“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеү “Башҡортостан ҡыҙы” журналының икенсе һаны тышлығын республикабыҙҙа киң билдәле ханым – әүҙем һәм эшмәкәр, гүзәл һәм, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тормош уртаһында ҡайнаған эшҡыуар, башҡорт-ҡатын ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова биҙәй. Миңзәлә ханым менән уның тормош иптәше Ҡадурий Әбдрәхим улының ғаилә бәхете серҙәре, эшҡыуарлыҡ һәм мәрхәмәтлек өлкәһендәге эшмәкәрлектәре, һоҡланғыс мөнәсәбәттәре хаҡында журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның мауыҡтырғыс яҙмаһы аша танышырһығыҙ.

“Юлдар саҡыра” рубрикаһы был юлы Әбйәлил районына арналған. Яңыраҡ район үҙәге Асҡарҙың “Рәсәй буйынса йәшәү өсөн иң ҡулай ҡасаба” бәйгеһендә беренсе урын алыуы – төбәк өсөн ҙур еңеү. Эшһеҙлек кимәле лә бында иң түбәндәрҙән һанала, уңған Әбйәлил халҡының күбеһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләүселәр ҙә байтаҡ, “алма беш – ауыҙыма төш” тип ятмайҙар. Шулай уҡ тап ошонда Әҙәбиәт йылын оҙатыу һәм Кино йылын ҡаршылау тантанаһы – урындағы ижади көстәр ойошторған һабантуйҙай оло йыйын үтте. Яҙыусы Иҙрис Ноғомановтың тыуған төйәгенең боронғо тарихын барлаған “Ике ут араһында” романы, урындағы уҡыусы балаларҙың ижадын туплаған китап, район энциклопедияһы донъя күреүе, “Ҡуңыр буға” һәм “Йәйғор” ижад берекмәләренең күсмә ултырыштары – былар Әбйәлилдәрҙең Әҙәбиәт йылындағы уңыштарының бик бәләкәй өлөшө генә. “Башҡортостан ҡыҙы”на ла Әбйәлилдәр быйыл үткән ярты йыллыҡҡа ҡарағанда 150 данаға күберәк яҙылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, яратҡан журналыбыҙ райондың рухи күтәрелеше хаҡында бәйән итә.

“Үҙем асҡан хәҡиҡәт” рубрикаһында Сәлмән Ярмуллиндың “Ҡурай тик башҡорт ерендә генә үҫә” тигән яҙмаһы урын алған. “Аллаһ бәрәкәте” “Ән-Нәбә”, “Ән-Духа” сүрәләренең хикмәттәрен тәфсирләй.

Әлмира Кирәеваның “Рәхмәт, әсәй” исемле мәҡәләһендә изге йөрәкле ҡатын, эшҡыуар ханым Нәркизә Шамова һәм уның балалар йортонан алып, үҙ балаһылай ҡәҙерләп үҫтергән улы Фидан хаҡында һөйләнелә. Уларҙың яҙмыш кисерештәре тураһында уҡығанда күҙ йәштәрен тыйыу ауыр.

Гөлнара Хәлфетдинованың “Аулаҡ өй” тигән мәҡәләһе лә уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер, моғайын. Үҙ таныштырыу клубын булдырып, республикала киң билдәлелек алған, ике йөҙҙән ашыу парҙы ҡауыштырған димсе Айгөл Ниғмәтуллина һәм уның изге эшмәкәрлеге тормошсан миҫалдар менән ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләнгән.

Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” проекты – иң популяр рубрикаларыбыҙҙың береһе. Был һанда ул атаҡлы табип, хирург Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтовтың ҡатыны, танылған аллерголог Венера Фәрит ҡыҙы һәм һоҡланғыс парҙың ата-әсәләре юлын һайлаған балалары тураһында мауыҡтырғыс мәҡәлә тәҡдим итә.

“Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаһында “Күңел йылым барыһына етә” исемле мәҡәләлә Гөлдәр Яҡшығолова ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Рәйлә ханым Юнысова хаҡында һөйләй.

“Әҙәби балҡыш”та иһә Иҙрис Ноғомановтың “Рәнйемә, Аҡтырнаҡ” исемле хикәйәһе, Гөлгизәр Фәйзи, Фәрит Әхмәҙиев, Балоғлан Джәлилдәрҙең мөхәббәтле шиғырҙары урын алған. Журналда шулай уҡ Башҡортостанда эстрада йырсылары әҙерләүсе тәжрибәле һәм билдәле уҡытыусы Светлана Әнүәр ҡыҙы Слягузованың тормошо һәм ижады хаҡындағы мауыҡтырғыс мәҡәлә күптәрҙе ҡыҙыҡтырыр, тип уйлайбыҙ.

Ә “Психолог нимә ти?” рубрикаһы балалар агрессияһына арналған. Замандың был күңелһеҙ күренешенән балаларҙы араларға өйрәтә ул.

“Һораһағыҙ – яуап бирәбеҙ” рубрикаһында билдәле адвокат Надежда Крылова уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға аңлатма бирә.

“Ризыҡ юллап” рубрикаһында Гөлшат Ҡунафина төрлө яҡтарҙа ыуыҙ һөтөнән әҙерләнгән үҙенсәлекле ризыҡтарҙың рецептарын тәҡдим итә.

“Камиллыҡҡа ынтылыш”та тәбиғи стиль хаҡында һүҙ бара. Имиджмейкер Зилә Сәфиуллина һайлаған кейемдәрҙе йәш актриса Гөлмирә Исмәғилева кейеп күрһәтә.

Баҫмабыҙ иғлан иткән “Милли биҙәк” бәйгеһенең тәүге ҡатнашыусылары Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар уҡыусыларыбыҙ иғтибарына милли нағыштар менән биҙәлгән баш кейемдәре, кәпәстәр тәҡдим итә. Шулай уҡ журнал почтаһына “Әсә йөрәге“ шиғыр бәйгеһенә лә видеолар килә башланы. “Башҡортостан ҡыҙы”ның конкурстарына һеҙ ҙә үҙегеҙҙең ижади эштәрегеҙҙе тәҡдим итә алаһығыҙ, дуҫтар.

Ә кемдәр баҫмабыҙға яҙылып өлгөрмәгән, ҡайғырмағыҙ, яҙылыу һаман дауам итә. Заман проблемаларын күтәргән, һәр ғаиләнең ышаныслы дуҫы, донъяуи кәңәштәргә һәм фәһемле яҙмаларға бай сағыу журналдан мәхрүм йәшәмәгеҙ, әхирәттәр, уны алдырып уҡып барығыҙ!



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook