Матурлыҡ һағында

Яҙын иммунитет бер аҙ ҡаҡшағандай була. Тиҙ арыта, йоҡомһората, тән кибә, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә. Сәләмәтлекте нығытыу, тәнде йәшәртеү, йөҙгә балҡыш өҫтәү өсөн боронғо һылыуҡайҙар ябай ғына ысул ҡулланған.
Матурлыҡ һағында
Аҡ ҡайындан төнәтмә
Төнәтмә әҙерләүҙә аҡ ҡайындың япрағы һәм бөрөһө файҙаланыла. 2 балғалаҡ ҡайын япрағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут тоторға, һөҙөргә. Бер семтем аш содаһы ҡушырға. Аш араһында көнөнә 3 тапҡыр 1/4 стакан эсергә.
Бер ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр, ашағандан һуң, 1/3 стакан эсергә.

“Йәшлек” эсемлеге
100 миллиграмм лимон һу­тына 200 грамм бал, 50 миллиграмм зәйтүн майы ҡушып бол­ғатырға һәм ас ҡарынға берәр балғалаҡ эсергә. Ошо шифаны көн дә эсһәгеҙ, тиҙ арала хә­ләгеҙ һәйбәтләнер, битегеҙҙәге һырҙар яҙылыр.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook