Егәрлеләр тота донъяны
Ауылда ла егәрлеләр матур итеп донъя көтөргә әмәлен таба. Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Рәзилә менән Ринат Сәлиховтарҙың эшһөйәр ғаиләһе менән танышып, уларҙың күркәм тормошона шаһит булдыҡ. 34 йыл бергә татыу ғүмер итеп, бер ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Эштең тәмен, йәшәүҙең йәмен белә улар. Әле лә, колхоз юҡ, тип ҡайғырып ултырмайҙар. Ҡаралты тултырып, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бал ҡорто тоталар, 20 баш умарталары бар. Ғаилә башлығы трактор һатып алған. Яҙын, йәйен, көҙөн кешеләргә ер һөрөп, утын, бесән ташып, аҡса эшләй. Баҡсалары буйында ғына быуа быуғандар. Сәлиховтар ғаиләһе унда балыҡ үрсетә. Былтыр йәй үҙҙәренең быуаларынан тотолған һаҙан балыҡтары менән туған-тыумасаларын, дуҫтарын һыйлап та өлгөргәндәр. Ринат Мөхәммәт улы ауыл ситендәге Берауыҙ күлен ҡуртымға алып, эргә-тирәһен кәртәләгән. Киләсәктә унда ла балыҡ үрсетергә иҫәп тоталар. “Ят яҡтарҙан килтерелгән магазин балығын үҙһенмәйем. Балаларҙы, туғандарҙы, дуҫтарҙы үҙебеҙҙең балыҡ менән тәьмин итеп торасаҡмын, Алла бойорһа”, – ти хәстәрлекле ғаилә башлығы.
Рәзилә Ғәбделхәй ҡыҙы тормош иптәшен тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Оҫта хужабикә матур итеп йырлай ҙа. Ауылда ойошторолған һәр байрамда тиерлек сығыш яһай икән. “Бешеренгәндә лә гел йырлап йөрөйөм, шуға аштарым татлы килеп сығалыр”, – ти ул.
“Ҡояш” ҡоймағы
Ҡамырҙы кистән баҫырға. Уның өсөн ярты литр һөт, 2 ҡалаҡ ҡоро сүпрә (тәүҙә шәкәр ҡомо ҡушып йылымыс һыуҙа ҡабартабыҙ), 1 йомортҡа, 50–100 грамм аҡ май, самалап он, тоҙ алына. Ошоларҙы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ һәм иртәнгә тиклем ҡалдырабыҙ.
Иртән 1 литр һөттө ҡайнатып, ҡамырға ҡушып болғатабыҙ. 1 йомортҡа һытабыҙ, ярты балғалаҡ сода ҡушып туғыйбыҙ. 10–15 минутҡа ултыртып торғас, тәмле итеп ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
Тултырылған ҡаҙ
Бер ҡаҙ, 3 алма, 4-5 бәрәңге, 200 грамм ҡара емеш, самалап тоҙ, 4 ҡалаҡ майонез, 2 ҡалаҡ аджика, 3-4 теш һарымһаҡ алына.
Ҡаҡланған булмаһа, ҡаҙҙы 3-4 сәғәткә тоҙло һыуға һалып торабыҙ. Һыуҙан алғас, бер аҙ тоҙлап, 8 тигеҙ өлөшкә бүленгән алманы, 4 өлөшкә бүленгән бәрәңгене, яҡшылап йыуылған ҡара емеште эсенә тултырабыҙ.
4 ҡалаҡ майонезға 2 ҡалаҡ аджика, ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ ҡушып, тышына һылайбыҙ. Ҡаҙҙы, бешереү өсөн тәғәйенләнгән махсус тоҡсайға һалып, 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә яҡынса 2 сәғәткә ҡуябыҙ. Алма, лимон киҫәктәре һәм эсендә бешкән йәшелсә-емештәр менән табынға ултыртыла.
“Көнбағыш” турамаһы
300–400 грамм бешкән тауыҡ ите, 2-3 кишер, 4 баш һуған, 300 грамм бәшмәк, ярты балғалаҡ мәк, биҙәр өсөн чипсы талап ителә.
Тәүге ҡатламға оҙонсалап туралған тауыҡ ите һалабыҙ, майонез яғабыҙ. Унан һуған менән ҡурылған бәшмәк һалына. Артабан ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе тигеҙләп һалып сығабыҙ. Өҫтөн майонез менән рәшәткә рәүешендә биҙәйбеҙ. Мәк һибәбеҙ. Тураманың ситтәрен таждар менән биҙәйбеҙ. Таж урынына бәрәңге чипсаһы ҡулланыла.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Ғафури районы.

Теги: