“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына күҙәтеү Ғинуар һанының тышлығын билдәле музыка белгесе, филология фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлназ Галина биҙәй. Көслө рухлы, бай йөкмәткеле, киң фекер йөрөтөүсе, алдынғы ҡарашлы ғалимә, халҡыбыҙҙың моңдаръяһы киләсәген хәстәрләүсе остаз хаҡындағы мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева “Йөрәгендә – моң даръяһы” тип атаған.

Зиһене камил, дүрт һаны теүәл булып тыуһын – бәпес көткән һәр ата-әсәнең доғаларға ҡушып көнө-төнө ҡабатлаған иң изге теләге шул. Хәйер, ғаиләнең, нәҫелдең генә түгел, милләттең, дәүләттең дә киләсәге ул сәләмәт бала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сирҙәр менән донъяға килгән сабыйҙар һаны йылдан-йыл арта. Ата-әсәһен ҡыуандырырлыҡ, ил ҡеүәтен арттырырлыҡ аҡыллы, һау балалар тыуһын өсөн ни эшләргә? “Сихәт” рубрикаһы аҫтында донъя күргән Альмира Кирәеваның “Сәләмәт бала – ил ҡеүәте” мәҡәләһендә ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында торған табип, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Әлфиә Ғәлим ҡыҙы Ящук шул хаҡта күп йыллыҡ тәжрибәһенә нигеҙләнгән баһалап бөткөһөҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Капиталь ремонтҡа нимә инә? Йорттоң ҡасан төҙөкләндерелеүе хаҡында ҡайҙан белергә мөмкин? Капиталь ремонт фонды нисек туплана?
Альмира Кирәеваның танылған адвокат, Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың ышаныслы кешеһе, «Халыҡ фронты» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһенең рәйестәше Надежда Николаевна Крылова менән әңгәмәһе – иҫке йортҡа яңы төҫ кенә түгел, яңы ғүмер биргән капиталь ремонт хаҡында.

“Берәүҙәр тарихҡа үҙ атын донъяны үҙгәртер ҡаһарманлыҡ йә иҫ китерлек ижад аша яҙа. Кемдер фәнни асыш яһап, бәғзеләр – рухи юлбашсы булып. Ә Мумтаз исеме беҙгә быуаттарҙы иңләп, иренең уға булған мөхәббәте арҡылы килеп еткән. Ер йөҙөндә ҡатын кешегә арнап төҙөлгән иң ҙур кәшәнә – Таж Мәхәл – уның хөрмәтенә күтәрелгән. Инде дүрт быуаттан артыҡ мавзолейҙан кеше өҙөлмәй, «Йыһаншаһ батшаның һөйгәненә арнаған таш сәскәһе» тип атайҙар уны”. “Көнсығыштың бөйөк ҡатындары” рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләһен был юлы Гөлнара Хәлфетдинова Мумтаз Мәхәлгә арнаған.

“Ни хәлдәһең, оло кеше?” рубрикаһы аҫтында Октябрьский ҡалаһынан Альбина Фәйзуллинаның “Алсаҡ ғүмер көҙө” мәҡәләһе урын алған.

Фәнирә Ғайсина әҙерләгән “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһы иһә «Әл-Инширах», «Әт-Тин», «Әл-Ҡәҙер» һәм «Әл-Бәййинә» сүрәләренең серҙәренә арналған.

Тәжрибәле музыка белгесе, билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре кандидаты Миләүшә Абрар ҡыҙы Иҙрисованың исеме республика халҡына бихисап телевидение һәм радио тапшырыуҙары, документаль фильмдары аша яҡшы таныш. Мәшһүр сәнғәт әһелдәре Нажиә Аллаярова менән Абрар Ғабдрахмановтың талантлы династияһын дауам итеп, береһенән-береһе сибәр һәм һәләтле өс ҡыҙын бәләкәстән мөғжизәле музыка донъяһында тәрбиәләп, балаларының бәхетенә, уңышына юл асҡан оло йөрәкле әсә лә ул. Альбина Ғөбәйҙуллина “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” рубрикаһы аҫтында донъя күргән “Тыуған йорт ҡөҙрәте” мәҡәләһендә уны тап ошо сифатта асып һала ла инде.

Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге, әсә, хужабикә роле менән генә сикләнеп ҡалмайынса, үҙен яҡшы хеҙмәткәр, уңышлы белгес итеп тә күрергә теләй. Ир-егеттәр менән бер рәттән карьера яһау, юғары квалификациялы белгес булыу хыялы уларҙы социаль әүҙемлеккә этәрә. Психолог Ғәлиә Сәлихованың “Ҡатының етәксе булһа” тигән яҙмаһы ошо нескәлектәрҙе асып һала.

“Китап кәштәһенә” рубрикаһында Әнисә Муллағолова яҙыусы, психолог Анатолий Некрасовтың «Әсә һөйөүе» («Материнская любовь») китабын уҡып сығырға һәм фекерҙәрегеҙҙе белдерергә саҡыра.

“Әҙәби балҡыш” рубрикаһында Бөрйән ҡыҙы Миңнур Ҡасимованың “Дилбегә” хикәйәһен һәм шағирә Тамара Искәндәриәнең шиғырҙарын уҡып кинәнерһегеҙ.

«Башҡортостан ҡыҙы», йыллыҡ йомғаҡтарҙы барлап, декабрь аҙағында «Ҡорамасылар бәйгеһе», «Әсә йөрәге», «Ул йылдарҙың даны мәңгелек» бәйгеләренең еңеүселәрен бүләкләне. 24 – 25-се биттәрҙә ошо тантананан фоторәсемдәр баҫылған.

Бөгөнгө заманда милли матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуҙың ни тиклем мәшәҡәтле, ҡатмарлы булыуын һөйләп тораһы ла юҡ. Матди байлыҡҡа иҫтәре китеп, рухи ҡиммәттәр, тәрбиә сығанағы – китап, матбуғат баҫмалары хаҡында бар тип тә белмәүселәрҙең күплеге бошондора ла, борсолдора ла. Әммә зарланырға ашыҡмайыҡ! Һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп алған, журналыбыҙға яҙылыу осоронда эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙған, рухлы ла, зыялы ла ҡәрҙәштәребеҙҙең
ихласлығы эшебеҙгә дәрт-ҡеүәт, иртәгәһе көнөбөҙгә өмөт-ышаныс өҫтәй. Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары менән Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен хаҡлы рәүештә тоғро дуҫтарыбыҙ тип атай алабыҙ. Рәхмәт уларға! Берҙәм, татыу коллективтарына артабан да матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлап, рухлыларҙы ишәйтеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Һәр нәмәгә ижади ҡараған уңған һәм һәләтле кешеләр күп арабыҙҙа. «Тамыр» балалар телеканалы мөхәррире Рәзилә Салауатова – шундайҙарҙан. Шиғри күңелле ҡыҙ өйҙә шаршау, салбар, күлдәктәр тегә. Бөгөн журнал уҡыусыларға тәҡдим иткән кейемдәрҙе лә үҙе уйлап тапҡан. Был хаҡта “Үҙем асҡан хәҡиҡәт” рубрикаһында уҡырһығыҙ.

Селтәр, һаҡал, яға, хәситә... Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған был затлы биҙәүес төрлө ерҙә төрлөсә атап йөрөтөлә. Сибай ҡалаһында йәшәүсе сәсәниә, башҡорт кейемдәре аксессуарҙары әҙерләү оҫтаһы Асия Ғәйнуллина Өфөлә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Был дәрескә бара алмағандар оҫтаның селтәр эшләү серҙәре менән яратҡан журналы биттәрендә таныша ала.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әлиә ҒӘЛИМОВА аш-һыуға маһир. Тормош иптәше Батыр әйтеүенсә, оҫта ҡуллы хужабикәнең ҡамыр аштары бигерәк тә телде йоторлоҡ икән. Әммә, һаулыҡ хаҡында хәстәрләп, хәҙер диетик ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышалар. Өс йәшлек ҡыҙҙары Әмилә лә әсәһе әҙерләгән тәмлекәстәрҙе ярата, ә ун айлыҡ Морат иһә әле яңы ризыҡтар менән таныша ғына.
Әлиә бешергән йомшаҡ ҡамырға төрөлгән хуш еҫле, тәмле урама рецептары менән “Тәмлекәс” рубрикаһында бүлешә.

Былтыр йыл дауамында барған, изге хистәрҙе данлаған «Әсә йөрәге» шиғыр бәйгеһе күптәрҙең күңеленә хуш килде. Журнал уҡыусыларыбыҙҙың һорауы буйынса уны быйыл да дауам итергә ҡарар иттек. «Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән ярышта ҡатнашыу өсөн әсәлек тойғоларын данлаған, ғәзиз әсәйҙәргә йә сабыйҙарға арналған бер шиғырҙы видеоға төшөрөп, журналдың электрон адресына юлларға кәрәк. Икенсе турға үткән видеояҙмалар ноябрь айында интернет селтәренә, «Бәйләнештә» сайтындағы баҫмабыҙҙың төркөмөнә ҡуйылып, тауыш биреү өсөн халыҡ хөкөмөнә лә сығарыласаҡ. Иң сағыу эштәр һәм уларҙың авторҙары хаҡында яҙманы журналыбыҙҙың 12-се һанында уҡырһығыҙ!
Еңеүселәрҙе редакцияның маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр һәм ихлас, ижади осрашыу көтә! Шиғри күңелле уҡыусыларыбыҙ матур һәм йөкмәткеле әҫәрҙәре менән ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ!

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән берлектә «Милли биҙәк» бәйгеһен иғлан итә. Быйылғы конкурс кейемдәрҙә һәм биҙәүестәрҙә башҡорт милли мотивтарын сағылдырыу оҫталығына арнала. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн көндәлек, эш йәки байрам кейемдәрендә милли мотивтарыбыҙҙы ҡулланған өлгөләрҙе фотоға төшөрөп, 30 ноябргә тиклем редакция адресына ебәреүегеҙ һорала. Ҡатнашыусыларҙың
йәше, белеме, һөнәре мөһим түгел, хәҙерге заман кейемендә башҡорт миллилеген сағылдырыу шарт. Тулы исем-фамилияғыҙҙы, адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ, зинһар. Ҡатнашыусылар менән йыл дауамында журнал биттәрендә таныштырып барыласаҡ.
1-се урынға лайыҡ булыусы – теген машинаһы,
2-се урын яулаусы – мультибешергес,
3-сө урын алыусы үтек менән бүләкләнәсәк.
Шулай уҡ махсус бүләктәр ҙә ҡаралған. Бәйгенең тулы талаптары менән журналдың сайтында йәки төркөмөндә танышырға була.
Гөлшат Ҡунафина әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook