“Башҡортостан ҡыҙы” журналының март һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының  март һанына күҙәтеү “Республика гүзәл заттары яратып уҡыған “Башҡортостан ҡыҙы”ның сираттағы һаны ла, һәр ваҡыттағыса, күңелгә яҡтылыҡ һиберлек, онотолоп китеп уҡырлыҡ фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла мәҡәләләргә бай.

“Ҡатын-ҡыҙҙың хәстәрҙәре ябай ғына кеүек: үҙенең бәләкәй генә донъяһындағы тыныслыҡ, тәртип, таҙалыҡты ҙур яуаплылыҡ менән тота ул. Яҡындарының күңел торошон көйләй, һәр кеменә үҙенсә юл табып, көс бирә, дәрт, сәмен һала. Көсһөҙ тип билдәләнһә лә, унан да һөйкөмлөрәк, сабырыраҡ, аҡыллыраҡ, мәрхәтлерәк зат бар микән донъяла тип һоҡланып ҡуяһың, тормош юлында осраған уңған да, сая ла, булдыҡлы ла ханымдарға ҡарап... Рухи тамырҙар нәҫелгә, затҡа, үҙең биргән емештәрҙән тармаҡланып китеүсе киләсәк быуынға ниндәй ҡеүәт өҫтәүен күптәр белеп, үҙ тарихы, ырыуында танылған билдәле, көслө , абруйлы шәхестәр менән ҡыҙыҡһына. Балаларын да уларҙың миҫалында тәрбиәләй”, – тип яҙа “Баш мөхәррир һүҙе”ндә Гөлназ Ҡотоева. Журналыбыҙҙың март һанындағы күпселек яҙмаларҙың шундай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яҙмыштарына арналыуы ғәжәп тә түгел.

“Үҙебеҙҙең Фирҙәүес!” – бөтә донъяға билдәле ғалимә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова хаҡындағы мәҡәлә шулай тип атала. Үҙенә генә хас саялығы, аҡылы, зиһене, ихтыяр көсө менән ул заманы һалған йөктө үтә яуаплы атҡарып, һәр һынауҙы йөрәк ғәййәрлеге, эске тойомлау менән лайыҡлы үтеп, арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кимәленә күтәрелгән, халҡыбыҙҙың бөткөһөҙ ихтирамын яулап, уның һөйөклө ҡыҙы, ағинәһе дәрәжәһен алған Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙын Гөлназ Ҡотоева был яҙмала бөтә тәрәнлегендә, киң яҡлылығында аса. ”Ир-егет элек-электән ер-һыу тарихын, ә ҡатын-ҡыҙ йола үтәлешен белеп, шуны йәштәргә тапшырырға тейеш булған. Был бик борондан килгән мәжбүри вазифа”, – тип, йолаларҙа йәшәйешебеҙ ҡанундары һалыныуы хаҡында һөйләй ғалимә. Ғүмерен республикабыҙ, милләтебеҙ өсөн фиҙакәр хеҙмәткә арнаған шәхесебеҙҙең халҡыбыҙ үткәне хаҡында уйланыуҙары, уның киләсәге тураһында борсолоуҙары, йолаларыбыҙҙың хайран ҡалырлыҡ көсөн бәйән итеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайбыҙ.

“Кисеүҙәрҙә ат алмаштырмай, алған йүнәлештән тайпылмай, ауыр саҡта ла ҡыя бөгөлдәр яһамай, үргә ҡарай үҙ һуҡмағынан барған кешеләр һәр саҡ хөрмәт уята. Күгәрсен районы үҙәгендә ғүмер иткән Зилә Мәхмүт ҡыҙы менән Хәниф Хәмит улы Псәнчиндар – тап шундайҙарҙарҙан”, – тип яҙа “Үр юлы буйлап” мәҡәләһендә Гөлнара Буранҡаева. Абруйлы табип менән һоҡланғыс мөғәллимә үткән ғүмер юлы һәммәһенә өлгө булырлыҡ, килер көндәрен дә матур төҫтәргә төрөп көтә улар. “Ғашиҡ булып йөрөгән йәшлек яҙыбыҙ ҙа, бала татына әүрәгән йәйебеҙ ҙә үтте инде, әле хис-тойғолар тыйнаҡлыҡ тәртәһенә ингән, ейәндәр баҡҡан сыуаҡ сағыбыҙ. Ҡышты ығы-зығы һәм ваҡлыҡтарҙан арынған, икәүҙән-икәү ҡалып, һалҡын ҡайнарлыҡ тойған бер серле мәл булыр, тип өмөт итәм”. – Зилә ханымдың был халәте күп бәхетле парҙар күңеленә ауаздаштыр.

“Ошондай ҡатындарға “сабып барған атты туҡтатыр, янып торған өйгә инер” тигән билдәләмә бирәләр. Теле менән дә әүрәтер, аҡылы менән дә арбар, донъя йөгөн дә тигеҙ тартыр, иренә лә ярар, балаларын да матур бағыр”. Уңған ҡатындарыбыҙ гөлләмәһенән үҙенсә генә балҡыған бер сәскә – Зөлфиә Нурфәиз ҡыҙы Өмөтбаева менән “Ут йотҡан Зөлфиә” тигән яҙмала танышырһығыҙ.

“Был донъяла ни әсе? Етемлек әсеһе әсе”, – ти халҡыбыҙ, үкһеҙлектең донъяла иң оло хәсрәт икәнен билдәләп. Һуңғы йылдарҙа бәхетле бала саҡтан мәхрүм сабыйҙарҙы ҡурсалап, ғаиләләргә урынлаштырыуҙы хәстәрләүгә дәүләтебеҙ ҙур иғтибар бирә. Беҙҙә ул мөһим бурысты Мәғариф министрлығы, район һәм ҡалаларҙағы опека һәм попечителлек бүлектәре һәм Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу республика үҙәге ғәмәлгә ашыра. 2009 йылда барлыҡҡа килгән үҙәк етәксеһе Таңһылыу Данил ҡыҙы Һөйөндөкова йәмғиәттең бөгөн етемлек проблемаһын тәрәнерәк аңлай барыуы тураһында бәйән итә, тетрәндергес миҫалдар килтереп, үҙ ата-әсәһе баш тартҡан сабыйҙарҙы ҡосағына алыусы ғаиләләр хаҡында һөйләй. Альмира Кирәева ҡорған был әңгәмә “Йортоғоҙға ҡунһын аҡ ҡауҙы” тип исемләнгән.

“Үҙеңә тәғәйен юлды, йәшәү асылын табыу еңел түгел. Ҡайһы берҙә эҙләнеүҙәргә ярты ғүмереңде бағышларға, яҙмыштың әсе ел-дауылдарын татып, күңелеңде мең һыҙланыуҙарға, инаныуҙарға дусар итә-итә үҙеңде асырға ла тура килә шул. Яҙҙың үҙе кеүек һылыу, наҙлы, ялҡынлы йөрәкле Зилә Аксенова ла кешеләргә ярҙам итеүҙе хәстәрләгән изге ғәмәлгә тотонор алдынан байтаҡ тормош һынауы үтә. Әлеге көндә “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәге эшмәкәрлеген етәкләгән егәрле ханымдың һәр кемде уйланырға мәжбүр итеүсе, хыялдарға ышандырыусы тормош фәлсәфәһе Альбина Ғөбәйҙуллина ойошторған “Үҙ асылыңа өлгәшеү” тигән әңгәмәлә асыла.

“Ер йөҙөндә тәүге тимер эшкәртеүселәр булып танылған төрки ҡәбиләләренең береһе һаналған халҡыбыҙ мәғдәнселекте яҡшы белгән һәм уны бөйөк сер итеп һаҡлаған. … Борон ҡалаҡты башҡорттар күберәк баҡыр, көмөш, алтындан ҡойған”, – ти Гөлнара Хәлфетдинова үҙенең “Ялтыр ғына табаҡ, көмөш ҡалаҡ” тигән яҙмаһында. Халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешендәге һауыт-һаба тарихына байҡау, һис шикһеҙ, һәммәһендә ҡыҙыҡһыныу уятыр.

Башҡортостанда һәм унан ситтә бик боронғо яҙма төрҙәре менән башҡарылған төрки телле мәҡәл һәм әйтемдәрҙең күпләп һаҡланыуы инде бер кемгә лә сер түгел. Шул өлгөләрҙе журналыбыҙ биттәрендә “Рухи ҡомартҡыларыбыҙ” рубрикаһында баҫа башлайбыҙ. Билдәле тарихсы Иршат Йәнбирҙин боронғо Өфө ҡалаһы ҡәберлегендә табылған еҙ ҡаптырмала, Арҡайым ҡалаһындағы көршәк тышында, Аҡташ (Иглин районы Охлебинино ауылы) ҡалаһында табылған ҡәләм һыртындағы әйтемдәргә аңлатма бирә.

Әҙәбиәт һөйөүселәр Ейәнсура ижадсыһы Земфира Аҡбутинаның “Тәүге ҡар” хикәйәһен уҡып, һәр ғәмәлдең күктәрҙә яҙылыуына, артабанғы ваҡиғаларға, шәхестең үҫешенә йоғонто яһауына инанһа, өс һылыу – Миләүшә Ҡаһарманова, Сәфинә Хәкимова, Зөһрә Килдинаның үткәндәрҙе иңләп, бөгөндәрҙе имләп теҙгән тиҫбе-һүҙҙәре йәндәренә яғылыр.

Гөлшат Ҡунафина алып барған “Ҡулыңдан һөйөн”, “Шәп баҡсасы”, “Тәмлекәс” рубрикаларындағы донъя көтөү, йортоңдо матурлау, тәмле ниғмәт әҙерләү хаҡында мәғлүмәт-кәңәштәр ҙә уңған хужабикәләр күңеленә хуш килер. Үткән йылда журналыбыҙ “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә үткәргән “Ҡорамасылар бәйгеһе”ндә еңеүсе Рәшиҙә Ғиззәтуллина ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресе бирһә, Өфөлә йәшәүсе Миләүшә Торсонбаева телде йоторлоҡ татлы тәғәм бешерергә өйрәтә. Баҡса үҫтереүселәр йәшелсәләрҙең бер-береһенә тап килеү-килмәү хаҡындағы яҙманы мотлаҡ иғтибарға алыр.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook