Өйҙә кейер өсөн уңайлы әйберҙәр
Һәр хужабикәнең һандыҡ төбөндә спорт костюмынан ҡалған бәйләнгән салбар һаҡланалыр, моғайын. Уның йә килешлеге юғалып, йә бер аҙ таушалған, йә таплы көйөнсә файҙаланыуға яраҡһыҙ булып ятыуы ихтимал. Ошо кәрәкмәгән әйберҙәрҙән дә өйҙә йәки баҡсала кейеп йөрөүгә ҡулайлы матур кейем әтмәләй алабыҙ. Беҙ тәҡдим иткән ысул менән бәләкәс ҡыҙҙарға ғына түгел, малайҙарға ла еңел салбар тегергә мөмкин. Спорт костюмы булмаһа, трико, шорты йәки башҡа төрлө йоҡа салбарҙы үҙебеҙгә яраҡлаштырып тегеү өсөн артыҡ оҫталыҡ кәрәкмәй. Быларҙы ҡул менән дә еңел генә атҡарып сығырға була.
Биҙәкле бриджи
Ҡыҫҡа балаҡлы ыштан (бриджи) тегер өсөн, үҙебеҙҙең үлсәмгә тап килтереп, салбарҙың аҫҡы өлөшөн ҡырҡабыҙ. Артабан эске яҡтан бер аҙ тарайтып тегәбеҙ. Бриджи лосины кеүек тәнгә һылашып торорға тейеш. Һуңынан балаҡ ситтәрен бөгөп, еп менән тигеҙләп тегәбеҙ.
Бил тәңгәлендәге резинканы сағыу һәм уңайлы бауға алмаштырабыҙ. Салбарҙы икенсе туҡыманан ҡырҡып алынған йөрәк һүрәттәре менән биҙәйбеҙ һәм балаҡтарына төҫлө манжет ҡушып тегәбеҙ.
Кескәй ҡыҙҙар өсөн шундай уҡ салбар әтмәләгәндә, әҙер уң һәм һул яҡ өлөштәрҙең берләштереп тегә торған дуғаға оҡшаш урынын (һүрәттә күрһәтелгәнсә) аҡбур менән билдәләйбеҙ. Артабан ошо һыҙыҡ буйынса уларҙы ҡушып тегәбеҙ. Бәләкәстәр өсөн ыҡсым ғына салбар килеп сығырға тейеш. Бил тирәһен бөгөп, уратып тегәбеҙ ҙә, резинка йәки төҫлө билбау үткәрәбеҙ. Ҡыҙсыҡтың салбарын да һүрәтле туҡыма киҫәктәре менән биҙәйбеҙ. Ижади хыялығыҙҙы эшкә егеп, үҙегеҙҙең күңелгә хуш килерҙәй биҙәк йәки йылтыраҡ файҙалана алаһығыҙ. Тегеү машинкаһы булмауына ла ҡайғырмағыҙ, быларҙы ҡул менән тегеү ҡыйын түгел.
Килешле шорты
Өйҙә кейә торған уңайлы шорты тегер өсөн шулай уҡ иҫке салбар ҡулланыла. Үлсәмгә тап килтереп, балағын киҫәбеҙ. Ситтәрен тигеҙләп тегәбеҙ. Икенсе сағыу төҫтәге туҡыма ярҙамында ыштандың балағын биҙәйбеҙ. Йылы көндә бындай килешле ыштан менән урамға сығырға ла мөмкин.
Шул уҡ ысул менән ҡыҙсыҡҡа ла уңайлы ыштан әтмәләй алабыҙ. Йәмле күренһен өсөн уға бант йәки һүрәтле кеҫә беркетергә була (һүрәттән ҡарап башҡарырға). Ундай уңайлы кейем балағыҙға өйҙә лә, тышҡа уйнарға сыҡҡанда ла алмаштырғыһыҙ.
Йондоҙ СУЛПАНОВА.

Теги: