ИҒТИБАР!!! ЯҢЫ БӘЙГЕ!!!

ИҒТИБАР!!! ЯҢЫ БӘЙГЕ!!! IV ХАЛЫҠ-АРА МӘХМҮТ ҠАШҒАРИ ХИКӘЙӘЛӘР БӘЙГЕҺЕ

Евразия Яҙыусылар берлеге, БР Яҙыусылар союзы һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сираттағы бәйге иғлан итә!

Илдәрҙә конкурста ҡатнашыу өсөн ебәрелгән хикәйәләрҙе һуңғы тапшырыу көнө: 15 август 2016 й.
Илдәрҙә дәғүә итеүселәрҙең исемлеген иғлан итеү: 30 сентябрь 2016 й.
Илдәрҙә бүләктәрҙе тапшырыу тантанаһын үткәреү: октябрь-ноябрь 2016 й.
Илдәрҙә хикәйәләрҙе тапшырыу урыны: «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы (адресы: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат).

ИЛДӘРҘӘ БҮЛӘКТӘР
Беренсе урын: 3000 төрөк лираһы (яҡынса 65мең һум).
Икенсе урын: 1500 төрөк лираһы (яҡынса 33 мең һум).
Өсөнсө урын: 1000 төрөк лираһы (яҡынса 22 мең һум).

Халыҡ-ара БҮЛӘКТӘР
Беренсе урын: 15000 төрөк лираһы
Икенсе урын: 10000 төрөк лираһы
Өсөнсө урын: 7500 төрөк лираһы
Дәртләндереү призы: 2500 төрөк лираһы

БӘЙГЕ ШАРТТАРЫ
Бәйгеселәр эштәрен редакцияға алып килергә, почта аша йәки bashkizi@yandex.ru адресына ебәрергә тейеш.
Хикәйәләрҙең башҡа конкурстарҙа еңмәгән, шулай уҡ быға ҡәҙәр бер ҡайҙа ла баҫтырылмаған булыуы шарт.
Әҫәрҙәр темаһы ирекле.
Бәйгелә төрлө темаға икенән артыҡ әҫәр ҡатнаша алмай. Һәр эш 1000 (бер меңдән) кәм һәм 10000 (ун меңдән) артыҡ һүҙҙән тормаҫҡа тейеш.
Бәйгелә ҡатнашыусы эштәрҙә бары тик псевдоним ғына ҡулланыла ала; әгәр псевдонимдан башҡа ҡатнашыусының шәхесен танытыусы ниндәйҙер билдә табылһа, эш бәйгенән төшөп ҡала.
Түбәндәге мәғлүмәттәрҙе бәләкәй конвертҡа һалып, йәбештереп, автор псевдонимы ҡуйылған ижади эш менән бергә ҙур конверт эсендә ебәреү талап ителә:
• шәхес таныҡлығы
• тулы адрес
• биография
• бер фотография
Хикәйәнең компьютерҙа 12 шрифт менән баҫылыуы һәм алты данала ебәрелеүе шарт. Бәйгелә призлы урынды алыусы хикәйә киләсәктә китап итеп баҫтырылғанға күрә, хат эсендә уның СD йәки флэш-картаға яҙҙырылған Word форматындағы версияһы ла булырға тейеш.
Бәйгелә ҡатнашыусы хикәйәләр кире ҡайтарылмай һәм автор үҙенең авторлыҡ хоҡуҡтарына дәғүә итә алмаясаҡ.
Призлы урындарҙы алған хикәйәләрҙең барлыҡ хоҡуҡтарына тулыһынса «Евразия яҙыусылар берлеге» эйә буласаҡ.

IV Мәхмүт Ҡашғари хикәйәләр бәйгеһенең Халыҡ-ара баһалау комиссияһы:
1. Әзербайжан – Анар
2. Балҡан ярымутрауы илдәре – Танәр Гүчлютүрк
3. Ираҡ – М.Омер Казанжы
4. Ҡаҙағстан – Дандай Ыскак
5. Ҡырғыҙстан – Кыдырали Ҡонҡабаев
6. Үзбәкстан – Тахир Каххар
7. Төркиә – Осман Чевиксой
8. Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы – Исмаил Бозкурт

Халыҡ-ара бүләкләү тантанаһы Ҡаҙағстанда, Алматы ҡалаһында, үткәрeләсәк.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook