Уңған ҡатын – ил күрке
Тиҙлек, техника заманында, яңы шарттарға тиҙ яраҡлашып, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, ошо өлкәлә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар. Янып торған өйгә инер, сабып барған тайҙы туҡтатыр, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Үҙ еренә бер биҙәк, кәрәкле кеше булып, яҡташтарыбыҙҙы һөйөндөрөп йәшәгән ошондай бер гүзәл зат хаҡында ентекләберәк һөйләргә булдыҡ.
Әлмира Абрар ҡыҙы Ибраһимова (Фәйезова) 1948 йылдың 3 апрелендә Асҡар ауылында тыуған. 5 йәше тулған ҡыҙыҡайҙың Билал мәктәбендә директор булып эшләп йөрөгән атаһы вафат булып ҡуя. Өс бала менән тол ҡалған әсәһе Хәлил ауылына күсергә мәжбүр була, уны, почта начальнигы итеп тәғәйенләү өсөн белемен камиллаштырһын тип, өс айға Өфөгә уҡырға ебәрәләр. Әлмира 1955 йылда Хәлил мәктәбенә беренсе синыфҡа бара. Ә инде киләһе йылында ҡыҙыҡайҙы яңы асылған Темәс интернат-мәктәбенә уҡырға бирәләр. Яҡшы өлгәшкән, үҙе лә бөхтә, таҙа йөрөгән Әлмираны, санитарка, староста итеп ҡуялар, ҡыҙыҡай үҙе лә бик етеҙ, уңған булып сыға, йыр, тегеү, бейеү түңәрәктәренә йөрөй. 1963 йылда Темәс интернаты Баймаҡҡа күсә. «Ике ҡатлы матур бинаны беҙ, 8-9-сы синыф уҡыусылары, үҙебеҙ төҙөшөп, яңы уҡыу йылын шунда башланыҡ. 1957 – 1963 йылдарҙа Темәс интернатында Шәрифйән Хәбибрахман улы Ғәҙелшин директор булды. Ул яҡшылығы, кешелеклеге, аҡылы менән һәр ваҡыт һоҡландырҙы. Ә Баймаҡта Юнир Салауат улы Әҙеһәмов директор ине. Уның оҫталығына, тырышлығына иҫебеҙ китә торғайны», – тип хәтерләй хәҙер шул саҡтарҙы Әлмира Абрар ҡыҙы. Ғүмер юлында осраған ошо изге кешеләргә һәм белем нурҙары сәскән уҡытыусыларына рәхмәтле ул.
1966 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағас, Мәскәүҙең Ленин исемендәге педагогия институтының дефектология факультетына уҡырға инә, әммә, унда барыуҙан баш тартып, Әбделмәмбәт мәктәбенә рус теле уҡытыусыһы булып эшкә төшә. 4-5 ай эшләгәндән һуң шул ауыл егетенә кейәүгә сыға. Тормош иптәше Әхмәт Фәтхетдин улы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Тырыш ҡатын Магнитогорск педагогия институтын ситтән тороп тамамлай. Хәҙер инде балаларының һәр ҡайһыһы үҙ аллы тормош көтә. 8 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, Әлмөхәмәт ауыл советының Сиҙәм ауылында гөрләтеп донъя көтәләр.
1993 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Әлмира Абрар ҡыҙы бер нисә магазин асыуға өлгәшә, бер аҙҙан уларҙы бәләкәй ҡыҙына тапшырып, үҙе элекке көнкүреш комбинатының бинаһында тегеү оѕтаханаћы асып ебәрә. «Әҙер әйберҙе үҙебеҙҙең магазинда һатабыҙ. Башлыса трикотаж, бәз һәм башҡа туҡыманан кейем, урын кәрәк-яраҡтары, төрлө тәҙрә ҡорғандары, милли, дини күлдәктәр һәм башҡа һатыуҙа булған хәлдә лә һәр кемдең теләген иҫәпкә алып бөтмәгән тауарҙы шатланышып алалар”, – ти эшҡыуар.
Ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, тигән мәҡәл бар. Әлмира апайҙың тормош иптәше Әхмәт Фәтхетдин улының да абруйы ҙур ауылда. Халыҡ уны юҡҡа ғына староста итеп һайлап ҡуймағандыр. Татыу, күркәм ғаилә йәмғиәт өсөн эшләй, киләһе быуынды хәстәрләй, милләтебеҙ өсөн яна. Милли матбуғатты таратыуҙа ла дәртле ҡатнашалар. Заман менән бергә атлаған, барыһына өлгөрөп ҡалырға ынтылған йүнсел ҡатын үҙ йортоноң ғына түгел, ил тотҡаһы ла.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Әбйәлил районы.

Теги: