“Аҙна һайын бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре!

18 апрелдә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында “Аҙна һайын бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре билдәләнде.

Журналыбыҙға 2016 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында баҡса һәм йәйге ял миҙгеле өсөн кәрәкле бүләктәр уйнатылды.

ШУЛАЙ ИТЕП, СИРАТТАҒЫ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕБЕҘ:
1. Солтанова Фәһимә, Дәүләкән районы, Иҫке Көрмәнкәй ауылы. Приз – парник.
2. Үлмәҫбаева Тәнзилә, Өфө ҡалаһы. Приз – пикник өсөн һауыт-һаба йыйылмаһы.
3. Ғәниева Фәнисә, Ҡырмыҫҡалы районы, Кабаково ауылы. Приз – баҡса өсөн һиптергес ҡулайлама.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәрҙе алыу өсөн яҡын арала үҙегеҙҙең йәки Өфөлә йәшәүсе туғандарығыҙҙың редакцияға мөрәжәғәт итеүе һорала. Паспорт, ИНН күсермәләре кәрәк буласаҡ.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 272-63-02.Был конкурста ҡатнашыр өсөн 2016 йылдың 2-се ярты йыллығына “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Апрель айы дауамында һәр аҙнала осраҡлы һайлап алыу ысулы менән өс еңеүсе билдәләнеп барасаҡ.

“Аҙна һайын бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре!




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook