ОҪТА ҠУЛЛЫЛАР ҺӘР ЕРҘӘ КӘРӘК

...Факультет студенттары үҙҙәренең ижади эштәре менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Бындай саралар һөнәри яҡтан үҫергә, тәжрибә тупларға, үҙеңде башҡалар менән сағыштырып, камиллашырға булышлыҡ итә, ти йәштәр. Мәҫәлән, Өфөлә Мода аҙналығы сиктәрендә үткән «Йыл модельеры» Бөтә Рәсәй конкурсында «Яҙғы блюз» тип аталған коллектив эш менән икенсе урын яулауға өлгәшкәндәр. Ҡыҙҙарға дипломды билдәле мода белгесе Вячеслав Зайцев үҙе тапшырған...

...«Сығарылыш студенттарыбыҙ араһында үҙ эшен асыусылар күп», – тип әйтеп үткәйне факультет уҡытыусылары. Бына, мәҫәлән, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Эльмира Әминева туй өсөн аксессуарҙар эшләү, төҫлө таҫманан гөлләмәләр яһауҙы яйға һалған. Бөгөн беҙ тап шундай һөнәрмәндәр өсөн юлдар асылған, ҡулы эш белгәндәр юғары баһаланған заманда йәшәйбеҙ. Быны Сибай институтының технология факультетында уҡыусылар яҡшы аңлай һәм, үҙҙәре өсөн тыуҙырылған барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланып заманға ярашлы төплө белем алырға тырыша...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Сибай ҡалаһы.
Сибай ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.
Теги: