Рәт китте

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Рәт китте
– Ҡәйнәләрҙең рәте китте бит, әй! Бынау Ғәлиәне әйтәм, малайы өйләнгәйне, донъя батҡағына сумды ла ҡуйҙы. Киленен усында ғына йөрөтмәй инде. Үҙ балаңды ла шул хәтлем әпәүләмәйһең.
– Әйтмә лә. Кисә, барып инһәм, килене кендегенә тиклем ҡыҫҡа, үтә күренмәле итәк эләктергән дә телевизор алдында туңдырма ялап ултыра. Мин килеп ингәс, тороп күрешеү юҡ. Ғәлиә, бахыр, кухня тултырып билмән эшләп ташлаған. Улым эштән ҡайтыуға, ти. Ни эшләп киленеңә ҡушмайһың, тиһәм, йүнләп бер нәмә лә эшләй белмәй, тейсе.
– Китсе, китсе. Эш рәте белмәгәс, нимәгә кейәүгә сыҡҡан икән һуң, бисура?
– Бисураһы бер әле, ҡәйнәһен әйтәм, ниңә уҫалыраҡ булмаҫҡа? Эй-й-й, минең ҡәйнәне күрһә-ә-әң! Бешергән нәмәмә төкөрөп, мыҫ­ҡыл итеп, артымдан яңынан үҙе бешерер ине. Яландай өйөнөң иҙәнен көн һайын йыуҙыртып ҡаҡшата тор­ғайны. Йыуып сығыуыма, иңкәйеп-иңкәйеп туңҡанлап карауат аҫтарын тикшереп сыға. Әҙ генә бысраҡ күр­һәме, шуны ыстырам итеп бөтә ауыл­ға сығарып һөйләр ине.
– Эй, әйтмә лә инде! Минеке лә ашарға бешергәндә дүрт күҙен биштәй итеп ҡарап ултырыр ине. Шул арала, тоҙон әҙерәк һалдың, шыйыҡ күренә, һаранбаҡа, ырыҡта, тип теңкәгә тейә бит әле. Өйҙәгеләр туйып бөтмәйенсә, мине өҫтәл янына ебәрмәне. Уларҙан ҡалһа, ашайым, ҡалмаһа, ҡашығаяҡтарын ғына йыуып ҡуйырға тура килә ине.
– Ә минеке һуң? Улы кәләш итеп алам тигәс, район дауаханаһына барып, минең медицина карточкаһын алып тикшереүе етмәгән, әппин­дицит операцияһын аңламай, ҡайтып, бөтә ауыл тултырып әпирәсиә яһатып балаһын алдырған кешене килен итмәйем, тип яр һалып йөрө­нө. Үәт, ҡәйнә тиһәң дә ҡәйнә ине ул ҡарсыҡ…
– Туйҙан һуңғы тәүге төндә, ҡара әле, минең ҡәйнә беҙҙе айырым һалып ҡуйҙы. Йәнәһе лә, улы яңғыҙы йоҡлап өйрәнгән. Баяғы Ғәлиәне әйтәм, ошо бисураһы туйҙары булғансы әллә ике, әллә өс ай быларға кис килеп, иртән ҡайтып йөрөнө. Үҙенең һаман балаһы юҡ бит әле.
– Ҡуйсы, ҡуйсы, ҡәйнәләрҙең рәтен ебәрҙе әхирәт. Хәҙер беҙҙең менән подъезд төбөнә сығып та ултырмай бит хатта. Киленем дә киленем, тип үлеп барған була үҙе…
– Үҙе ҡәйнә күрмәгән кешегә оҡшап, – тип Мәймүнә ҡарсыҡ тағы нимәлер һөйләмәк булып ауыҙын асҡайны, подъездың ишеге асылды. Унан матур итеп кейенешкән Ғәлиә апай улы, килене менән килеп сыҡ­тылар. Күмәкләшеп йылмайышып күрештеләр ҙә, театрға барабыҙ, тип ҡултыҡлашып китеп барҙылар.
Мөғлифә ҡарсыҡ менән Мәй­мүнә әбей, ни әйтергә белмәй, тынып ҡалды.
Шул саҡ икенсе ҡаттың балконынан берәү:
– Ҡайҙа булһын инде һинең ҡәй­нәң, ана, әйтәм бит, минеке менән бергәләшеп тағы кеше сәйнәйҙәр. Эй, ҡәйнә, балаларҙы баҡсанан барып алырға ваҡыт, ишетәһеңме? Мәймүнә әбейгә лә төрт шунда, килене юғалтып беҙҙән килеп эҙләп йөрөй. Ҡайтһын. Килене йоҡонан уянған, асыҡҡан. Үҙең дә оҙаҡлап йөрөмә, улың эштән ҡайтыуға аш әҙерләйһең бар, ишетәһеңме? – тип ҡысҡырҙы.
– Әү, әү, балаҡайым, ишетәм. Хәҙер балалар артынан йүгерҙем, киленкәйем, бер аяғым бында, икенсеһе тегендә, – тип Мөғлифә ҡар­сыҡ ялп итеп ҡалды. Ә Мәймүнә әхирәте инде был ваҡытта кухня­һында ҡәҙерле килененә ашарға әҙерләй ине…



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook