“Башҡортостан ҡыҙы” журналының 12-се һанына күҙәтеү
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн тип бағышлап сығарылған журналыбыҙҙың быйылғы һуңғы һаны, ғәҙәттәгесә, байрамса биҙәлгән. Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның уҡыусыларға арнаған яңы йылға яҡты теләктәре һәм тормош хаҡындағы ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән асыла ул.
Артабан арҙаҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе, илһамлы журналист, бик күп фильмдар авторы, байтаҡ йылдар Башҡортостан телевидениеһында баш мөхәррир булған, бөгөнгө көндә “Өфө – 2” тарихи-мәҙәни ҡаласыҡ-музей комплексы директоры Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталованың тормошон, ижадын барлаған, фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла уй-фекерҙәрен яҡтыртҡан мәҡәлә урын алған.
Журналист Ләйлә Аралбаеваның “Ҡояшлы Баҡы ҡалаһына сәйәхәт” исемле мәҡәләһе иһә беҙҙе йылы яҡтарға – Әзербайжандың баш ҡалаһына илтә. Автор менән боронғо ҡаланың тарихи урындарын буйлап, ҡомартҡыларын барлап сығыу уҡыусылар күңеленә, моғайын да, хуш килер.
Миләүшә Годбодь “Урал ынйыһы Рәшиҙә” исемле мәҡәләһендә егерменсе быуат башҡорт бейеү сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған, мәңге йәш ҡалыу серҙәрен белгән Рәшиҙә Туйсинаның ҡатмарлы ла, йондоҙло ла һәм сағыу ҙа ғүмер юлын тасуирлай.
Күптән түгел уҙған дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында Әлмира Кирәйеваның “Башҡорттарҙы йыйҙы баш йортобоҙ” исемле мәҡәләһенән уҡырһығыҙ. Шул уҡ материалда Үзбәкстанда йәшәгән 30 мең башҡорт исеменән ебәрелгән делегаттарҙың редакциябыҙға ҡунаҡҡа килеп, түңәрәк табын артында йәнле әңгәмә ҡороп, сит яҡтағы тормоштары, милли үҙәктәге эшмәкәрлектәре тураһында һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәре лә урын алған.
“Мәрхәмәт” рубрикаһы ҡаты яҙмыш һынауҙарына осраған бәләкәс Уралдың яҙмышы хаҡында һөйләй. Уның йөрәгенә операция талап ителә, ярҙам итергә теләүселәр өсөн малайға аҡса йыйған ойошманың реквизиттары ла бирелә.
“Йөрәк дәрестәре”рубрикаһында Рәхимә Мусина тормошсан миҫалдар аша йәнде өйкәп торған үпкәләрҙән ҡотолоп, күңел тыныслығын ҡайтарырға өйрәтә, бының һаулыҡ өсөн дә мөһим булыуын дәлилләй.
“Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды” рубрикаһында Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Гүзәл Рим ҡыҙы Ғәбитованың йәшен тиҙлегендә таралыуы менән хәүеф тыуҙырған, иммунитетҡа емергес йоғонто яһаған был ауырыуҙы иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ниндәй медицина яңылыҡтары барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләй.
“Әҙәби балҡыш” был юлы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Апайым кейәүгә сыға“ тигән хикәйәһен тәҡдим итә. Унда бәләкәс Фәриҙәнең туй ваҡытындағы мажаралары мауыҡтырғыс итеп тасуирлана, уҡыусыны вайымһыҙ бала саҡҡа алып ҡайта.
Журналда шулай уҡ Әҙәбиәт йылына арналған, йыл дауамында барған “Әсә йөрәге” шиғыр конкурсына йомғаҡ та яһалған. Егерме бер ҡатнашыусының эштәре билдәләнеп, еңеүселәрҙең фотолары ла урын алған. Шулай уҡ бәйге барышындағы төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәлдәр хаҡында ла бәйән ителгән. Уҡыусыларҙың һорауы буйынса ярыш киләһе йылда ла дауам итәсәк, тип билдәләй ойоштороусылар.
“Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһында “Брависсимо” салоны туҡымаларынан дизайнер Сайма Хәсәнованың билдәле йырсылар Әлфиә Юлсурина, Екатерина Ямщикова, шулай уҡ республика Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтен етәкләгән Гүзәл Мәсәғүтоваға тәғәйенләп теккән киске күлдәк өлгөләре менән таныша алаһығыҙ.
Маймыл йылы уңайынан Гөлшат Ҡунафина әҙерләгән мәҡәләлә быйылғы Яңы йыл табынына ниндәй ризыҡтар ҡуйыу хәйерле, байрамды ҡайһы төҫтәге кейемдәрҙә ҡаршылау киләһе йылды уңышлы үткәрергә булышлыҡ итәсәк, ғөмүмән, йондоҙнамә маймыл йылын нисек фаразлай – ошо хаҡта мәғлүмәттәр урын алған. Шулай уҡ маймыл йылында тыуған билдәле кешеләр менән әңгәмә лә уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.
“Ни хәлдәһең, оло кеше?” рубрикаһында иһә ғүмере буйы Миәкә районы Сафар ауылында китапханасы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Зөмәрә апай Әхмәҙуллина хаҡында мәҡәлә урын алған.
Баҫмала йыл дауамында барған, уҡыусыларҙы әүҙемләштереп, сәмләндереп ебәреп, ҡулдарына энә-еп алырға мәжбүр иткән ҡорамасылар бәйгеһенең һөҙөмтәләре хаҡында “Яҙмыштар ҙа, гүйә, ҡорама...” тигән материалдан уҡып белерһегеҙ.
“Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында иһә был юлы Гөлшат Ҡунафина байрам табынына семәрле перәник бешерергә өйрәтә. Баҫмала шулай уҡ журналдың быйылғы йыл лауреаттары ла билдәләп үтелгән. Был һанда йыл дауамында бик күп хаттар ҡабул иткән, уларҙың байтағын журнал биттәренә лә сығарған “Ул йылдарҙың даны мәңгелек” тип аталған публицистик конкурстың еңеүселәре хаҡында ла яҙма урын алған.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы үҙенең тоғро уҡыусыларын етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлай! Киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! Ә беҙ һеҙҙең күңелдәрҙе яҡтыртыу, рухығыҙҙы байытыу хаҡына арымай-талмай артабан да эшләргә, тигән ниәттә ҡалабыҙ!

Теги: