ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОТЛАЙБЫҘ! 28 декабрҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында “Аҙна һайын бүләк” акцияһының иң аҙаҡҡы конкурсы үткәрелеп, тағы 3 еңеүсе билдәләнде.

Бына улар:

1. Амангилдина Вәсилә, Әбйәлил районы Ҡужан ауылынан. Приз – салат өсөн һауыттар.
2. Сәйетова Тәғзимә. Баймаҡ ҡалаһы, Заманов урамы. Приз – салат өсөн һауыттар.
3. Ниғмәтйәнова Зәйтүнә, Өфө ҡалаһы. Приз – плед.

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бүләктәрҙе алыу өсөн яҡын арала үҙегеҙҙең йәки Өфөлә йәшәүсе туғандарығыҙҙың редакцияға мөрәжәғәт итеүе һорала. Паспорт, ИНН мәғлүмәттәре кәрәк буласаҡ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 272-63-02.

Конкурсҡа 200-гә яҡын квитанция килде. Әммә приз отмаусылар ҙа күңелдәрен төшөрмәһен, сөнки һеҙҙең һәр берегеҙҙең йортона ярты йыл буйы матур бүләк булып “Башҡортостан ҡыҙы” журналы килеп торасаҡ!




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook