“Башҡортостан ҡыҙы” журналының апрель һанына күҙәтеү
“Йәмле яҙ тормошобоҙға яңы һулыш алып килә, дәртләндерә, илһамландыра, ҡанатландыра. Йыл да ҡабатланып тороуына ҡарамаҫтан, беҙ уны һәр саҡ ашҡынып, ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып көтәбеҙ. Тәбиғәттә тереклек тантана иткәндә күңелдәр ҙә наҙға, нәфислеккә, камиллыҡҡа ынтыла. Юҡҡа ғына һәр төрлө матурлыҡ бәйгеләре тап ошо көләс миҙгелдә үткәрелмәйҙер. Март аҙағында баш ҡалабыҙҙың Актерҙар йорто сәхнәһендә үткән “Урал аръяғы гүзәле – 2016” республика конкурсында ла, Яҙһылыуҙың һынланышы булып, ете һылыуҡай сибәрлектә, тапҡырлыҡта көс һынашты.” Журнал Гөлдәр Яҡшығолованың гүзәллек бәйгеһенән “Йәшлек – үҙе матурлыҡ” репортажы менән асыла.
Артабан – “Беҙҙең тышлыҡта” рубрикаһы. “Үтә лә тыйнаҡ был ханым матбуғатта, радио-телевидениела сығыш яһарға, ғөмүмән, үҙе, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләргә яратмай. Тыйнаҡлығы баҫалҡылыҡтан түгел, ғәжәйеп тәрән әҙәптән. Ләкин ул телмәр тота икән, ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙен алтынға бәрәбәр күреп, йотлоғоп тыңлайҙар, һәр ғилми эшен ҙур асышҡа тиңләйҙәр, ә уҡыусыларын төбәк иҡтисадында иң көслө белгестәр тип таныйҙар. Оло ғалимә, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты кафедраһы мөдире Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы Бәхетованың исем-шәрифтәрендә үк сағылған яҙмышы менән танышып, күптәр “Бәхет ҡапҡаларына, ҡаҙаныш-ихтирамға илткән юл ҡайҙа?” тигән һорауға яуап табыр, моғайын”, – тип яҙа ”Тормошобоҙ балаларҙа ҡабатлана” мәҡәләһендә Альмира Кирәева. Тормошоноң һәр өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән был шәхестең милләтебеҙ булмышы, яҙмышы хаҡында фекерҙәре лә ифрат үҙенсәлекле, бер кемдекенә лә оҡшамаған: “Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Иҫәп-хисап буйынса түгел, хис-тойғоға таянып йәшәй ул. Ләкин күптәр хис-тойғоноң бер ни менән тиңләп булмай торған ҡиммәт икәнен белеп бөтмәй. Был хазинаны сарыф итмәй һаҡлау, йыш сайпылтмау мөһим. Уның менән идара итеү, туплай барып, ҙур маҡсаттарға илтеүсе ғәйрәткә әйләндерергә өйрәнеү зарур. Сөнки хис – ғәжәйеп тығыҙ энергия сығанағы. Бер һайлаған юлдан, фәндә әйтелгәнсә, магистраль траекториянан тайпылмауҙың ғына яҡты хыялға алып барыуын онотмаһын ине йәштәребеҙ”.
“Нух пәйғәмбәрҙең серле кәмәһе Туфан һыуы тынып, ер ҡалҡҡас, тап Торатау итәгенә килеп туҡтай, тигән фараз йәшәй халыҡта. Ер күренмәҫме тип, ҡарап килеү өсөн ҡарғаны осора имеш ул. Ҡош ҡоро ерҙең күренеүен ҡайтып хәбәр иткәс, Нух пәйғәмбәр усаҡ яғып, бутҡа бешерергә ҡуша. Шатлыҡлы хәбәр алып ҡайтҡан өсөн, иң тәүҙә бутҡаны ҡарғаға ашата. Шунан ҡалған яҙ етеп, ер ҡарҙан асыла башлау менән, бар ғәләмдең Ҡарға бутҡаһына сығыуы.
Туфан һыуының ер аҫтына киткән урыны Торатау эргәһендә булыуына тағы ла бер дәлил – уның эргәһендәге Туғар – Салған күле. Халыҡ телендә “төпһөҙ” тип исем алған был күлдең тәрәнлеген үлсәү мөмкин дә түгел. Тимәк, ул ер аҫты һыуҙары менән тоташҡан, тип дөрөҫләп ҡуялар дәлилдәрен.
Бына ошо Торатау итәгенә һыйынып ҡына ултырған Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ тигән ауылда йәшәй улар – Рәйсә һәм Нурғәле Ғәлиндар. Моғайын да, йәш, дәртле, сәмле ҡалыуығыҙҙың сере – ошо гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыһы янында тормош ҡороуығыҙҙалыр әле, тип өндәшәм уларға”, – тип яҙа Гөлназ Ҡотоева, матур ғаиләгә һоҡланып. “Парлы ғүмерҙәр” рубрикаһы аҫтындағы мәҡәлә “Ғүмер ҡото – мөхәббәттә” тип атала.
Киләһе мәҡәлә лә – ошо район уңғандары хаҡында. “Ишембайҙарҙың һөҙөмтәле, матур эштәрен өйрәнеү маҡсатында бында Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының зона конференцияһына күрше-тирә райондарҙан һәм ҡалаларҙан уларҙың әхирәттәре йыйылды”. Альмира Кирәеваның “Өйөм ғәме – ил ғәме” яҙмаһы “Юлдар саҡыра" рубрикаһы аҫтында урын алған.
“Ысын талант эйәһенең сәхнәлә һәр һүҙе, ым-хәрәкәте, ҡарашы күңелдә йөҙ төрлө тойғо уятырға һәләтле, сөнки ул йөрәк йылыһы менән йәнгә нескә генә ҡағылып үтә лә, зар-юшҡындарҙы йыуып төшөрөп, яраларҙы имләй, күктәргә сойорғота, бәхеткә сорнай. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Сәүиә Сираева – шундай оҫталыҡҡа эйә аҫыл актрисаларҙың береһе. Үҙебеҙ ҙә ул уйнаған спектаклдәрҙә тәрбиәләндек, уның героинялары кеүек сая ла, көслө лә, хисле лә, шаян да булырға өйрәндек, тиер инем хатта. Бөгөн 82 йәшендә лә ул һүнмәҫ йәшәү ҡеүәте һәм ҡабатланмаҫ образдары менән тамашасыларҙы һоҡландырыуын дауам итә. Аһәңле һөйкөмлөлөгө, сабыр аҡылы, тапҡыр һүҙе һәм сабыйҙарса ихласлығы менән арбай! Бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған данлыҡлы ханымдың ҡаҙаныштары һәм һыҙланыуҙары, үткәне һәм бөгөнгөһө йәшәүҙең үҙе кеүек ҡатмарлы һәм сағыу булыуы менән мәртәбәле”. Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ” рубрика аҫтындағы “Һынау аша килә бәхет!” мәҡәләһе билдәле актрисабыҙға арналған.
“Чернобыль… Рус теленән тәржемә иткәндә был һүҙ “ҡара ваҡиға” тигән мәғәнәлә яңғырай. Ысынлап та, күпме кешеләрҙең яҙмышына ҡара тап булып ятты Чернобыль һәләкәте. Тормош туҡтап ҡалған Припять ҡалаһы, ер йөҙөнән юҡ ителгән ауылдар, тәләфләнгән тәбиғәт – былар барыһы ла беҙгә, “бер-берегеҙгә, ер-һыуҙарыбыҙға ҡарата аяулы, рәхимле, мәрхәмәтле булығыҙ!” тип иҫкәртә кеүек. Фажиғә шаһиты булған Мөнирә һәм Дамир Ғәлимовтар хаҡында Гөлдәр Яҡшығолованың “Ул көн хәтерҙә бөгөн дә...” мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.
“Буҙаның файҙаһы, туҡлыҡлылығы хаҡында һәр кем белә. Уның таралыу географияһы ла киң. Һуңғы ваҡытта республикала Буҙа байрамын үткәреү матур бер йолаға әйләнде. Һоло эсемлегенә арналған тантананың түренә, әлбиттә, буҙа ҡуйыла. Сәмле ярыш, дәртле өмә төҫөн ала байрам. Һәр хужабикә үҙе әҙерләгән буҙаны тәмләргә саҡыра. Бер үк ярманан, бер үк ысул менән әҙерләнә лә инде ул, тиерһегеҙ. Тәме, нишләптер, һәр кемдеке үҙенсә килеп сыға шул: бер оҫтабикәнең эсемлеге ҡаймаҡ ише телгә яғылһа, икенсеһенеке, әйтерһең, һыуһынды ҡандыра, өсөнсөһөнөкө телде йоторлоҡ тәмле!” Гөлназ Ҡотоеваның Белорет районында уҙған буҙа байрамы хаҡында мәҡәләһе “Милли йолаларыбыҙ” рубрикаһы аҫтында урын алған.
“Фәрештә һүҙе Ҡөрьәндең һикһәндән күберәк аятында телгә алына. Улар – Аллаһтың нурҙан яратылған ҡолдары. Улар гонаһһыҙ, нәфсеһеҙ, енесһеҙ һәм ашау-эсеүгә, йоҡоға һис мохтаж түгел. Фәрештәләрҙең йөкләмәләре – Аллаһ Тәғәләгә һис туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡылып, уны данлап, ҡушҡандарын үтәү. Фәрештәләр күҙгә күренмәй, улар ике, өс, дүрт, хатта алты йөҙ ҡанатлы ла була һәм төрлө ҡиәфәттә сағыла ала. Мәҫәлән, Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә Ябраил фәрештә ысын үҙ ҡиәфәтендә лә, аҡтан кейенгән ир сүрәтендә лә күренгән”. Фәнирә Ғайсина әҙерләгән “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһының киләһе сығарылышы фәрештәләргә бағышланған. Шул уҡ биттә мөһим доғалар ҙа бирелгән.
“Бәләкәйҙән “Башҡортостан ҡыҙы”нда үҙем хаҡында мәҡәлә күрергә хыялландым. Был теләк юҡтан бар булманы, уның үҙенә күрә тарихы бар. Дүрт йәшемдә баҫма иғлан иткән шәл сите бәйләү бәйгеһендә ҡатнашып, йыллыҡ подписка менән бүләкләндем. Өләсәйемә эйәреп, ярышҡа маҡсатлы әҙерләндем, икебеҙҙең дә бәйләм өлгөләребеҙ, исем-шәрифтәребеҙ баҫылып сыҡты. Журнал өйгә былай ҙа килә торғайны, әлбиттә, ләкин киләһе йылға подписканы бүләккә отоуыбыҙ үҙе бер ҡыуаныс булды. Шулай бер яңы һанын ҡарап ултырҙым да, өләсәй, ә был журналда баҫылыр өсөн нимә эшләргә кәрәк, тип һораным. Ҡәҙерлемдең “Башҡортостан ҡыҙы”нда иң егәрле, иң аҡыллы, иң матурҙарҙы ғына баҫалар тигән яуабынан һуң уңышты ошо журнал менән үлсәй башланым. Унда сығырлыҡ кимәлдә шәп булырға тигән хыял яралды һәм ул мине һәр ваҡыт алға әйҙәне”, – ти режиссерлыҡ эштәре менән Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ҙур еңеүҙәргә лайыҡ яҡташыбыҙ, әлеге көндә Федераль каналдар өсөн документаль фильмдар эшләүсе Гөлназ Ғәлимуллина”. Уның хаҡындағы мәҡәләһен Гөлнара Хәлфетдинова “Йәшәүебеҙ – мәлде мәлгә ялғау” тип атаған.
“…Алда кашауай егелгән ике ат бара. Береһенең санаһына мөгөҙөнән уратып сыбар һыйыр бәйләнгән. Арттарынан нисек тә ҡалмаҫҡа тырышып, ҡыҙыл ғына итек, шундай уҡ төҫтә пальто кейгән бәләкәй генә бер ҡыҙ йүгерә. Ҡулында сыбығы ла бар. Йығылып китә лә, тора һалып, тағы йүгерә. Ә санала – уның иң ҡәҙерле кешеһе. Ни эшләп ул ҡыҙына бер генә булһа ла ҡайырылып ҡарамай икән? Ни өсөн уны ла алманылар?”..... Был юлдар – Хәлиҙә Чембарисованың “Үкенес” хикәйәһенән. Ваҡиғаларҙың дауамын журналда уҡып белерһегеҙ.
Әҙәбиәт һөйөүселәр шулай уҡ Гөлсирә Шафиҡованың шиғырҙарын уҡып кинәнер. Нажиә Игеҙйәнованың “Хәҙер алдашмайым” тигән мәрәкәле монологы менән Марсель Сәлимовтың “Хаҡлы дама” юмористик хикәйәһе лә күңелегеҙҙе күтәрер.
“Марттың матур бер көнө ине ул. Мәскәү уртаһындағы ҙур китапхана залында, “Мәҙәниәттәр диалогы” ойошмаһы ярҙамында, яңыраҡ асылһа ла, байтаҡ эш башҡарып өлгөргән “Сәсән” ижад студияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына арналған кисә үткәрҙе, – тип яҙа Гөлнара Буранҡаева. – Рәсәйҙең баш ҡалаһы уртаһында үткән рухлы осрашыуҙарҙа төплө фекерҙәр ишетеп, тәжрибә уртаҡлашып, глобализация шарттарында сит яҡта ла йәштәребеҙҙең берләшеүенә ҡыуандыҡ. Мәскәү башҡорттары – бөгөн төрлө яҡҡа һибелгән милләттәштәребеҙгә өлгө. Улар көслө, рухлы, аҡыллы, берҙәм һәм тәүәккәл. “Мин һигеҙ йыл элек Мәскәүгә күсеп килгәндә, бында беҙҙекеләр әҙ, үҙебеҙҙең төрлө түңәрәктәр, клубтар хаҡында хыялланырлыҡ та түгел һымаҡ ине, һуңғы биш йылда мөғжизәгә тиң күтәрелеш булды. Мәскәү бөгөн беҙҙеке”, – ти Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге етәксеһе ярҙамсыһы Айгөл Сакаева”. Баш ҡалабыҙҙағы милләттәштәребеҙ хаҡындағы “Иркен икән Мәскәү һауаһы” мәҡәләһе 26-сы биттә урынлашҡан.
“Урамда яҙ… Бар тереклектең гөрләп-геүләп торған сағы. Берәүҙәр баҡса мәшәҡәттәренән йәм таба, икенселәр алда көтөлгән йәйге ялға уй-ниәттәр барлай. Ә сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙың атай-әсәйҙәре яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа имтихандар осорона аяҡ баҫа. Йыш ҡына шундай хәл күҙәтелә: һынауҙар мәлендә ата-әсәләр балаларына ҡарағанда нығыраҡ борсола, көйәләнә. Ә бит үҙ көсөнә ышанып, имтихандарҙы уңышлы тапшырырға өмөтләнеп йөрөгән йәш кешенең, ата-әсәһенең борсолоуын күргәндән һуң, күңеленә шик-шөбһә оялауы бар”. “Психолог нимә ти?” рубрикаһында Ғәлиә Сәлихова биргән кәңәштәр оло һынауҙар алдында торған уҡыусыларҙың ата-әсәләре өсөн бик урынлы булыр.
“Халыҡта “сихут” тип йөрөтөлгән ҡурҡыныс ауырыу медицина тарафынан “еңелеп”, сигенгән еренән һуңғы йылдарҙа яңынан баш ҡалҡытты. Бөгөн уның менән башлыса кемдәр ауырый, мәкерле сирҙән нисек һаҡланырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының баш табибы урынбаҫары Миңнур Миңлеәхмәт ҡыҙы Азаматова яуап бирә.
Тал сыбығынан, һаламдан үрелгән матур-матур әйберҙәрҙе күргән, һоҡланған, хатта тотоп ҡараған бар. Ә бына ябай ҡағыҙҙан, хатта гәзит биттәренән кәрзин үреүҙәре хаҡында белә инегеҙме? Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Гөлфирә Көнәфина журнал уҡыусыларҙы ҡағыҙҙан кәрзин үрергә өйрәтә.
Иң һомғол ағас булып танылған ҡайындың туҙы ла, асылмаған бөрөһө лә, япрағы ла шифалы. Ә инде иртә яҙҙан беҙҙе ҡыуандырған ҡайын һыуы мөғжизәле көскә эйә. Тәбиғәт үҙе беҙгә бүләк иткән файҙалы матдәләр йыйылмаһы ул. Ҡайын һыуының шифаһы, уны һаҡлау ысулдары хаҡында 32-се биттә уҡырһығыҙ.
Яулыҡ, шарф, палантин... Ҡарап торғанда ябай ғына, бәләкәс кенә аксессуарҙар беҙҙең кейемгә яңы һулыш өрөргә, көтөлмәгәнсә үҙгәртергә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ бирергә, кәйефте сағылдырырға һәләтле. Яулыҡ һәр дәүерҙә лә заманса күренеүе менән отошло. Бөгөн бигерәк тә шаҡмаҡ рәүешендәгеһе модала, көнбайышта уны “карэ” тип йөрөтәләр. Йөҙҙө асҡан ебәк яулыҡ һәр ҡатын-ҡыҙҙың гардеробында булырға тейеш, тигән фекерҙә дизайнерҙар. Образға үҙенсәлек, серлелек, нәзәкәтлек өҫтәгән был әйбер – көндәлек кейемде байытыуҙың иң еңел ысулы ла. Бары йәтеш итеп яурынға һалыу серҙәрен генә белеү кәрәк. Стилист-имиджмейкер Зилә Сәфиуллина “Башҡортостан ҡыҙы” уҡыусыларына яулыҡты бәйләүҙең бер нисә алымын күрһәтә. Модель – Гөлгөнә Баһауетдинова.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы (рәйесе – Р. И. Солтанова) һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙы йәмғиәте (рәйесе – Р. И. Солтангәрәева) менән берлектә “Милли биҙәк” бәйгеһен иғлан иткәйне. Быйылғы ҡул эштәре бәйгеһе кейемдәрҙә һәм биҙәүестәрҙә башҡорт милли мотивтарын сағылдырыу оҫталығына арнала. Был һанда Ғафури районы һылыуы Рәйлә Сабитованың үҙенсәлекле биҙәкле кейемдәре баҫылған. Конкурста ҡатнашыу өсөн әле лә һуң түгел, милли орнамент менән биҙәлгән кейемдәрегеҙҙе фотоға төшөрөп, редакцияға ебәрә алаһығыҙ.
“Әсә йөрәге” шиғыр бәйгеһе лә дауам итә. “Башҡортостан ҡыҙы” иғлан иткән ярышта ҡатнашыу өсөн әсәлек тойғоларын данлаған, ғәзиз әсәйҙәргә йә сабыйҙарға арналған бер шиғырҙы видеоға төшөрөп, журналдың электрон адресына юлларға кәрәк.
Тормош мәшәҡәттәренә бирелеп китеп, яратҡан баҫмағыҙға яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ, подписканың ҡыҙған мәле, тип тә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Теги: