Бәндәбикә
Тәлғәт ИШЕМҒОЛОВ
Повестан өҙөк
– Ниңә көләһең, башҡорт? Баҡыйлыҡҡа китергә торғаныңда һине нимә шул тиклем күңелләндерҙе? – тип һораны Амангилде, һыны ҡатып хахылдаған Ерәнсә эргәһенә килеп.
– Шуға көләм, – тине, үкһегәнгә оҡшаш тауыштар сығарып, аҡылдан яҙған шикелле шарҡылдаған Ерәнсә, һүҙҙәрен саҡ әйтеп, – үлер алдынан ғына, ҡатынымдың аҡылы менән сағыштырғанда, минең ғүмеремдең бер нигә лә торошло түгеллеген аңланым. Ул барымтаға ҡаршы булды, фатихаһын бирмәне, башҡорттарҙың ҡаҙаҡтар менән тыныс йәшәргә ант итешеүен иҫемә төшөрҙө. Был антты боҙған кешенең башына ҡәһәр төшәсәген дә әйтте. Мин – ир, тип ҡуҡырайғаныма: “Һин ир түгел, иргәнәк кенәһең әле”, – тип оялтырға, аҡылыма килтерергә тырышты. Ә мин тыңламаным. Бына әле килеп яҙмыш ни тиклем яңылышҡанымды аңларға мәжбүр итә. Барлыҡ шөһрәтле уй-ниәттәрем емерелде, сит далала үҙ үлемемде күҙәтер мөмкинлегем генә ҡалды.
– Ҡатының аҡыллы икән! – тине Амангилде. – Исемен әйт әле. Уның өсөн доға ҡылырмын, Аллаһы Тәғәләнән уға иҫәнлек-һаулыҡ һорармын.
– Уның исеме Бәндәбикә. Хәйер, исем генә әллә нимә һөйләй алмай шул.
– Бәндәбикә? Бәндәбикә тиһеңме? – аҡһаҡал һиҫкәнеп китте һәм ҡабатлап һораны.
Амангилдене йәшен аттымы ни!? Бәндәбикә! Уның исемен кемдең дә булһа ауыҙынан күптән ишеткәне юҡ ине. Был тәрән аҡыллы изге ҡатынға ғүмер бирһен тип, көн дә Хоҙайға ялбара. Ошо йүнһеҙ шундай ҡатындың иреме? Эйе, теге заман, ун биш йыл элек, Бәндәбикә мәрхүм иренең бәләкәй ҡустыһына кейәүгә барған икән, тип ишеткәйне, әммә яҙмыш уны шул ир менән осраштырырын күҙ алдына ла килтермәгәйне. Яҙмыш шаян шул. Кешеләрҙең ғүмерҙәренән, дуҫ менән дошманды сәкәштереүҙән баш етмәҫлек селтәрҙәр үрә. Бына һиңә мә – Бәндәбикәнең ире! Аптырашта ҡалған Амангилденең башынан ошондай уйҙар йүгереп үтте. Ул Жаныбәккә Ерәнсәне ебәрергә, башҡорттарҙы бауҙан ысҡындырырға ҡушып, ымланы. Шунан бөтә аҡһаҡалдарҙы ҡорға саҡырҙы. Жаныбәк аҡһаҡалдың әмеренә аптырай төштө, шуға ҡарамаҫтан буйһондо. Ерҙә ятҡан Ерәнсәне тартып торғоҙҙо һәм егеттәргә башҡорттарҙың бәйҙәрен сисергә ҡушты. Айҙарбәк йәһәт кенә Ерәнсә яғына ынтылды, уны ҡосаҡлап алды:
– Был ни булды, Ерәнсә? Ниндәй фәрештә аҡһаҡалға һине ярлыҡарға, бер юлы беҙҙе лә ҡотҡарырға ҡушып шыбырланы икән?
– Үҙем дә аңламайым, Айҙарбәк! – тине Ерәнсә, ҡаҙаҡ аҡһаҡалдары йыйылған тирмә яғына текләп. Унда быларҙың яҙмышы хәл ителә ине. Аҡһаҡалдар ҡоро барған арала башҡорттарҙы ашаттылар, яраларын бәйләнеләр. Тирмәлә ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүҙәре унан ишетелгән ярһыулы тауыштарҙан аңлашылып тора ине.
Амангилде ырыуҙаштарын башҡорттарҙы ебәрергә өгөтләне. Ҡайһы бер аҡһаҡалдар уның тәҡдименә ҡаршы булды.
– Амангилде, башҡорттарҙы ебәрәйек, тип, һин бик ныҡ яңылышаһың. Улар килешеүҙе үҙҙәре боҙҙо бит, шулай булғас, язаһын да алырға тейештәр, – тине араларынан берәүһе.
– Эйе, дөрөҫ! Был башҡорттар беҙгә үҙҙәре башлап һөжүм итте, тик үҙегеҙ ишеттегеҙ ҙә инде, улар Бәндәбикә менән башҡорт аҡһаҡалдарының бойороғон үтәмәгән, башбаштаҡланған, – тип үҙенекен ҡайырҙы Амангилде.
– Әжәл яғаңдан алғанда, унан ҡотолор өсөн нимә генә әйтмәҫһең! – Аҡһаҡал да бирешмәне.
Башҡалар икеләнеүгә төштө, ни тиергә белмәй аптырашып ултырҙы. Амангилде иһә һүҙендә ныҡ торҙо:
– Мин башҡорттарҙы ебәреүҙе талап итәм! Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Бәндәбикәне беләһегеҙ. Ҡаҙаҡтарға килтергән изгелектәре күп булды. Ун биш йыл элек, үҙ иҫәрлегебеҙ арҡаһында башҡорт ырыуҙарына барымта менән ябырылғаныбыҙҙа, башҡорт аҡһаҡалдарын кем беҙгә теймәҫкә күндерҙе? Бәндәбикә! Ул саҡта беҙ уларға әле башҡорттар беҙгә яһағандан ҙурыраҡ ҡаза килтергәйнек. Жаныбәк, ул саҡта һин дә беҙҙең арала инең. Нисә ауылды таланыҡ әле?
– Дүрт ауылды яндырҙыҡ, – тине Жаныбәк, бер аҙ ғына хәтерендә ҡаҙынып алғандан һуң.
– Ә күпме башҡорт егетен ҡырҙыҡ?
– Уларҙы кем һанаған инде? – тип һуҙып ҡына яуап ҡайтарҙы Жаныбәк, һеңлеһен яҡлашырға ташланған йәш кенә башҡорт егетен ҡылыс менән сабып үлтергәнен иҫенә төшөрөп. Ул ҡыҙҙың сәс толомон ҡулына уратып, үҙен эйәргә күтәреп һалырға тора ине Жаныбәк.
– Шулай шул, бер кем дә һанамаған. Ә бик күп башҡортто турағайныҡ бит ул һөжүмдә. Башҡорттар, теләһә, беҙҙе үҙ еренән сығармайынса юҡ итә алыр ине. Улар нәҡ шуны көҫәй ине. Тик Бәндәбикә аҡһаҡалдарҙы беҙгә теймәҫкә, ҡайтарып ебәрергә өгөтләп ризалаштырҙы. “Ҡомдан ныҡлы йорт һалынмаҫ, кеше бәхетен урлап, бәхетле булмаҫһың, әҙәм ҡанын ҡойған үҙ башы менән түләр”, – тине ул. Беҙ ун биш йыл элек башҡорт ҡанын ҡойғайныҡ, бына әле шуның ҡонон ҡайтарҙы башҡорттар. Хәҙер беҙ уларға ҡарымта менән барайыҡмы? Шунан был сылбыр өҙөлмәй китә лә китә инде. Туҡтатырға кәрәк был афәтте. Башҡорттарҙы ебәрәйек!
– Һин нимә, Амангилде, был әсирҙәрҙең ырыуынан хисап та талап итмәҫкә итәһеңме, түләү ҙә һорамаҫһыңмы? Һин үҙ аҡылыңдамы, Амангилде? – тип ҡыҙҙы бер аҡһаҡал.
– Эйе, үҙ аҡылымда! Теге юлы башҡорттар беҙҙе ебәргәйне, хәҙер беҙ уларҙы ебәрәйек. Бурыслы булып ҡалмайыҡ, – тине Амангилде ҡәтғи тауыш менән.
– Ә һәләк булған яугирҙәр өсөн нисек түләтәбеҙ? Минең сиреүҙәге байтаҡ егетте ҡырҙы улар. Әсәләренә ни тип әйтербеҙ?
– Һәләк булған улдар өсөн мин үҙ өйөрөмдәге йылҡыларҙы бирермен. Көмөшөм дә бар. Бөтәһенә лә етер.
Жаныбәк яурынын һикертте лә ыңғайлағанын белдерҙе:
– Ярай, улай булғас, мин ҡаршы түгел.
Аҡһаҡалдар, иң ҡеүәтлеләрҙең бер һүҙгә килеүен күреп, ҡарышыуҙан туҡтаны. Амангилде тирмәнән сыҡты ла:
– Башҡорттарҙы йыйығыҙ! – тип бойорҙо.
Ҡаҙаҡ егеттәре уның әмерен тиҙ генә үтәй һалды.
– Йәмәғәт! – тип һүҙ башланы Амангилде, барыһы йыйылып бөткәс. – Ырыу ҡоро башҡорттарҙы аттары, ҡоралдары менән ҡайтарып ебәрергә ҡарар итте. Ерәнсә, бында кил! Һин – батыр яугир, егеттәрең дә ҡыйыу, тик беҙ һеҙҙе был шәплегегеҙ өсөн ҡайтармайбыҙ. Ҡатының Бәндәбикәгә рәхмәт әйт, Ерәнсә! Беҙ уны бик аҡыллы, намыҫлы кеше тип беләбеҙ. Беҙҙең ауылға һөжүм итеүегеҙгә лә уның ҡатнашлығы юҡлығына ышанабыҙ. Ун биш йыл элек тап әлегесә ул беҙҙе ғәфү итте. Бына, бурысыбыҙҙы ҡайтарабыҙ. Барығыҙ, ҡайтығыҙ, һеҙ азат. Уға минән, Амангилденән, сәләм әйтегеҙ, ул мине белә. Ерәнсә, һиңә кәңәшем шул: беҙгә башҡа килмә, дуҫ булараҡ та, дошман булып та. Әлегә бында һине Бәндәбикә тигән исем һаҡлай. Бынан ары беҙҙең далаларҙа пәйҙә булһаң, иҫән ҡотола алмаҫһың – белеп тор. Барығыҙ, һеҙҙе тотҡарлаусы юҡ.
Амангилде, боролоп, тирмәгә инеп китте. Уның артынан аҡһаҡалдар ҙа эйәрҙе. Ерәнсә, ат эйәрләргә керешкән егеттәренә текләп, ҡымшанмай тора бирҙе. Айҙарбәк уға, атын килтереп, йүгәнен тотторҙо ла:
– Ерәнсә, иҫеңә кил. Атыңа атлан, ҡаҙаҡтар кире уйламаҫ борон, ысҡынайыҡ, – тине.
Ерәнсә, ағас кеүек ҡатып ҡалған ҡулын һоноп, йәпһеҙ генә итеп атына менде. Башҡорттар ҡуҙғалды. Ҡаҙаҡтар өнһөҙ-тынһыҙ ғына уларҙың артынан ҡарап ҡалды. Тирмәләрҙән башҡорттар ҡулы менән һәләк ителгәндәрҙең мәйеттәренә ясин уҡыған тауыштар ишетелде. Йәйләү уларҙы ерләргә әҙерләнә ине. Жаныбәк башҡорттарҙы ашыҡтырҙы, сөнки ҡайғы-хәсрәткә сумған кешеләр ташланып, уларҙы өҙгөләп ташлауҙары ла ихтимал ине.
Оҙаҡ та барманылар, өс саҡрым самаһы алыҫлыҡта кисә алыш булған урынға еттеләр. Бында – һәләк булған башҡорт яугирҙәренең зыяраты. Ҡаҙаҡтар уларҙы ер ҡуйынына биргән, һәр ҡәбер өҫтөнә ситса киҫәге бәйләп, таяҡ ҡаҙаған. Ни тиһәң дә, дошман булһа ла, үҙ мосолмандары бит. Ерәнсә, ҡәберҙәр эргәһенә еткәс, атынан төштө. Айҙарбәккә йүгәнен тотторҙо ла эҫе ҡоро елдә өҙөлөрҙәй булып елберҙәгән таҫмалар рәтенә йүнәлде. Һәр ҡәбер эргәһенә туҡтап, шыбырҙап ҡына нимәлер һөйләне Ерәнсә. Айҙарбәк уның хәлен аңлай ине. Уның арҡаһында ошо сама ир-егет башын һалды. Хәҙер, ана, ят далала ятып ҡалалар.
Яугирҙәр ҙә, аттарынан төшөп, ҡайғы сәсеп ятҡан убасыҡтарға ҡарап, тынып ҡалды. Ерәнсә ясин доғаһын уҡыны, башҡорттар ҙа, уларҙы оҙата килгән ҡаҙаҡтар ҙа «амин” әйтеп, битен һыпырҙы. Жаныбәк үҙенекеләр менән башҡорттарҙы йәйләү сигенә тиклем оҙатты ла түмәләс башында туҡтаны. Башҡорттар, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, улар менән хушлашты, тегеләре лә шул рәүешле яуап ҡайтарҙы. Һүҙһеҙ генә айырылыштылар.
…Ҡайтыуҙар бигерәк әрнеткес булды. Башҡорттарҙың ҡаҙаҡтарҙан туҡмалып ҡайтып килеүе тураһындағы хәбәр йәйләүҙән йәйләүгә ҡош кеүек осто. Далала яңылыҡ тиҙ тарала шул. Юл өҫтөндәге тәүге башҡорт ауылында Ерәнсә егеттәре менән тамаҡ туйҙырҙы, яраларын бәйләне һәм, юллыҡ ризыҡ һалып алып, ары китте. Осраған бер йылҡы өйөрөндә аттарын алмаштыра-алмаштыра, йәйләүҙәргә инеп тә тормайынса, үҙҙәренә ҡайтып етергә ашҡындылар. Ерәнсәне бер генә уй ҡамсыланы: “Йәһәтерәк, йәһәтерәк. Ҡайтып етергә лә осраған берәүҙең йәнгә тейгес һорашыуҙарынан, йәлләүесле ҡараштарынан ҡотолорға. – Уны аптыратҡан тағы бер нәмә бар ине. – Ә ниңә тик миңә генә шулай сәйер итеп ҡарайҙар? Дөрөҫөрәге, ҡарашымдан ҡасалар? Башҡа егеттәр менән хәл-әхүәл белешеп һөйләшәләр, ятып ҡалғандар тураһында һорашып, илашып алалар”. Шик-шөбһәләрен Айҙарбәккә лә әйтеп алды ул:
– Айҙарбәк, һин һиҙәһеңме, кешеләр ниңәлер минән ҡарашын йәшерә, минән тартына кеүек – махаулы кешегә тап булғандармы ни.
– Эй-й, Ерәнсә, тапҡанһың борсолор сәбәп. Бәндәбикә менән аҡһаҡалдар алдында ни тиерһең – шул хаҡта башыңды ват, – тип яуап ҡайтарҙы ул, яраланған ҡулын һаҡ ҡына күтәрә биреп. – Ҡара әле, ҡулым нисек шешенеп киткән, һыҙлай, ни эшләргә икән? – тип зарланып та алды.
Ерәнсә ҡулын ғына һелтәне. Бөтә уйы ауылда, Бәндәбикә эргәһендә, ине шул. “Нимә генә тип әйтермен? Үҙемде аҡларлыҡ, уның күңелен иретерлек ниндәй генә һүҙҙәр табырмын икән? – Уйҙары хәсрәтле ине Ерәнсәнең. – Һәләк булып ҡалғандарҙы кире ҡайтарыу ярҙам итер ине лә, был мөмкин түгел. Ҡаҙаҡ ерендә, ҡараңғы ҡәберҙәрҙә ятып ҡалдылар шул. Ҡайһыһы ҡылыс менән туралған, ҡайһыһына һөңгө ҡаҙалған, ҡайһыһын уҡтар тишкесләгән. Их, ниңә был хәйерһеҙ яуға сығып киттем икән мин? – Ерәнсә бик үкенде. – Дан кәрәк булдымы? Алйотмон инде, алйотмон. Шайтан, аҙҙырыр булһа, бәндәнән дан көҫәтә, ахырыһы. Ҡайҙа хәҙер ул дан тигәне? Бөтә йәйләүҙәрҙә исемем тик ләғнәт ала. Хәҙер бала-сағаны ла минең менән ҡурҡыта башларҙар әле. Бәндәбикә нисек хаҡлы булған, тыныслыҡты боҙғанға ләғнәт төшөр, тигәйне бит ул. Ниңә Аллаһы Тәғәлә мине иҫән ҡалдырҙы икән? Яуҙа ятып ҡалһам, был тиклем мәсхәрәне күрмәҫ инем. Әллә баш һуҡҡан яҡҡа сығайым да китәйемме икән? Ер икһеҙ-сикһеҙ киң, ундағы халыҡтар иҫәпһеҙ күп, берәй мөйөштә юғалып ҡалырмын әле! – Ерәнсә был уйҙан талпынып киткәндәй итте лә, яралы ырыуҙаштарына күҙ һалғас та, был теләге һүрелде. – Өйгә ҡайтып етмәй тороп, уларҙы нисек ташлап китәһең? Ырыуһыҙ, зат-зәүерһеҙ нисек көн итмәк кәрәк? Их, аҡҡан һыуҙарҙы кире бороп булһа икән! – Ерәнсә Оло Эйек буйында дуҫтары менән, ыласын сөйөп, йылға өйрәге аулағанын иҫенә төшөрҙө. Исҡужа, Ғәли һәм Сөләймәндең йылмайып торған шат йөҙҙәре күҙ алдына килде, ниндәй бәхетле замандар булған бит әле, барымта тип тә ҡаңғырмағандар, донъя ҡояшлы, матур, күңелдәрендә тик ҡыуаныс, вәт рәхәт! Ерәнсә, эйәрендә бәүелеп килә торғас, серем итеп китте.
Тояғы менән йомран ояһына баҫҡан аттың һөрлөгөүенән Ерәнсә ҡапыл уянып китте һәм, тәмле хәтирәләренең эҙен һөртөп ташлағандай, ҡуш усы менән йөҙөн һыпырҙы.
– Ҡайҙа еттек? – тип һораны ул Айҙарбәктән.
– Анау ағастар артында Һүрәм күренде. Аттарҙы һуғарып алырбыҙ ҙа, Оло Эйеккә лә күп ҡалмай инде унан. Егеттәр арыны. Аттар ҙа тирләне. Ҡайтып етерлек хәлдәре ҡалдымы икән? Ал-ял белмәй ҡыуабыҙ ҙа ҡыуабыҙ. – Айҙарбәктең йөҙө ҡараңғыланды. – Ҡара әле, Ерәнсә, күпме генәбеҙ. Егерме дүрт. Ә юлға сыҡҡанда нисәү инек?
– Йөҙ һикһән биш, – тине ауыр көрһөнөп Ерәнсә.
– Улдары ятып ҡалған әсәйҙәргә ни тиербеҙ икән?
– Быныһы өсөн Бәндәбикә алдында ла, ырыу алдында ла үҙем яуап тотормон, – тине Ерәнсә төшөнкө тауыш менән. Күҙенән йәш тә тәгәрәп төшкәндәй булды, әллә Айҙарбәккә шулай күренде генә – Ерәнсәгә, былай, илау хас түгел. “Бигерәк үҙгәрҙе Ерәнсә, – тип аптырап ҡуйҙы Айҙарбәк. – Ниндәй шаян, үткер телле ине. Ыңғайында уҡ йырын да сығарыр, кешене лә көлдөрөп торор ине мәрәкә һүҙе менән. Барымтанан бөтөнләй икенсе булып ҡайтып килә. Мәрхүм булып ҡалғандар өсөн үҙен ғәйепле тойоп ҡайғырамы икән? Ғәйеп бит унда ғына түгел. Ҡаҙаҡтарға барымта сабыуҙың ни тиклем хәүефле икәнен бөтәһе лә белә ине. Әсәләренән һәммәһе лә үҙе айырылып китте. Ерәнсә берәүҙе лә ихтыярһыҙламаны, арҡан менән тарттырып алып китмәне. Ғәйебе – тәүләп уның барымта тип һүҙ асыуында. Барыбыҙҙы ла ул ҡотортто, хәҙер шуның өсөн яуапты ла уға бирергә инде. Егеттәр уға ышанды, ни тиһәң дә, Бәндәбикәнең ире бит әле. Хәҙер бик-бик ауыр, әлбиттә, Ерәнсәгә”.
Һүрәм буйына еттеләр. Йылға, ҡояшта сағылып, ялтлап, үтәнән-үтә күренеп ята. Эҫелә әлһерәп килгәндәрҙе уның еләҫлеге елкендереп ебәрҙе. Егеттәр эйәрҙәренең айылдарын бушатты ла йылға буйына төштө. Һыу эстеләр, йыуындылар, бер аҙҙан һыуына төшкән аттарын һуғарҙылар. “Күп булһа ярты көнлөк юл ҡалды, тиҙҙән ҡайтып етәбеҙ” – тигән уйҙар менән айылдарҙы тарттырып, егеттәр хәлһеҙләнгән аттарына атланды һәм юлды дауам итте.
Ҡояш байыу яғына тартылды. Көн ҡыҙыуы баҫыла төштө. Аттар, йәйләүгә яҡынлашҡандарын һиҙеп, йылдам ғына юртырға тотондо. Ауылда ял көтә. Егеттәр ҙә, яралары һыҙлаһа ла, дәртләнеберәк китте, эйәрҙәрендә турайыбыраҡ ултырҙы. Яраһы үлемесле булһа ла, ирмен тигән ир үҙен эйәрҙә лайыҡлы тоторға тейеш.
Йәйләүгә етеп килгәндә, ҡаршыларына һарыҡ көткән малай осраны. Ҡулын маңлайына ҡуйып, һыбайлылар яғына текләп ҡарап торҙо ла, ҡапыл атылып, былар эргәһенә ташланды:
– Абзый! Ғилметдин абзый! Ҡайттыңмы? Ҡайттың!!! – тип, ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе малай. – Әй атайым шатланыр инде. Әсәйем, һеҙ юҡта илап, күҙен бөтөрҙө.
– Шунан, өйҙә нисек? Бөтәһе лә арыумы? – тип һораны Ғилметдин, саҡ ҡына көлөмһөрәп.
– Һәйбәт. Хәҙер тағы ла шәберәк була инде. Ярай, абзый, мин сабайым. Әсәйем менән атайымды ҡыуандыра торайым. Бөтә кешене шатландырайым. Беренсе һөйөнсөнө алам! – тип, эйәрендә ултырып сыҙай алмай, ауыл яғына атылды ул. Егеттәр йылмайышып ҡуйҙы һәм, аттарының янбашына ҡамсы ялатып, хайуанҡайҙарҙы алға әйҙәләне. Ауыл шәйләнеү менән, һыбайлы егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың быларға ҡаршы сапҡаны күренде. Килеп еткәс, һәр береһе араларынан үҙ туғанын, ағай-энеһен эҙләне. Табышҡандары, шау-гөр килеп, һәр ҡайһыһы үҙ тирмәһе яғына ыңғайланы. Шулай итеп, һәр береһе үҙ йортона таралышып бөттө.
Ситке тирмәләр яғына яҡынлашҡанда, Ерәнсә яңғыҙы ҡалғайны. Ана, уны ҡаршылайҙар. Ҙур өйкөм булып баҫҡан кешеләр уға өндәшмәй генә юл бирә. Ерәнсә өнһөҙ ҡараштарҙың тишеп барған энәләрен бөтә тәне менән тоя. Был энәләр күңеленә үк үтеп ҡаҙала. Һаман берәүҙән бер өн сыҡмай.
Ниһайәт, бер ҡатындың өндәшкәне ишетелде:
– Ерәнсә, минең улым Абдрахман ҡайҙа икән? Ниңә ҡайтманы ул? – Әрнеүле тауыштан Ерәнсә тертләп китте.
– Ә Хәким ҡайҙа?
– Минең Ғафарымды ҡайҙа ҡалдырҙың?
Һәр һорауҙан Ерәнсә бөршәйә барҙы. Яурынына таш өйәләрме ни! Уны әйләндереп алған ырыуҙаштары эргәһенә яңылар өҫтәлә торҙо. Тиҙҙән уны бөтә ауыл халҡы тығыҙ ҡулса булып уратты. Шул саҡ Ерәнсә атының ҡапыл туҡтағанын тойҙо. Башын күтәрҙе. Атты Айтуған ауыҙлыҡлаған икән. Айтуған менән аҡһаҡалдар Бәндәбикә тирмәһенә инә торған юлын быуып баҫҡан. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ерәнсә атының ауыҙлығының дүңгәләктәре генә ара-тирә сылтырлап ҡуя.
– Ниңә ауылға ҡайттың һин, Ерәнсә? – тип һораған Айтуғандың тауышы бик ҡаты ине.
Ерәнсә үкенес һәм хәсрәт менән томаланған ҡарашын уның яғына төбәне:
– Үткәр әле, Айтуған ағай. Мин Бәндәбикә алдында ғына яуап тотасаҡмын.
– Кит ауылдан, Ерәнсә! Һин ҡыуылдың. Беҙҙең арала һиңә урын юҡ. Халыҡ шулай хәл итте.
Был хәбәр Ерәнсәне аптыратманы. Бындай язаға ул әҙер ине. Егеттәрҙең ғәйепһеҙгә ҡырылыуын ғәфү итмәҫтәре билдәле ине. Тик Ерәнсә, Бәндәбикә менән хушлашып, унан ғәфү үтенгәндән һуң китергә уйлағайны. Ә ниңә күренмәй һуң ул? Ҡаршыһына ла сыҡмаҫлыҡ булып асыуланғанмы икән ни? Ерәнсә ҡәтғи үтенесен әйтте:
– Үткәр мине, ағай! Ниңә Бәндәбикә сыҡманы? Ҡайҙа ул? Ағай, үтенеп һорайым, үткәр! Бәндәбикә! – Ерәнсә, тирмә яғына боролоп, һөрәнләне. – Беләм, ғәйеплемен! – Тауышы ҡалтыранды. – Теләһә ниндәй язаны ла ҡабул итермен! Тик сығып үҙең әйт! Алдыңа йығылып, ярлыҡау һорарға рөхсәт ит! Бәндәбикә!
– Һин кешеләрҙән ғәфү үтен! – тип екерҙе уға Айтуған. – Ауылға һин ҡайғы-хәсрәт килтерҙең! Һинең арҡала егеттәр ҡырылды, ырыу хәлһеҙләнде. Күпме әсәләр йәш түкте. Ҡайғынан һуҡырая башланы. Ерәнсә, яҡшылыҡ менән һорағанда, китеп ҡотол!
Ерәнсә атынан ҡолап тигәндәй төштө һәм ергә тубыҡланды. Күҙ йәштәре тамағын быуҙы.
– Кешеләр! – Ул илап ебәрҙе. – Мин ҡәһәр һуҡҡанды ғәфү итә күрегеҙ! Улдарығыҙ өсөн ғәфү итегеҙ! Теләһәгеҙ, ғүмеремде алығыҙ, нимәгә ул миңә, былай булғас? Тик Бәндәбикәнең эргәһенә үтеп хушлашырға ғына мөмкинлек бирегеҙ! Бәндәбикә! – Ерәнсә асырғаланып ҡысҡырҙы һәм йөҙтүбән ергә ауҙы, көҙән йыйырып, тәне тартышты. Халыҡтың өнө-тауышы сыҡманы. Ырыуға ябырылған хәсрәттең сәбәпсеһенә йәлләү күрћәтеүсе табылманы.
Ерәнсә тынып ҡалды. Ҡайғылы тауыш менән Айтуған телгә килде:
– Бәндәбикә юҡ инде, Ерәнсә! Һинең уны ла, аҡһаҡалдар тыйыуын да һанламайынса баш баштаҡланып барымтаға китеүеңде белгәс тә, мәрхүм булды ул. Йөрәге ҡайғыға түҙмәне, ахыры ошолай булырын һиҙгәндер инде. Һүҙен тотмаған кешегә яҙмыш ҡарғышын төшөрә бит ул. Бәндәбикә шулай ти торғайны. Кешеләр һине аҫырға йыйына ине, Бәндәбикә йән бирер алдынан һинең ғүмереңде һаҡлауҙы үтенде, шуға һине ырыуҙан ҡыуып сикләнергә булдыҡ. Кит, Ерәнсә! Һиңә теймәҫтәр. Ҡайҙа теләйһең, шунда кит! Бында урын юҡ һиңә.
Ерәнсә ҡалҡынып баҫты, ырыуҙаштарын күҙҙән үткәрҙе. Йөҙө ҡот осҡос ине. Ҡайһы берәүҙәр хатта сигенә төштө. Йәнһеҙ тауыш менән:
– Ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һо-раны.
– Арыҫлан һалған йортта. Үҙе шулай үтенде. Әле унда уба өйөлгән.
– Ат бирегеҙ. Быныһы хәлдән тайған.
Ат килтерҙеләр. Ул эйәргә менеп ултырҙы ла атын алыҫтан күренеп торған уба яғына илткән юлға борҙо.
Айтуған малайҙарҙың береһен бармағы менән генә саҡырып алды ла, атҡа атланып, Ерәнсәнең күҙенә салынмай ғына уның артынан күҙәтеп йөрөргә ҡушты. Малайҙар һис һүҙһеҙ бойороҡто үтәргә ташланды.
– Таралығыҙ, Ерәнсә китте. Был тирәлә башҡаса күренмәҫ.
Тик берәү ҙә ҡымшанманы. Кешеләр әлегә был фажиғәнең осона сығылмағанын һиҙә ине.
Ерәнсә, башын эйеп, бара бирҙе. Ғәйеп йөгө баҫҡандан-баҫты. Аңы юғалып-юғалып китә, тамам һушһыҙ булып, атынан ҡолап төшөүҙән уны ниндәйҙер еп кенә тотоп тора ине шикелле. Яңы өйөлгән бейек убаға төртөлөп, аты туҡтап ҡалды. Ерәнсә эйәрҙән яй ғына шыуып төштө лә уба алдына тубыҡланды.
– Мин ҡайттым, Бәндәбикә… Күрәһеңме, мин иҫән… Моғайын, һин Алланан минең ғүмеремде һаҡлауын ялбарғанһыңдыр, – тип шыбырлап ҡына һүҙен башланы ул. – Һин ғәфү ит мине, Бәндәбикә. Һине тыңламайынса, ауылға оло бәлә килтерҙем. Минең арҡала һин донъянан киткәнһең. Һыҙланыуҙарға йөрәгең түҙмәгән… Һин беҙҙең бөтәбеҙҙе лә ярата инең. Үлеп барғаныңда ла миңә, ана, ғүмер бүләк итеп киткәнһең. Эйе, мин иҫән, бына, һинең ҡәберең алдында ултырам! – Шулай тине лә Ерәнсә аҡырып илап ебәрҙе. – Тик бындай тормош миңә нимәгә?! Әйт әле, нимәгә? Кешеләргә тик бәхетһеҙлек килтергәс, ниңә йәшәргә?! Һинһеҙ, илһеҙ-ерһеҙ, ауылһыҙ-ырыуһыҙ нисек йәшәйем?!!
Ерәнсәнең йән өҙгөс үкһеүе алыҫтарға ишетелде.
– Ғәфү ит мине, Бәндәбикә! Минең алйотлоғом, мин-минлегем арҡаһында һәләк булған егеттәр өсөн ғәфү ит! Уларҙың үлеме – минең намыҫымда. – Ерәнсәнең һулҡылдауы яйлап тымды. Ул бер ҡарарға килде. Убаның ситен ҡулы менән һыпырҙы ла былай тине:
– Мин тағы бер тапҡыр йығам һүҙеңде, Бәндәбикә. Һин миңә ғүмер бүләк иттең, ә мин үҙемде шул бүләктән мәхрүм ҡылам. Лайыҡ түгел мин уға! Юҡ, лайыҡ түгел. Миңә үлергә кәрәк. Бар халыҡ алдындағы, һинең алдыңдағы ғәйебемде мин тик шулай ғына юя алырмын кеүек. Хуш, Бәндәбикә! Тиҙҙән осрашырбыҙ!
Ерәнсә тороп баҫты ла атына атланды. Шунан Үрген йылғаһы яғына ыңғайланы. Уның артынан күҙәткән малайҙар саҡ ҡына тора бирҙе лә артынан эйәрҙе. Ерәнсә туғайҙа үҫкән ағастарҙың ботаҡтарынан ялтана-ялтана бара бирҙе. Үрген өҫтөндә бейек ҡаялы урын бар – шунда юлланды ул. Һөҙәк яҡлап ҡая башына менә башланы. Ҡабырғалары тирләп төшкән ат ауыр һулай. Юл еңел түгел. Бына Ерәнсә атынан төштө лә, усы менән ҡабырғаһына һуғып, уны кире аҫҡа ҡыуҙы. Үҙе ҡаяның иң үренә менеп баҫты. Ошо бейеклектән аҫҡа ҡараны. Ус төбөндәгеләй күренгән тирә-йүндә хайран ҡалырлыҡ күренеш асылды. Тәбиғәт күркәмлектә үҙ-үҙе менән ярышҡа сыҡҡан төҫлө ине. Был тиклем гүзәллек тик унда ғына булалыр. Шырлыҡта ҡоштар сутылдай. Ана, әллә ниндәй төрлө бөгөлдәр менән һыҙғырып, һабантурғай һайрай. Зәңгәр күк киң ҡоласын йәйгән, ә ҡояш яғымлы нурҙары менән ерҙе йылыта. Офоҡта, монарға сорналып, урман ҡаплаған тау теҙмәләре күренә. “Эй Аллам, һин кешегә биргән донъя ни тиклем матур! Кинәнеп йәшә лә йәшә! Тик мин генә был донъяға лайыҡ түгел, сөнки бөтәһенә лә тик ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза килтерәм. Мин китәйем!” – тип уйланы Ерәнсә, камил гүзәллеккә һуңғы ҡарашын төшөрөп. Ул ҡаяның ситенә үк килеп баҫты ла бар көсөнә ҡысҡырҙы:
– Кешеләр! Мин гонаһлыны ярлыҡағыҙ! Ғәфү ит мине, Бәндәбикә! Мин һиңә килә-ә-ә-әм!
Һуңғы һүҙҙәре менән ул аҫҡа ырғыны.
Муйыл ботаҡтары араһынан уны күҙәткән малайҙар Ерәнсәнең ҡая башынан ҡапыл юҡ булғанын ғына аңғарып ҡалды. Улар бер-береһенә ҡарашты ла, ҡапыл ҡоттары алынып, йәйләү яғына сапты. Ерәнсәнең эйәһеҙ аты ла улар менән йәнәш саба ине.
Ауылға өйөрмәләй килеп ингәс тә, әле һаман таралып бөтмәгән кешеләр эргәһенә елдереп килде улар:
– Айтуған ағай! Ерәнсә үҙен үлтерҙе! Үрген буйындағы ҡаянан һикерҙе!
Был хәбәрҙе ишеткән Айтуған ағарынып китте. Ҡатын-ҡыҙҙар аһ итте. Аҡһаҡалдар, был ҡылыҡты өнәмәүҙәрен аңғартып, баш сайҡаны. Ниндәй гонаһты алған бит.
Айтуған ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан йәштәрен һиҙҙермәй генә һыпырып алды ла шул тирәлә торған Айҙарбәккә боролдо:
– Айҙарбәк, һин аҙағына тиклем уның менән бергә йөрөнөң, һиңә ҡушам – Ерәнсәне ерлә. Ҡәберҙе шул ҡая буйында ҡаҙығыҙ. Зыяратҡа ҡуйырға ярамай.
Айтуған тирмәгә йүнәлде. Аҡһаҡалдар ҙа уның артынан эйәрҙе. Кешеләр берәм-һәрәмләп кенә таралыша башланы. Фажиғә тамам булды.
Айтуған аҡһаҡалдар әйләнәһендә ултыра. Әжәл һалҡыны бөтәһенең дә күңелен өшөткән. Өлкәндәрҙең береһе Айтуғанға өндәште:
– Ул тиклем бөтөрөнмә, Айтуған. Ваҡыт бөтә яраларҙы дауалай. Бәндәбикә өсөн ни тиклем ҡайғырһаҡ та, был яра ла уңалыр. Йөйө генә ҡалып, уның тураһында хәтерләтеп торор. Ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ үҙ балаларына Бәндәбикә тураһында ла, Ерәнсә тураһында ла һөйләр. Бөтәһен дә улар баһалар. Бәндәбикәнең аҡылы, тормошо, халҡына нисек хеҙмәт итеүе, халҡының хәтерендә яҡты исемен ҡалдырыуы – бөтәһе лә билдәле булыр. Кешеләр уны онотмаҫ, Айтуған. Бына күрерһең әле.
Айтуған, тороп, тирмәнән сыҡты. Күңеленә һиллек төштө, тик ара-тирә генә еңелсә һағыш еле йүгергеләне. Бөтәһе лә үтә, бер ни ҙә мәңгелек түгел.
– Хуш, Бәндәбикә! – Айтуған ошо һүҙҙәрҙе бышылдап та өлгөрмәне, тояҡ тауышын ишетеп, һиҫкәнде. Әйләнеп ҡараһа – ат менеп сапҡан малайҙарҙың, уларҙан ҡасып, көлөшә-көлөшә аттарҙа елдергән ҡыҙҙар артынан ҡыуғанын күрҙе. Йәш һәм бәхетле ине был үҫмерҙәр. Ҡояшлы сыуаҡ көндө йәмләп, күңелле көлөшәләр. Көмөш кеүек тауыштар, зәңгәр киңлектәргә сөйөлөп, тормоштоң бер ниҙәргә етмәҫ күркәмлеген көсәйтә.
Айтуған йылмайҙы. Бына нисек ҡоролған бит ул тәбиғәт: йәшлеккә бөтә яманды онотторорлоҡ, һағыштарға бирештермәҫлек, әжәл хәсрәттәренә батырмаҫлыҡ, хатта үҙен үлемһеҙ тип тойҙорорлоҡ ҡөҙрәт биргән.
Ул арала малайҙар менән ҡыҙҙар күҙҙән юғалды. Ә күктә, йылы йәйге ямғыр вәғәҙә итеп, еңел болот күренде.
Әлфиә АҠБУТИНА
тәржемәһе.
(Аҙағы. Башы - ғинуар, февраль һандарында).

Теги: