Кеше яҙмыштарын үҙ итеп

Кеше яҙмыштарын үҙ итепСабыйҙың донъяға тыуыуы – иң илаһи, иң татлы, иң мөғ­жизәле минуттар. Балаға ғүмер биреү һәләте – кешелектең иң ҡәҙерле һәм мөһим бурысы. Быуын сылбырын дауам итер­ҙәй нәҫелең булмаһа, Ер йөҙөн­дә башҡарылған асыштарҙың да, бөйөк эшмәкәр­лектәрҙең дә әһәмиәте юғала...
Бөрйән районы Башҡортостанда бала тыуыу һаны буйынса электән иң алдынғы урындарҙы биләй. Һуңғы йылдарҙа ла халыҡтың тәбиғи артыуы кү­ҙәтелә. Үткән 9 айҙа Бөр­йәндә 264 бала тыуған. Был – баш­ҡалар менән сағыштырғанда иң юғары күрһәткес. Халыҡтың артыуында, сәләмәт сабыйҙар тыуыуында Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының бала табыу бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Хәҙисә Ҡолдәүләтованың да өлөшө ҙур. Быйыл Хәҙисә Хәлфетдин ҡы­ҙына 71 йәш тула. Уның холоҡ ныҡлығына, йәштәрсә теремек­легенә һоҡланырлыҡ. Оло яуап­лылыҡты инде байтаҡ йылдар үҙ иңендә тартҡан тәжрибәле табиптың эш­мәкәрлеге һәм тор­мош юлы күптәргә үрнәк.
“Ярты тиҫтә быуат гинеколог булып эшләгән дәүерҙә меңәрләгән тарих, меңәрләгән кеше яҙмышы күҙ уңынан үткән. Бөгөн мин, үткәндәрҙе барлап, эшемдең ни хәтлем ҡатмарлы һәм оло мәғәнәгә эйә булыуын аңлайым. Ғаиләгә бәхет, татыулыҡ, шатлыҡ өләшкән сабый – нәҫел ебен дауам итеүсе генә түгел, ә Ерҙәге тормошҡа йән, йәм өрөүсе, кешелекте мәңгеләштереүсе лә ул. Әлбиттә, ғаи­ләнең ишәйеүе ата-әсәгә яҡты тәьҫо­раттар менән бергә, яуаплылыҡ та, мәшәҡәт тә өҫтәй. Әммә беҙ донъяла мәшәҡәт тип йәшәмәйбеҙ – изге хис-тойғолар солғанышында тормош ваҡ-төйәктәре лә һүрәнәйә, онотола бара төҫлө, – тип, һүҙ йомғағын тағата әңгәмәсем, райондың абруйлы таби­бы Хәҙисә Ҡолдәүләтова. – Йылдар үтә барған һайын, һөнәремдең ҡәҙе­рен, кеше ғүмеренең асылын тәрәне­рәк тоя кеүекмен. Хатта яңы тыуған сабыйҙың илау тауышында ла моң ишетәм. Берсә йәнде иркәләй, наҙлай һымаҡ, берсә, көслө ауаз сығарып, күңелде тулғыта. “Бына ул – мин, Ергә үҙ бурысымды үтәргә килдем, зинһар, яратып ҡабул итегеҙ!” – тип өндәшә, әйтерһең дә. Сабыйҙы йәнең өҙөлөп көткәндә, ысын мәғәнәһендә яратҡанда ғына нескә бәйләнеште тотоп алыу мөмкин…”
Әсәһе менән атаһы – ябай ғына ауыл кешеләре – алты ир баланан һуң, ниһайәт, ҡыҙҙары тыуыуын иң ҡәҙерле яҙмыш бүләгеләй ҡабул итә. Ул ваҡытта өйҙә генә бала ҡарап ултырыу мөмкинлеге юҡ. Бәләкәс ҡыҙ­ҙарын йә күршеләренә, йә берәй ту­ғандарына ҡалдырып, үҙҙәре көнө буйы колхоз эшендә. Төндәрен әсә­һенең быуындары һыҙланыуынан интегеүен күреп, кескәй Хәҙисә уға нисек ярҙам итергә белмәй ҡайғыра. Һуғыш йылдарындағы аслыҡ, кейем юҡлығы ҡәҙерле кешеләренең сәлә­мәтлеген ҡаҡшатҡан була шул. Балала, тиҙерәк үҫеп, дауалау серенә төшөнөү, нисек тә әсәһенең һыҙланыуын баҫыу хыялы ярала. Тик бына дингә ышанған атаһы ғына ҡыҙының медицина юлын һайлауын теләмәй. Йәнәһе, дин ҡатын-ҡыҙға быны тыя. Әммә ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараштың ысынбарлыҡҡа тап килмәүен аңлаған ҡыҙ киләсәген үҙенсә ҡора. Урта мәк­тәптән һуң, атаһына өндәшмәй генә, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Һуңынан ҡыҙының уҡы­тыусыларынан гел маҡтау һүҙе генә ишеткән атайға балаһына үҙ фатиха­һын биреүҙән башҡа сара ҡалмай.
Училищены тамамлағас, ул Бөр­йән районының Мәһәҙей ауылында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Йәш ҡыҙҙы: “Беҙгә килен килгән икән”, – тип ҡаршы алалар. Хәҙисә­нең йәне көйә, сөнки уны кейәүгә сығыу түгел, ә артабан белем алыу маҡсаты ҡыҙыҡһындыра. Теләген ғәмәлгә ашырып, Башҡорт дәүләт медицина институты студенткаһы булыу бәхетенә өлгәшә.
Яңы ғына Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм терапия факультетын тамамлап ҡайтҡан йәш белгескә Иҫке Собханғол дауаханаһында гинеколог булып бер ай ғына эшләп торорға тәҡдим итәләр. Яҙмыштыр инде – бер ай тигәндәре тиҫтә йылдарға һуҙылыр, тип кем уйлаһын. Хәҙисә ең һыҙғанып эшкә тотона. Әммә был һөнәр уның бөтә булмышын, ваҡытын, көсөн үҙенә буйһондорор, ҡайһы саҡта төнгө йоҡоһон алып, тетрәнеү дәрәжәһенә еткерер, күҙҙәренә йәштәр төйөлдө­рөр, тип күҙ алдына ла килтермәй. Йәш һылыу, бар күңел йылыһын, тырышлығын һалып, ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙе изге маҡсат итеп ала. Дауаханаға ниндәй генә ауыр хәлдә мөрәжәғәт итмәйҙәр.
Бөрйән – тау-урман араһында урынлашҡан райондарҙың береһе. Трактор, ағас ташыған йөк машиналары ғына йырып сығырлыҡ ҡомло юл. Ә ауылдар араһы байтаҡ саҡрымдарға һуҙылған. Тулғағы тота башлаған ҡатындарҙы йыраҡ ауылдарҙан район үҙәгенә килтереп еткереү мөмкин булмаған хәлдә, Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙына, бар кәрәк-яраҡтарын тотоп, йыш ҡына үҙенә юлға сығырға тура килә. Тышта буран ыжғырамы, ҡойма ямғыр яуамы – мөһим түгел – кешене ҡотҡарыу маҡсаты алға баҫа. Юлды йә атлы арбала, йә тракторҙа, йә кәмәлә, йә йәйәү үтергә тура килә уға. Үлем түшәгендә ятҡан ҡатындарҙың ҡанын туҡтатып йәки, киреһенсә, ҡан ебәреп, ғүмерен ҡотҡарған осраҡтары бихисап фиҙакәр табиптың. Ул ваҡытта халыҡ мәғлүмәтле түгел, әбейҙән йөгөн алдырып, сиргә һа­бышҡандары ла байтаҡ була. Оҫта гинеколог, дауалап ҡына ҡалмай, ғаиләләр яҙмышын үҙенекеләй ҡабул итеп, артабан да уларҙың сәләмәтлеге һағында тора. Кәңәштәре менән ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға тырыша. Тормош гел һин теләгәнсә генә бармай шул: сараһыҙлыҡтан илар сиккә еткән мәлдәре лә аҙ булмай уның. Район буйынса балалар күп тыуа: ҡатмарлы шарттарҙа һәр ҡатынға иғтибар бүлеп өлгөрөр өсөн ай-һай ниндәй сыҙамлылыҡ, уттай егәрлелек, ихтыяр көсө талап ителгәнен аңлауы ҡыйын түгел.
Йәш табиптың, эш менән онотолоп, ғаилә ҡороу хаҡында уйларға ла ваҡыты ҡалмай. “Көнө-төнө бала табыу йортонан ҡайта алмайым, нин­дәй ир-егет миңә түҙһен инде”, – ти ул, шәхси тормошо менән ҡыҙыҡ­һынған апайҙарға.
Шулай ҙа уны ысын күңелдән яратҡан, эшен хөрмәт иткән, тәүәк­кәл ир-егет табыла. “Ашығыс ярҙам” машинаһын йөрөткән Мөхтәр егәрле һылыуҙың мөхәббәтен яулай ала. Икеһенең дә эше кеше ғүмерен ҡот­ҡарыу, ярҙам итеү, хәстәрлек күреү менән бәйле булғас, бер-береһенең күңел торошон аңлап, ҡәҙерен белеп, татыулыҡта ғүмер итә улар. Көтөп алынған улдары Булатты яратып, табип һөнәренә хөрмәт уятып тәрбиә­ләйҙәр. Ул, әсәһе юлын дауам итеп, медицина өлкәһен һайлай. Әлеге көндә район үҙәк дауаханаһында – невролог, психотерапевт. Булат хәләл ефете Әлфиә менән Нурия исемле гүзәл ҡыҙ үҫте­рә. Улар – атай менән әсәнең ҡыуа­нысы, ғорурлығы һәм терәге.
Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы бөгөн, үҙенең 70 йәшендә лә, операциялар яһай. Йылдар дауамында тупланған тәжрибәһе, ҡулдарының тилберлеге, таһыллығы, аҡыл һәм күңел һиҙгерлеге уны әле лә һынатмай. Бөтә йөрәк көсөн, аҡыл ҡеүәһен һала ул яратҡан эшенә.
“Йәш саҡтағы ауырлыҡтарҙы иҫкә төшөрһәң, бөгөн ожмахта йәшәйбеҙ, тиер инем. Бөрйәнгә тиклем ялатылып ҡуйылған кеүек асфальт юл һалынған, ҙур һәм иркен дауахана заманса йыһазландырылған, йәш­тәргә имен бала табыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Буласаҡ әсәй йә­ки атайҙың сәләмәтлегенә бәйле ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар килеп сыҡһа, Өфөләге йәки Белореттағы перинаталь үҙәктәргә ебәреп дауалайбыҙ.
Тик бына юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең районға эшкә ҡайтырға ашыҡмауы ғына кү­ңелде ҡыра – кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Рәсәй Президентының ҡу­шыуы буйынса, ауылға ҡайтҡан йәш белгестәргә аяҡҡа баҫыу өсөн бү­ленәсәк бер миллион һум аҡса был мәсьәләне киләсәктә ыңғай хәл итә­сәгенә ышанам. Йәштәребеҙ ҡайтһын, тыуған төбәгендә йорт күтәрһен, татыу ғаилә ҡорһон, тырышып эшлә­һен! Тамырҙарың береккән, ата-бабаңдың кендек ҡаны аҡҡан тыуған тупраҡ үҙе көс, илһам, ныҡлыҡ бирә бит ул! Мин үҙем тыуған ауылымда йәшәүем, халҡыма хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен!”
Эштән буш ваҡытта Хәҙисә Хәл­фетдин ҡыҙы менән Мөхтәр Мәжә­үир улы тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата икән. “Бөрйәндең ғәжәйеп күр­кәм тәбиғәте ылыҡтырғыс көскє эйә – уны байҡап сығыуҙан ғына ла йөрә­геңә яҡты нур ҡуна. Ә ҡышын театр­ға, концертҡа йөрөүҙән йәм табабыҙ. Тормош иптәшем менән ниндәйҙер тамашаны күреү өсөн генә Өфөгә сы­ғып киткән саҡтар бар”, – ти ул.
Халҡым, киләсәк, тип йән атҡан ҡоростай ныҡлы рухлы, сабыр йәнле, һөнәренә тоғро оло йөрәкле табиптың һәр әйткән һүҙе уйланырға мәж­бүр итә һәм тормошта яҡты ниәттәр, айыҡ аҡыл менән йәшәргә өндәй. Үҙен аямай, кешеләргә ярҙам итергә, йәмғиәтебеҙҙе сәләмәтерәк итергә тырышҡан Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы­на ысын күңелдән уңыш, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Бөрйән районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook