҡеүәтебеҙҙе туплап, хәлгә яраҡлашырға ярҙам итә. Даими көсөргәнештә йәшәгәндә, беҙгә хәлдәр ул хәтлем ауыр тойолмай, ләкин ваҡиғаларҙың гел ҡа­батланып тороуы йыш ҡына йәйәнең өҙөлөр сиккәсә тартылыуына килтерә.
Беҙ бәхеткә, һөнәри уңышҡа ынты­лыш дәртләндерелгән мөхиттә йәшәй­беҙ. Был ике өлкәләге талаптар типә-тиң үҫә килә: эштә матур һөҙөмтәгә өлгәшергә, ғаиләлә яҡшы ир (ҡатын), өлгөлө атай (әсәй) булырға, тулы енси тормош менән йәшәргә, етмәһә, үҙебеҙ өсөн дә ваҡыт табырға тейешбеҙ. Беҙ даими рәүештә ҙур яуаплылыҡ баҫымын тоябыҙ. Заман “үҙ бәхетебеҙҙе үҙебеҙ ҡорабыҙ” тиергә мәжбүр итһә лә, әҙәм балаһы яҙмыштан мөғжизә көтә. Талпынып-тырышып та, теләгән бәхетенә ирешә алмаһа, үҙен ғәйепле тоя.
Көндәлек көсөргәнеште еңеү өсөн, беренсенән, ҡәнәғәтһеҙлеккә килтереүсе сәбәптәрҙе мөмкин тиклем кәметергә кәрәк. Үҙең яратҡан һәм ихтирам иткән эш табыу мөһим. Был талапты тормоштоң башҡа өлкәләренә лә күсереү фарыз. Төшөнкөлөктән сығыу юлы – тормоштоң тәмен белеп йәшәүҙә. Тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан: күңелгә хуш килгән шөғөл менән мәшғүл саҡта мейебеҙҙә эндорфиндар – бәхет гормондары барлыҡҡа килә.
Икенсенән, көсөргәнешкә тәьҫирегеҙ нисек булыуын аңларға кәрәк. Башығыҙ ауырта башлаймы, әллә емертеп ашарға тотонаһығыҙмы? Бәлки, үҙегеҙ­ҙе кәмһетелгән итеп тояһығыҙҙыр?
Күп осраҡта эшмәкәрлек төрөн алмаштырыу һүлпән ялға ҡарағанда фай­ҙалыраҡ. Хәүеф менән сиктәш спортты яратыусылар йәки мәкелә һыу инеүсе­ләр үҙҙәре аңлапмы, аңламайынсамы, көсөргәнеште үҙ файҙаһына бора. Был бик дөрөҫ: яңы шарттарға яраҡлашырға мәжбүр итеүсе көсөргәнештең ихтыярыбыҙҙы, зиһенебеҙҙе мөһим бурыс­тарға туплауы фән тарафынан раҫлан­ған. Әммә бурыс әлегә ҡулдан килерлек түгел икән, шуны аңлап, көсөңдө башҡа юҫыҡҡа йүнәлтеү (бәлки, был эшкә һуңғараҡ тотоноу өсөн) зарур. Һуңғы иҫәптә, был да яраҡлаша белеү, һығылмалы булыу, көсөргәнешкә бирешмәү хаҡында һөйләй.
Тән йәки физик өлкә, хис-тойғолар, мөнәсәбәттәр өлкәһе – көсөргәнеш ошо өс кимәлдә сағылыш таба. Улар бер-береһе менән бәйле, ләкин һәр ҡайһыһы үҙенсә әһәмиәтле. Тәрән көсөргәнеште алып ташлау өсөн уның һеҙҙә нисек са­ғылыуын аныҡларға кәрәк. Түбәндәге тестың бурысы шунан ғибарәт. Уның беренсе өлөшө стресҡа бирешеү-бирешмәү кимәлен билдәләргә булышлыҡ итһә, икенсеһе ярҙамында ниндәй ба­ҫымға айырыуса һиҙгер булыуығыҙҙы асыҡлап, унан ниндәй алымдар менән арынырға мөмкин булыуын белерһегеҙ.
Хәҙер яуаптарҙы һанап, уларҙы тү­бәндәге һандарға ҡабатлағыҙ:
Тап шулай (нисә яуап булһа, шунса) – өскә ҡабатлана.
Шулай, ахыры – икегә.
Улай түгел – бергә.
Бөтөнләй улай түгел – нолгә.
Бөтәһе … балл
Әгәр һеҙ алтынан ун икегә тиклем балл йыйһағыҙ, көсөргәнеш алдында (хәйер, беҙҙең бөтә тормош унан тора) баҙап ҡалмайһығыҙ. Күп осраҡтарҙа тыныслыҡ һаҡлайһығыҙ.
Балығыҙ ун өстән егермегә тиклем икән, тимәк, ауыр мәлдә һеҙҙең иң көс­лө сифаттарығыҙ ҡалҡып сыға. Ләкин үҙегеҙҙе ҡулда нығыраҡ тоторға кәрәк­кән осраҡтар ҙа бар.
Егерме бер йәки унан күберәк балл йыйыуығыҙ көсөргәнешкә бирешеү­сәнлек тураһында һөйләй. Әммә һеҙ уның менән идара итергә өйрәнеп йәки ниндәйҙер кимәлдә мөхитегеҙҙе алмаштырып, хәлде үҙгәртә алаһығыҙ.
Хәҙер иһә унан арыныу алымын билдәләү өсөн, яуаптарығыҙҙың балын төҫтәренә ҡарап һанағыҙ.
“Зәңгәр” яуаптар балдары һаны.
“Йәшел” яуаптар балдары һаны.
“Һары” яуаптар балдары һаны.
“Зәңгәр” яуаптар балдары һаны күберәк икән, һеҙ физик көсөргәнешкә дусар­һығыҙ. Көсөргәнештән организмда химик матдәләр бүленеп сығып, тәнегеҙҙә арыу тояһығыҙ. Шуның өсөн тәнегеҙгә иғтибар биреү мөһим.
Әгәр бөтә тәнегеҙ таштай ауыр, яурындарығыҙ төшөп барған кеүек, мускулдарығыҙ уҡтай кирелгән, йөрәк тибе­шегеҙ йыш-йыш икән, һеҙгә йога йәки һулыш гимнастикаһы килешер.
Эске бушлыҡ, тәнегеҙҙә хәлһеҙлек, талсығыу тойһағыҙ, әүҙем хәрәкәт­ләнмәйенсә, көсөргәнештән ҡотола алмаҫһығыҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Ярты сәғәт булһа ла шәп-шәп атлап саф һауала йәйәү йөрөгөҙ.
Тәнегеҙҙе бөтөнләй һиҙмәй башла­һағыҙ, тимәк, аҡыл эше менән мәшғүл булып, тәнегеҙҙе “онотоп” ебәргәнһегеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙҙы һылап-һыйпап алы­ғыҙ, йомшаҡ одеялға төрөнөп ултырығыҙ, массажға йөрөгөҙ. Хистәрегеҙҙе уятыусы бөтә нәмә күңел торошоғоҙҙа ла сағылыр.
“Йәшел” яуаптар балдары күберәк булһа, хис-тойғолар көсөргәнеше тотҡонондаһығыҙ. Ул йәнде ҡаҡшатыусы ҡурҡыу, асыу, бойоғоу кеүек хистәрҙе көсәйтә. Был, әлбиттә, донъяны ҡабул итеүҙә лә сағылмай ҡалмай: күп нәмәгә тәнҡит күҙлегенән ҡарайһығыҙ. Ашығыс рәүеш­тә болоттарҙы таратып, ҡояшҡа бағығыҙ.
Үҙегеҙгә ваҡыт тапмауҙан, өҫтө­гөҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙан йонсоп, эсегеҙ бошоп йөрөһә, кисекмәҫтән үҙе­геҙгә шатлыҡ бүләк итегеҙ. Һәр көн бәлә­кәй генә булһа ла һөйөнөс килтерегеҙ: мәҫәлән, йән дуҫығыҙ менән һөйләшеп алығыҙ, кескенә бер әйбер алып ҡыуа­нығыҙ, һис юғында төшкө сәйҙе компь­ютер экраны алдында түгел, асыҡ тәҙрә алдында эсегеҙ. Шул сағында йылмайырға ла онотмаһағыҙ, тормош ул ҡәҙәр үк ауыр күренмәҫ.
Һеҙ ваҡ-төйәккә лә көйөп бара­һығыҙ, энәнән дә дөйә яһайһығыҙ. Ва­ҡиғаға ситтән ҡарау, бөтәһе лә сағыштырмаса икәнен аңлау етеңкерәмәй. Үҙегеҙгә хыял донъяһында йөҙөргә ирек бирегеҙ, киноға, театрға барығыҙ. Шул рәүешле ысынбарлыҡтан “ҡасып”, күңе­легеҙ ял итеүен танырһығыҙ.
Эш – берҙән-бер шатлығығыҙ, ти. Яратҡан шөғөлөгөҙ менән мәшғүл булыуығыҙ һәйбәт, ләкин уның, бер көн килеп, тоҙаҡҡа әйләнеүе бар. Эшегеҙ һеҙҙең өсөн наркотик кеүек икән, һау­лыҡҡа зыян килеү, хафасылға әйләнеү ҡурҡынысы янай. Ғаилә тормошо­ғоҙ хаҡында һөйләп торорға ла түгел.
Был осраҡта яңы төр эшмәкәрлек табыуығыҙ ҡулай. Ниндәйҙер сәбәптәр менән тормошҡа ашмай ҡалған бала саҡ хыялын иҫкә төшөрөгөҙ. Иҫкә төшөрө­гөҙ ҙә уны ысынға әйләндерегеҙ. Инг­лизсә сатнатып һөйләшергә теләй инегеҙме? Кистәрен тел өйрәнеү курстары­на йөрөгөҙ. Һүрәт төшөрөргә яратһағыҙ, көнөнә бер сәғәт булһа ла ҡылҡәләм тотоғоҙ. Һөнәрегеҙ аҡыл хеҙмәте менән бәйле икән, мауығыуҙарығыҙ, киреһенсә, һайыға төшкән хистәрҙе байытырлыҡ, йә талсыҡҡан тәнегеҙҙе яҙырлыҡ булһын.
“Һары” яуаптар балдары күберәк булһа, мө­нәсәбәттәр көсөргәнешен кисерәһегеҙ.
Был осраҡта кешенең йә аралашыу­ҙан ситләшеүе, йә һөжүм алымын һайлауы мөмкин. Һеҙҙә улар икеһе лә киҫ­кен сағыла. Тиҙ генә ҡабынып китә­һегеҙ. Ҡабырсаҡтай үҙегеҙгә бикләнә торған ғәҙәтегеҙ бар. Ләкин тәбиғәтегеҙ буйынса яңғыҙлыҡ яратһағыҙ ҙа, бар әҙәм балалары кеүек үк, башҡалар ара­һында булыуға мохтажһығыҙ. Ошо мох­тажлыҡ һеҙҙе ғазаплай ҙа инде. “Ауырыу”ҙың нисек сағылыуына ҡарап, “да­уа”ның да төрлөһө тәҡдим ителә.
Ҡайһы берҙә башҡа кеше һеҙгә дош­ман һымаҡ күренә. Һеҙ шул тиклем ныҡ ышанмайһығыҙ, хатта ки яңы таныштар араһында үҙегеҙҙе бик насар тояһығыҙ, үтә аҙ һөйләйһегеҙ. Баҫылып торған хистәр, сығыр юл тапмайынса, һеҙҙе ағыулай башлай. Яҡын күргән, ышанған кешегеҙгә эсегеҙҙе бушатып өйрәнегеҙ. Был “күнекмә” башҡалар менән аралаш­ҡанда үҙегеҙҙе иркенерәк тоторға ярҙам итер, күңелегеҙҙәге хәүефте кәметер, аҙаҡ килеп, тамам юҡҡа сығарыр.
Үҙегеҙҙе япа-яңғыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп һиҙһәгеҙ, күңелегеҙгә хуш берәй клубҡа(мәҫәлән, фитнес-клубҡа, фольклор түңәрәгенә) яҙылы­ғыҙ. Кистәрен бер үҙегеҙ генә ултырма­йынса, дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ, йә туғандарығыҙҙы саҡырығыҙ. Улар­ҙың яҡынайыуына булышлыҡ итеү һеҙ­гә лә ҡәнәғәтлек бирер.
Һеҙ донъяны ҡара төҫтәрҙә ҡабул итеп, ҡиммәттәр анығыраҡ булған заманды һағынаһығыҙ. Ләкин тормоштоң үҙгәреүен теләү генә аҙ. Үҙегеҙ­ҙе уратып алған мөхитте матурыраҡ, миһырбанлыраҡ итеүгә ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр өлөш индерһәгеҙ (хеҙмәт­тәшеңә ярҙам күрһәтеп, туғаныңа рәх­мәт әйтеп, бәлки, ниндәй ҙә булһа йәмәғәт ойошмаһына ҡушылып), күк йөҙөнөң яҡтырып китеүен күрерһегеҙ.
Резеда НАГАЕВА, психотерапевт.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook